Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡамсы бәхетле итә алһа икән...
Ҡамсы бәхетле итә алһа икән...Әхирәтем күптән иркенерәк фатир эҙләй. Тик гел был мәсьәлә төрлө сәбәптәр арҡаһында тотҡарланып ҡала. Сираттағы фатирҙы барып күрергә мине саҡырҙы ул.


— Сәйер генә ҡатын, әйҙә, бергә барып күрәйек, – тип илауланы телефондан. Һөйләштек, барҙыҡ. Утыҙ йәштәр тирәһендәге мөләйем ҡатын ишек асты. Түргә әйҙүкләне.
— Ҡыҙҙар, әле генә сәйем ҡайнап сыҡ­ты, Ҡаҙағстан күстәнәстәренән ауыҙ итеп алайыҡ, – тип аш бүлмәһенә саҡыр­ҙы. Фатир иркен, яңы ғына ремонт эшләнгән.
— Уны ниңә һатаһығыҙ? – тип һорайым.
— Ирем менән айырылыштыҡ, мөлкәтте бүлешәбеҙ. Үҙем Ҡаҙағстан яҡтарына сығып китермен, моғайын. Унда торлаҡ осһоҙораҡ, йәшәү шарттары ла икенсе.
— Ҡаҙағстанға шуға барғайнығыҙмы?
— Изге ерҙәрҙе күреп ҡайтыр өсөн инде. Кейәүгә сыҡҡаныма ун биш йыл булып китте — балабыҙ юҡ. Табиптарға йөрөү һөҙөмтә бирмәне. Бер әбейгә эс һылатырға барғайным, дауалары килеште. Тик ауырға ҡалыр алдынан тәүҙә Башҡортостандағы, унан Ҡаҙағстандағы изге урындарҙы йөрөп сығырға кәрәк, тине.
— Ҡалай ҡыҙыҡ! Кем менән юлға сыҡтығыҙ һуң ҡурҡмай?
— Ҡурҡыныс түгел, ҡыҙҙар. Дауаланғандарҙан төркөм төҙөп, ойошма үҙе ебәрә бит ул. Ашау, йәшәү өсөн түләйһең дә, ойошторалар. Иман юлына баҫҡан һәр кем улар аша дауалана һәм изге урындарҙа йөрөп ҡайта ала.
— Теге әбейҙе нисек табырға була? Мин дә күренер инем уға, – тине әхирәтем.
— Әллә, һине ҡабул итерме икән? Икенсе барғанда һорармын әле. Уның дауалау ысулдары күп ул. Хатта боронғо ата-бабалар һымаҡ дауалай.
— Шулайҙыр шул, ҡан ебәреү тиң тағы, – тип ышанмаусанлыҡ белдерәм.
— Ҡан ебәреү үк булмаһа ла, ҡамсылау хәтәр ярҙам итә. Кеше иман юлына баҫмаһа, уға шайтандар эйәләшә, ти. Шулар арҡаһында кеше ауырыуға һабыша, эскелек, наркомания, тән ауырлығы артыуы һәм башҡа сирҙәргә дусар була, – тип хужабикә кәнфит-хәлүәләрен алдыбыҙға этә биреберәк ҡуйҙы. Ә миндә был һөйләшеү ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Әңгәмәсебеҙҙең теле асылғас, һорауҙарҙы яуҙырҙыҡ ҡына. Уны-быны уйламай, Айгөл ихлас һөйләнде.
Ҡаҙаҡ далаларына уның икенсегә барыуы икән. Бары “ер менән күк осрашҡан урында” ғына ул “донъя асылын аңлай” алған. Тап ошонда ғүмер буйы түлһеҙ­лектә ғәйепләгән, үҙен ниндәйҙер сиктәрҙә тотҡан (хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләгән) тормош иптәшенән ваз кискән. Иң ҡурҡынысы – бер нисә йыл элек автоһәләкәттә ғүмерҙәре өҙөлгән ата-әсәһенең йәндәре менән һөйләшкән. Улар, имеш, ҡыҙҙарына: “Ниһайәт, дөрөҫ юлға баҫтың, ризалығыбыҙҙы бирәбеҙ, айырыл, беҙгә яҡыныраҡ күсеп кил”, — тип кәңәш биргән!
Артабан Айгөл һөйләгән хәбәрҙәрҙән сәстәр үрә торҙо.
– Бала табам тиһең, үҙең иреңдән айырылғанһың. Икенсе кешегә сыға­һыңмы? – тип һораным, түҙмәйенсә. Яуапты алдан күҙаллай инем инде.
— Атай-әсәйем менән аралашҡанда, улар беҙҙең төркөмдә барған егеткә төртөп күрһәтте. Шуның менән ғаилә ҡорасаҡбыҙ. Никахҡа әҙерләнәбеҙ, – тине Айгөл. Быларҙың барыһын да ишеткәс, теге дауалаусы әбейҙе үҙ күҙҙәрем менән барып күргем килде. Ләкин бер нисә көндән Айгөл шылтыратып, “имсе”нең мине лә, әхирәтемде лә ҡабул итә алмаясағын белдерҙе.
Шул уҡ аҙнала ҡатын ашығыс рәүештә фатирын һатып, ситкә сығып та китте. Телефоны яуап бирмәй. Яҡын туғандары булмаған йәш ҡатын ҡаҙаҡ далаларында мәңгелеккә юғалмаһа ярар ине лә...
Сектаға эләккән кешеләрҙе күргән дә, аралашҡан да бар. Улар гипноз тәьҫирендә йөрөгән һымаҡ тойғо ҡала. Үҙҙәрен бер ҡасан да “мин сектала” тимәйҙәр, ойошмаһына тоғролоҡ һаҡлайҙар. Тәүге көндән үк ошо йәшәү рәүешен дөрөҫ, ә лидерҙарының һүҙен закон тип ҡабул итә башлайҙар.
Ғөмүмән, сектаға эләгеүе ҡыйынмы? Юҡ. Әлбиттә, улар үҙ селтәренә аңҡы-тиңке килеп йөрөгәндәр араһынан аҙ-маҙ мөлкәте булғандарҙы йәлеп итергә тырыша. Тап үрҙә һөйләнелгән Айгөл ишеләрҙе. Ире менән айырылышҡан, фатир аҡсаһы шәхси иҫәбенә ятасаҡ, нимә ҡушалар, шуны эшләргә әҙер...
Бынан бер нисә йыл элек секталар асыҡтан-асыҡ эш итә ине, хәҙер Интернет селтәре аша эшмәкәрлек алып баралар. Баш ҡала урамдарында ла төрлө китап таратыусылар кәмемәй. “Кесе хаж”, “Церковь Христа”, “Ғүмер ағасы”, “Ожмах ҡапҡалары”, “Иегов шаһиттары” һәм башҡалар тураһында күптәрегеҙҙең ишеткәне йә күргәне барҙыр. Беҙҙең халыҡтың холҡо шулайыраҡ бит: тотоп ҡарамаһа, ышанмай. Үҙебеҙ килеп терәлмәһәк, секталарҙың беҙҙең арала эшмәкәрлеген йәйелдергәнен күрмәйбеҙ ҙә шикелле. Уларҙың йәмғиәткә ҡурҡынысы нимәлә һуң?
Секта тип идеологияһы, йәшәү рәүеше менән йәмғиәттән айырылған дини һәм дини булмаған ойошманы атайҙар. Әйткәндәй, бынан ун йыл самаһы элек эшләгәндәре бары тик дини ҡараштар менән айырылып торһа, бөгөн аҡса һуғыуға ҡоролғандары ла етәрлек. Мәҫәлән, белгестәр ҡайһы бер селтәрле маркетинг ойошмаларын да сектаға тиңләй башланы, сөнки күберәк аҡса эшләү теләге менән янғандар, бурысҡа батып булһа ла, уларҙың продукцияһын һатып ала. Алдаҡ һүҙҙәргә ышанып, мөлкәттәрен һатып, селтәргә инеүселәр аҙмы ни? Әммә ярты йылдан был эшмәкәрлектән килем алып булмауы асыҡлана. Ни генә тимә, уларҙың планы аҡса һурыуға ғына ҡоролған. Шулай итеп, секталар психикаһы тотороҡһоҙ, ауыр хәлгә юлыҡҡан, хатта күңел ауырыуына дусар булған кешеләргә “һунар итә”. Ундайҙарҙы тыңлатыуы ла, ниндәйҙер сәйәсәтте баштарына һеңдереүе лә еңелерәк бит.
Йәшәйешебеҙ ҡатмарлы. Тормош ҡуласаһы зыр әйләнә, туҡтап торғаны юҡ. Уның ыңғайына йүгереүе бөтәһенең дә хәленән килмәй: кемдеңдер хәле бөтә, кемдер ырғып ҡала, тапалғандар ҙа етерлек... Ярҙамға мохтаждар, эшһеҙҙәр, яңғыҙҙар күп. Үҙ сафтарын шундайҙар менән тултырыу һәм фатирҙарын, аҡсаларын һурып алыу менән мәшғүл сектанттар намыҫ һәм хаҡлыҡ тураһында бөтөнләй уйланмай. Ҡорбандары — беҙҙең арала.
Әлеге лә баяғы Айгөл миҫалын ғына алайыҡ. Өмөтө өҙөлгән ҡатынға остоҡ ҡына ышаныс биргәндәр һәм ул, бөтөн донъяһын ташлап, әсә булыу бәхетенә алданып, күрер-күрмәҫ Ҡаҙағстанға сығып киткән! Тап ошондай кешеләрҙән тере роботтар булдыра ла инде секта: банктан кредиттар алдыралар, фатирҙарын һаттыралар, ҡол итеп тоталар. Ҡыҙғаныс күренеш, әммә был — тормошобоҙҙоң ысынбарлығы. “Беҙ нимә эшләй алабыҙ һуң, хоҡуҡ һаҡлау органдары ҡайҙа ҡарай?” — тиеүселәр ҙә булыр. Йәмғиәттең үҙ әүҙемлеге, уяулығы мөһимерәк икәнен онотмайыҡ. Беҙ бер-беребеҙгә иғтибарлы һәм ихтирамлы була алабыҙ. Бары тик кешелек сифаттарын юғалтмайыҡ.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 13

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 9

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 12

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 14

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 25

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 22

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 20