Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Аҫыл заттар ҡайҙа үҫә?
Аҫыл заттар ҡайҙа үҫә? “Матур ғаилә – ил биҙәге”, “Ныҡлы ғаилә – ил терәге” тиҙәр. Был ике әйтем дә Өфөлә йәшәгән Ишморатовтар ғаиләһенә ҡарата хаҡ яңғырай. Бөгөнгө көндә биш балаға ғүмер биреп, уларҙа аҫыл кешелек ҡиммәттәре тәрбиәләүгә ҙур көс һала Айһылыу һәм Илгиз Ишморатовтар.


Ғаилә башлығы “Альфадэнт” клиникаһында теш дауалаусы-ортопед булып эшләһә, әлеге ваҡытта кескәй Самирҙы ҡарауға ял алған хужабикә ҡалалағы 6-сы поликлиниканың беренсе категориялы теш дауалаусы-хирургы.
– Беҙ үҙебеҙ ҙә күмәк балалы ғаиләләрҙә үҫкәнбеҙ, ирем сығышы менән Салауат ҡалаһыныҡы, мин – Өфөнән, – тип башланы һүҙен бәхетле әсәй. Тимәк, үҙҙәре үҫкәндә үк камил өлгө алған был атай-әсәйгә балаларының һәр береһендә ошондай яҡшы сифатты тәрбиәләү тәүшарт. Ошо йәһәттән сығып күҙ йүгерткәндә, был ғаиләнең һәр кескәй ағзаһында инсафлылыҡ, намыҫлылыҡ һәм атай-әсәйгә, бер-береһенә булған мөхәббәтте асыҡ күрергә була. Айһылыу Роберт ҡыҙының үҙенең бәйән итеүенсә лә, балаларҙы һәр яҡлап үҫтереүгә, бер-береһенә терәк-таяныс була белеүгә, ғәҙел, ихтирамлы, эшһөйәр итеп тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүленгән.
Дүрт шуҡ малайға апай булған ун ете йәшлек Аделина – әсәһенә оло терәк. Ул М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының Х класын тамамлаған. Уның мәктәп тормошона күҙ һалһаҡ, бихисап маҡтау ҡағыҙҙары менән рәхмәт хаттары бик күп бәйге-олимпиадаларҙа, шул иҫәптән “Һылыуҡай”, “Шаяниум”да ла ҡатнашыуы хаҡында һөйләй. Бәләкәйҙән бейеү менән шөғөлләнгән һәм һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә булған ҡыҙ ҡала мәҙә­ниәте мөхитендә йыш сығыш яһай. Үҙе бала ғына булыуына ҡара­маҫ­тан, йәйге ял һәм хеҙмәт лагер­ҙа­рында практика үтеп тә өлгөргән. Бының менән ул ҡусты­ларына үрнәк булып тора ла инде.
Хәйер, һәр яҡлап һәләтле малайҙар ҙа апайҙарынан ҡалышмай. Мә­ҫәлән, шул уҡ гимназияның III класын тамамлаған Нурсәйет, уҡыуҙа өлгәшкән уңыш­тары өсөн маҡтау грамоталарынан тыш, Гагарин кубогы олимпиа­даһында ла ҡатнашып, сертификатлы булып өлгөргән. Класта “Иң яҡшы спортсы” исеме алған был шәп егет йөҙөү менән шөғөлләнә, футбол күнекмәләренә лә йөрөй.
Ә инде төҫ-ҡиәфәттәре менән генә түгел, холоҡ-ғәҙәттәре менән дә бер-береһенә бөтөнләй оҡша­маған игеҙәктәр Айҙар менән Асҡар мәктәпкә бары­у­ҙарын түҙем­һеҙлек менән көтә. Бере­һе уттай етеҙ, икенсеһе тыныс малайҙар рәсем дә төшөрә, ҙур оҫта­лыҡ менән оригами йыя, сатраш уйнай, бейеү һәм йөҙөү менән ихлас шөғөлләнә.
Уларҙың һәр ҡылығын отоп алырға ғына тырышып йөрөгән ике йәшлек Самир, әлбиттә, бөтәһенең дә иғтибар үҙә­гендә. Бәләкәс алдында асылаһы күпме донъяуи серҙәр бар. Атай-әсәйҙең тәрбиәһенән тыш, ошондай апай-ағайҙары эргәһендә көнләп түгел сәғәтләп донъяны таный малай.
Биғәйбә, бөгөнгө заман шарттарында күп бала тәрбиәләргә йөрьәт итеп, уларҙың бар ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүгә мөкиббән киткән, ҡала ситендә ике ҡатлы өй һалырға бар тырышлығын һалған егәрле атай-әсәй Айһылыу һәм Илгиз Ишморатовтарҙың ғаиләһенән тик аҫыл заттар сығыр. Үҙҙәре һымаҡ!





Автор: Таңсулпан РӘСҮЛ. Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә