Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡатынды нисек һайларға?
Ҡарсығы менән илле йылға яҡын һоҡланғыс ғүмер кисергән ҡарттан ауылдың йәшерәк ир-егеттәре ғаиләләге татыулыҡ серен һорай икән:
– Нисек ошолай һеҙҙең кеүек гөр килеп донъя көтөргә һуң?
– Йәштәр кис уйынға сыға, аҙаҡ егеттәр һылыуҙарҙы оҙатып ҡуя, шулай бит. Ҡапҡаһына тиклем бер мәртәбә алып килһәң – әллә нимә түгел, икенсе тапҡыр иһә – сәбәп биргән кеүек, ә өсөнсөгә оҙаттың икән, үҙеңде кейәү тип һанаһаң да була, – тип һөйләп китә ҡарт. – Мин дә кис уйын тамамланғас, бер ҡыҙҙы өйөнә тиклем алып барырға булдым. Юлда етәкләп, тегене-быны һөйләп, күңелен күрмәксемен. Ҡәҙимге атлап бара инек, һылыу ҡапыл ҡулын тартып алды. Тәүҙә аптырап киттем, аҙаҡ ҡына күләүеккә табан барғанымды шәйләнем. Урап торманым, кисеп үттем. Ҡыҙ иһә батҡаҡты ситләп уҙып, мине кире етәкләп алды. Сираттағы күләүекте күрһәм дә, барыбер урап үтмәнем, тура барҙым. Һылыу тағы ла ҡулын ысҡындырып, таҙа ҡалды.
Иртәгәһенә ошо уҡ юлдан икенсе бер ҡыҙҙы оҙатырға тәҡдим иттем. Ризалашты, әммә ул да, күләүеккә етһәк, ситкә ырғыны, мин батҡаҡ аша үттем. Өсөнсө көндә лә – ошо уҡ күренеш, тик быныһында башҡа ҡыҙҙы оҙатам. Юл буйлап киләбеҙ, әлеге лә баяғы күләүектәр ҡаршы ала. Әммә ни күрәм: ихлас аралашып, көлөшөп барған ҡыҙ ҡулдарын минән ысҡындырырға уйламай ҙа! Хәбәремде артабан тыңлап, бысраҡ аша минең менән бергә атлап сыҡты. Ҡараңғыла аңғармай ҡалғандыр тип уйлап, сираттағыһына – тәрәнерәгенә – яҡынлайым. Һылыу быныһын да күрмәмешкә һалышты... Бына шул замандан бирле иңгә-иң терәп йәшәйбеҙ, ыҙғышмайбыҙ, тормош “күләүектәре”н дә бергә кисеп сығабыҙ.

Үҙең проблема эҙләгәс...

Рыцарь сүл буйлап китеп бара, ти. Оҙон булған сәфәре. Юлда атынан яҙған, шлемын һәм башҡа кәрәк-яраҡтарын юғалтҡан. Ҡылысы ғына ҡалған.
Асыҡҡан, һыуһаған рыцарь. Шуға ла алда күл күреп ҡалыу менән, бөтөн көсөн йыйып, шул яҡҡа ыңғайлаған.
Ә ярҙа өс башлы аждаһа ултыра, ти. Рыцарь ҡылысын алған да йән көскә алыша башлаған. Бер тәүлек үткән, икенсеһе... Аждаһаның бер башы ғына ҡалған. Өсөнсө тәүлектә иһә һуғышыусыларҙың икеһе лә хәлдән тайып йығылған. Ята биргәс, тәүҙә аждаһа телгә килгән:
– Бында нимәгә килгәйнең һуң?
– Һыу эсергә.
– Ә кем ҡамасауланы һуң? Эсергә лә китергә ине...

Г. ҒӘБИТОВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә