Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йәнә ер, күсемһеҙ милек хаҡында
“Росреестр” һәм “Россельхознадзор” Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралыҡтары ер тураһындағы закондар өлкәһендәге хеҙмәттәшлек хаҡында килешеү төҙөнө.

Документ ике яҡтың да ер закондарын күҙәтеү, ерҙе һаҡлау һәм файҙаланыуға талаптар, шулай уҡ ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙә закон боҙоуҙы туҡтатыу һәм быға юл ҡуймау мәсьәләләре буйынса үҙ-ара хеҙмәт­тәшлеген яҡшыртыуға йүнәл­телгән.
Килешеү административ хоҡуҡ боҙоуҙарға юл ҡуйылған осраҡта мәғлүмәттәрҙе тиҙ алмашырға, ике яҡтың да мәнфәғәтенә тура килгән көнүҙәк-хоҡуҡи мәсьәләләр һәм уларҙы ҡулланыу практикаһы буйынса берлектәге эш төркөмдәре булдырырға, тәжрибә уртаҡлашырға, дәүләт ер күҙәтеүе буйынса бергәләп пландан тыш тикшереүҙәр һәм башҡа саралар үткәрергә, ойошмаларҙа һәм шәхси эшҡыуарҙарҙа пландан тыш тикшереү үткәреүҙе яйларға ярҙам итәсәк.
“Росреестр”ҙың һәм “Россельхознадзор”ҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралыҡтары араһында килешеү төҙөү республикала ер мөнәсәбәттәре өлкәһендәге хоҡуҡ тәртибен күҙәтеү буйынса берлектәге йоғонтоло эшкә йүнәлтелгән”, — тине “Росреестр”ҙың Башҡортостан Респуб­ликаһы буйынса идаралығы етәксеһе Игорь Шеляков.

***

2016 йылдың 15 июленән күсемһеҙ милеккә хоҡуҡты дәүләт теркәүе фәҡәт күсемһеҙ милеккә хоҡуҡты һәм уны һатыу-алыуҙы рәсмиләштергән берҙәм дәүләт теркәүе (ЕГРП) күсермәһе менән раҫланасаҡ.

Быға бәйле хоҡуҡты дәүләт теркәүе тураһында танытмалар биреү, шул иҫәптән уларҙы ҡабаттан биреү туҡтатыла.
Хоҡуҡты дәүләт теркәүе тураһында раҫлаусы документ формаһы Рәсәй иҡтисади үҫеш министрлығы тарафынан раҫланған. Ул ҡағыҙҙа ла, электрон рәүештә лә бирелә ала.
Дәүләт теркәүен раҫлаусы ЕГРП күсермәһе — ошондай дәүләт теркәүен дәлилләүсе һәм ЕГРП-ла уның тураһындағы мәғлүмәт барлығын, шул иҫәптән хоҡуҡ эйәһе, хоҡуҡты билдәләүсе документтарҙа — хоҡуҡты теркәүҙе нигеҙләүсе һәм тейешле көндә тейешле күсемһеҙ милек объекты тураһында раҫлаусы документ.
Был осраҡта ЕГРП-ла дәүләт теркәүе тураһындағы яҙма ғына теркәлгән хоҡуҡты берҙән-бер иҫбатлау әмәле булып тора.
“Закондарға үҙгәреш индереү үҙ көсөнә ингәнсе үк ғариза биреүсе хоҡуҡты теркәгәндә милекте теркәү тураһында танытманымы йәки ЕГРП-нан күсермәнеме алырға икәнлеген былай ҙа һайлай ала ине. Танытманы юҡҡа сығарыу хоҡуҡты теркәү процедураһын үҙгәртмәй, шуға күрә хеҙмәтләндереү барышында ғариза биреүсе өсөн бер нәмә лә үҙгәрмәй. Дөйөм алғанда, яңылыҡ ябай граж­дандарға, мәҫәлән, һатып алынасаҡ фатир тураһында мәғлүмәт алғанда хатаға юл ҡуймаҫҡа мөмкинлек бирә. Ҡағыҙ танытманың мәғлүмәтте сағыштырып ҡарау мәленә дөрөҫ булыу-булмауын һәр кем белмәй бит. Уның ҡарауы, “Росреестр”ға мөрәжәғәт итеп, үҙеңде ҡыҙыҡһындырған объектҡа хоҡуҡ тураһында күсермә алырға мөмкин. Был күсермә күсемһеҙ милек объектының уны һатыу-алыу мәленә граждандың милкендә булыу фактын һәм осорон, ниндәй ҙә булһа сикләү (арест, тыйыу һәм башҡалар) барлығын раҫлай. ЕГРП күсермәһен шулай уҡ “Росреестр” порталы аша электрон рәүештә лә алырға мөмкин, был осраҡта ул дәүләт теркәүсеһенең ялғандан һаҡланған электрон ҡултамғаһы менән нығытыла. ЕГРП-ның был күсермәһе ике көн эсендә эшләнә, шул уҡ ваҡытта ҡағыҙ күсермәне алыу өсөн биш көн китә”, — тип аңлатты яңылыҡты “Росреестр”ҙың Башҡорт­остан Респуб­ликаһы буйынса идаралығы етәксеһе Игорь Шеляков.


Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә