Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Уңғанлыҡ — уң ҡул
Уңғанлыҡ — уң ҡул Малсылыҡҡа, һис шикһеҙ, нәҡ ауылда тыуып үҫеп, яҙмышын ер менән бәйләргә батырсылыҡ иткән егеттәр генә тотона. Ауыр, шул уҡ ваҡытта яуаплы эш ялҡауҙарҙы үҙ итмәй. Краснокаманың Мажар ауылынан Рөстәм Шакировты тап шундай йүнсел фермерҙар исемлегенә индерергә мөмкин. 2013 йылда ул һис икеләнеүһеҙ крәҫтиән (фермер) хужалығы ойоштороп, бөгөн уңышлы эш алып бара.

Тырыш егет ике йыл элек дәүләт ярҙамы алыуға өлгәшә. Был аҡсаға ауылда буш торған һөтсөлөк фер­ма­ларының ҡураларын һатып алып, ремонт үткәрә, заманса ҡо­рамалдар урынлаштыра. Дүртөйлө районынан 21 баш тоҡомло тана һатып ала. Эште башлап ебәреү ҡыйынға тура килһә лә, бирешмәй Рөстәм: мал һанын ишәйтеү маҡсатын ҡуйып, шуға ярашлы эшләргә һәм уңыш алырға өйрәнә. Шәхси хужалығында булған техникаһы ҙур таяныс була, аҙаҡ уларға яңылары ла өҫтәлә.
Уңғанлыҡ — уң ҡул— Быға тиклем нефть эшкәртеү тар­мағында көс түктем, әммә, ҡыҫҡар­ты­лыуға эләгеп, хеҙмәт урынын ҡалдырырға тура килде. Ләкин ҡул ҡаушырып ултырыр заман түгел, ғаиләне лә ҡарарға кәрәк, — ти Рөстәм Наил улы. — Тәүҙә Себергә сығып китергә уйлағайным. Яңы эш башлаған фер­мерҙарға дәүләттән ярҙам бүленеүен ишетеп, туҡтап ҡалдым. Үҙемде ошо өлкәлә һынап ҡарамаҡсы булдым. Шөкөр, үкенмәйем: бөгөн хеҙмәтем ҡыуаныс та, табыш та килтерә.
Әле фермерҙың 200 гектарға яҡын ере бар. Быйыл яҙ күп йыл­лыҡ үләндәр сәскән, киләсәктә иген культуралары ла үҫтерергә ниәтләй. Шуға ла ер майҙанын арттырмаҡсы.
Хужалыҡта 70-тән ашыу ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малы аҫрала, бынан тыш, йылҡы ла бар. Көнөнә 300 литрҙан ашыу һөт һауалар, әҙер продукция Илеш һөт комбинатына оҙатыла. Һатыуҙан килгән табыш хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләүгә, ремонтҡа һәм башҡа кәрәк-яраҡҡа тотонола. Ғөмүмән, Рөстәм Наил улы был тармаҡты бик отошло һанай, сөнки баҙарҙа иткә, һөткә хаҡ юғары, сифатлы продукцияға ихтыяж ҙур.
Әле хужалыҡта ҡышҡы осорға ныҡлы әҙерлек бара, мал ҡуралары йүнәтелә. Мал аҙығы туплауҙың иң ҡыҙған мәле. Шуныһы ла мөһим: фермерға ата-әсәһе, туғандары, дуҫтары һәр саҡ ярҙамға килә икән. Атаһы Наил ағай ғүмер буйы колхозда эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Бөгөн ул — улына тоғро ярҙамсы, оло кәңәшсе.
Рөстәм Наил улы әле хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренә тип яңы йорт күтәрә, тиҙҙән ике ғаилә торлаҡлы буласаҡ.
— Уңғандарға һәр саҡ ихтирам менән ҡарайым, уларҙың хеҙмәтен баһаларға тырышам. Эш хаҡы ва­ҡытында бирелә, шәхси ихата­һын­да мал тотоусылар бесән-һалам менән тәьмин ителә, — ти фермер.




Әйткәндәй...

Республикала быйылғы алты айҙа агросәнәғәт комплексында ыңғай үҫеш һаҡланған. Стәрлетамаҡ районында үткән “Баҫыу көнө” сараһында төбәктең ауыл хужалығы министры Николай Коваленко әйтеүенсә, етештереү про­дук­цияһы күләме 45,8 миллиард һум, йәғни былтырғыға ҡарағанда 101,4 процент тәшкил иткән. Ауыл хужалығы предприя­тие­ларында һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында тулайым продукцияны арттырыуҙа лидерҙар – Шишмә, Өфө, Благовар, Благовещен һәм Бүздәк райондары.
Барлыҡ категориялы хужалыҡтар бергә 910 мең тонна (үҫеш – 1,6 процент) һөт етештергән. Иткә килгәндә, ул – 141 мең тонна, былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, алты-ете процентҡа күберәк. Үҫемлекселек тармағында ла алға китеш күренә. Был тәү сиратта ябыҡ урында үҫтерелгән йәшелсә уңышына бәйле. Дөйөм алғанда, улар ғинуар – июнь айҙарында 52 мең тоннанан ашыу етештерелгән. Үҫеш ун процент самаһы.
Николай Коваленко билдәләүенсә, Башҡортостандың эре һәм урта ауыл ху­жалығы предприятиелары хеҙмәтсән­дәренең эш хаҡы – уртаса 15 740 һум. Был былтырғыға ҡарағанда 13 про­центҡа күберәк, тине ведомство етәксеһе.
Йылдың беренсе кварталында төп капиталға инвестициялар ике миллиард һум тирәһе булған (былтырғы шул осор менән сағыштырғанда ике тапҡырға күберәк).
Әле республиканың агросәнәғәт өлкәһендә 19 өҫтөнлөклө инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Уларҙы финанслау күләме 79,9 миллиард һум­дан ашыу. Ярты йыллыҡта тармаҡта 278 яңы эш урыны булдырылған. Инвестициялар күләме 23 миллиард һум тирәһенә еткән. “Ошо ҡаҙаныштарҙы һаҡларға кәрәк”, – тине ауыл хужалығы министры.



Автор: Самат ҒӘЛИН. Район: Краснокама районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә