Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Мәктәптәр ҡабул итерме?
Рәсәйҙә беренсе тапҡыр I – XI клас­тар өсөн финанс ғилеме буйынса әсбаптар әҙерләнде. Тупланмала уҡыусыларға ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙән тыш, педагогтарға, ата-әсәгә тәғәйенләнгән белешмәләр ҙә бар.

Ошо нигеҙҙә 1 сентябрҙән илдең мәктәптәре финанс ғилемен дәрес планына индерә ала. Белгестәр әйтеүенсә, башланғысҡа ғаиләне лә йәлеп итеү уҡыусы өсөн айырыуса әһәмиәтле. Социологик тикшеренеүҙәр шуны күрһәтә: өйҙә финанс йәһәтенән грамоталылыҡҡа өйрәтелгән бала бүтән тиҫтерҙәренә ҡарағанда тәртипле, йыйнаҡ була, аныҡ маҡсатҡа ынтылыуы менән айырылып тора.
“Уҡыусының аҡсаны нимәгә сарыф итергә икәнен планлаштырып өйрәнеүе уны дөрөҫ йәшәргә, тапҡанын туҙҙырмаҫҡа өйрәтәсәк”, – тигән фекерҙә илдең Финанс министрлығы белгестәре.
Ведомствоның проекты алдан бер нисә урында ҡулланылып ҡараған. Тикшереү эшендә биш мең самаһы уҡыусы, 200 педагог һәм өс мең тирәһе ата-әсә ҡатнашҡан. Башланғыстың уңышлы булыры иҫбатланған.
Яңы уҡыу йылы башында мәғариф идаралыҡтарына әҙер комплекттар ебәреләсәк. Финанс ғилемен белем биреү программаһына индерергәме-юҡмы икәнен һәр мәктәп коллективы үҙе хәл итә.
Педагогтарға ярҙам итеү маҡсатында илдең Финанс министрлығы федераль һәм төбәк методик үҙәктәре булдырыуға ла тотонған. Уларҙа 2016 – 2017 йылдарҙа 13 мең самаһы уҡытыусы әҙерләп сығарыу планлаштырылған. Дөйөм алғанда, яңы башланғыс Рәсәйҙәге барлыҡ граждандарҙың финанс йәһәтенән грамоталылығын үҫтереүгә йүнәлтелгән.

Көҙгө һынау

Быйыл сентябрҙә урыҫ теле һәм математиканың база кимәле буйынса Берҙәм дәүләт имтиханы, шулай уҡ дәүләт сығарылыш имтиханы үткәреләсәк. Илдең Мәғариф һәм фән министрлығы бойороҡтарына ошондай үҙгәреш индерелә.

Уға ярашлы 5 сентябрҙә урыҫ теленән (БДИ һәм ДСИ); 8 сентябрҙә математиканың база кимәле буйынса Берҙәм дәүләт имтиханы, математика буйынса дәүләт сығарылыш имтиханы; 14 сентябрҙә урыҫ теленән (БДИ һәм ДСИ), математиканың база кимәле буйынса Берҙәм дәүләт имтиханы, математиканан дәүләт сығарылыш имтиханы ойошторола.
Көҙгө һынауҙа XI кластан һуң дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын үтә алмағандар, шулай уҡ төп предметтарҙан насар һөҙөмтәгә өлгәшкәндәр ҡатнаша ала. Элекке йылдарҙың сығарылыш уҡыусылары, быйылғы баһаларын яҡшыртырға тырышҡандар иһә ҡабул ителмәй.
Сентябрь имтихандарында ҡатнашырға теләгәндәр 8 – 22 август арауығында ғариза яҙа ала. Был документты тапшырыу урыны мәғариф идаралыҡтары тарафынан билдәләнә. Һынауҙы ойоштороу өсөн һәр төбәктә бер – өс пункт булдырыу ҡаралған. Ҡағиҙәгә ярашлы, контроль-үлсәү материалдары әҙерләнәсәк, имтихан тапшырылған һәр урында онлайн видеокүҙәтеү эшләйәсәк.
Һынау һөҙөмтәһе өс календарь көн дауамында билдәле булырға тейеш.

Технопаркка – ҡеүәт

Башҡортостан Хөкүмәтендә
Мәғариф министрлығына бюджеттан аҡса бүлеү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйылды.

Атап әйткәндә, Республика балалар мәғариф технопаркына заманса ҡорамалдар, компьютер техникаһы, 3D-принтерҙар алыу өсөн 10 миллион һум бирелә. Улар робот техникаһында проектлау, судно төҙөү, авиация һәм автомобиль моделдәрен әҙерләү маҡсатында ҡулланыласаҡ.
Мәғлүм булыуынса, Республика балалар мәғариф технопаркы 1932 йылда булдырыла. Унда шөғөлләнеүселәр йыл һайын Өфөләге юғары уҡыу йорттары студенттары менән берлектә техник йүнәлештәге сараларҙа ҡатнаша. Өҫтәмә белем биреү үҙәге әле 24 ойошманан тора. Уларҙа барлығы 22 меңдән ашыу уҡыусы шөғөлләнә, 570 самаһы педагог эшләй.

Тәбиғәт тәрбиәһендә

22 июлдә Благовещен районы биләмәһендә “Йәш эколог” һәм “Тыуған яҡты өйрәнеүселәр” тигән профилле лагерҙар ойошторолдо. Уларҙың эшмәкәрлеге 4 авгусҡа тиклем дауам итә.

Ҡатнашыусылары – уҙған уҡыу йылында Рәсәй, республика кимәлендә үткәрелгән экологик сараларҙың призерҙары, ошо йүнәлештәге олимпиадалар, слеттар, конкурстар еңеүселәре, тәбиғәтте һаҡлауға тос өлөш индергән, төйәгенең тарихын, бөгөнгө торошон әүҙем өйрәнгән уҡыусылар.
Лагерҙағы балалар менән Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Биология институты, Башҡорт дәүләт университеты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Республика балалар экология-биология үҙәге хеҙмәткәрҙәре шөғөлләнә. Программаға экскурсиялар, мәҙәни һәм спорт саралары индерелгән.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 1

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте

Комментарий өҫтәргә