Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Февраль буранын һиҙә башланым шикелле. Һыуыҡ ҡулдары курткам аша үтеп, тәнемде сәнсә. Ярай, өйөмә тиклем күп ҡалманы, хәҙер ошо боролошто үтәм дә... Тәк, ҡапҡа алдында, ышыҡта, тартып алырға кәрәк. Туңған зажигалкам бишенсе тапҡырҙан саҡ тоҡана, янған уты ла елгә эйәреп ҡасып китә. Бер нисә минут мәшәҡәтләнгәндән һуң тәмәкем саҡ төтәй. Үпкәгә һурған төтөн нисектер башҡа бәрә, ә ауыҙҙан сыҡҡанын буран юйып ташлай. Әйтерһең, битемде йыуырға тырыша. Тәмәкемә лә талаша бит! Тәбиғәт бөгөн уҫал. Мә, тарт әйҙә, мин индем...
Соланда ҡараңғы, ҡатын мине көтмәйме икән ни? Эштән һуңла­һам, этләшә торған, көтмәһен әйҙә, йоҡлаһын. Өй ишеген асыу менән яҡты ут ялҡыны күҙемде өтә башланы. Һыуыҡтан ингән тә­немде мейес йылыһы ҡосаҡлап ҡурсалай. Бындай хөрмәттән айығып барған башым йәнә әйлә­нә. Бөтә эскәнем күҙ-ҡолағыма хужа булды, һыуыҡ уларға ҡамасаулап торған, ахыры.
– Тағы эсеп ҡайтҡанһың! Әй әттәгенәһе, ниндәй иҫәр башым менән сыҡтым һиңә, мең ғазап күрҙем! Суҡынып ҡына кит! Бар, йөрөмә бында, күҙҙәрем һине күрмәһен!
Ай Аллам, шул ғына етмәгән ине, ҡолаҡты ярып бара бит. Кит юлдан, хужа ҡайтты...
– Йә, нимә шымдың, әйтер һүҙең юҡмы!? Әллә оят булып киттеме? Яуап бир!
– Арлы бар... мл, сеү! Ми... н... фх...
Атаҡ, тәнемә бөтөнләй хужа түгелмен бит, хатта тел дә әйләнмәй, шайтандар өйөрөлтә. Үҙем тик күҙәтеүсе... Ошонда ишек төбөндә генә ятып йоҡ­лаһам, һәйбәт булыр ине. Ҡатын шаулай-шаулай ҙа китә ул.
– Әллә мине ишетмәйһең дә?! Бар, сыҡ, тим. Ҡайҙа эстең, шунда бар! Еҫең дә булмаһын!.. – Тауышы үҙгәрҙе, күҙҙәренән йәш аға, бите ҡыйшая. Бисәмде бындай ҡиәфәттә күрә алмайым.
– Шым! – Баянан бирле асыҡ торған ауыҙымдан йәнә бер һүҙ түгелде. Төрткөләп-төрткөләп мине урамға сығарҙы. Ятам... Солан ишеген эстән бикләй торған йоҙаҡ тауыш биреп ҡуйҙы. Әллә ысынлап ҡыуҙы инде? Ялынып, һоранып тормам! Индермәһен әйҙә!
Көндөҙ тау башында эсә башлағайныҡ, ярты шешә араҡы ҡалды шикелле, шуны барып тапһам, өшөмәҫмен, төн дә тиҙ үтер. Һуң, табам инде: был яҡтағы тауҙарҙы биш бармағым кеүек беләм бит.
Аптырайым, ун минут элек кенә һәп-һәйбәт инем, өйгә инеп сыҡҡас, алмаштырҙылармы ни: атлауым да үҙемдеке түгел. Әллә теге шайтан бисә сихырланы микән? Уй-й-й...
Күҙ асылды. Кемдең ҡойма­һына һөйәлеп торам? Таныным, миңә артабан... Ҡа­раңғылыҡ, томан... Күҙ асам. Менеп барам. Ҡайҙа менеп барам? Ә-ә, шешә артынан. Тирә-яҡ ниндәй төҫтә: һоромо, аҡмы? Ай яҡтыһында ерҙәге ҡар менән һауала осҡан буранды айырып булмай. Аҙашып ҡуймайым. Ҡайтып мунсала булһа ла йоҡлармын... Йәнә аңыма килдем. Бөтөнләй таныш булмаған урын. Ҡайҙа өйөм? Ә эҙҙәрем ҡайҙа? Бер аҙым алға атлайым, ел гөрләп ыжғыра, әсе һыҙғыра башланы... Мин осам. Осҡанымды күрмәйем, әммә һиҙәм. Һыуыҡ, ҡараңғы. Бәлки, ҡолап ятамдыр, баш әйләнгәнгә генә осҡан кеүектер? Билдәһеҙ ҡараңғылыҡ...

* * *

– Беҙҙең алдынғы технологиялар бындай ғына түгел, ҡыйыныраҡ осраҡтарҙа ла кешене терелтә ала. Туңған тәнде йәнләндереү – үткән быуаттар асышы.
– Ә был бәндә ҡасан уянасаҡ?
– Компьютер күрһәтеүенсә, ул әле үк беҙҙе ишетә. Әй! Әҙәм, күҙҙәреңде ас, ишетәһеңме? Ас!
Ниндәйҙер ҡатын менән ир һөйләшә. Алдымда – аҡ түбә, эргәлә – ҡарҙай ап-аҡ халатта өс кеше. Аралашҡан ҡатын менән ир ошоларҙыр. Арыраҡ тағы берәү, уныһы арты менән тора, күрмәйем. Ҡыуаныслы хәбәр ҙә бар. Мин тере. Аяҡ-ҡулымды ҡыбырлата алам, яҡшы. Туңыу тураһында һөйләгәстәр, теге буранда ятып өшөгәнмендер. Тимәк, мин әле дауаханала. Инде бүтән эсмәҫмен... Уйҙарымды бүлдереп, йәнә ҡатындың ҡаты тауышы яңғыраны:
– Әй, әҙәм! Беҙҙе аңлай­һыңмы?
– Эйе... Мин ҡайҙа?
– Был һорауың урынлы, тик әлегә яуап бирә алмам. Башта беҙҙекенә яуап ҡайтар. Кейемеңә ҡарағанда, һин XXI быуат башы кешеһе, шул дөрөҫмө?
– Дөрөҫ, башҡаса ниндәй быуат булһын һуң?
– Яҡшы. Ниндәй милләткә ҡарайһың? Ҡаныңдың анализы r1b1 күрһәтә. Тимәк, һин башҡорт, шулаймы?
– Нимә?! Ниндәй ҡан? Һинең менән башҡортса һөйләшәбеҙ түгелме? Башҡорт булмай, татар йә урыҫмы ни? Һин ҡасан уларҙың башҡортса һөйләшкәнен күргәнең бар!?
– Ысынлап та, мин боронғо кеше менән тәүгә аралашам. Тик беҙ ҡулланған тел һис башҡорт­тоҡо түгел. Мейеңә кескәй чип ҡуйҙыҡ, шуға күрә беҙ бер-беребеҙҙе аңлайбыҙ.
– Айыҡҡанмын тиһәм, һаман иҫерекмен икән. Ҡалай йүләр төш! Ниндәй боронғо, ниндәй чип тағы?! Кит, бар, аптыратма! Үҙ яйыма туңып үлергә бир!
– Әйттем бит, һин әле әҙер түгел. Әҙерәк йөрөп, өйрәнеп ал. Һуңынан тағы һөйләшербеҙ.
Аҡ халаттар китте. Яңғыҙ ятам. Ҡулыма энәләр тығып бөткәндәр. Ҡый-һай, тфү! Тәк, төш булғас, мин ауыртыуҙы һиҙмәҫкә тейешмен. Ҡайҙа әле баяғы энәләр? Эсемде, аяҡтарымды сәнсеп ҡарайым, ауырта, ҡан аға. Төш түгел... Ә өн булғас, ниңә ҡатын әкиәт һөйләй? Аптыраҡ. Әллә мин психбалнистамы? Улай тиһәң, беҙҙең яҡта бындай урындар юҡ...
Бүлмә буп-буш. Карауатымдан тыш, тәҙрә генә бар. Иҙән, түбә, диуарҙар аҡ төҫтә. Бында ысынлап алйырһың. Тәҙрә артында – бөтөнләй таныш булмаған ҡала. Булған өйҙәр бер иш ҙурлыҡта, бер үк төҫтә. Бер рәткә килтерелеп, тип-тигеҙ ултыралар. Бер ниндәй ҡыйыш йә артыҡ һыҙыҡ юҡ. Хатта кешеләре лә... Пейзажды тулыландырып, күк йөҙө лә ап-аяҙ. Көн матур, тик ҡоштар ҙа юҡ, ҡояш та юҡ. Ҡояш юҡ? Бар ул, әлбиттә, бар. Икенсе яҡталыр, нисек инде... Улай тиһәң, күләгә ҡайҙа? “Табип! Табип!” – Ҡысҡырыуыма ике егет йүгереп инде лә, береһе уң, икенсеһе һул ҡулымдан тотоп, урыныма ятҡырҙы. Бик тиҙ булды, хатта ҡаңғырып та өлгөрмәнем. Ишектә баяғы ҡатын күренде, ҡулында ниндәйҙер шаҡмаҡ.
– Нимә булды?
– Мин... Мин ҡайҙа? Ниңә ҡояш юҡ? Ниңә был төш түгел? Ҡатыным ҡайҙа? Һеҙ кем?..
– Зинһар, ғауғаламағыҙ. Шәф­ҡәт туташы, тынысландырыусы дарыу һалығыҙ. Йә, баштан һорауҙарығыҙҙың барыһына ла яуап бирәм.
– Мин ҡайҙа?
– Һин киләсәктә. Киләсәктә тип, был һинең өсөн генә киләсәк. Хәҙер 2632 йыл. Донъяла дәррәү эштәр алып барыла. Тау емереү­селәр һине табып алған. Бынан бер нисә быуат элек, күрәһең, төшөп киткәнһең дә туңғанһың. Тәнең имен, шуға күрә “терелтеү” ҡыйынлыҡ тыуҙырманы.
– Ә ни өсөн ҡояш юҡ? Тауҙар­ҙы ниңә емерәһегеҙ? Һәм... ниндәй телдә аралашабыҙ?
– Беҙҙең дәүләттә тел, милләт кеүек төшөнсәләр юҡ. Бөтәбеҙ ҙә бер үк. Һөнәрҙәребеҙ генә айырыла, ләкин улары ла сағышты­рылмай, бер кемде лә айырып ҡарамайбыҙ. Ҡояш юҡлығын күреп тә өлгөргәнһең икән. Бар ул, тик уны йәшерәбеҙ, әммә яҡтыһы үтә. Быны аңлатыуы ҡыйын. Беҙҙең өсөн йәшәү мәғәнәһе эштә һәм кешелекте дауам итеүҙә. Ҡояш, ағас, тау кеүек нәмәләр беҙҙә юҡ. Улар үтәгән эште машиналар башҡара. Тәбиғәт халыҡты хеҙмәттән айыра, илһамландыра һәм ул кешеләр хис-тойғо тигән сир менән ауырый башлай...
– Нисек инде?.. Бер нисә быуат эсендә генә кешелек улай ҡырҡа үҙгәргән?
– Донъяла идеаль йәмғиәт төҙөү эше XX быуат башынан алып барылды. Тәүге тапҡыр килеп сыҡмағас, БӨЙӨК АҢдар башҡа ысул уйлап тапҡан. Иҫләй­һеңдер, заманында күпселек кеше эскегә бирелде. Яйлап мәктәптәр ябыла барҙы, тора-бара туған телде өйрәнеү бөтөрөлдө. Бер нисә быуындан һуң Рәсәй халҡы тик урыҫса аралаша ине. Шулай итеп, тәүҙә Рәсәй эсендә милләт­тәр юғалды, аҙаҡ сәйәсәтебеҙ бар донъяны үҙенә ҡушты. Төрлө телдәр үҙенсәлеген тикшереп, уртаҡ тел барлыҡҡа килде... Милләт тип, юҡ-бар менән алйып йөрө­гәнһегеҙ. Шул нигеҙҙә һуғыштар, мәғәнәһеҙ ярыш, донъя өсөн көрәш... Беҙ ул нәмәләрҙе белмәйбеҙ. Беҙҙең дәүләт идеаль.
– Тимәк... Мин – һуңғы башҡорт?
– Эйе, тик оҙаҡҡа түгел. Һин беҙҙе ҡыҙыҡһындырмайһың. Тиҙҙән һине үҙебеҙҙең беребеҙ итеп эшләйәсәкбеҙ. Ҙур механизм өлөшө булырһың. Әммә башта һиңә гимн яҙыу кеүек яуаплы эште башҡарырға кәрәк. Әлеге йәмғиәт ижадтан алыҫ, ә һин, тәбиғәт күргән кеше, быға әүәҫ булырға тейешһең. Иртәгә һине донъяла ҡалған һуңғы тере ағасҡа алып барасаҡбыҙ. Шунда беҙҙең дәүләтте маҡтап, боронғо тормошто насарлап, халыҡты дәрт­ләндергән йыр яҙырға тейешһең. Һәр таң шуны ятлауҙан башла­насаҡ.
– ???
– Бер милләткә лә өҫтөнлөк бирмәҫ өсөн исемдәр беҙҙә башҡа. Кешенең һөнәре һәм иҫәп һаны. Мин – “табип-302”. Һиңә ваҡытлыса “яҙыусы-1” ҡушаматы бирелә. Аҙаҡ БӨЙӨК АҢ яңы һөнәр биргәс, исемең үҙгәрәсәк. Бына кейемең. – Баяғы шаҡмаҡ эсенән ниндәйҙер төргәк сығарҙы. Ул – мең ҡабат бөкләнгән һоро комбинезон, түшендә ҡара буяу менән “яҙыусы-1” тип яҙылған.
– Хәҙер һин тарихты ентек­ләберәк белер өсөн фильм ҡараясаҡһың. Аҙаҡ ҡала буйлап йөрөп ал, көнкүрешебеҙҙе өйрән. Иртәгә һуңғы ағас янында көнөң үтер. Һау бул!
“Табип-302” һәм шәфҡәт туташтары сығып китте. Ҡаршым­дағы диуарҙа туңғанымдан һуң булған хәлдәр хаҡында фильм башланды... Күңелдә бушлыҡ, әйтерһең, йөрәгемде йолҡоп алып ырғыттылар ҙа тапанылар. Һуңғы башҡорт... Ниндәй ҡурҡыныс һүҙбәйләнеш!

* * *

Баш әйләнә. Һауаларынан тонсоғам. Киләсәк еҫе үпкәмә үтмәй... Ниндәй яуаплы вазифа – һуңғы башҡорт. Ярай әлеге кешеләр ирекле фекерләүҙән алыҫ. Юғиһә милләтемә тап төшөрөр инем.
Мин яңғыҙым. Ғаиләм дә юҡ, милләтем дә юҡ, замандаштарымды ҡорттар ашап бөткән, хатта аралашырға туған телемде лә юйғандар. Бисәм, кәләшем, ҡаты­ным, ишем минең. Ник һөймәнем ваҡытында, артыҡ яғымлы һүҙ ҙә әйткән булманы бит. Ул мине яратты, үлеп яратты. Мин дә тормошомдо унһыҙ күрмәй инем. Тик ниңәлер дуҫтарҙы яҡыныраҡ күрҙем. Үксә аҫтында йөрөмә, әйҙә беҙҙең менән һемереп ал, имеш. Дуҫ булдымы икән улар, әллә таныштар ғынамы? Ә үҙ тормошомда нимә эшләнем һуң? Балабыҙ ҙа юҡ ине бит. Ҡатыным өс ай эсмәҫһең, шунан һау бала яһарбыҙ, ти ине. Өс ай түгел, алты быуат үткән... Бәлки, ул, берәй яҡшыраҡты табып, бәхетле булғандыр. Улай тиһәң, ауылда ҡатынын бәхетле итерлек ир ҙә юҡ ине. Ярай, матур тормошта йәшәгәненә ышанайым.
Эҫе. Әллә эҫе түгелме икән? Нимә тойорға белмәйем. Көн аяҙ, тимәк, эҫе. Ләкин ҡояш юҡ, тимәк, ҡыҙҙырмай. Тәнем аптырай, мин дә.
– Әй, кешеләр! Ә һеҙ нимә тояғыҙ, әллә бөтөнләй йәнһеҙ­һегеҙме?! Һин кем дә атаң кем? Беләңме?! Ә мин беләм! Мин – башҡорт! Иң ғорур, батыр милләттән мин! Атайым – данлыҡлы һунарсы, ә мин – урмансы! Урманымды ҡайҙа иттегеҙ?! Төрмәгә һеҙҙе, төрмәгә! Беҙ ни өсөн йәшәнек? Ата-бабаларыбыҙ ниңә йән биргән? Тарихыбыҙ бит донъяла иң ҡыҙыҡлыһы, ҡыҙғанысы. Ҡымы­ҙымды тәмләп ҡара, бөтмәҫ ихтилалдарҙы өйрән. Ник сыйған­һығыҙ барыһын?! Эх, үҙем дә ваҡытында яҡшылап һорашма­ғанмын, өйрәнмәгәнмен. Иҫәр! – Башымда – вулкан. Мең уйым ҡанлы бутҡала болғана, ҡайнай, дөрләй. Был ни ғүмер?! Тәбиғәт­тәре лә юҡ, хыялдары ла юҡ...
Ниһайәт, был тормоштоң сәбәпсеһе – үҙем. Әгәр аҡыл­лыраҡ булһам, эсмәһәм, исмаһам, улдар үҫтерһәм, улар КЕШЕ булыр, үҙ дәүеремдә тыныс үлер инем. Был ни ғүмер? Был ни ғүмер!
Юҡ! Донъяғыҙ менән килеш­мәм, һыймам һеҙҙең дәүләттә! Емерәм! Өйҙәрегеҙҙе лә, машина­ларығыҙҙы ла емерәм. Ай Аллам, таш та юҡ бит урамдарында. Ҡулым, аяғым менән булһа ла емерәм... Был дәүләтте бөтөрөүсе булам!
Тирә-яҡта үҙ алдына һөйләнгән кешегә ҡурҡыулы ҡараш ташлап, һандар йүгерешә. Тынлыҡ боҙоусыға “һаҡсы-514” килде.
– Нишләйһегеҙ?! Тауыш ха­ҡын­дағы 1-се ҡанунды боҙаһығыҙ бит! Мин һеҙҙе төп бинаның аҡыл ултыртыу бүлегенә алып барам.
Нимә тураһында һөйләгәнен аңламаһам да, яҡшы хәбәр һөйләмәгәненә төшөндөм:
– Туҡта... Мин бит бында яңы кеше. Ҡанундарығыҙ менән танышып бөтмәнем. Әле бына көнкүрешегеҙҙе өйрәнеп йөрөйөм.
Һаҡсының күҙҙәре ҙурайҙы. Тәнем буйлап йүгереп исемемде эҙләп тапты ла:
– “Яҙыусы-1”! Ниндәй һөнәр ул яҙыусы? Ҡана, ҡулыңды бир әле.
Уң ҡулымды тотоп, күҙлеген кейеп, еңемдә урынлашҡан штрих-кодҡа ҡараны:
– Тәк, аңлашылды. Боронғо кеше, имеш... Һине яңғыҙыңды ебәреп дөрөҫ эшләмәгәндәр, берәй нәмә сығарып ҡуйһаң...
Һаҡсы эргәлә йүгереп йөрөгән балаға күҙ һалды:
– Әй, бала! Бер нисә йылдан һин бит эшкә урынлашасаҡһың, шуға күрә өйрәнә тор, бәлки, һаҡсы ла булырһың. Бына ошо ке­шегә ҡалабыҙҙы күрһәт, ҡанун­дарҙы һөйләп бир, ятлаған­һыңдыр.
– Ярай! – Малай, турайып, шулай тине.
Беҙ ҡуҙғалдыҡ. Яғымлы тауыш хәбәр башланы:
– Әле беҙ йоҡлай торған бүлмәләребеҙ араларынан китеп барабыҙ. Минеке анау яҡта, – бармағы менән ҡайҙалыр күр­һәтте. – Бында ҡыҙыҡ түгел, киттек төп бина яғына, унда ҙур өйҙәр бар.
Малай һикерә-һикерә алға сыҡты, бер ыңғай ятлаған ҡағиҙә­ләрен һөйләй, тик миңә барыбер. Балаларға ҡарата мөнәсәбәттәре аптырата, уның түшендә “малай-809236” тиелгән. Хатта уның да исеме юҡ.
– Ә һин кем булырға хыял­ланаһың? – Бүлдереп, һүҙҙе икенсе яҡҡа борҙом.
– Кем булырға? Беҙ уны һайламайбыҙ. Компьютер нимә ти, шул булабыҙ. Миңә әле – 12, киләһе йыл мәктәпте бөтәм, шунда кем булырымды белә­сәкмен.
– Ә ҡайһы эш оҡшай һуң?
– Белмәйем... Бер мәл теге яҡ оста бер ат күргәйнем. Бер бабай һөйләүенсә, элек шуларҙы менеп йөрөгәндәр. Шул ысынмы? Минең дә атта йөрөгөм килә.
– Эйе, йөрөнөк... Ә ундай һөнәр бармы? Ул нишләй, һабан һөрә­ме?
– Юҡ! Беҙҙә бар эштә машина, роботтар бар. Ундағы хайуандар барыһы ла ит өсөн. Минең шунда ҡарауылсы булғым килә, бер кем күрмәгәндә атҡа менеп йөрөр инем...
Ошо мәл үҙемдең бала саҡ иҫкә төштө. Атайымдың тәүге тапҡыр атҡа мендергәне. Шул саҡта кисергән хис-шатлығым... Шундай йылы иҫтәлектәр. Был тойғолар мине һуңынан ауыл буйлап сәпиттә, аҙаҡ матайҙа, һуңы­нан машинала йөрөгән саҡта ҡыуандырып үтә ине. Ир өсөн был бит ғәҙәти хәл булырға тейеш. Ниҙер булһа ла йөрөтөү мөғжизәгә тиң. Улым тыуһа, мин дә уны тәүҙә атҡа ултыртыр инем. Беҙ сығышыбыҙ менән тәбиғәттән, кешене ул ғына бәхетле итә ала.
– Туҡта! Киттек аттарға, мин һине мендереп йөрөтәм!
– Ысынмы!? – Малайҙың күҙҙәре ҙурайып, шатлыҡ менән тулды. – Ә төп бина?
– Уны күреп өлгөрөрбөҙ әле!
– Атыу йүгерҙек! Тиҙҙән төн етә, ул ваҡытта тышта йөрөргә ярамай!
Юл алыҫ булып сыҡты. Йоҡлау бүл­мәләре аша үткәс, алыҫта, бушлыҡта фермаға оҡшаған ниҙер күренде.
– Әйҙә, тиҙерәк йүгер, йүгер! – Малай ҡыуанысынан арыу белмәй ҡолонсаҡтай алға саба. – Теге саҡта ат ошо ерҙә үлән ашай ине, бында күрҙем!
Яландың ҡап уртаһында саҡта өйҙәр яғынан ҡыңғырау ишетелде.
– Йоҡларға ваҡыт! 10 минуттан төн етә, нишләргә?
– Мин бит яңы кеше, бар ғәйепте үҙемә алам, борсолма.
– Атыу йүгермәһәк тә була. Төнөн һәр кем бүлмәһендә булырға тейеш, ҡарауылсы ҡайтҡандыр. – Был хәбәре менән бала бик тә ҡыуандырҙы әле.
Тағы бер ҡыңғырау. Тиҙ-тиҙ генә аяҙ көндө дөм ҡараңғы төн алмаштырҙы. Өҫтән еңел генә ут төшә. Унда күп ваҡ лампочкалар яна, ә, бәлки, был йондоҙҙарҙыр ҙа. Айырмаҫһың.
Кәртә аша үткәс, күҙ алдында хай­уандар күренде. Беҙ торған ерҙә ҡош-ҡорт бикләнгән, ары яҡта – болан, мышы, дөйәләр... Әһә! Ана, һыйыр янында ат тибенә. Төнгө яҡтылыҡта бүртә ат һыны, йылдар аҫтында күмелгән һөйгән йәрем кеүек, йондоҙҙар балҡыуында сағылып, һылыулығы менән ғәжәпләндерә. Бына ул – башҡорттарҙың тоғро дуҫы.
– Нимә тораң, кил әйҙә. Хәҙер күтәреп ултыртам. Йүгән юҡ, шуға күрә ялына тотон, йәме?
– Йүгән? Ял? Нимәләр ул?
– Аҙаҡ һөйләрмен, ялына йәбеш.
Йоҡлап киткән ат, ҡапыл кешнәп, һикереп ебәрҙе лә йән-фарман башҡа яҡҡа сабып китте. Малай ҡолап ятып ҡалды. Бер ат тауышына башҡа хай­уандар ҡушылды, малай ҡулын тотоп илап ултыра. Ат бит өйрәтелмәгән, иҫәр! Минең арҡала хәҙер кемдеңдер балаһы йәрәхәтләнде. Ярҙам итергә тип йүгерәм генә тигәндә башыма ниҙер “шаҡ” итеп ҡалды. Ергә ауҙым. Таяҡ тотҡан һаҡсылар уратып алып, эсемә, башыма һуҡҡысланы.
– Яҙыусы, имеш! Йөҙөнән енәйәтсе икәне күренеп тора! Нығыраҡ һуғығыҙ. Гимнын яҙғас та аңын юйырға!
– Малайҙы нишләтергә?
– Уға ла эләктерегеҙ, һабаҡ алһын.
Күҙ йомолдо, һаман туҡтамайҙар, башымда йондоҙҙар емелдәй...

* * *

Һуңғы ағас һуңғы башҡортҡа ҡарағанда олораҡ, ҙурыраҡ, турараҡ булып сыҡты. Баш ауырта, ярты тәнем бинтҡа уралған. Эргәмдә дәфтәр, ҡәләм ята. Үҙ заманым булһа, ағас төбөнә ултырып тәбиғәтте күҙәтер инем, ҡоштар һайрауын, күбәләктәр осоуын, ел әсенгәнен... Ә бында – йәмһеҙ дала. Даръяға матурлыҡ биргән сәскәләр ҙә, ҡояш та, болоттар ҙа юҡ. Кире яҡҡа боролоп, ағасҡа тексәйҙем. Бындай моңһоулыҡта бер ниндәй уколһыҙ йәшелсәгә әйләнер­һең... Гимн кәрәк, имеш. Тик яҙғандан һуң аңымды юясаҡтар бит. Был ағасҡа ҡарап илһамланырға түгел, иларға кәрәк.
Йәнле донъя шаһиттарын күрергә килгән “табип-302” һәм “аҡыл һаҡсыһы-11” киң, ҡалын имән ботағында аҫылынған кешене күрҙе. Ағас аҫтында ятҡан дәфтәр биттәрендәге һүҙҙәр ошондай ине: “Әй һеҙ, аңһыҙҙар! Һуңғы кешенең һүҙен уҡығыҙ һәм үлек кәүҙәмә ҡарап һоҡланығыҙ. Донъяла мин лайыҡлы тормошта йәшәмәнем. Милләтемә тоғро ул, ҡатыныма өлгөлө ир ҙә булманым. Әммә бөгөн мин һеҙгә үткән быуат гүзәллеген күрһәтәм! Миңә ҡарап, еңелде тип уйламағыҙ. Үҙемде ҡорбан итәм, һәм ошо ҡорбаным бар тереклек иҫтәлегенә һәйкәл булһын. Һеҙгә тоғролоҡ өлгөһө, намыҫ өлгөһө булһын.
Ваҡытында беҙ йәшәнек, ҡыуандыҡ, ҡайғырҙыҡ, яраттыҡ, көйҙөк, яндыҡ... Беҙҙең ғүмер ысын булды, беҙҙең йөрәк буш ҡыуыҡ түгел, хис-тойғоға бай, ысын йөрәк ине. Һәм мин ҡайтам, үҙ тормошомдо, үҙ донъямды һағынып ҡайтам, милләттәштәр! Ә һеҙ, һандар, артабан примитив ғүмер алып барығыҙ. Тик етер бер мәл һәм беҙ ҡайтырбыҙ, быуаттарҙа күмерләнгән рух йөҙөнә әүерелеп ҡайтырбыҙ!..”

* * *

– Кәүҙәһен сисергә, дәфтәрен яғырға!
– Беҙҙең алдынғы технологиялар бындай ғына түгел, ҡыйыныраҡ осраҡтарҙа ла кешене терелтә ала...
Алдымда йәнә аҡ түбә, тимер тауыштар, моңһоу һындар...





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872