Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Хәүефһеҙлек өсөн уртаҡ яуаплылыҡ мотлаҡ”
3 июль – Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторҙары көнө

“Хәүефһеҙлек өсөн уртаҡ яуаплылыҡ мотлаҡ”Бөгөн юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге бөтөн ил халҡын борсоған иң көнүҙәк мәсьә­ләләрҙең береһенә әүерелде. Ҡайһы саҡ Рәсәй юлдарында һуғыш бара тиерһең – ҡорбандар йөҙҙәрсә, меңдәрсә ғүмер менән иҫәпләнә. Күптәрҙе аямай был “һуғыш”. Ҡағиҙәләрҙе, язаны көсәйтеү генә һаман хәлде
тамырынан үҙгәртеү мөмкинлеген бирмәй. Һандар ҡот осҡос: республикабыҙ юлдарында йыл дауамында ғына бер ауыл халҡына торошло кеше һәләк була! Баҡһаң, йыш ҡына эргә-тирәләгеләргә үҙебеҙ битараф икән. Бындай күңелһеҙ статистика – ошоноң һөҙөмтәһе. Башҡор­тостан буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идара­лығы начальнигы, полиция полковнигы Динар ҒИЛМЕТДИНОВ менән аралашҡанда ла был фекер раҫланды. Юлдағы тәртипһеҙлектәргә ҡаршы ниндәй генә ысул ҡулланма, ниндәй генә яза уйлап тапма, әгәр йәмғиәтебеҙҙә битарафлыҡ хөкөм һөрә икән, ыңғай үҙгәрешкә өмөт итеп булмай.



– Динар Заһит улы, һандар ни һөйләй: юл-транспорт һәләкәттәре артамы, әллә кәмейме? Шулай уҡ балалар ҡатнашлығында булған­да­рына айырым туҡталғы килә...
– Шөкөр, юл фажиғәләре яйлап булһа ла кәмей. Эшмәкәрле­гебеҙҙең төп маҡсаты шул бит. Мәҫәлән, йыл башынан 1291 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 136 кеше һәләк булған, 1617-һе төрлө тән йәрәхәттәре алған. Аварияларҙың 114-е — балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнаш­лығында. Үкенескә ҡаршы, был һәләкәттәрҙә ике баланың ғүмере өҙөлдө, шулай уҡ 118 сабый йәрәхәт алды.
Былтырғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, һәләк булған балалар һанының бер аҙ кәмеүе күңелде йылыта. Тимәк, ата-әсәләр автомобилдә баланы йөрөтөүгә яуаплыраҡ ҡарай башлаған. Әммә үлем осраҡ­тарын кисектерә алма­уыбыҙ барыбер йөрәкте өйкәй. Нисек кенә булмаһын, йәш быуынға бөгөн юлда төп хәүеф яҡын­дарынан янай тиергә мөмкин, уларҙы бит ситтәр алып йөрөмәй. Берәү 500 мең һумға машина һатып алып, хаҡы ике мең һумдан артмаған махсус креслоға аҡсаһын ҡыҙғанып, сабыйының ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя икән, бик үкенесле, әлбиттә. Шуға ла балаларҙың ғүмере өҙөлөүҙә уларҙы ҡурсаларға тейешле өлкән быуындың үҙенең ғәйебе тураһында ла һөйләргә туранан-тура нигеҙ бар.
– Юлда авариялар кәмеһен һәм кешеләр һәләк булмаһын өсөн бөгөн ниндәй саралар күрер кәрәк?
– ЮХХДИ идаралығы бының өсөн бар тырышлығын һала. Һуңғы йылдарҙа “Күмәкләгән – яу ҡайтарған” тигән девиз менән эшләйбеҙ. Бөтөн институттар һәм ведомстволар был көрәшкә ҡушыл­ды. Һөҙөмтәне үҙегеҙ күрә­һегеҙ: юлда авариялар һаны кәмене. 2013 – 2015 йылдарға алынған маҡсатлы программа үтәлде. Уны тормошҡа ашырыуға бүленгән миллиард һумдан ашыу аҡса юл хәрәкәтен хәүефһеҙерәк итеү өсөн тотонолдо. “Кречет” камераларының күбәйеүенә лә тап ошо программа сәбәпсе булды. Видеоҡоролмалар юлда тәртип һаҡлауға булышлыҡ итә.
– Моғайын, юлдарҙың торошо ла авариялар һанына йоғонто яһамай ҡалмайҙыр?..
– Әлбиттә, уларҙың насар хәлдә булыуы – йыш ҡына аварияға килтергән сәбәптәрҙең береһе, бының менән тулыһынса килешәм. Бигерәк тә юлда билдәләрҙең һәм һыҙаттарҙың булмауы. Кеше тапалһынмы йә автомобилдәр бәрелешһенме, әгәр юлда билдәләр юҡ икән, был хәл шунда уҡ һәләкәткә илтеүсе сәбәптәр исемлегенә индерелә. Мәҫәлән, яуым-төшөм мәлендә билдә менән һыҙаттарҙың хәүефһеҙлек өсөн әһәмиәте икеләтә-өсләтә арта. Рулдәге кеше иғтибарын юғалтып, йәйәүлеләр үткәүеле билдәһен күрмәһә лә, юлдағы һыҙаттарҙы күҙҙән ысҡындырмаясаҡ. Үҙегеҙ ҙә шаһитһығыҙ: яҙ етеү менән юлдар насар хәлгә килә. Водителдәр йыш ҡына ошо соҡор-саҡырҙы урап үтәм тип тә бәләгә осрай. Ә баш­ҡаса сара юҡ. Шуға ла хәүеф­һеҙлекте тәьмин итергә тейешле инспектор юлдың торошон теркәргә мәжбүр. Был һис тә шатландырмай, әлбиттә.
Юлдар һәйбәт булған участкаларҙа авариялар булмай тиерлек. Әле яңыраҡ ҡына Өфө – Затон юлында рөхсәт ителгән тиҙлекте сәғәтенә 80 километрға тиклем арттырҙыҡ. Был юлда шәп йөрөргә була. Өфө – Аэропорт юлы ла тигеҙ, унда ла тиҙлекте арттырасаҡбыҙ. Әгәр бер ай эсендә биш һәм унан да күберәк юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә икән, ундай юл хәүефле тип һанала. Хәлде яҡшыртыу өсөн тиҙлек кимәлен кәметеү, төрлө инстанцияларға юлды төҙәтеү кәрәклеген белгертеп мөрәжәғәт итәбеҙ. Мәҫәлән, соҡорҙарҙы “ямау” буйынса әүҙем эш алып барҙыҡ. 5 июлгә тиклем бөтөн ҡала һәм райондарҙа ошо етешһеҙлекте бөтөрөү бурысы ҡуйылды. Нисек кенә булмаһын, бергәләп эшләүҙең һөҙөмтәһен күрәбеҙ. Үрҙә телгә алынған йүнәлештәрҙә авария юҡ тип билдәләп үттем. Юлдар һәйбәт, йәйәүлеләр өсөн өҫтән үткелдәр эшләнде. Хәҙер иң хәүефлеһе булып Өфө – Иглин араһы һанала. Был йүнәлештә атҡараһы эштәр байтаҡ.
– Юлдар насар, ә авариялар күп бул­ған тағы ниндәй райондарҙы атап үтер инегеҙ?
– Статистика күрһәткестәре иғтибарҙы ҡайҙа йүнәлтергә икәнлеген үҙе үк һөйләп тора. Быйыл Салауат ҡалаһында авариялар һаны артты. Машиналар күләме шул уҡ, ә юл-транспорт ваҡиғалары күберәк теркәлә. Архангел, Баҡалы, Борай, Кушнаренко, Стәрле­тамаҡ, Саҡмағош райондарында ла хәл шәптән түгел.
– Хәҙер юлдар­ҙың хәүеф­һеҙ­леген күберәк видеокамералар күҙәтә тип әйтеп үттегеҙ. Улар­ҙың файҙаһын нисек баһалай­һы­ғыҙ? Һуңғы мәлдә ЮХХДИ инспек­тор­ҙары урам буйында һирәгерәк осрай, был авария­лар­ҙың артыуына килтер­мәй­ме?
– Эшебеҙҙең һөҙөмтәһе әлеге лә бая­ғы һан­дарҙан сығып баһа­лана. Әгәр беҙ камера ҡуйған билә­мәлә юл-тран­с­порт һәләкәт­тәре күҙгә күренеп кәмей икән, тимәк, яңы ысул үҙ-үҙен аҡлай. Йәнә инспекторҙар водитель менән бәхәскә инмәй, был да камераның бер өҫтөн­лөгө. Ҡағиҙәне боҙған­һың икән, ул мотлаҡ теркәлә һәм видеофиксация үҙәгенә оҙатыла, унда иһә ҡарар сығарыла һәм ғәйеплегә хәбәр итеү өсөн почтаға ебәрелә – бына бөтә тәртип.
Күптәр инспекторҙарҙың кәмеүе юлда бәлә-ҡаза артыуына килтерер тип уйлағайны. Әммә, киреһенсә, камералар ярҙамында һәләкәттәрҙе кәметеүгә өлгәштек. Әлеге мәлдә төбәктә 137 стационар комплекс ҡуйылған. Йыл дауамында эре ҡалаларҙа тағы 30 ҡоролма ҡуйырға ниәтләйбеҙ. Биш ай эсендә ошо техника ярҙамында 129 миллион һумлыҡ штраф һалынған. Дөйөм штраф күләме 544 миллион һумға барып баҫҡан.
Нисек кенә булмаһын, камералар үҙен аҡлай. Тик улар күберәк булһын ине тигән теләк бар. Мәҫәлән, күрше Татарстанда юлдарҙың дөйөм оҙонлоғо – 26 мең километр. Уларҙа 1 300 видеокомплекс ҡуйылған. Ә беҙҙә юлдар оҙонлоғо – 56 мең километр. Рәсәйҙә автомобиль юлдарының оҙонлоғо буйынса Краснодар крайынан ҡала икенсе урында киләбеҙ.
Бөгөн юл-транспорт ваҡиға­ларының төп сәбәптәре – тиҙлекте рөхсәт ителгәндән арттырыу, юлдың ҡаршы һыҙатына сығыу һәм иҫерек килеш рулгә ултырыу.
– Өфөлә хәҙер тыйылған урында автомобилеңде ҡал­дырыуы ҡурҡыныс. Эвакуатор хеҙмәте әүҙем эшләй. Шул уҡ мәлдә баш ҡалабыҙҙа автотуҡ­талҡаларға ҡытлыҡ икәнлеге бөтәһенә лә мәғлүм.
– Ни өсөн Көнбайыш илдәрендә тыйыусы билдә торғанда берәү ҙә туҡтап, машинаһын ҡалдырып китмәй һуң? Ә беҙҙә баш­баштаҡланған бер кеше арҡаһында урамдарҙа һыу буйы тығындар барлыҡҡа килә. Беҙ бит юлдарҙы шуның өсөн киңәйт­термәнек. Миҫал өсөн баш ҡаланың Ленин һәм Достоевский урамдары киҫелешен күҙ алдына килтерегеҙ. М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрынан алып юл киҫелешенә тиклем машиналар ике рәткә туҡтай. “Авария” билдәһен тоҡандыралар ҙа эштәре буйынса сығып китәләр. Һөҙөмтәлә автобустарға үтеү ҡыйынлаша, тығын барлыҡҡа килә.
Ысынлап та, автомобилде ҡалдырып китеү өсөн махсус урындар етмәй, әммә бындай мәлдә водителдәр алдан уйлап хәрәкәт итергә тейеш. Билдә тора икән, юл ҡағиҙәһе мотлаҡ үтәлһен. Беҙ юл ситендә автомобиль ҡалдырыуҙы бөтөнләйгә тыйма­ныҡ, тик рөхсәт ителмәгән урынға һәм икенсе рәткә генә ҡуйма­һындар.
– Һеҙгә эш буйынса илебеҙҙең башҡа төбәк­тәрендә, сит илдәрҙә лә булырға тура килә. Унда юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәмәү­селәргә ҡаршы ниндәй ысулдар менән көрәшәләр?
– Әлеге көндә республикала 1 миллион 300 меңдән ашыу автомобиль теркәлгән һәм Баш­ҡортостан Рәсәйҙең техни­каға иң бай биш төбәге иҫәбенә инә. Беҙҙең бөтөн айырма ошонда. Ә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге өсөн илебеҙҙең башҡа төбәк­тәрендә лә шул уҡ ысулдар менән көрәшәләр. Сит илдәрҙә лә шулайыраҡ, тик уларҙа яуаплылыҡ күпкә ҡатыраҡ. Миңә Германияның полиция академияһында эш сәфәрендә булырға, Швейцарияла Рәсәй исеменән сығыш яһарға тура килде. Әлбиттә, айырма юҡ түгел. Мәҫәлән, беҙҙә штрафын түләмәгән водитель ЮХХДИ инспекторҙары ҡулына икенсе тапҡыр эләкһә, уға икеләтә штраф йә 15 тәүлеккә иректән мәхрүм ителеү янай. Сит илдәрҙә иһә штраф күләме артҡандан-арта бара. Шулай уҡ страховка компаниялары менән хеҙмәт­тәшлек итеү күпкә ҡатмарлыраҡ уларҙа. Шуға ла сит илдәрҙә полиция менән аңлашылмаусанлыҡ килеп тыума­һын өсөн һәр кем штрафы бармы-юҡмы икәнлеген тикшереп, бурысын ваҡытында түләп тора.
– Беҙҙә лә штрафтарҙы түләтеүҙең яңы ысулын уйлап таптылар. Хатта 50 процентлыҡ ташлама ла эшләнеләр. Был алымға ҡарашығыҙ нисек?
– Ыңғай ҡараштамын, сөнки күптәр ташлама булған ваҡытта бурыстарын түләп ҡалырға тырыша. Быйыл биш айҙа дөйөм күләме 544 миллион һумлыҡ штраф һалынған тип әйтеп үткәйнем. Шуның 90 проценты түләнгән дә инде. Быға тап ошо алым булышлыҡ итте.
– Ҡайһы саҡта ҡала урамдарында, бигерәк тә Өфөлә, “ен”дәй осоусы пассажир транспорты, “маршрутка”лар осрай. Ирекһеҙҙән, юл ҡағиҙә­ләренең уларға бер ниндәй ҡағылышы юҡтыр, тип уйлап ҡуяһың. Был мәсьәләне хәл итеп булмаймы? Мәҫәлән, бихисап “ГАЗель” менән “Мерседес”­тар һанын кәметеү иҫәбенә булһа ла. Ни тиһәң дә, урам­дағы тығындарға йыш ҡына улар ғәйепле бит.
– Бөтәһе лә үҙ эше менән шөғөлләнергә тейеш: бөгөн беҙ, улар ҡағиҙәне боҙһа, язаға ғына тарттыра алабыҙ. Башҡаһы – транспорт инспекцияһының, ҡала етәкселегенең яуаплылығында. Тиҙҙән хәл үҙгәрәсәк. Күптән түгел Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатнашлығында Дәүләт советының юлдарҙағы авария­ларға, уларҙың торошона арналған ултырышы үтте. Унда хәлде ыңғай яҡҡа үҙгәртәсәк бихисап мәсьәлә күтәрелде. Һеҙҙең һорау ҙа бар. Элегерәк былар бөтәһе лә автоинспекция иңендә булды. Июлдә 220-се Федераль закондың үҙ көсөнә инеүен көтәбеҙ. Берен­сенән, автобус­тарҙы шәхси кешеләр исеменә башҡа теркәмә­йәсәктәр, юридик берәмектәр генә һатып ала аласаҡ ундай транспортты. Икенсенән, яңы законға ярашлы, пассажирҙар йөрөтөүгә ҡағы­лышлы закон боҙоуҙарға транспорт инспекцияһы менән берлектә протоколдар төҙөргә хоҡуғыбыҙ бар. Күптәрегеҙ шаһит булғандыр: водитель туҡталышҡа барып етмәйенсә пассажирҙарҙы сығара. Әле бының өсөн уға 500 һум штраф янаһа, яңы закон буйынса тәүге тапҡыр – өс мең һум, тағы берҙе тотолһа, биш мең һум штраф түләргә тура киләсәк. Штраф кеҫәгә һуға башлаһа, водителдәрҙең күбеһе теләгән ерҙә туҡтауҙан тыйыласаҡ. Йәнә элек дәүләт автоинспекцияһы халыҡты рөхсәтһеҙ ташыған водителдәр менән бер нәмә лә эшләй алмай ине. Хәҙер иһә муниципалитеттан рөхсәт алмаған водителдәргә – 20 мең һум, ә юридик берәмектәргә 200 мең һумға тиклем штраф һалырға була. Закон үҙ көсөнә инеү менән пассажирҙарҙы йөрөтөү өлкәһендә бер ай эсендә тәртип булдырырбыҙ тип ышанам.
Ҡалала автобустарҙың күпле­генә килгәндә, был бер бөгөн генә тыуған мәсьәлә түгел. Ысынлап та, белгестәр иҫәпләүенсә, Өфө ҡалаһына 3,5 мең берәмек пассажир транспорты артығы менән етергә тейеш. Ярай, беҙ хатта биш меңгә лә риза. Әммә бөгөн уларҙың һаны 20 меңдән ашыу! Тап ошо арҡала тығындарға, күберәк табыш алыу өсөн водителдәрҙең бер-береһе менән уҙышыуына юл ҡуйыла ла инде. Автобустар һанын тейешенсә ҡалдырғанда, бер ниндәй ҡатмарлыҡ булмаҫ ине.
– Ошо көндәрҙә идаралы­ҡ­тың 80 йыллыҡ юбилейын билдә­ләйһегеҙ. Бөгөн күпме хеҙмәткәр бар һеҙҙә? Байрам уңайынан уларға ниндәй теләктәр еткерер инегеҙ?
– Беҙҙә ике меңгә яҡын кеше мәшғүл, хеҙмәткәрҙәр штаты башҡаса ҡыҫҡартылмаясаҡ. Юл-патруль хеҙмәткәре яҡшы эш хаҡы ала. Әлбиттә, тәүге ярты йылда, стажировка мәлендә, 15 мең һумға ғына осто-осҡа ялғарға тура килә, әммә һуңынан ул 28 мең һумдан 45 меңгәсә барып етә. Быны һис тә аҙ сумма тип әйтә алмайым. Шулай уҡ хеҙмәт стажы тиҙерәк йыйыла: бер йыл осор йыл ярымға тиңләнә.
Коррупцияға ҡаршы даими көрәшәбеҙ. Патруль хеҙмәтенең бөтөн автомобилдәре лә бөгөн видеотеркәү камераһы менән йыһазландырылған, унда инспек­торҙарыбыҙҙың һәр аҙымы һәм һүҙе яҙылып тора. Әгәр инспектор камераны һүндерһә, был турала беҙгә шунда уҡ хәбәр ителә. Шулай уҡ һәммәһе өсөн дә ишек асыҡ: беҙгә килгән һәр ялыуҙы һәм ғаризаны ентекле тикшерәбеҙ. Инспекторҙың ришүәт алырға яратыуы тураһында хәбәрҙәр ише­телһә, ундайҙарҙан ҡотолоу яғын ҡарайбыҙ.
Идаралыҡта эш еңел түгел. Ҡышҡы 40 градуслыҡ сатлама һыуыҡта ла, йәйге 40 градуслыҡ селләлә лә инспекторҙар юлда. Ошо 80 йыл эсендә 20-гә яҡын хеҙмәткәребеҙ эш урынында һәләк булған. Иҫеректе ҡыуғанда аварияға эләгеп тә, тапалып та, енәйәтселәр ҡулынан да һәләк булғандар бар. Бөгөн идаралыҡта үҙ һөнәрен яратҡан, тоғро һәм яуап­лы, ышаныслы кешеләр генә эшләй.
– Интернет селтәрендә шәхси блогығыҙ бар, шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә лә теркәлгәнһегеҙ. Улар эшегеҙҙә ярҙам итәме?
– Мин берәүҙән дә йәшенмәйем, бөтәһе өсөн дә һәр ваҡыт асыҡмын: ысынлап та, Интернетта шәх­си блогым бар (http://02.gibdd.ru/blog/), шулай уҡ “Фейсбук”та теркәлдем. Кешеләр ебәргән бөтә һорауҙарға ла үҙ ваҡытында төплө яуап бирергә тырышам. Әйткәндәй, был мөрәжә­ғәттәрҙән үҙебеҙ өсөн һығымта яһайбыҙ, бик күптәрҙең әйткәне, кәңәше эшебеҙҙең сифатын баһаларға ярҙам итә.
– Әңгәмә өсөн рәхмәт, эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872