Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Балаң алдындағы бурысыңды түләнеңме?
Балаң алдындағы бурысыңды түләнеңме? Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Зариф Байғусҡаровҡа халыҡтан мөрәжәғәттәр йыш килә. Уларҙың күпселеге алимент мәсьәләһенә ҡағыла. “Башҡортостан” гәзите менән дә
Зариф Закир улы әүҙем хеҙмәттәшлек итә, шуға ла беҙҙең почтаға гәзит уҡыусылар һорауҙарын даими ебәрә. Бөгөн уларға Башҡортостандың баш суд приставы яуап бирә.



– Ирем менән күптән айырылыштыҡ. Бер нисә йыл элек ул алимент түләмәй башланы, балалар алдында ярайһы уҡ ҙур күләмдә бурысы барлыҡҡа килде. Элек уны закон алдындағы яуаплылыҡ ҡурҡыта ине, ә хәҙер был яуаплылыҡты алырға итәләр тигән хәбәр ишетелде. Ошо ысынбарлыҡҡа тап киләме, балалар алимент аҡсаһын күрерме?

МИЛӘҮШӘ Н.
Учалы ҡалаһы.


– Алимент түләмәүселәргә ҡарата яуаплылыҡ буласаҡ. Һеҙ Рәсәйҙең Енәйәт кодексына индерелгән үҙгәрештәр тураһында ишет­кәнһегеҙҙер. Был үҙгәрештәр, киреһенсә, алимент түләмәүселәргә ҡарата яуаплылыҡты көсәйтә. Яңы үҙгәрештәргә ярашлы, ике айҙан ашыу алимент түләмәгән ата-әсәгә тәүҙә штраф һалалар. Ул артабан да бурысын түләмәй икән, йәнә ике айҙан хоҡуҡ һаҡлау органдары уны эҙәрлекләй башлаясаҡ. Был осраҡта уны мәжбүри рәүештә холоҡ төҙәтеү эштәренә йәки өс айҙан бер йылғаса иркенән мәхрүм итергә була.
Йыл башынан республикала 157-се статья буйынса меңдән ашыу кеше яуаплылыҡҡа тарттырылды. Шуға артыҡ борсолмағыҙ, элекке ирегеҙгә алимент бурысын ҡайтарырға тура киләсәк.

– Беренсе никахында тыуған балаһына ирем алиментты ваҡы­тында түләмәгән, бурыс барлыҡҡа килде. Хәҙер уның водитель таныт­маһын тартып алыуҙары ихтимал. Был осраҡта ғаиләбеҙ йәшәү сыға­нағынан мәхрүм ҡаласаҡ, сөнки ирем таксист булып эшләй. Беҙгә нимә эшләргә?

ӘЛИӘ С.
Мәләүез ҡалаһы.


– Эйе, был – йыш ҡулланылған сара. Бурыс йыйылған хәлдә, водитель танытмаһын тартып уҡ алмаһалар ҙа, автомобиль, трактор һәм башҡа ауыл хужалығы транспортын файҙаланырға рөхсәт ителмәй. Әммә һеҙҙең осраҡта хәл башҡасараҡ. Әгәр алимент түләмәүсенең водитель таныҡлығы эше менән бәйле икән, уға был яза ҡулланылмай. Алиментты артабан уның эш хаҡынан тотоп барасаҡтар.
Башҡа осраҡтарҙа, әгәр водитель иҫкәрмәне иҫәпкә алмай рулгә ултырһа, уға штраф һалынасаҡ һәм водитель танытмаһын бер йылға тиклем сикләйәсәктәр, йә ул мәжбүри эшкә ебәреләсәк.

– Ҡыҙым айырылышҡандан һуң балаһын бер үҙе тәрбиәләй. Элекке кейәү егете шунда уҡ ҡойроғон һыртҡа һалды. Ҡыҙым алимент юллап судҡа бирҙе. Артабан нишләргә?

АЛЬБИНА С.
Туймазы районы.


– Алимент түләүҙән баш тартҡан ата-әсәне эҙләгәнсе, балаға ай һайын 400 һум күләмендәге пособиены алырға була. Бының өсөн ҡыҙығыҙға суд приставынан тәғәйен белешмәне алып, районығыҙҙың социаль тәьмин итеү бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Алимент түләмәгән кешене эҙләү бер йыл эсендә һөҙөмтә бирмәһә, эшегеҙҙе алып барған суд приставынан ошо хаҡта белешмә алып, йәнә судҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Судтың ыңғай ҡарары менән тағы ла социаль тәьмин итеү бүлегенә киләһегеҙ. Был осраҡта балаға тейешле пособие ҡараусыһыҙ ҡалыу буйынса пенсияға тиңләнә. Түләүҙәр хәбәр-хәтерһеҙ юғалған ата-әсәнең страховка стажынан һанала һәм һигеҙ мең һумғаса етеүе ихтимал. Артабан, әгәр “кәкүк” атай табылһа, дәүләт иҫәбенә түләнгән аҡса унан тулыһынса кире ҡайтарып алынасаҡ, алиментты ла ул үҙе түләйәсәк.

Лилиә НУРЕТДИНОВА яҙып алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә