Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бюджет үтәлеше
Башҡортостандың Финанс министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл 1 июлгә республиканың йыйылма бюджеты үтәлеше килемдәр буйынса 90 776,1 миллион һум йәки былтырғы ошо уҡ осорға ҡарата 109,7 процент тәшкил иткән.

73 877,0 миллион һумлыҡ һалым һәм һалым булмаған килемдәр былтырғы йылдың ошо уҡ осорондағы керемдәр менән сағыштырғанда 8 293,3 миллион һумға йәки 12,6 процентҡа артҡан. Килемдең төп сығанаҡтары — физик берәмектәрҙең килеменә һалым 21 316,7 миллион һум (һалым һәм һалым булмаған килемдәрҙең дөйөм күләменең 28,9 проценты), ойошмалар табышына һалым — 20 727,7 миллион һум (28,1 процент), акциздар — 9 193,5 миллион һум (12,4 процент), мөлкәткә һалым — 7 530,4 миллион һум (10,2 процент), дөйөм килемгә һалым — 3 540,3 миллион һум (4,8 процент), ойошмалар табышына һалым былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 2 804,3 миллион һумға йәки 15,6 процентҡа, акциздар — 1 716,0 миллион һумға йәки 22,9 процентҡа, физик берәмектәрҙең килеменә һалым — 1 367,9 миллион һумға йәки 6,9 процентҡа, мөлкәткә һалым — 308,9 миллион һумға йәки 4,3 процентҡа, дөйөм килемгә һалым 190,6 миллион һумға йәки 5,7 процентҡа артҡан.
Дәүләт һәм муниципаль милектәге мөлкәтте файҙаланыуҙан алынған килем 7 592,3 миллион һум (һалым һәм һалым булмаған килемдәр күләменең 10,3 процентын) тәшкил иткән, 2015 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 2 115,6 миллион һумға йәки 1,4 тапҡырға артҡан.
Кире ҡайтарылмай торған керемдәр 16 899,1 миллион һумға йәки килем күләменең 18,6 процентына еткән. Былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 252,1 миллион һумға йәки 1,5 процентҡа кәмегән.
Быйыл ғинуар – июнь айҙарында Башҡортостандың йыйылма бюджеты сығымдары 81 917,1 миллион һум күләмендә финансланған, былтырғы кимәлгә ҡарата 3,4 процентҡа үҫеш күҙәтелә. Сығымдарҙың тармаҡ структураһында социаль өлкә ҙур урын биләй. Бөтә сығымдарҙың 77,3 проценты йәки 63 311,5 миллион һум тап ошо тармаҡҡа тура килә. Бюджет, автономиялы учреждениеларға һәм башҡа ойош­маларға субсидиялар 41 961,7 миллион һум йәки дөйөм сығым күләменең 51,2 процентын, эшләмәгән халыҡтың медицина страховкаһына, Федераль һәм Территориаль мотлаҡ медицина страховкаһы фондтары бюджеттарына, шулай уҡ эшһеҙ граждандарға ваҡытынан алда пенсия тәғәйенләүгә бәйле сығымдарҙы ҡаплау йәһәтенән Рәсәй Пенсия фонды ҡаҙнаһына бюджет-ара трансферттар — 10 012,2 миллион һум йәки 12,2 процент, халыҡҡа социаль трансферттар (пособиелар, пенсияларға өҫтәмәләр, башҡа социаль түләүҙәр) — 11 110,9 миллион һум йәки 13,6 процент тәшкил иткән. Капиталь һалыуҙы һәм юл хужалығын финанслауға 8 032,9 миллион һум йәки дөйөм сығым күләменең 9,8 проценты йүнәлтелгән. Республиканың йыйылма бюджетындағы барлыҡ сығымдың 86,8 проценты үрҙә әйтелгән йүнәлештәргә тура килә.
Быйылғы йылдың ғинуар—июнендә Башҡортостан бюджеты килемдәр буйынса 75 802,9 миллион һум күләмендә (былтырғы ошо уҡ кимәлгә ҡарата 12,4 процентҡа үҫеш), сығымдар буйынса 68 249,1 миллион һум күләмендә (6,1 процентҡа үҫеш) үтәлгән.
1 июлгә ҡарата урындағы (муниципаль райондар, ҡала округтары, ауыл һәм ҡала биләмәләре) бюджеттары килеме 39 964,0 миллион һум күләмендә йәки 2015 йылдың тейешле осорона ҡарата 104,5 процентҡа үтәлгән. 15 434,9 миллион һумлыҡ һалым һәм һалым булмаған килемдәр былтырғы йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 1,9 процентҡа кәмегән. Муниципаль район бюджеттарына 7 508,0 миллион һум, ҡала округтары ҡаҙнаһына 7 926,9 миллион һум индерелгән. Был йыллыҡ планға ҡарата (үтәлештең иҫәпләү нормаһы 50 процент тип алғанда) 49,9 һәм 46,9 процент тәшкил итә. 1 июлгә урындағы бюджеттарҙың сығымы 38 658,8 миллион һум булған. Был былтырғы йылдың тейешле осоро менән сағыштырғанда 2,2 процентҡа юғарыраҡ.

Р. ИБРАҺИМОВ.



Яңы фатир һәм яңы тормош асҡыстары

Мәсетле районында быйыл һигеҙ етем баланы йортло итәсәктәр. Бының өсөн ете миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.


Кесе Ыҡтамаҡ ауылында тиҙҙән ике фатирлы йорт төҙөлөшө тамамланһа, Оло Ыҡтамаҡ ауылында ла күп фатирлы торлаҡ һалына башлаған. Бында дүрт етем бала торлаҡ аласаҡ. Фатирҙарҙа йәшәү өсөн бөтөн шарттар һәм уңайлыҡтар булдырыласаҡ.

Һөт иле булып ҡалабыҙ

Рәсәйҙә һөт етештереүсе крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һаны
буйынса Башҡортостан тәүге ун төбәк исемлегендә беренсе
урында килә.


Бөгөн республикала һөтсөлөк менән өс меңдән ашыу крәҫтиән (фермер) хужалығы шөғөлләнә. Был исемлеккә Саха (Яҡут), Дағстан, Ҡабарҙа-Балҡар, Татарстан республикалары, Ырымбур, Мәскәү өлкәләре һәм Алтай крайы ингән.

Л. АЙҘАРОВА.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә