Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һуҡа менән һөрөр, салғы менән сабыр заман түгел
Һуҡа менән һөрөр,  салғы менән сабыр заман түгел ...Саҡрымдарға һуҙылып киткән бакуйҙар буйлап геүләп трактор килә. Ҡеүәтле техника артынан бер-бер артлы бесән төргәктәре төшә бара – һанап ҡына өлгөр. Эйе, “һә” тигәнсә бесән күбәләп ҡуйыу инде был. Бер мәлгә генә ошо эштәрҙе ҡул менән башҡарыу хаҡында уйлап ҡуйҙым. Йырып сығырлыҡ түгел икән дә!


Стәрлетамаҡ районындағы Калинин исемендәге ауыл хужалығы пред­приятиеһында үтәсәк “Баҫыу көнө”нә юл тотҡанда тап булған ғәҙәти күренеш осраҡлы иҫкә төшмәне. Ауыл тормошо һис шикһеҙ заман менән бергә атларға тейешлегенә инандым.
— Ураҡ мәле башланырға тора. Иген урыу булһынмы, сәсеүме йәки ауыл хужалығындағы башҡа кампаниямы – тыныс үтһен. Юҡ-барға артыҡ сәбәләнмәй башҡарылырға тейеш барлыҡ эштәр ҙә. Бының өсөн яңылыҡ-үҫешкә нигеҙләнергә кәрәк, — тип билдәләне был йәһәттән үткән семинар-кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов.
Ысынлап та, ямғырҙар яуа башлағансы нисек бесән әҙерләп, уңыш йыйып өлгөрөргә, тип баш ауырттырырлыҡ заманда йәшәйбеҙме ни? Ҡеүәтле техника төп таянысҡа әйләнергә ваҡыттыр бит! Юҡһа, һаман хан заманынан ҡулланыла башлаған салғыға таянған хужалыҡтар ҙа бар. Әйтергә кәрәк, иген етештереүгә генә ҡарата әйтелмәне бындай тәнҡит. Малды ҡышлатыр өсөн ҡуралар төҙөү, аҙыҡ сифаты, хатта йыйып алған уңышты һатыу буйынса ла ҡайһы берәүҙәр ошо “салғы заманы”нда йәшәгән һымаҡ. Ҡул аҫтында булған Интернетты гиҙмәй, шылтыратмай-эҙләмәй өйҙәрендә һатып алыусыны, килтереп биреүсене көтөп яталар, мәҫәлән.
Һуҡа менән һөрөр,  салғы менән сабыр заман түгел— Үҙебеҙҙең баҙарҙы булдырырға кәрәк, ул конкурентлыҡҡа һәләтле, сифатлы аҙыҡ тәҡдим итерлек булһын, — тине сығышында Рөстәм Зәки улы.
Тейешбеҙ... Тик нисек башҡарып сығырға, тормошҡа ашырырға һуң уйланған эштәрҙе, хыялдарҙы? Ҡалай итеп туҡлыҡлыраҡ мал аҙығы етештерергә һәм ҡуйыраҡ һөт һауып алырға? Әлеге тәңгәлдә лә яуап табырға мөмкин ине сарала: йыйылған вәкилдәр махсус күргәҙмәлә ҡеүәтле техника менән танышты, ҡайһы берәүҙәр хатта урынында уҡ уны һатып алды, үҙе һымаҡ ауыл хужалығы белгестәре, район етәкселәре һәм ғалимдар менән аралашты, технологияларҙы ғәмәлдә һынап, Калинин, Салауат исемендәге предприятие баҫыуҙарында ла йөрөнө. Нәҡ шул өйрәнеү-эҙләнеүҙәр аша килә тәжрибә. Иген сәсеү — бер, уны яҡшы итеп үҫтереү шарт.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, өлгө алырлыҡ хужалыҡтар ҙа бар. Мәҫәлән, әлеге сараның майҙаны булған предприятие уңышлы эшләп килә, Илештә тентлы һарайҙа һыйырҙар ҡышлатҡандар, Дәүләкәндә итальян технологияһы буйынса сыр етештерәләр. Дөйөм республика кимәлендә лә ыңғай күрһәткестәр етерлек. Әйтәйек, импортты алмаштырыу буйынса алға китеш күҙәтелә, инвесторҙар менән хеҙмәттәшлек көсәйә. Бер һыйырҙан йыллыҡ һөт һауыу 4,5 тоннаға етте, баҫыуҙарға ашлама индереү арта, ауыл эшсәндәренең уртаса эш хаҡы бер ни тиклем күтәрелгән. Бынан тыш, торлаҡ менән тәьмин итеүҙә яҡшырыу күҙәтелә, ауыл эшсәндәрен дәртләндереүсе башҡа саралар етерлек. Кәңәшмәлә республика етәксеһе төбәктең Ауыл хужалығы министрлығына комбайнсылар араһында конкурс уҙғарыу бурысын йөкмәтте. Иң яҡшы ун ялан батырын бүләккә автомобиль көтә.
Ҡыҫҡаһы, тәү нәүбәттә иген үҫтереүсе, мал үрсетеүселәрҙең үҙ ерҙәренең хужалары булып йәшәү теләге уянырға тейеш. Әгәр сәм юҡ икән, хакимиәт башлығы комбайн штурвалы артына үҙе ултырһа ла, фермерға миллиард һумлыҡ грант бүленһә лә, алға китеш булмаясаҡ.








Автор: Рәмил МАНСУРОВ. Район: Стәрлетамаҡ районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә