Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тантаналы ҡауышып… ыҙғышып айырылышалар
йәки Ике ғаиләнең береһе ниңә тарҡала?
Күптән түгел Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ведомство-ара советы ултырышында ғаилә институты, ғөмүмән, йәмғиәт үҫеше буйынса ҡот осорлоҡ статис­тика еткерҙе. “Республикала ике никахҡа бер айырылышыу тура килә”, – тине ул. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, Башҡортостанда 65 йыл элек ни бары 600 ғаилә тарҡалһа, бөгөн 18 меңдән ашыу пар айырылыша.

Белгестәр фекеренсә, илдә әлегеләй күренеш үткән быуаттың туҡһанынсы йылдарынан алып үҫешә. Был хәлдең тормошҡа ҡа­рашыбыҙҙың аҫты-өҫкә килеүенән икәнлеген ҡат-ҡат иҫбат­лап то­роу­ҙан фәтүә юҡтыр. Киҫкен мәсьәләне нисек хәл итергә – бөгөн барыһын да шул борсой.
Әлбиттә, был тәңгәлдә тәү сиратта айырылышыуҙарҙың сәбәп­тәрен барлау фарыз. Ошо урында шағир Айнур Үтәевтең:
“Донъя, ай-һай, ҡыҙыҡ шул,
Аҡылдан яҙырлыҡ.
Ҡәләм алып ҡулыңа
Йөҙ китап яҙырлыҡ”, –
тигән юлдары иҫкә төшә. Ғөмүмән, сәбәп бер генә – башлыса ҙур яуап­лылыҡҡа әҙер булмаған­лыҡ­тан, “талаҡ” һүҙен әйтергә ашҡы­ныуҙан.
Мәҫәлән, былтыр бер та­ны­шымдың туйын гөрләтеп үт­кәр­ҙек. ЗАГС йортонан сыҡҡас, урам буйлап ҡысҡыртып барған кортежда елдергәндә үҙем кәләш алғандай ҡыуанғайным. Сағыу-сағыу шар-таҫмалар менән биҙәл­гән текә-текә машиналар, ә алдан лимузин төшөп алған. Тау-тау ри­зыҡ теҙелеп киткән өҫтәлдәр, билдәле башҡарыусы сығышы дауам итте күңелле сараны. Тик ике ай ҙа үтмәне, күргәндәр-кисерг­әндәр барыһы ла мираж һымаҡ ҡалды, сөнки йәп-йәш ғаилә тар­ҡалды ла ҡуйҙы. ЗАГС тупһаһы янында кейәү егетен осраҡлы ғына осраттым да килеү сәбәбен төпсөндөм. Кәләше яғына ымланы ла:
– Бынау ашарға ла бешерә белмәй бит, исмаһам, – тип ярып һалды.
Һе, кем белеп тыуған икән. Хәйер, үпкәһе урынлы ла һымаҡ: “кәнфит-гөлләмә мәле” матур ҙа бит, тик ысын тормош туйҙың иртәгәһенә башлана шул. Ҙур тормошҡа алдан әҙерләнергә кәрәк. Ә кем әҙерләй? Дөрөҫ, атай-әсәй йәки улар урынына ҡалған кешеләр. Нисек кенә булмаһын, Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙҙең бер генә һүҙенә ҡолаҡ һалабыҙ буғай: “Һарыҡ һуйып булһа ла туй яһағыҙ”, – тигән ул. Дөрөҫөн әйткәндә, ҡайһы берәүҙәр был ғәмәлде мең тапҡыр шаштырып үтәргә лә риза, тик, әйтерһең дә, Пәйғәмбәребеҙҙең башҡа һүҙ­ҙәрен белмәйбеҙ. Ул бит ғаиләң алдындағы бурыс, тормош иптә­шеңдең туғандары-яҡындарына ҡарата мөнәсәбәт хаҡында ла әйткән. Ғөмүмән, иманлы ла, сабыр ҙа, ярата ла белергә кәрәк шул. Ошо урында йәнә бер таны­шым­дың, алтын туйҙарын билдә­ләгән кешенең, һүҙҙәре иҫкә төшә: “Тәү күреүҙән ярата башламайһың ул, оҡшатаһың ғына. Йылдар үткәс, ауырлыҡтарҙы бергә йыра-йыра барғанда ғына ысынлап ғашиҡ булаһың”.
...Дөйөм Башҡортостан ста­тис­тикаһында ике никахҡа бер айырылышыу теркәлһә, төйәк иткән ҡаламда хәл тағы ла ҡатмар­лыраҡ.
– Ағымдағы йылдың алты айында 703 никах теркәлде, 575 пар айырылышты, – ти Стәр­ле­тамаҡ ЗАГС-ы бүлеге етәксеһе Галина Кузнецова. – Айыры­лыш­ҡандар сафын яңы өйләнешкән парҙар ғына тәшкил итмәй. Араларында бер нисә тиҫтә йыл бергә ғүмер кисер­гән­дәр ҙә бар. Нисек кенә бул­маһын, шәхсән һәр осраҡты ауыр ҡабул итәм: тантаналы итеп өйлә­нешәләр ҙә, аҙна ла үтмәй, ыҙғы­шып-талашып айырылы­шырға киләләр.
Ғөмүмән, уйланырға урын бар, йәмәғәт. Шул уҡ ваҡытта 10 – 15 йыл йәшәп, айырылышырға теләү­селәрҙең барыһы ла ЗАГС ишеген шаҡырға ашыҡмай бит әле, балалары хаҡына, сабыйҙары аяҡҡа баҫҡансы тип, йәшәгәндәр ҙә бар. Ә бындайҙар менән статистика ниндәй күрһәткестәргә эйә һуң?
Барлыҡ яраштыра, юҡлыҡ талаштыра, ти. Никах тарҡалыуҙың артыуы, йәнә статистика белде­ре­үенсә, иҡтисади тотороҡлолоҡтоң ҡаҡшауына ла бәйле, икенсе урында – хыянат. Һәр хәлдә, ҡа­лай ғына әйләндермә, ғаилә инс­титуты ныҡлы эшләргә тейеш­ле­генә барып төртөләһең. Әсәлек ка­питалы, бушлай ер генә аҙ икән әле. Күмәкләп эшләргә кәрәк: дәү­ләт тә, йәмғиәт тә, барыбыҙ ҙа!






Автор: Рәмил МАНСУРОВ. Район: Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә