Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Ҡаҙмаш ҡуйҙы беҙгә ҡанат”
“Ҡаҙмаш ҡуйҙы беҙгә ҡанат”Республикала киң таралған “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамының тәүге тапҡыр ярты быуат элек Әбйәлил районында булғанын күптәр белмәйҙер ҙә әле. Танылған журналист, “Почет Билдәһе” ордены кавалеры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғәли Ишбулатовтың тәҡдиме буйынса уның тыуған төйәге Ҡаҙмашта ауылдаштар йыйыла ул саҡта. Күркәм йолаға нигеҙ һалыусылар туғандар бер-береһен танып үҫһен, тарих юғалмаһын, йәш быуын йәнтөйәген ҡәҙерләһен тигән кеүек маҡсаттарҙы күҙ уңында тотһа, һуңғы йылдарҙа был сара төйәкте төҙөкләндереү йәһәтенән дә ҙур әһәмиәткә эйә.


“Ҡаҙмаш ҡуйҙы беҙгә ҡанат”Яңыраҡ Ҡаҙмашта “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы йәнә гөрләп үтте. Әйтеүҙәренсә, сараға әҙерлек 2014 йыл аҙағынан уҡ башланған: ойоштороу комитеты төҙөлгән, аныҡ эш планы раҫланған.
– Байрамға 50 йыл тулыуға арнал­ған осрашыуға Ҡаҙмаш халҡы ихлас әҙерләнде. Яңыртылмаған ҡапҡа, буялмаған ҡойма ҡалманы. Ауылды сәскәләй матурлап, йорттарын йәйғор төҫтәрендәй нурлап, урамдарын төҙөкләндереп ҡаршы­ланы ҡаҙмаштар, – тип һоҡланыуын, рәхмәтен белдерҙе тантананы асыу сараһында район хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов. – Бында элек-электән тырыш, уңған, эшһөйәр халыҡ йәшәй. Шуға күрә донъялары етеш, табындары мул, үҙҙәре алсаҡ, ихлас.
Ҡунаҡтарҙы һәр урам халҡы өҫтәл әҙерләп, ҡул эштәренән, көнкүреш әйберҙәренән торған бай күргәҙмә янында ҡаршы алды. Йыр-таҡмаҡ, дәртле бейеүҙәр көйөнә ҡунаҡтар ҙа түҙмәй тыпырлатып алды. Ошо ауылда тыуып үҫеп, белем алып, әле республиканың төрлө урындарында хеҙмәт иткән, шулай уҡ хаҡлы ялға сығып та, тыуған ауылын онотмай, уны төрлөсә ҡурсалаған ауылдаштарына ҙур ихтирам-хөрмәт күрһәтте урындағы халыҡ. Мәртәбәле ҡунаҡтарҙы район хакимиәте башлығы Рим Сың­ғыҙов оҙатып йөрөнө. РСФСР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Баш­ҡортостандың атҡаҙанған табибы, уйлап табыусыһы Рәшит Ишбулатов, Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Марсель Ҡотлоғәлләмов, Башҡорт­ос­тандың атҡаҙанған төҙөүсеһе Мирхәт Рәжәпов, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, шағирә, дра­матург, композитор Зөһрә Фәй­зуллина, Рәсәйҙең, Башҡортос­тан­дың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙ­мәткәре Ямал Исхаҡова һәм баш­ҡалар тәпәй баҫҡан еренә ашҡынып ҡайтты. Ҡаҙмаштарҙы тәбрикләргә республиканың урман хужалығы министры урынбаҫары Азат Әхтәмов менән мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев та килгәйне.

* * *

“Ҡаҙмаш ҡуйҙы беҙгә ҡанат”Осрашыу арҙаҡлы Ғәли Ишбу­латовтың тыуған көнөнә тап килде. Күркәм байрамға нигеҙ һалған шәхес хаҡында күп иҫтәлектәр һаҡлаусы йортҡа уның исемен мәңгеләштереү маҡсатында таҡтаташ ҡуйылды.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ҡаҙмаштан йөҙҙән ашыу кеше фронтҡа киткән. Ҡыҙғанысҡа ҡар­шы, бик аҙы ғына әйләнеп ҡайт­ҡан. Яу ҡаһармандарын да онотманы ҡаҙмаштар байрамда: улар­ҙың иҫтәлегенә ҡуйылған обелискка сәскәләр һалды, мәрхүмдәрҙе бер минутлыҡ тынлыҡ менән хәтергә алды.
Әйткәнебеҙсә, һәр урам, ара үҙе­нең бай күргәҙмәһен тәҡдим итте, шәжәрәһен күрһәтте. Ауыл ағинәй­ҙәренең береһе, 1966 йылда үткән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын ойоштороуға күп көс һалған Хөбъямал инәй Сәғәҙәтова ҡапҡаһы янына башҡорт халҡының тормош-көнкүрешен сағылдырыусы бай экспонаттарҙан торған урындыҡ ҡуйҙыртҡан. Килен булып төшкән­дәге һандығы өҫтөнә күпереп торған ҡаралтыларын, үҙе яһаған мендәр-түшәктәрҙе өйөп ҡуйған. Өҫтәл түрендә урын алған еҙ самауыр ҙа – үҙе тере тарих. Илле йыл элек ҡунаҡтарҙы башҡорт кейемендә һыбай ҡаршылаған Хөбъямал Шакирйән ҡыҙының әле ауылдаштарын, ат өҫтөндә сәләмләй алмаһа ла, йорто янында ихлас ҡаршылауы үҙе бер ғорурлыҡ, батырлыҡ түгелме ни?! Бына ҡайҙа ул быуындар сылбырын дауам итеү, киләсәк быуынға өлгө күрһәтеү! Ағинәйҙең йәш быуын күңелендә илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүҙәге тос өлөшө хаҡында ишетеп, ғәжәпләнеп тә, һоҡланып та ҡуйҙым.
– 1945 йылда әсәйем Бөйөк Еңеү хаҡында ишеткәс тә беҙҙән, бәләкәй ҡыҙҙарҙан, анау тауҙың башына үҙенең ҡыҙыл шәлен флаг итеп элдерҙе. Бейеклеккә тиҫтәләгән бала мендек. Шунан алып әлегә тиклем йыл һайын 9 Май алдынан тауға ҡыҙыл флаг ҡаҙайбыҙ, – ти Хөбъямал инәй. – Элегерәк менеүе рәхәт ине, һуңғы йылдарҙа бер аҙ ауырға тура килә, әммә күтәрелмәй ҡалғаным юҡ, Аллаға шөкөр. Һаулыҡ яғы бер аҙ һиҙҙерә башла­ғас, бала-саға менән бара башланым. Уларға буҙа күпертеп, бутҡа бешереп, тәмлекәстәр һалып алам. Тауға күмәкләп менеп, флагты ҡаҙайбыҙ, балаларға ауыл тарихын һөйләйем, һуғыш йылдары хаҡында бәйән итәм.
Ағинәйҙең хәтере шәплегенә хайран ҡалмалы! Ошондай өлкәндәр барҙа рухыбыҙ ныҡ булыр.

* * *

“Ҡаҙмаш ҡуйҙы беҙгә ҡанат”Аҡланда ете тирмә ҡороп, йөҙҙәрсә ҡунаҡ ҡабул итеп, байрамдың төп өлөшөн башланы халыҡ. Тантананы Амангилде ауыл Советы хакимиәте башлығы Раян Фәттәхов асып, ихлас тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе. Уның район Советы депутаты Мирхәт Рәжәповҡа “Ҡаҙмаштың почетлы гражданы” тигән маҡтаулы исем тапшырыуы ла дәррәү алҡыштарға күмелде.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фирүзә Сафина иһә ауылдың тарихына ҡыҫҡаса байҡау яһаны. Белорет яғынан һунарсылар ошо ергә килеп сығып, хәл йыйырға ултырған. Ашап алып, юлды артабан дауам итәбеҙ тиһәләр, бер иптәштәре юҡ икән. Тиҙҙән ул быларҙы ҡыуып етеп: “Был урын ыҙма өсөн бик уңайлы, ҡалайыҡ”, – тип белдергән. Ошо ваҡиғаға бәйле “Ҡалмаҫ” тип аталған ауыл аҡрынлап Ҡаҙмашҡа әйләнгән. Икенсе вариант буйынса был урын – Ирәндек башы, шуға ауылдың атамаһы ҡарматланып ятҡан тауҙарға бәйле килеп сыҡҡан.
Ҡаҙмаш матурлығы менән күптәрҙе ҡыҙыҡтырған бәрәкәтле, уңдырышлы ере менән дан тота. Тәбиғәттең күркәмлеге, гүйә, кешеләрҙең күңеленә лә күскән: талантлы, йыр-моңға ғашиҡ, бейеүгә маһир ҡаҙмаштарҙы районда барыһы ла яҡшы белә.
Халыҡтың берҙәм, сәмле, дәртле булыуы уларҙың йәшәйешендә асыҡ сағыла. Йорттар береһенән-береһе матур, уңайлы, һәр ихатала еңел машина, трактор, ҡура тулы мал-тыуар, ҡош-ҡорт, урам эстәре шау сәскә, баҡсаларҙа – мул йә­шелсә-емеш... Һәр өйҙөң ҡапҡаһы, тәҙрә рамдары зауыҡ менән биҙәлгән, үҙенсәлекле һүрәттәр төшөрөлгән. Был эште атҡарыусы – ауылдағы рәссам Венера Айытбаева. Төйәгенә оҫта ҡулдары менән йәм, биҙәк өҫтәгән был ҡыл­ҡәләм эйәһенә, шулай уҡ тимерҙән матур ҡапҡалар яһаған егеттәргә һәм башҡа маһирҙарға тантаналы сарала бүләктәр тапшырылды. Өлгөлө ғаиләләр ҙә билдәләнде. Ә улар байтаҡ. Араларынан Сәйҙә менән Ғаяз Ҡараҡаевтарҙың бергә йәшәүенә күптән түгел 52 йыл тулған. Өс балаға ғүмер биргән пар әле тиҫтәләгән ейән-ейәнсәрҙәргә хөрмәтле өләсәй һәм олатай.
Ҡунаҡтар байрамға буш ҡул менән килмәгән. Мәҫәлән, район хакимиәте башлығы Рим Сыңғы­ҙовтың: “Ҡаҙмаштар өсөн бүләк – тиҙҙән сафҡа инәсәк клуб”, – тигән һүҙҙәре һәм сертификат тапшырыуы көслө алҡышҡа күмелде. Эйе, бында ҡыҫҡа ваҡыт эсендә заманса мәҙәниәт усағы ҡалҡып сыҡты, әле эсен буяу эштәре генә ҡалған. Социаль объект район ҡаҙнаһы иҫәбенә төҙөлә, эште “Өмөтҡужин” шәхси предприятиеһы хеҙмәт­кәрҙәре башҡара.
Сарала ауылдың иң өлкән кешеһе, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишҡол Мәхмүтов та иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Олатай әйтеүенсә, бындай осрашыуҙар йәш быуын өсөн бик кәрәк, улар туған-тыумасаһын белеп, күреп үҫә.
– Тәүге байрамдан алып бөгөнгә тиклем үткән барлыҡ “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”ҙа ҡатнаша алыуым менән бәхетлемен, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты һуғыш ветераны. – Ойоштороусыларға, ауылдаштарыма ҙур рәхмәт: Ҡаҙмаш ана ҡай­һылай йәшәреп, матурайып китте!

