Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Покемон”лы юлдар хәйерлеме?
“Покемон”лы юлдар хәйерлеме? Йәштәр өсөн календарҙа тағы бер байрам өҫтәлде: 18 июлдә Рәсәйгә “Покемон ГО” уйыны рәсми рәүештә индерелде. Сер түгел, күптәр уны түҙемһеҙләнеп көттө, көнө еткәс, уйынды телефон-смартфонға күсерәм тип мәж килде. Бар донъяны ялмап алған “Покемон ГО” нисек уйнала, кешене нимәһе менән йәлеп итә, йоғонтоһо ни кимәлдә тигән һорауҙарға яуапты бергәләп эҙләйек.


Әллә ни ҡатмарлы ла түгел кеүек был уйындың шарттары. Бары тик телефонда йә башҡа гаджетта “Покемон ГО”-ны тоҡандырып, GPS һәм Интернет булған ерҙәрҙә уны тотоп йөрөргә – осраған покемон­дарҙы йыйырға кәрәк. Беренсе тапҡыр күнегеү рәүешендә генә уйналһа, аҙаҡ инде покемондарҙы тегендә-бында йөрөп сүпләү шарты менән буш карта бирелә. Йәғни гаджет, “йәнлектең” ҡайҙа икәнлеген ишаралап, экранда япраҡ йә үләнде ҡыбырла–тыуы, башҡа төр хәрәкәт яһауы ихтимал. Әгәр экранда покемон күренә икән, тимәк, табылған, уны туп ярҙамында тоторға ғына ҡала. Эләктергән йәнлектәр покедекста йыйыла, һәр персонаждың “холҡо” үҙенсә, күнекмәләр ярҙамында уны камиллаштырып була. Покемон бишенсе кимәлгә етһә, тотош команда менән уйнау мөмкинлеге тыуа. Командалар иһә махсус башняла “йәшәй”... Көрәш, иң ҡеүәтленең еңеүе, яңы биләмәләр яулау... Уйындың асылы ҡыҫҡаса шуға ҡоролған.
Әлегәсә “Покемон ГО” Америкала, Австралияла һәм Яңы Зеландияла “йәшәп” килде. Хәҙер иһә Рәсәйҙә лә. АҠШ-ҡа, мәҫәлән, уйын 5 июлдә рәсми рәүештә индерелеп, “Android” һәм “iPhone” магазиндарындағы иң популяр уйынсыҡҡа әүерелә. Бөгөнгәсә уны яҡынса 7,5 миллион тапҡыр “йөкләп” өлгөргәндәр. Ғөмүмән, уйын тотош халыҡты ялмап алған, сиргә әйләнгән дә кеүек. Әйткәндәй, покемонды туҙға яҙмаған урындарҙа эҙләү осраҡтары ла теркәлеп өлгөргән. Мәҫәлән, АҠШ-тың Флорида штатында телевидение хеҙмәткәре, уйынға әүрәп, һауа торошон хәбәр иткән коллегаһы эшләп торған камера алдынан үтеп китә. Икенсе бер егет төнөн покемон эҙләп паркка барып сыға, ундағы таныш түгел кеше менән аңлашылмаусанлыҡ тыуа. Осрашыу күңелһеҙ тамамлана. Ул ғына түгел, уйынсылар сираттағы “йәнлекте” тотоу маҡсатында бала табыу йорттарына, ресторандарға, полиция участкаларына, мемо­риалдарға, хатта зыяраттарға ла килеп инә. Был ойошма­ларҙың етәкселәре үҙҙәрен уйын картаһынан алыуҙарын һорап мөрәжәғәт итә лә башлаған. Магазин, кафе тотҡан эшҡыуарҙар иһә, киреһенсә, уйынды килемде арттырыу маҡсатында ҡулла­нырға ашҡына, йәғни халыҡты күпләп йәлеп итеү өсөн бинала “покемон ояһы” булдырыу уйҙары.
Был – видеоуйын. Икенсе төрлө әйткәндә, күңел асыу, ә уны кем генә яратмай. Ғәҙәттә, бындай “тәтәйҙәр” экшн (эшмә­кәрлек), социаль тәжрибә, власть, “сумыу”, ижад, маҡ­сатҡа өлгәшеү тигән төшөн­сәләргә нигеҙләнеп булдырыла. Һәр кешелә ниндәйҙер ҡаҙанышҡа өлгә­шеү, кемделер еңеү, нимәлер туплау кеүек ниәт-теләк йәшәй, ул алға, көрәшкә әйҙәй. Телефон­дар­ҙағы уйындар тап ошо рәүештә ҡоролған, аңды шуныһы менән арбай. “Покемон ГО”-ла ла ошондай уҡ талаптар ҡуйыла, әммә улар виртуаль ғына түгел, ысынбарлыҡ менән бергә уйнала, тип белдерә технология өлкәһе белгестәре. Өҫтәүенә, покемонды эләк­терәм тип, гаджетын ҡулында йә кеҫәһендә тотоп, уйнаусы байтаҡ араны йәйәү йә йүгереп үтергә лә риза. “Покемон ГО” яҡлылар ошолай фекер йөрөтһә, уйындың хәүеф янауы хаҡында иҫкәртеүселәр ҙә юҡ түгел.
– Көн артынан көн ҡыуып, һәр кис телевизор йә Интернет “ҡосағында” иҙрәп, кемдеңдер тупаҫ шаяртыуына көлөп, ток-шоуҙағы рәнйетелгән герой өсөн ҡайғырып йә иһә теге йәки был һорауға яуап табып, тиҙерәк шылтыратырға тырышып, үҙебеҙҙе заман технологиялары ярҙамында зомбиға әйләндер­гәнебеҙҙе, аңыбыҙға “дөрөҫ йәшәү”, “уңайлы холоҡ” һең­дерел­гәнен һиҙмәүебеҙ ҙә ихтимал, – ти психологтар.
“Телевизорһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтермәйем” тигәндәр арабыҙҙа юҡ түгел. Был аңлашыла ла: бихисап каналдар “һандығы”нда нин­дәй генә тапшырыу юҡ та, ниндәй генә күренештәр бирелмәй. Бере­һендә гүзәл заттарҙың тәбиғи йәшен йәшереп, ҡурсаҡ кеүек биҙәп-төҙәтеп, “яҡты, матур тормош” вәғәҙә итһәләр, икенсеһендә бер өйөр йәштәрҙең нисәмә йыл дауамында үҙенә пар таба алмай, аҡлы-ҡаралы уй-фе­керҙәрен тотош ил алдына сығарып һалыуы күрһәтелә. Йәштәргә бөгөнгө йәмғиәттә үҙен нисек тоторға, кешеләр менән ни рәүешле арала­шырға, ниндәй маҡсаттарға ынтылып йәшәргә икәнлеге өйрәтелә түгелме ошо тапшырыуҙар аша?! Телевидениела әүҙем ҡулла­нылған “25-се кадр” алымы ла үҙ өлөшөн индермәй ҡалмай кешене “зомби”ға әйләндереүгә. Йәғни секунд эсендәге 24 кадрға монтаж мәлендә йәбеш­терелгән өҫтәмә кадр аңһыҙ рәүештә мейелә һаҡланып өлгөрә, һәм уны кешенең шәхси фекере итеп сығаралар. Заманса электрон уйындарҙа ла ошо ысул киң ҡулланыла, хәйер, теге йәки был тауарға реклама ла оҫта яһала. Гаджетына текәлгән кешенең урам буйлап тирә-яғына иғтибар итмәй, унда нимә барыуына ла төшөнмәй үтеүе “зомби”лыҡҡа еткермәҫ тип берәү ҙә вәғәҙә итә алмай. Техниканың “шулайт”, “былайт” тигән әмерҙәрен тыңлап ҡына эш итеүҙең тәбиғи аңдың көсһөҙлөгөнә, тулы рәүешле хәрәкәтенә ҡамасаулауы, зыян килтереүе көн кеүек асыҡ. Кешенең психологияһын ғәҙәттә йоҡо аралаш хәлдә, медитация, наркотиктар йә иҫерт­кес эсемлектәр тәьҫирендә программалау ҡулай. Аңды “ҡулға эйәләтеү” өсөн кешенең быға әҙерлеге, теләге ҡаршы килмәүе генә кәрәк. Әҙәм балаларының мейеһе иһә гелән мәғлүмәт ҡабул итергә әҙер тора, “зомби” вирусын да еңел генә эләктермәҫ тимә.



Руслан АЛМАЕВ:
– “Покемон ГО”-ны уйнаған кеше булараҡ, шуны әйтә алам: ул күберәк хәрәкәт итеү, ҡалалағы тарихи урындарҙы белеп-күреү, ваҡытты файҙалы, ҡыҙыҡлы үткәреү мөмкинлеген бирә. Кире яғы иһә – покемон тотам тип машина, поезд аҫтына эләгеүең бар. Уйын, башҡалар һымаҡ уҡ, тормошто күңеллерәк итә, минеңсә.

Дилә ХӘЙРУЛЛИНА:
– Был уйын менән күҙгә-күҙ танышып өлгөрмәһәм дә, бер ваҡыт бик популяр булған “тамагочи”ҙың камиллаштырылған төрөлөр, тип уйлайым. Ундағы виртуаль йорт хайуанын “тәрбиәләйем, үҫтерәм” тип күпме кеше депрессияға бирелде, был хәл тағы ҡабатланмаҫ тимә. Бер яҡтан, ата-әсәһенә эт йә бесәй алып бир тип мыжыған балаларҙы “Покемон ГО” ярҙамында тынысландырып була – тотторҙоң да оноттоң. Кешелә кемде булһа ла хәстәрләү тойғоһо бар, һис шикһеҙ. Телефондағы эт-бесәй артынан йыйыштырып йөрөү, мәшәҡәтләнеү кәрәкмәй, ялҡтың икән, шул урында һүндереп ҡалдыраһың да китәһең. Тере бесәй һымаҡ тәрбиә, ашатыу, ипле мөнәсәбәт талап итмәй бит. Һөҙөмтәлә балала яуаплылыҡ тойғоһо ла юҡҡа сыға. Минеңсә, бындай заманса уйындар үҫеп килгән быуында кешелек сифаттарын кәметә.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21