Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Үҙеңде биш йыл эшләгән оҫта кеүек тот!”
Сәс алыу, сәс киҫеү... Тәү ҡарауға ябай ғына шөғөл кеүек күренһә лә, әүәл-әүәлдән, бигерәк тә ауыл ерлегендә, ҙур мәсьәлә булып тора ул. Күршелә йәшәгән малайҙың атаһы ул бәләкәй саҡта уҡ вафат булғайны. Әсәһе йыш ҡына, малайҙың сәсе етте, зинһар, алып ҡына ебәр инде, тип беҙгә инә. Атайыбыҙ уның башын тап-таҡыр итеп ҡырып ала. Әммә үҫә төшкәс, әлеге “прическа” уны ла, беҙҙе лә һис кенә лә үҙһендермәй башланы.

Эх, кинолағы ҡала малайҙары һымаҡ матур прическа менән йөрөһәң икән! Шуға ла унынсы класты тамамлап, Өфөгә килгәс, иң тәүҙә парикмахерскийға инеп, күптәнге хыялымды тормошҡа ашырып, ҡала урамында ҡыуанысым эскә һыймай йөрөгән мәл бөгөнгөләй хәтеремдә. Әле лә ауылға ҡайтҡан арала, ҡустым, сәс етте бит әле, тип үтенесен белдереүселәр осрап тора. Был шөғөл үҙемә электән оҡшағанға күрә, уларҙы кире ҡаҡмайым. Әммә ни тиклем генә тырышһам да, барыбер ҡалалағы кеүек тип-тигеҙ килеп сыҡмай ҙа ҡуя. Яңыраҡ Өфөлә бер танышымды осратҡас, ҡара әле, ниңә миңә парикмахер һөнәренә уҡымаҫҡа әле тигән уй тыуҙы. Бәлки...
Гөлнур ун беренсе кластан һуң тарих факультетына бара, әммә конкурстан үтә алмай. Түләүле бүлеккә инергә тәҡдим иткәс, үҙе лә, ата-әсәһе лә ҡыуа­нып ризалаша. Бик тә студент булғыһы килә уның. Заманында үҙҙәре уҡый алмағас, ата-әсәһе лә ҡыҙҙарының вузға инеүен бик теләй. Әлбиттә, түләп уҡыу еңел­дән түгел. Ата-әсәһе биш йыл буйы тапҡан-таянғанын ҡырып-һепереп тигәндәй, кәрәк икән, мал-тыуарын, картуфын һатып, ҡыҙҙарына ебәреп тора. Ярай, бер уҡып алһа, артабан үҙенә еңел булыр, аҡсаға мохтажлыҡ кисермәҫ, таҙа, еңел эштә йөрөр, тип йыуата улар үҙҙәрен.
Үҙ һөнәре буйынса дүрт кенә ай эшләй ул. Ә көндәрҙең береһендә, бар эшкә лә ризамын, бары аҡсаһы ғына булһын, тигән уй менән хеҙмәт биржаһына юл тота. “Парикмахерҙар курсына кешеләр йыябыҙ, ике-өс айҙа бы­на тигән һөнәргә эйә була­саҡһың”, — тиҙәр унда ҡыҙға...
Бына икенсе йыл Гөлнур парикмахер булып эшләй. Бөтә ерҙә лә кәрәкле һөнәр алыуына ҡыуа­нып бөтә алмай хәҙер. Үҙенә лә оҡшай был шөғөл. Ял көндәрендә лә, буш ваҡытында ла тик ултырғаны юҡ. Хатта ауылға ҡайтҡанын да көтөп торалар. Халыҡ әйтмешләй, аҡмаһа ла тамып тора. Серегән бай булмаһа ла, аҡсаһы фатирға түләүгә, ашап-эсеүгә, йәне теләгән әйберҙе алып кейергә етә.
...Гөлнур менән осрашыуҙан һуң миндә лә ошо һөнәрҙе үҙләштереү теләге нығынды. Көндәрҙең береһендә ул уҡыған “Фигаро” сәс алыу оҫталығы үҙәгенә шылтыратып, үҙемдең ниәтемде белдерҙем.
– Өйрәнерһең! – тип әйтеүҙәре шик-шөбһәле һорауҙарыма ышаныс уятты. – Беҙгә төрлө йәштәге кешеләр килә, ҡайһылары юғары уҡыу йортон тамамлап, инженер булып эшләгән, ҡыҫҡартыуға эләккән. Икенселәре уҡып сыға ла йәһәт кенә үҙенең эшен аса. Беҙҙә уҡығандарға көрсөк юҡ.
Мин ир-егеттәрҙең сәсен алыу оҫтаһы буйынса уҡырға телә­гемде әйтәм. Бер айҙа бына тигән мастер булып сығасаҡһың тип, шәхсән Римма Сәғит ҡыҙы Бәшәроваға беркеттеләр.
Уның:
– Һаумыһығыҙ! – тип саф башҡортса иҫәнләшеп һүҙ башлауы йәнә күңелемдәге икеле-микеле һорауҙарҙы ҡыуғандай булды.
Бығаса, парикмахерскийҙарҙа беҙҙең башҡорттар юҡмы икән, тип уйлай инем. Римма Сәғит ҡыҙы хатта райондашым да булып сыҡты – Ғафури районының Оло Үтәш ауылынан. Тәүҙә медицина университетына ингән ҡыҙ, моргта тәү тапҡыр мәйетте күргәс, аңын юғалта. Башҡаса Римма уҡырға бармай. Парик­махерҙар курсында белем алып, бына 28 йыл ошо тармаҡты “яулай”.
Эш бүлмәһендәге стенала тиҫтәләгән почет грамоталары Римма Сәғит ҡыҙының хеҙмәте хаҡында һөйләй. Ана, тегенеһе ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялаловтың Рәхмәт хаты. Бөгөн Римма – 5-се разрядлы парикмахер.
– Бөгөн-иртәгә минең эшлә­гәнде ҡарап торорһоң да унан үҙең киҫә башларһың, – ти ул миңә.
– Үҙем?!
– Эйе, эйе! Кешене күҙәтеп тороп өйрәнеп булмай.
Бүлмәлә өс-дүрт парикмахер эшләй. Шулай ҙа сәс киҫтерергә теләүселәрҙең күпселегенең Римма Сәғит ҡыҙына төбәп килеүе аптыратты. Барыһы ла уның исемен белеп тора. Күптәнге танышы кеүек, хәлен, кәйефен һораша­лар. Римма ла улар менән яғымлы иҫәнләшеп, бер аҙ көтөп торорға ҡуша.
Бына администратор ҡыҙ урта йәштәрҙәге ирҙе алып керҙе. Баҡһаң, танышы уға Римма Сәғит ҡыҙына барырға ҡушҡан.
– Һеҙгә “полубокс” прическаһы килешәсәк! – тип, машинкаһын алып эшкә тотондо ханым.
Ысынлап та, бер нисә минуттан теге ир бөтөнләй башҡа ҡиәфәттә ине.
– Ҙур рәхмәт! – тип ҡыуанып сығып китте ул.
– Тағы ла килегеҙ, көтөп ҡалабыҙ! – Римма Сәғит ҡыҙы уны йылмайып оҙатты.
Бер аҙҙан тағы бер егет пәйҙә булды. Сәсен “площадка”ға киҫ­теререгә ниәтләп килгән. Баҡһаң, иң ҡатмарлы һаналған прическаны бында Римма Сәғит ҡыҙы ғына эшләй икән.
Ул бушаған арала һөйләшеп алабыҙ. Бығаса минең, мәҫәлән, тәғәйен генә сәс киҫкән оҫтам булманы. Ә күптәр гел берәүгә генә йөрөй икән. Араларында Благовещендан, Иглиндан килгәндәр ҙә бар. Ҡайһылары эшҡыуар, икенселәре башҡа вазифалы урындарҙы биләй.
– Парикмахерға ихлас булыу мөһим. Кеше сәс киҫтереп кенә түгел, матурланып, кәйефе күтәрелеп сығырға тейеш, – тип үҙ эшенең нескәлектәре менән уртаҡлаша уҡытыусым. – Йәнә һәр ваҡыт үҙеңдең өҫ-башыңды ҡарап, матур прическала йөрөргә кәрәк.
Римма Сәғит ҡыҙы бында уҡырға килеүемде хуплай.
– Шәп иткәнһең, – ти. – Яҡшы һөнәр ул! Бер ваҡытта ла аҡсаһыҙ ултырмаҫһың. Күптән түгел Нуриман районынан башҡорт егете уҡып сыҡты ла әле үҙенең парикмахерскийын асҡан. Мин, мәҫәлән, үҙем һис буш ултырғаным юҡ. Ҡайһы ваҡытта клиенттарҙың өйҙәренә барырға тура килә. Кистәрен һуңға ҡалып та кителә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, эшем оҡшай. Ауылға ҡунаҡҡа барһам да мине көтөп торалар. Шуға күрә кәрәкле эш ҡоралдарын гел бергә алып йөрөргә тырышам.
Ҡыҫҡаһы, бер ай уҡыу өсөн 14 мең һум түләнем, йәнә профессионалдар өсөн махсус ҡайсылар, машинка алдым. Ба­рыһы һигеҙ мең самаһы булды.
Бына өсөнсө көн етте. Был көндә хаҡлы ялдағыларҙы арзан хаҡҡа киҫәләр икән. Күп тә үтмәй бер ағай килеп инде. Тәртип буйынса унан сәсен нисек киҫтерергә теләүе хаҡында һорашырға тейешмен.
– Модельный! – ти.
– Хәҙер түбә сәсенән бер шәлкем билдәләп ал да маңлайға ҡәҙәр шуның буйынса киҫ. Артабан сикәһен, соңҡаһын...
Ҡурҡа-ҡурҡа эшкә тотонам. Элекке кеүек тигеҙ килеп сыҡмаһа?
– Ана шулай, матур килеп сыға! Булдыраһың да инде! – Римма Сәғит ҡыҙы дәртләндереп торғас, мин ҡыйыулана төштөм. Бер аҙҙан сәсте киҫеп бөтөп, ҡолаҡ артын, елкәне тигеҙләйем.
Етәксем килеп, эшемде тикшерә.
– Бөтә урын шыма ғына булырға тейеш, – тип, аҙ-маҙ күренеп торған “баҫҡыстарҙы” тигеҙләп ҡуйҙы.
Клиентым көҙгөгә ҡарап, матур булды, йәшәреп киттем, тип рәхмәт әйтеп сығып киткәс, күңелдә үҙемә ҡарата ышаныс тойғолары уянды.
Шулай көндәр дауам итте. Әкренләп оҫтара ла башланым шикелле. Хәҙер инде “бокс”, “полубокс”, “модельный”, “молодежный”, “теннис” кеүек прическалар барлығын, уларҙы киҫеү алымын өйрәндем. Римма Сәғит ҡыҙы әллә күңеле булһын типме, әллә ысынмы, мине маҡтап-маҡтап ала.
– Һинеке бында эшләгән ҡайһы берәүҙәрҙекенән дә матурыраҡ килеп сыға. Иң мөһиме – һөнәреңде яратырға, күңелеңде һалып башҡарырға кәрәк.
Йыш ҡына үҙемә урамға сығып, түләүһеҙ сәс киҫтереү өсөн кешеләр эҙләп алырға тура килде. Башлыса ябайыраҡ, сәсе еткәнерәктәргә мөрәжәғәт итәм. Әҙәм балаһы ҡыҙыҡ бит ул: һинең үтенесеңде ишетеүгә, бәғзеләре сәсе-башы ялбырап йөрөһә лә, әллә кем булып китә.
– Юҡ, – тип эре генә ҡырт киҫте берәүһе. – Өйрәнсектәрҙән сәс киҫтереп яулыҡ ябынып йөрөйһө юҡ.
Бер мәл Өфө сәнғәт акаде­мияһында уҡыған танышымды саҡырҙым. Римма Сәғит ҡыҙы:
– Был егеттең сәсе ҡаты, уға “теннис” килешәсәк, – тине. ­– Тәүҙә сикәһен, соңҡаһын “өслө” өҫтәмәһе (насадка) менән киҫ. Унан түбә сәсен ҡайсы менән ал, аҙаҡтан йоҡартырһың!
Был юлы ла эшем көйлө генә килеп сыҡты. Шулай ҙа Римма Сәғит ҡыҙына ҡарайым да уның кеүек булдыра алмаҫмын кеүек тойола. Ана бит, ҡулында ҡайсы ла, машинка ла уйнап ҡына тора. Уйҙарымды үҙенә әйтәм.
– Тәжрибә эшләй-эшләй туп­лана. Тәүҙә минең дә бик шәп килеп сыҡмай ине. Хатта тәүге сәс киҫеүем бөгөнгөләй хәтерҙә. Красноусол ауылында булды. Уҡытыусым Зоя Ивановнаға рәхмәт инде, – ти ул.
Парикмахерский янындағы “Байрам” магазины алдында емеш-еләк һатҡан егеттәрҙең, ағайҙарҙың сәсен киҫеп бөттөм. Әлбиттә, ҡыуанып, рәхмәт әйтте­ләр. Күренеп тора: йәйге мәлдә барыһы ла аҙмы-күпме аҡса эшләү теләге менән килгән. Сәс киҫтереп, 200 – 300 һум аҡсаны кеҫәлә ҡалдырыу форсаты һәр ваҡыт тәтемәй шул.
Бер ай һиҙелмәйсә үтте лә китте. Күп кешеләр менән осрашырға тура килде. Бәғзеләр, бушлай сәс киҫкән өсөн бөгөнгө заманда ла түләүһеҙ хеҙмәт булыр икән, тип ғәжәпләнеп, рәхмәт әйтеп сығып китһә, араларында мыжып, тегеләй ит, былай киҫ тип ризаһыҙлыҡ белдереүселәр ҙә табылды.
Аҙаҡҡы көн. Ҡулға махсус белем алыуым хаҡында танытма тапшырҙылар. Хушлашҡанда Римма Сәғит ҡыҙы үҙенең кәңәштәрен бирҙе:
– Минән булмай тигән уй башыңа ла инмәһен! Бер кем дә тик торғандан оҫта булып тыумай. Үҙеңде биш йыл эшләгән кеүек хис ит, ышаныслы тот.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Ғәли
    Ғәли от 22.07.2016, 15:59
    Парикмахерҙар тураһында мәҡәләләр төрлө баҫмала сыҡҡылап тора. Тик Венерҙың был мәҡәләһе кеүек мауыҡтырғыс,рәхәтләнеп,онотолоп уҡырлыҡ,парикмахер һөнәренең аҡсалы,кәрәкле эш булыуын ышандырырлыҡ итеп яҙылғанын,оҙон ғүмер кисергән кеше булһам да, күрергә тура килмәне.Мәҡәлә шәп!Ысынлап та, парикмахерҙар Освенцим концлагерында ла әллә ни асыҡмаған бит ! Әсирҙәр сәс киҫеүселәргә үҙ паегы (аҙығы) менән түләгән.Сәс киҫеүселәр концлагерҙа ла эшһеҙ ултырмаған ! Парикмахер , медсестра һөнәре иң кәрәклеләрҙән һанала шул инде.

  2. Ғайса
    Ғайса от 26.07.2016, 01:11
    Матур яҙылған! Ошондай һөнәри йүнәлеш биргән мәҡәләләр гәзитте байыта ла инде. Тағы ла ошондай әйберҙәр күберәк баҫылһын ине.






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872