Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ир аҫылы асылыр эшендә
Ир аҫылы  асылыр эшендә — Хаҡлы ялға сыҡҡас, яңы тормош башлана, тигәндәре шулдыр, күрәһең. Эшләгән саҡта ваҡыттың үтеүен дә, балаларҙың үҫеп, буй еткереп, тормош ҡороуҙарын да һиҙмәй ҡалаһың... Күптән тирә-яҡтың тарихы менән ҡыҙыҡһына торғайным. Йәшерәк саҡта тарих уҡытыусыһы һөнәрен һайламағанмын, тип үкенгән ваҡыттарым да булды. Бына хәҙер хыялдар аҡрынлап тормошҡа аша: шәжәрәбеҙҙе төҙөнөм, ауылыбыҙ тарихын ныҡлап өйрәндем, — тип, Камил Насырйән улы алдыбыҙға әллә күпме папка һалды.

Хәйбулла районының Быҙаулыҡ ауылында йәшәгән Камил Ғәйнуллинды район­даштары тынғыһыҙ кеше булараҡ яҡшы белә. Уның бер ваҡытта ла буш торғаны юҡ. Ауылдың ветерандар советы рәйесе булараҡ, оло йәштәгеләрҙең төрлө проблемаларын хәл итеүҙә ярҙам һорап район хакимиәтенә килһенме, ауылдаш­тарының йомошо буйынса башҡа берәй органға барһынмы, йәки ҡултығына ауыр папкаларын ҡыҫтырып, тарихи мәғлү­мәттәр йыйып йөрөһөнмө... Барыһына өлгөрә ул, йорт-ихатаһын бағырға, баҡса­һында төрлө йәшелсә-емеш үҫтерергә лә ваҡыт таба.
Төп хеҙмәттәренең береһе — бөткән ауылдар тарихын тергеҙеү, уларҙың нигеҙенә таҡтаташтар урынлаштырыу. Хәйер, бындай йөкләмәне Камил уҙамандың иңенә берәү ҙә һалмаған, барыһын да ул күңел ҡушыуы, йөрәк саҡырыуы буйынса башҡара. Тәүҙә ауыл тарихын өйрәнә, артабан таҡтаташмы, һәйкәлме асыу мәсьәләһен күтәрә, аҙаҡ уны бойомға ашырыу өсөн бағыусылар эҙләй, район етәкселегенә мөрәжәғәт итә. Үткән йыл тыуған ауылы Айыулыла, күптән түгел Быҙаулыҡ йылғаһының Таналыҡҡа ҡойған ерендә урынлашҡан Ишмөхәмәт ауылының элекке мәсете нигеҙенә таҡтаташ ҡуйҙыртҡан. Ҡасандыр үҙ мәктәбе, мәсете, магазины булған ауылдар совет осоронда “перспективаһыҙ” мөһөрө һуғылып, юҡҡа сыҡһа ла, унда тыуып-үҫеп, ғүмер иткән кешеләрҙең күбеһе иҫән. “Тап улар өсөн кәрәк тарих. Бигерәк тә йәш быуын үҙенең ата-бабалары тыуған нигеҙҙе белеп үҫергә хаҡлы”, — ти Камил Насырйән улы.
Ауыл тормошона килгәндә, быҙау­лыҡтар әллә ни маҡтана алмай. Дөрөҫөн әйткәндә, ул “ҡартая”, йәштәрҙең күбеһе ситтә. Ҡасандыр ике ҡатлы бинаны тотош биләгән белем усағы башланғыс мәктәп итеп үҙгәртелгән. Күп уҡытыусылар Аҡъярға йәки Сибай, Орск яҡтарына эшкә китергә мәжбүр булған.
Ауылдың ветерандар советы ағинәйҙәр ҡоро, ҡатын-ҡыҙҙар советы, мәктәп һәм клуб хеҙмәткәрҙәре менән һәр саҡ ҡулға-ҡул тотоношоп эшләй. Күмәкләшеп Оло йәштәгеләр көнөн, Яңы йыл, 8 Март байрамдарын, Ураҙа һәм Ҡорбан ғәйеттәрен үткәрәләр, клубтың бинаһына ремонт талап ителеү сәбәпле, уға күптән йоҙаҡ элен­һә лә, аптырап ҡалмайҙар, мәҙәни сараларҙы мәктәптә ойошторалар. Әлбит­тә, был эштәрҙең башында әйҙәүсе булып Камил Ғәйнуллин йөрөй. Зыярат­ты кәртәләү, юлдарҙы рәткә килтереү, ауылда мал көтөүен булдырыу мәсьә­ләләре лә тап уның тырышлығына бәйле хәл ителә.
“Ир аҫылы эштә беленә”, ти халыҡ мәҡәле. Камил ағай ҡатыны Әлмира менән өс ҡыҙ һәм ул үҫтергән, ағас ултыртҡан, йорт һалған, ғүмере буйы туған совхозында эшләп, төрлө маҡтау ҡағыҙҙарына һәм миҙалдарға лайыҡ булған. Уның үт­кәндәр хаҡында хәтерҙе йәш быуынға тап­шырырға, үлеләрҙең ҡәберен, те­ре­ләрҙең ҡәҙерен белергә тырышыуы баш­ҡаларҙы ла дәртләндереп, изге ғәмәлдәргә илһамландырып ҡына торһон ине.






Автор: Кәримә УСМАНОВА. Район: Хәйбулла районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә