Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Инйәр ярҙарҙы ашай...
Инйәр ярҙарҙы ашай... Рәсәй Башҡортостан дәүләт телеканалы аша үткән яңылыҡ, урындан күрһәтелгән был осраҡ береһен дә битараф ҡалдырмағандыр. Һуңынан ул башҡортса “Инйәрҙә һыу инергә яраймы?”, русса “Инзер размывает могилы” исеме аҫтында сайтта ла торҙо. Дөрөҫөрәге, хәбәр Интернет селтәренең төп темаларының береһе булғандыр. Икенсе көндө, йәғни 6 июлдә, Оҙондар ауылының Инйәр йылғаһы ярҙарын йыуған ерҙә абруйлы комиссия эшләгәнен дә ишеттек. Шуға ла иртәгәһенә беҙ ҙә, ике яҡтың — халыҡтың һәм урындағы хакимиәттең — ҡарашын берҙәй сағылдырыр, артабан нимәләр эшләнәсәген күҙаллар өсөн Архангел тарафтарына юл тоттоҡ. Тағы шуны әйтергә кәрәк: был мәсьәлә электән дә ҡуҙғатылыуын, ауылдаштарын борсоған хәлдәр буйынса Фәтих Ғәзизов атлы уҙамандың республика Башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашыуы тураһында ла хәбәрҙарбыҙ, сөнки Рөстәм Зәки улы уҙғарған халыҡ вәкилдәре менән осрашыу Ҡырмыҫҡалы районында үтте, беҙҙең хеҙмәткәр Даян Мәжитов та унда барҙы, был турала яҙып сыҡты. Беҙҙең алда, әйткәнемсә, тик бер генә маҡсат – ысынбарлыҡты тулыһынса яҡтыртыу һәм дә артабан ниҙәр эшләнәсәген уҡыусыға еткереү.


Ауыл хакимиәтендә

Оҙондар ауыл хакимиәтендә беҙҙе етәксе Рита Әсҡәт ҡыҙы Фазылова ихлас ҡаршыланы. Ул тиҙ арала эште ойоштороп та ебәрҙе: ер эштәрен алып барыусы Рөстәм Хисамовҡа Оҙондар ауылына яҡын йылға йыуған ярҙар билдәләнгән картаның күсермәһен бирергә, беҙҙе телевидение хәбәрендә һүҙ барған зыяратҡа алып барырға ҡушты. Мин тағы ла ваҡытында республика Башлығы менән осрашҡан Фәтих Ғәзизов менән ауыл халҡы һайлап ҡуйған староста Марат Зәйетҡоловты ла алырға кәрәклеген әйттем. Шуны һыҙыҡ өҫтөнә алам: уларҙың береһе менән дә таныш түгелмен, старостаның исем-шәрифен дә килгәс белдем, ғөмүмән, Оҙондарҙа тәү тапҡырмын. (Был юлдарҙы артабанғы хәл-ваҡиғалар өсөн яҙам). Тәүҙә хакимиәт башлығы Рита Фазылова менән һөйләштек.
— Проблеманы баштан уҡ һөйләргә кәрәк. 1995 – 1996 йылдарҙа барлыҡҡа килде ул. Ни өсөн был мәсьәлә ҡалҡып сыҡтымы? Тәбиғәт катаклизмы тип әйтәйекме, Инйәр йылғаһы үҙ ағышын (руслоһын) үҙгәрткән. Тәүҙә ул бәләкәй генә һыу ятҡылығы — тоба булды. Шунан инде һыу ташҡанда ул зыярат, ауыл эргәһе буйынан китте...
Хакимиәт башлығы әйтеүенсә, граждандар сходы йыйылып, зыяратҡа башҡа мәйет ерләмәҫкә кәрәк тигән ҡарар сығарылған булған.
— Беҙ уны архивтан эҙләп ҡараныҡ, тапманыҡ, сөнки 2009 йылда Аҙау һәм Оҙондар силсәүиттәре ҡушылды, күп документтар архивтарға тапшырылған. Шулай ҙа нәҡ ошо йылдарҙа зыяратҡа кешене ерләмәҫкә тигән һүҙ сыҡты. Тағы ла 2012 йылда проблема яңынан күтәрелде. Район хакимиәте башлығының төҙөлөш эштәре буйынса урынбаҫары Фәрит Афзал улы Ғәйнетдинов һөйләүенсә, улар граждандарҙың үтенесе буйынса Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына мөрәжәғәт иткән. Шунан ярҙарҙы нығытыу буйынса проект эшләнгән. Шунан уны тормошҡа ашырыу өсөн аҡса көттөк.
Кисә республика Башлығы аппаратынан да, министрлыҡтарҙан да килеп ҡаранылар, комиссия эшләне...
Инйәр ярҙарҙы ашай...— Телевидение килгәндән һуңмы?
— Телевидениеның килгәнен мин бөтөнләй аңламаным. Район хакимиәте менән һөйләштек, тинеләр. Шулай булһа ла, улар минең менән урынға барырға тейештәр ине. Күрһәтелгәндәрҙе халыҡта ажиотаж тыуҙырыу өсөн эшләнгән дезинформация тиергә була. Беҙ комиссия менән сыҡҡанда бер ниндәй ҙә һөйәктәр тапманыҡ. Бер нәмә лә юҡ. Эйе, тупраҡ ҡатламы убылып төшә бит инде, шулар ята. Ләкин ул биш метрға умырылып төшмәгән. Быйыл һыу бигерәк тиҙ үтте. Шуға ла иң күбе ярты, бер метрға йыуғандыр. Әгәр ҙә биш метрға үтһә, ағас тамырҙары, ағастар ятыр ине. Шуға ла әйтеүҙәре, күрһәтеүҙәре дөрөҫ түгел.
— Ә Фәнүз Шаһиевтың атаһы, фин, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Миңлеғәле Шаһиевтың ҡәберен алып китеүе...
— Шаһиевтарға килгәндә, һеҙ уға бара ла алаһығыҙ, эйе, ҡасандыр ағыҙған, ти. Әйтеүенсә, 2000 йылды йыуған, нәҡ быйыл түгел. Әгәр ҙә шул йылдарҙа хакимиәткә ҡәберҙе күсереү буйынса мөрәжәғәт иткән булһалар, береһе лә кире ҡаҡмаҫ ине. Ләкин бер кем дә мөрәжәғәт итмәне. Ә быйылға килгәндә, халыҡтан бер ниндәй ҙә хәбәр, һорау булманы...
Беҙ мәсьәлә буйынса эшләйбеҙ, проект бар. Комиссия ҡараны, тикшерҙе бит инде, улар Мәскәүгә сығалар. Эш планы төҙөлгән, экспертиза үткән, һуңынан ни эшләргә кәрәклеген көтәсәкбеҙ. Йылғаның әлеге ағышын ябып, Инйәр элекке ярынан китһә, һәйбәт булыр ине. Улай иткәндә ауылды ла һыу баҫмаҫ, ә бит ошо хәүеф тә бар. Беҙ ҡарап сыҡтыҡ, иң яҡын өс ҡәбер яр буйынан 10-15 метр аралыҡта. Уларҙың туғандары бар. Хәбәр итеп, әгәр риза булһалар, беҙ кире ерләү тураһында һүҙ алып барасаҡбыҙ. Яҡын ҡәберлектәр шулар ғына. Башҡа юҡ. Улар әйткән, телевидение күрһәткән бер ниндәй ҙә һөйәк юҡ. Мин, хакимиәт башлығы булараҡ, бөтә ерҙә лә ҡатнашырға тейеш. Ниндәй “ЧП” сыҡмаһын, урындағы хакимиәт башлығы ҡатнашырға тейеш. Ә старос­та — йәмәғәт тарафынан тәҡдим ителгән кеше. Беҙ һәр саҡ йәмәғәтселәр вәкилдәрен саҡырып, улар менән һөйләшеп, бергә эш итәбеҙ...
— Беҙгә урынға барырға ине. Ауыл хакимиәтенән үҙегеҙ бараһығыҙмы, берәй вәкил ебәрәһегеҙме, тағы ауыл халҡы исеменән йөрөгән Фәтих Ғәзизов менән староста Марат Зәйетҡоловты, ветерандың улы Фәнүз Шаһиевты алырға ине. Ике яҡтың да фекерен берҙәй бирер өсөн.
Һөйләшеү диктофонға яҙҙырылғанса, һүҙмә-һүҙ тиерлек бирелде. Тик ҡабатланған урындар ғына алынды. Рита Әсҡәт ҡыҙы хакимиәттән вәкил итеп ер эштәрен алып барыусы, Инйәрҙең картаһын төҙөп, беҙгә күсермәһен биреүсе Рөстәм Йәүҙәт улы Хисамовты ебәрҙе. Беҙҙең килеү тураһында телефондан район хакимиәте башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары Фәрит Афзал улы Ғәйнетдиновҡа хәбәр итте.

Зыяратта

Инйәр ярҙарҙы ашай...Урау юл менән зыярат ауылдан алыҫ ҡына. Мәйетте хөрмәтләп, ауылса күтәреп килеү мөмкин түгел. Әйтеүҙәренсә, элек тураға ла юл булған, хәҙер иһә Инйәр йыуған. Уйлап ҡараһаң, бында бер кемдең дә ғәйебе юҡ. Зыярат тәңгәлендә лә тәүҙә тоба ғына ятҡан, йылға иһә арыраҡ үҙ яры буйлап аҡҡан. Һәр хәлдә, уҙған быуат аҙағына саҡлы. Борсоуға ла уның зыяратҡа яҡынлашыуы түгел, тәүҙә ауыл өйҙәре урынлашҡан ярҙарҙы йыуа башлауы һалған. Иң тәү нәҡ шуның буйынса халыҡ силсәүиткә, район хакимиәтенә мөрәжәғәт иткән.
— Оҙондар ауылында тыуып үҫкәнмен, ошонда йәшәйем. 1994 – 1997 йылдарҙа хакимиәт башлығы ла булып эшләнем, — тип башланы һүҙен Фәтих Ғәзизов. — Шул саҡта уҡ беҙ элекке район хакимиәте башлығы Александр Михайлович Аристовҡа мөрәжәғәт иттек. Инйәр ауыл ярҙарын емерә, тинек. Әлегә зыяраттыҡы ул тиклем ҡурҡыныс түгел ине. Килеп ҡаранылар, яйлап-яйлап эшләй башларбыҙ, тинеләр. Тик Аристов эштән китеп барҙы, унан икенсе, өсөнсө башлыҡ алмашынды. 2012 йылда Ғәбитов район хакимиәте башлығы булып эшкә килде. Беҙ ошо уҡ һорау буйынса уға мөрәжәғәт иттек. Ауыл халҡынан ҡултамғалар йыйҙыҡ. Башҡортостан Президенты исеменә хат яҙҙыҡ. Хакимиәт башлығы Президентҡа сығырға ярҙам итте. Мине 2012 йылдың ноябрендә Ҡырмыҫҡалы районына, Рөстәм Зәки улы граждандарҙы ҡабул иткән урынға ебәрҙеләр. Мин хатты, зыяратты төшөргән фотоларҙы алып барҙым. Хәмитов матур итеп башҡортса һөйләшеп, барыһын аңлатты. Фотоларҙы ҡарап сыҡҡас, был ҡурҡыныс хәл, мотлаҡ ярҙам итәсәкбеҙ, үҙебеҙҙең көс кенә етмәһә, федераль кимәлгә мөрәжәғәт итербеҙ, ләкин был көйөнсә ҡалдырмабыҙ, тине. Ҡайтып, биш көн дә үтмәне, төрлө министрлыҡтарҙан вәкилдәр килде, ярҙарҙы тикшереү башланды...
Ғәзизов әйтеүенсә, йыл һайын Инйәр зыяратҡа табан ярҙы емерә бара. Әле боронғо ҡәберлектәрҙе йыуа. Тағы шуныһын һыҙыҡ өҫтөнә алғы килә: эш һөйәктәрҙең әле яр буйында булыу-булмауында түгел — йылға бынан ике тиҫтә йыл элек ағышын үҙгәртеп, бөгөн зыяраттың да, ауылдың да ярҙарын емерә. Бына бит борсолаһы урын ҡайҙа!
Борон ҡатын-ҡыҙҙы күкрәк, ирҙәрҙе кендек бейеклегенән тәрәнерәккә ерләгәндәр. Хәҙер иһә ҡәберҙәр тағы ла тәрәнерәк ҡаҙыла. Уларҙың урындарын табыр өсөн әллә ни белгес булырға кәрәкмәй, мәйет ерләүҙә ҡатнашҡан һәр кем уны белә. Был осраҡта ярҙың ер ҡатламына иғтибар итеү ҙә етә. Тәбиғи ер балсығы бер төрлө килә-килә лә, ҡәбер урындарында ғына ҡатлам составы үҙгәрә, балсыҡ, өҫкө тупраҡ ҡатнашмаһына әйләнә. Шунан һуң, бында боронғо зыярат булғанмы-юҡмы тип шикләнеүселәргә фин, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Миңлеғәле Шаһиевтың улы Фәнүздең йөрәк әрнеткес һүҙҙәрен еткереү ҙә етә. Ҡайтышлай беҙ уның өйөндә осраштыҡ.
— Атайым 1997 йылда мәрхүм булып ҡалды. Мин үҙем Себерҙә эшләй инем. Ҡайтып өлгөрмәнем, 14 декабрҙә ерләгәндәр, — тип хәтер төйөнөн сисә Фәнүз Миңлеғәле улы. — Ҡәбере ярҙан кәмендә 40 метрҙа ине. Ул саҡта Инйәр унан аҡманы, 10 метр самаһы киңлектәге тоба булды. Тоба аҡманы, яры ныҡ ине. Үлер алдынан атайым: “Мине ошо ерҙә ҡуйығыҙ”, — тип таяҡ ҡаҡҡайны. Васыят итеп ҡалдырып киткәс, шунда ҡуйғандар. Сплавной ваҡытында (һал ағыҙған саҡта) ярҙар ныҡ ине, тростар менән тоттороп, нығытып торҙолар. Яйлап һыу был яҡҡа сыҡты. Һыу китә, тиҙҙән зыяратҡа бара, тип йөрөй башланыҡ. Тоба яры ныҡлы түгел бит инде, ҡомло ине. Тамырлы ағас үҫһә, бер аҙ торор ине, ә унда — ялан ер. Фәнүзә апайымдар атайымдыҡын күсерергә йөрөп ҡараны, Стәрлелә милицияла эшләһә лә килеп сыҡманы: эксгумацияға, башҡа эштәргә күп документтар кәрәк. Былай ғына түгел бит инде ул, ә һыу көтмәй — кәмендә ике метр ярым аралағы ярҙы йыуа. Шунан һуң, һәр береһе үҙенең туғандарының ҡәберен соҡой башлаһа, ни килеп сыға? Элек бит инде таш ҡына ҡуйғандар, улары үлән араһында күренмәй ята...
Оҙондар ауылында 1968 йылдарҙа уҡ яңы зыярат асҡандар. Ләкин кемдең ата-әсәһе, туғандары бында ята, улар ошонда ерләргә ҡушып ҡалдыра. Шуға ла ярҙан өҫкә табан һәр береһе тиерлек кәртәләнеп алынған, тәрбиәле ҡәберлектәр китә.
Ауыл старостаһы Марат Зәйетҡолов элекке зыяраттың урынын күрһәтеп, ҡайҙа тиклем булғанлығы тураһында былай ти:
— Элек бында тоба ине. Әлеге аръяҡтағы таштар ятҡан ерҙән анау йылғаның боролоп аҡҡан ерендәге боролошҡа тиклем туп-тура зыярат ине. Был яҡтарын вис ағас баҫҡан, урман ине. Әле бында, һыу аҡҡан ерҙә, элек ҡәберлектәр ине. Уның ҡасан асылғанын береһе лә белмәй — боронғо зыярат. Беҙҙең ауылда ул икәү: тау башындағыһы 1968 – 1969 йыл­дарҙа асылған. Унда ла, бында ла мәйет ерләйбеҙ. Кешене һин бында ерләмә, тип туғандарына әйтеп булмай, сөнки мәрхүмдең яҡындары ҡырында ятҡыһы килеп, васыят әйтеп ҡалдыра...
Бына шундай һөйләшеү булды зыяратта. Яңы тип аталған яғын да барып ҡараныҡ. Уға тиклем яр менән әле ерләнгәндәрҙең араһында ятҡан ҡәбер урындары ла беленеп тора.
Кире ауыл хакимиәтенә юлланабыҙ. Хакимиәт башлығы Рита Әсғәт ҡыҙы ярҙарҙы нығытыу буйынса проекттың күсермәһен әҙерләп ҡуйырға һүҙ биреп ҡалғайны. Миңә ауыл хакимиәте башлығы Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты, “Башҡортостан Республикаһы дәүләт экспертиза идаралығы” дәүләт автономиялы учреждениеһы раҫлаған “Эксперт һығымта”һының күсермәһен бирҙе. Сентябрь айында проектты Мәскәүҙә “Росводресурс”та (Рәсәй һыу ресурстары) яҡлау планлаштырыла. Әгәр ҙә барыһы ла уңышлы барһа, ярҙарҙы нығытыу эше киләһе йыл яҙ башланасаҡ.


Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе
мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:


– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
“Ватанды һөйөү – имандың бер өлөшө”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мөбәрәк хәҙисендә. Ә тыуған ер төшөнсәһе тәбиғәтте генә түгел, ошонда ғүмер кисергән халыҡтың яҙмышын, урындағы тәрбиәне, әҙәп-әхлаҡты, быуындар бәйләнешен, шул урындың тарихын, бөгөнгөһөн, киләсәген үҙ эсенә ала. Тимәк, Ватанды яратыу уға һоҡланыу, үткәндәге данын иҫкә алып ғорурланыу менән генә сикләнергә тейеш түгел. Ерҙең бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн үҙ өлөшөңдө индерергә бурыслыһың.
Үткәнен белмәгән милләттең киләсәге юҡ, тиҙәр. Ата-бабабыҙҙың тормош рәүешен, тәрбиәһен лайыҡлы дауам итергә тейешбеҙ. Улар Ватанына, боронғоларҙың аманатына, рухына ҡарата шул ҡәҙәр ихтирамлы булған. Хәҡиҡәт шундай: беҙгә ғүмер биргән, урындағы тормош өсөн уңайлыҡтар тыуҙырған, йәшәүҙең күркәм өлгөһөн күрһәтеп ҡалдырған өлкәндәр баһалап бөткөһөҙ ҙур иғтибарға лайыҡ. Уларҙың рухы алдында баш эйергә, хәйер-доғаларҙан өҙмәҫкә бурыслыбыҙ. Шул уҡ ваҡытта ата-бабабыҙҙың һөйәктәре ятҡан ерҙе – зыяратты – тәрбиәләп тоторға тейешбеҙ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр.
Әгәр ҙә инде ҡәберлек тәбиғәт катаклизмы сәбәпле зыян күрә икән, урындағы халыҡ өсөн ҡул ҡаушырып ултырыу бөтөнләй ят. Ниндәйҙер сара күрмәү, өҫтәүенә башҡаларға һылтаныу иһә тағы ла оятыраҡ. Һинең тыуған ереңдә, тимәк, йортоңда башҡарылырға тейеш эшкә кемдер килеп тотонмаҫ бит инде. Өйөндәге тәртип өсөн хужа үҙе яуап бирергә тейеш тә.
Оҙондар ауылы халҡы әлеге мәсьәләне, ҙур яуаплылыҡ тойоп, мәлендә хәл итһә, һуҙмаһа, ваҡиға ҙурға ла китмәҫ ине. Инйәрҙең ярын нығытыу, һөйәктәрҙе икенсе урынға күмеү – уларҙың үткән быуын алдындағы изге бурысы.
Ата-бабабыҙҙың рухын рәнйетмәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Тарихҡа, тамырҙарыбыҙға ҡарата ихтирам-хөрмәт күрһәтһәк, төйәгебеҙҙе хәстәрлектән айырмаһаҡ, унда ныҡлы тәртип булдырһаҡ, киләсәгебеҙ яҡты, күңелдәребеҙ тыныс, тормошобоҙ бәрәкәтле булыр, иншаллаһ.


“2012 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.З. Хәмитовтың ҡушыуы буйынса республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы проект-смета документтарын әҙерләп, 2013 йылдың декабрендә Архангел районының Оҙондар ауылы эргәһендә Инйәр йылғаһы үҙәнен турайтыу һәм ярын нығытыу эштәре буйынса дәүләт экспертизаһының ыңғай һығымтаһы алынды.
Тәбиғи гидрология режимын тергеҙеү, эрозия процестарын тотороҡландырыу, һыу баҫыуҙың кире эҙемтәләрен бөтөрөү маҡсатында проектта йылғаның ярын нығытыу саралары ҡаралды. Ул Инйәр йылғаһы үҙәнен (1280 метр арауыҡты) турайтыуҙы, иҫке үҙәнде күмеүҙе; ҡәберлек эргәһендәге биләмәне, Оҙондар ауылы янындағы ярҙы (960 метр арауыҡты) нығытыуҙы; оҙонлоғо 705 метрлыҡ дамба төҙөүҙе һәм контроль-үлсәү ҡулайламалары ҡуйыуҙы үҙ эсенә алды.
Был саралар республиканың Бюджет инвестициялары буйынса эксперт советында тикшерелеп, федераль ҡаҙнанан аҡса бүлеү мәсьәләһен хәл итеү хаҡында ҡарар ҡабул ителде.
Әле Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы Федераль һыу ресурстары агентлығының 2017 йылға һәм 2018, 2019 йылдарҙың план осорона бюджет проекттарын яҡлау өсөн документтар әҙерләү йәһәтенән эш алып бара. Кама бассейны һыу идаралығынан да ыңғай һығымта алынды.
Быйыл 6 июлдә Архангел районының Оҙондар ауылына барып Инйәр йылғаһы яры тикшерелде. Тейешле сараларҙы тормошҡа ашырыу зарурлығы раҫланды. Яр буйында кеше һөйәктәре табылмаған”.

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 481

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873