* * *

Майҙанда бер-бер артлы йырҙар яңғырай, уларҙы дәртле бейеүҙәр алмаштыра. Һәр кем ауылдаштары­на йөрәгендәге изге хис-тойғоларҙы еткерергә тырыша, бүләк бирешә. Күптәр был көндә шатлыҡ-ҡыуаныс менән бергә болоҡһоу ҙа кисерҙе буғай. “Үткән осрашыуға бабайым ме­нән кил­гәйнем”, “Әсәйемдә йы­йыл­ғайныҡ”, “Ул саҡта туғаным иҫән ине”... Ошондай һүҙҙәр күҙгә йәш төй­нәлдерҙе. Эйе, тап туғандарҙы туплай, кешеләрҙе бер-береһе ме­нән осраштыра, аралаштыра, бер табын артына йыя торған байрам бит ул “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”.



Рәшит ИШБУЛАТОВ:
– Ҡаҙмаш миңә “осорға” ҡанат бирҙе, шуға тыуған яғыма йыл һайын ҡанатланып ҡайтам, талпынып Өфөгә китәм. Ауыл халҡына ҙур рәхмәт: үҙ шәхесен ололап, апам Ғәли Ишбулатовҡа таҡтаташ астылар. Киләсәктә филология фәндәре докторы, профессор Нәғим Ишбулатовтың исеме лә мәңгеләштерелер тигән ышаныстамын.

Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ:
– Байрамдың рухи-әхлаҡи ҡиммәте баһалап бөт­көһөҙ. “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамының республика сиген үтеп, Рәсәйҙә таралыуында ҡаҙмаш­тарҙың өлөшө тос. Ярты быуат элек тоҡандырылған усаҡтың ҡуҙҙарына көл тарттырмай, йылыһын һаҡлай алыуына һоҡланам. Ауыл халҡына ҙур рәхмәт! Бындай ихласлыҡ, туғанлыҡ мөхите күңелдәрҙе йылыта, яҡты киләсәккә ышанысты арттыра.

Ранис АЛТЫНБАЕВ:
– Әбйәлилдәрҙең халыҡ йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә тоғролоғо, рухи ҡиммәттәребеҙҙе йәш быуынға еткереү, киң даирәгә сығарыу йәһәтенән фиҙакәр хеҙмәте маҡтауға лайыҡ. Мәғлүм булыуынса, республикала киң таралған “Шәжәрә”, “Кейеҙ” байрамдары ла ҡасандыр ошонда башланғыс алды, быйылғы “Һандыҡ” сараһы ла бында барлыҡҡа килде.

Мирхәт РӘЖӘПОВ:
– Ауыл йылдан-йыл матурая, төҙөкләнә. Йәштәрҙең атай нигеҙен ташламауы, тырышып донъя көтөүе ҡыуандыра. Сәләмәт тормош рәүеше артабан да дауам итһә, тағы ла әллә ниндәй байрамдарға юл һалырбыҙ тигән ышаныстамын.


Автор: Кәримә УСМАНОВА. Район: Әбйәлил районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә