1953 йылда ҡулыма журнал тотоп, тәүге тапҡыр мәктәп тупһаһы аша үтеп, уҡытыусы сифатында класҡа ингәйнем. Ошо ваҡыттан башлап халыҡ мәғарифы тормошомдоң айырылмаҫ өлөшөнә әйләнде.
Уҡытыусы, завуч, урта мәктәп директоры, башҡорт мәктәптәре өсөн дәреслектәр, программалар, методик әсбаптар әҙерләү һәм нәшер итеү буйынса кабинет мөдире, 34 йыл “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире булып эшләнем. Мәғариф системаһындағы күп реформалар, үҙгәрештәр күҙ алдында үтте. Мәктәп системаһы 7 йыллыҡтан 11 йыллыҡҡа тиклем үҙгәреш кисерҙе. Республикала хатта биш-алты мәктәптә 12 йыллыҡ буйынса эксперимент үткәрелде, йәнәһе, Көнбайыштың ҡайһы бер илдәре шулай уңышлы эшләй. Әммә беҙҙә ул система хуплау тапманы.
Бынан өс йыл самаһы элек Дәүләт Думаһы “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында” Законға үҙгәрештәр ҡабул иткәйне. Бик ентекләп уҡып сыҡтым уны, әммә шул мөһим документта “уҡытыусы” һүҙен тапманым. Ә бит беҙ ғүмер буйы “уҡытыусы — мәктәптә төп фигура” тип иҫәпләй торғайныҡ. “Быйылғы уҡыу йылы уҡытыусыһыҙ башлана” тигән мәҡәлә яҙырға мәжбүр булдым. Депутаттарҙың да беренсе һәм яратҡан уҡытыусыһы булғандыр бит. Бәлки, уларҙың шулай юғарыла ултырыуында уҡытыусыларының да мул ғына өлөшө барҙыр. Шулар үҙ остаздарына ҡаршы тауыш бирһенсе әле — нисек йәнең көймәһен! Уҡыу башланыуға ике-өс көн ҡалғас ҡына юғары кимәлдән “уҡытыусы” терминын индерергә” тигән бойороҡ килеп төштө.
Беҙ элек-электән хеҙмәтте йәш быуынға тәрбиә биреүҙең нигеҙе итеп ҡараныҡ. Шуға күрә мәктәп кенә түгел, атай-әсәй ҙә балаһын хеҙмәткә өйрәтеүҙе ҙур бурысы итеп күрҙе. Миңә, мәҫәлән, атайым урмандан утын алып ҡайтырға, ҡул салғыһы менән бесән сабырға, мал-тыуарҙы ҡарарға, арҡан ишергә, хатта сабата үрергә өйрәтте. Һәр хеҙмәттең ҡәҙерен белеп үҫтек, уға баһа бирергә өйрәндек.
Совет заманында белем усаҡтары ла “хеҙмәт мәктәбе” тип йөрөтөлдө. Улар уҡыусыларға хеҙмәт тураһында белем, тәрбиә менән генә сикләнмәне, оло юлға сығыу өсөн башланғыс һөнәр ҙә бирҙе. Бөгөн хатта мәктәп тирәләй сәскә ултыртырға ла атай-әсәйҙең ризалығы һәм ҡултамғаһы кәрәк. Шунһыҙ мәктәп директоры баланы эшкә йәлеп итә алмай. Ошо йәһәттән ирекһеҙҙән Кушнаренко районының Иҫке Туҡмаҡлы мәктәбе хәтергә килеп төшә. Ике-өс тракторы, йөк машинаһы, етерлек тағылма инвентары булды уның. Йыл әйләнәһенә етерлек емеш-еләк, йәшелсә әҙерләнеләр. Балалар үҫтергән шәкәр сөгөлдөрөн заводҡа тапшырып, тонналап шәкәр ала инеләр. Райондың бөтә балалар баҡсаларын шәкәр менән тәьмин итте, был мәктәп хатта олимпиадаларҙа һәм төрлө конкурстарҙа бағыусы булып сығыш яһаны. Производство бригадалары, культстан эштәре ярҙамында мәктәп балаларҙы киләсәк тормошҡа, хеҙмәткә, һөнәр һайларға өйрәтте. Бик күптәр шул арҡала тормошта үҙ урынын тапты, бәхетле тормош ҡороп ебәрҙе.
Хәҙер мәктәп хеҙмәт тәрбиәһен онотто. Дөрөҫөн әйткәндә, ошо мөһим тәрбиә сараһы законда сағылыш тапмаған кимәлдә.
Тағы бер күренеш борсой. Әле мәктәптәр балаларға ҡайнатма, тоҙло ҡыяр, помидор, кәбеҫтә ашата алмай. Уның өсөн ойошмаларға йөрөп сертификат алырға кәрәк, шунһыҙ туҡландырыу ҡәтғи тыйыла. Балалар үҙҙәре үҫтергән емеш-еләктең файҙаһын күрмәй. Шуныһы ҡыуаныслы: ҡайһы бер мәктәптәр (улар бик аҙ) элекке матур традицияларҙы һаҡлап, малай-ҡыҙҙарҙы заман талаптарына ярашлы үҫтерергә тырыша.
Яңы ғына профессор Камил Әхийәров, доцент Зиннәт Аллаяров һәм мин Нуриман районының Байгилде аграр лицейы эше менән танышып, ҡыуанып ҡайттыҡ. Балаларҙың ер ҡәҙерен белеп үҫеүе шатландырҙы беҙҙе. Көрәк, тәпке һәм башҡа ҡоралдар менән улар ихлас күңелдән эшләй, тәжрибәләр үткәрә, хеҙмәттең һөҙөмтәһен күрә. Арпаның тиҫтәнән ашыу сорты һынау үтә, төрлө сорттағы ҡарағат күп, алмағастар, емеш-еләк, йәшелсә үҫтерәләр, көндәлек алып барыла. Лицей директоры Салауат Исмәғилев (атаһы Брест крепосын һаҡлаған, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, ошо мәктәптә күп йылдар директор булып эшләгән) коллективтың һәм уҡыусыларҙың хеҙмәтенән бик ҡәнәғәт. Ғәмәли эштәр фәнгә таянып алып барыла. Балалар бында ҡул хеҙмәтенә, ағас эшенә һәм слесарлыҡҡа, уҡытыу-тәжрибә майҙанында эшләргә өйрәнә. Ә юғары кластарҙа физика-математика, химия-биология фәндәре тәрәндән өйрәнелә, күп кенә уҡыусылар юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарында белем алыуҙы дауам итә, ә бәғзеләр, лицейҙы тамамлап, үҙ урындарын таба, халыҡ хужалығында эшләй, ғаилә ҡора.
Элегерәк ҡала мәктәптәрендә лә хеҙмәткә ҙур иғтибар бирелде. Оҫтаханалар, лабораториялар, төрлө түңәрәктәр эшләне. Күптәр шул арҡала вуздарға уҡырға инде, ә ҡайһы берәүҙәр, башланғыс һөнәри белем алып, эшкә урынлашты. Бөгөн иһә завод-фабрикалар күп кенә һөнәр эйәләренә ҡытлыҡ кисерә, сөнки улар мәктәптәрҙә әҙерләнмәй. Минеңсә, әле тормош мәктәптәрҙә хеҙмәткә өйрәтеүҙе, хеҙмәт тәрбиәһен тергеҙеүҙе яңынан талап итә. Был йәһәттән, бәлки, законға ла үҙгәреш индерергә кәрәктер, сөнки бер генә йәмғиәт тә хеҙмәтһеҙ йәшәй алмай, артабан үҫеүҙән туҡтап ҡала.
Әле мәктәптәрҙә Берҙәм дәүләт имтихандары булып уҙҙы. Мин ул системаға ҡаршымын. Имтихандарҙы ойоштороу һәм үткәреү, минеңсә, педагогика ҡағиҙәләренә ҡаршы килә, баланың хоҡуҡтарын сикләй. Элегерәк бала имтиханға байрамға ашҡынған һымаҡ дәртләнеп килә ине, ҡулында — уҡытыусыһына йорто ихатаһынан йәки яландан йыйылған сәскә гөлләмәһе. Шуның менән педколлективҡа рәхмәтен белдерҙе ул. Ә хәҙер оҙатып килгән уҡытыусыны урамда ҡалдыралар, ә бала бинаның тупһаһын аша атлап үтеү менән ҡаты тентеү башлана. Ниндәйҙер “ҙур башлы” кеше металл эҙләүсе ҡорамал уйлап сығарған. Уның ярҙамында уҡыусының аяҡ тырнаҡтарынан башлап башындағы сәсенә тиклем тентеү үткәрелә, әйтерһең дә, ҡурҡыныс енәйәтсене тапҡандар. Ингәс, бәҙрәфкә бара алмай, унда ҡарауыл тора. Ошо кәйеф менән уҡыусы имтихан тоторға инеп китә. Әлбиттә, бала тиҙерәк һынауҙы биреп, бынан ысҡыныу яғын ҡарай. Был ниндәй имтихан булһын инде, ул бит йәберләүҙәргә, кәмһетелеүгә дусар ителә. Йәмғиәткә ышанысын юғалтҡан быуын итеп күрәм мин уларҙы.
Ишетелеүенсә, БДИ балаларға юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү өсөн тигеҙ шарттар тәьмин итә, йәнәһе, уларҙың белем кимәле бер тигеҙ була. Быға икеләнеберәк ҡарайым, бәлки, дөрөҫ тә түгелдер. Әйтәйек, ауыл ерендәгеләрҙе 10—15 саҡрымдан мәктәпкә автобус алып килә, һәм улар дәрестәр тамамланыуын көтөп тора. Кластан йәки мәктәптән тыш эштәр, түңәрәктәр йәки секциялар тураһында уйлау хыял ғына булып ҡала. Шул уҡ ваҡытта ҡала мәктәптәрендә төрлө осрашыуҙар, танылған ғалимдарҙың конференциялары үткәрелә, атай-әсәй хатта башланғыс кластан уҡ репетитор яллап ҡуя, ул эшен БДИ-ға тиклем дауам итә. Төрлө экскурсиялар, аралашыуҙар ойошторола. Ошо йәһәттән балаларҙың белем кимәленең берҙәй булыуы мөмкинме, әллә айырма бармы? Ошондай хәлдәр бөгөнгө системаға ҡарата икеләнеп ҡарарға мәжбүр итә.
БДИ, ғәҙәттә, бик ҡатмарлы үтә. Ауыл балалары имтихан тапшырыу өсөн 50–100 саҡрымдан район үҙәгенә килә. Унда Мәғариф министрлығы вәкиле, имтихан тамамланғас та, бүлек мөдиренең машинаһында пакеттар менән Өфөгә юллана, артабан — Мәскәү. Бер аҙҙан һуң баш ҡаланан һөҙөмтәләр тураһында хәбәр килә. Бының өсөн күпме аҡса тотонола? Ғөмүмән, БДИ уҙғарыу өсөн миллион-миллиард һумлап дәүләт аҡсаһы түгелә, күбеһе — кәрәкмәгәнгә. Ошо аҡсаны уҡытыусыларҙың эш хаҡын арттырыуға йүнәлтһәләр, күпкә отошлораҡ булыр ине.
Бала БДИ-ла 100 балл йыйһа, был үҙе, ата-әсәһе, коллектив, директор, мәғариф бүлеге етәксеһе өсөн ауыр ҡайғыға әйләнә, сөнки әлеге хәл ҙур кәңәшмәләрҙә “күҙ буяған өсөн” ҡаты тәнҡиткә эләгә.
Район хакимиәте башлығы бүлмәһендә ултырабыҙ. Ул йәһәт кенә мәғариф бүлеге етәксеһен үҙенә саҡыртып алды ла хат тотторҙо. Унда әлеге кешене эштән бушатыу тураһында яҙылғайны, сөнки бер мәктәп уҡыусыһы 100 балл йыйған.
Башлыҡ: “Юғарынан килгән бойороҡто үтәргә мәжбүрмен, һине эштән бушатам һәм үҙемдең урынбаҫарым итеп тәғәйенләйем, – тип көлдө лә миңә ҡараны, – бындай кирелеп эшләгән кешене табырға кәрәк әле”, – тип ҡулын ҡыҫып сығарып ебәрҙе. Ә 100 балл йыйған бала юғары уҡыу йортонда һәйбәт стипендия алып уҡыны.
Бөгөн БДИ тип тәрбиә эшен бөтөнләй оноттоҡ түгелме? Мәктәптең, педколлективтың эше тик имтихан йомғаҡтары буйынса баһалана. Шуға күрә бөтә эш БДИ-ны уңышлы үткәреүгә буйһоноп ҡала. Хәрби-патриотик тәрбиә, әхлаҡ, намыҫ төшөнсәләрен аңға һеңдереү онотола. Минеңсә, мәктәптең һәм ата-әсәнең төп бурысы – илдең лайыҡлы гражданын тәрбиәләү. Бәлки, тәрбиә етмәгәнлектән урлашыу, вәхшилек, кешелек сифаттарын юғалтыу, ғаиләләрҙең тотороҡло булмауы көсәйә баралыр.
Ғәҙәттә, республика халҡының һаны артыуы ауыл еренә бәйләнгән. Әммә бөгөнгө ауылда йәш бала күтәреп йәки коляска этеп йөрөүселәр һирәк күренә. Күптәр ғаиләләре менән перспективалы төбәктәргә күсеп китә. Ауылда эш юҡлыҡтан ҡарт-ҡоро ғына ҡалып бара. Уларҙан халыҡ һаны ишәйеүенә өмөт юҡ. Миллионлаған һум аҡса биреп, йәш белгестәрҙе ауылға ебәреү сәйәсәте бара ла ул.
Мәктәптәр тағы бер ауырлыҡ кисерә: директорҙың, мәғариф бүлеге мөдирҙәренең отчет яҙыуҙан башы сыҡмай. Йыш ҡына юғарынан 27 позиция буйынса отчет талап итәләр. Янғын һүндереүҙән башлап СПИД-ҡа, терроризмға тиклем йәһәт кенә белешмәләр кәрәк. Моғайын, отчеттар һанын кәметеп, педагогик коллективҡа үҙ эше менән ныҡлы шөғөлләнергә мөмкинлек бирергә кәрәктер.