Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эшле кеше – көслө кеше
Эшле кеше – көслө кеше Һуңғы йылдарҙа эшһеҙлек йәмәғәтселекте борсоған иң ауыр мәсьәләгә әйләнә бара. Нимә һуң ул? Википедияла былай тип аңлатыла: “Эшһеҙлек – илдәге эшкә һәләтле кешеләрҙең бер өлөшөнөң үҙенә яраҡлы шөғөл таба алмауы; социаль-иҡтисади бәлә. Йәше буйынса хеҙмәткә һәләтле кешеләрҙең (ғәҙәттә, 15-18 йәштән 60-65 йәшкә тиклем) эшһеҙ булыуы”. Эшһеҙлек кимәле бик күп күренештәргә бәйле, шул иҫәптән хөкүмәттең урта йәштәге кешеләргә мөнәсәбәтенән. Ниндәйҙер кимәлдә был проблема – тәбиғи күренеш. Тулы мәшғүллек бөтә кеше лә эшле тигәнде аңлатмай. Элекке СССР-ҙа “1930 йылда уҡ беҙҙә эшһеҙлек бөтөрөлдө” тип иғлан ителһә лә, миллионлаған кешенең нахаҡҡа һөргөнгә ебәрелеүен, төрлө «бөйөк төҙөлөштәргә» йәлеп ителеүен иҫәпкә алғанда, был идеологик лозунг хәҡиҡәткә тура килмәй.


Был заманда эшһеҙ ятып буламы ни, ана, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнһендәр, тигән һүҙҙәрҙе лә йыш ишетергә тура килә. Әлбиттә, теләге бар кеше барыбер юлын таба. Ләкин бизнес алып барыу һәләтенә һәр кем эйә түгел бит әле. Уны һәр ваҡыт уңышҡа илтеүсе һәм килем килтереүсе өлкә тип ҡарарға ярамай, сөнки бында өмөттәр өҙөлөү, ҡәнәғәтһеҙлек кисереү, хыялдарҙың селпәрәмә килеүе, ышаныстың ҡаҡшауы кеүек күренештәр, бәлки, күберәктер ҙә. Шулай ҙа энтузиазмды юғалтмайынса, бер уңыш­һыҙлыҡтан икенсеһенә хәрәкәт итеү – уңышлы булыуҙың бер сере. Тормошҡа ашмаҫ маҡсаттар юҡ, бары тик ялҡаулыҡ, зирәклектең етмәүе һәм күп һылтауҙар эҙләү генә маҡсаттарыңа ҡамасаулай. Үҙеңдә ошоларҙы еңеп сығырҙай көс таба алһаң, барыһы ла һин теләгәнсә буласаҡ. Шулай уҡ белемде камиллаштырыу буйынса ла эшләү зарур, сөнки көн дә үҙгәреп торған юғары технологиялар заманында йәшәйбеҙ һәм ошо талаптарға яуап биргәндә генә уңышҡа өлгәшергә мөмкин. Бер эшҡыуар әйткәнсә: “Тәүҙә аҡсаны – белемгә, унан һуң белемде аҡсаға эшләтергә кәрәк. Был – бөтә үҫештең дә нигеҙе”.
Ғөмүмән, кеше ни өсөн эшләй? Дөрөҫ, аҡса табыу һәм шул байлыҡ ярҙамында лайыҡлы тормош көтөү өсөн. Ләкин кемдер бының өсөн көн дә иртән тороп, бәлки, күңеленә ятып бөтмәһә лә, дәүләт эшенә йөрөй, ә кемдер үҙ кәсебенән ләззәт тә, килем дә ала. Икенселәр рәтенә, күп осраҡта, уңышлы эшҡыуарҙарҙы индерергә була. Ләкин бизнесҡа тотонорҙан алда барыһын да яҡшылап уйлап, төрлө яҡлап үлсәү мөһим. Бер ҡасан да аңламаған, энәһенән-ебенә тиклем төшөнмәгән идеяны тормошҡа ашырырға тырышырға кәрәкмәй. Бынан бер нәмә лә килеп сыҡмаясаҡ. Мәҫәлән, ғүмер буйы ҡалала йәшәгән кеше бөгөн килеп ауылда мал үрсетә аласаҡмы? Бәлки, үрсетер ҙә, ләкин был үтә лә ҡиммәткә төшәсәк. Йәки интернет селтәрендә эшләүҙең бар нескәлектәрен дә белмәгән кеше нисек итеп ул өлкәләге бизнеста уңышҡа өлгәшә алһын?
Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең бер сығышында: “Кем яңы эш асып, предприятиеһын иҫәпкә ҡуя, шуларға ҡыйыулыҡ өсөн миҙал бирергә кәрәк”, – тигәйне. Ошо һүҙҙәр нигеҙендә, кем нисек кенә һөйләмәһен, эшҡыуарлыҡ тураһында бар хәҡиҡәт ярылып ята, тип әйтергә була. Һәм ул хәҡиҡәт шәхси кәсептең бик ауыр һәм ҡатмарлы өлкә булыуын асыҡ дәлилләй.
Һуңғы йылдарҙа эшҡыуар­лыҡҡа ҡараш ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе, уға тотоноу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылды. Ғөмүмән, Башҡор­тостанда айырыуса фермер­лыҡҡа иғтибар юғары булырға тейеш, сөнки беҙҙең халыҡ ергә береккән, ерҙең тын алышын яҡшы аңлай һәм ер менән эш итә белә. Ләкин шәхси фермер­лыҡҡа ғына ышанып, колхоз-совхоздарҙы, күмәк хужалыҡ­тарҙы бөтөрөү хата, сөнки улар бер-береһенә конкуренция булдыра, ә был, үҙ сиратында, бер урында тапанмаҫҡа, тырышырға, яңы юлдар табырға этәрә. Беҙҙең илдә ауыл хужалығы өсөн бар яуаплылыҡты фермер елкәһенә генә һалыу дөрөҫ түгел, сөнки ул әлегә был ихтыяжды тулы кимәлдә ҡәнәғәтләндерә алмай. Шулай уҡ хәҙер фермерҙар, колхоз-совхоздар, ғөмүмән, төрлө өлкәлә эшләүсе эшҡыуарҙар дәүләттән ныҡлы ярҙам ала. Ләкин ҡаҙна аҡсаһына ғына өмөт итергә ярамай, күберәген үҙеңә таянырға кәрәк.
Йүнселде уңышҡа илтеүсе сифаттар – ул етдилек, башҡар­ғандарың өсөн яуаплылыҡ тойоу, бергә эшләгән кешеләргә иғтибарлы булыу, уларҙың хеҙмәтен тейешенсә баһалау, теге йәки был хәлде алдан күҙаллай белеү. Тағы ла мөһим фактор – ныҡлы рухи терәктең, йәғни һине аңлаған, һәр ваҡыт терәк булырҙай ғаиләңдең булыуы. Барлыҡ ошо факторҙар берләшмәһе генә эшҡыуар­лыҡта уңыш ҡаҙанырға мөмкинлек бирә.
Һүҙ ҙә юҡ, кешенең йәшәйеше һәм үҫешендә мәшғүллек ҙур урын биләй. Хеҙмәт эшмәкәрлеге, лайыҡлы йәшәү, донъя көтөү өсөн табыш килтереүҙән тыш, белем алыуға, сәләмәтлекте һәм тормош сифатын яҡшыртыуға инвестиция ла булып тора. Халыҡтың эшле булыуы илдең ҡеүәтен һәм килемен арттыра, яҡшы сифатлы тауарҙар етештереү өсөн киң мөмкинлек аса. Һөҙөмтәлә хеҙмәт тотош йәмғиәттең үҫешенә булышлыҡ итә.
Хеҙмәт табыш килтереп кенә ҡалмай, шәхестең үҫешен, ҡиммәттәрҙе һәм йүнә­лештәрҙе билдәләй, енәйәтселектең баш ҡалҡытыуын тотҡарлай. Рәсәй өсөн үтә ғәҙәти булған эшсе ҡулдарға ҡытлыҡ 90-сы йылдар башындағы тәрән үҙгәрештәр осоронда баҙар иҡтисады үҫешкән илдәргә хас эшһеҙлек, тормош сифатының түбә­нәйеүе менән алмашынды. Элекке социаль хеҙмәт мөнәсәбәттәрен кәүҙәләндергән эшсе көсөнә ҡытлыҡты яһалма рәүештә барлыҡҡа килтереү, хеҙмәттең түбән баһаланыуы, мәшғүллектең иҫкергән профессиональ һәм тармаҡ структуралары бөгөн дә күҙәтелә.
Хәҙерге мәшғүллек өлкәһенә хас үҙенсәлектәрҙе ҡарап үтәйек. Баҙар мөнәсәбәттәренә ят булған артыҡ эшсе көстө тотоу, хеҙмәт баҙарының стихиялы үҫеүе, эшһеҙлектең артыуы менән етештереүҙең бөлгөнлөккә төшөүе араһындағы ярашмау­санлыҡ, табышты тигеҙ бүлергә тырышыу предприятиеларҙы көсһөҙләндерә.
Мәшғүллек өлкәһен реформалау осоронда иҡтисадта һәм социаль өлкәлә көрсөк көсәйә, рәсми һәм теркәлмәгән мәшғүл­лек араһында сиктәр юйыла, табыш алыуҙың йәшерен формалары киң тарала, “конвертта” түләү ғәҙәти күренешкә әүерелә. Мәшғүллектең йәшерен формаһы Рәсәйҙә реформаларға тиклем дә күҙәтелде (тегенсе, бала ҡараусы, репетитор һ.б.), әммә баҙар мөнәсәбәттәренә күсеү осоронда уның иҡтисадтағы роле, күләме, йәшерен характеры айырыуса киҫкен төҫ алды. Хәҙер улар хеҙмәт баҙарының үҙаллы өлөшөнә әүерелеп, социаль-иҡтисади хәлгә һиҙелерлек йоғонто яһай.
Кем һуң ул эшһеҙ? Хеҙмәткә һәләтле, туҡтауһыҙ эш эҙләү өҫтөндә, әммә әлегә уны таба алмай йөҙәгән кеше. Иҡтисадтағы баҙар системаһының ҡотолғоһоҙ юлдашымы, әллә баҙарҙың өлгөрөп, үҫешеп етмәү емешеме? Бәлки, уның кире яҡтарының эҙемтәһелер? “Эшһеҙлек тыуҙы­рыусы, халыҡты көтөлмәгән бәлә һәм уңайһыҙлыҡтар менән яфалаусы бындай баҙарҙың кемгә кәрәге бар?” тип һораусылар ҙа хаҡлы.
Икенсе яҡтан ҡарағанда, хужалыҡ итеүҙең тап баҙар системаһы үҙенең юғары иҡтисади һөҙөмтәлелеген раҫла­ны һәм социаль мәсьәлә­ләрҙе хәл итеүгә нигеҙ һалды. Эш­һеҙлек — хатта юғары үҫешкән алдынғы илдәргә лә аҙмы-күпме күләмдә хас күренеш.
Етештереүҙең түбәнәйеүе менән үрелгән көрсөк хеҙмәт баҙарында уның ысынбарлыҡ­тағы тәрәнлегенә тап килгән үҙгәрештәр тыуҙырманы: илдә ҡот осҡос эшһеҙлек хөкөм һөрә алманы.
Нигеҙҙә Башҡортостан өсөн, башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, баҙар иҡтисады­на күсеү саманан тыш ғазаплы булманы. Хатта 90-сы йылдарҙа ла эшһеҙлек кимәле республикала Рәсәй күрһәтке­сенән түбән ине. Йәшерен эшһеҙлек хакимлыҡ итте. Машиналар эшләү, аҙыҡ-түлек, химия сәнәғәте, ҡара металлургия предприятиеларында эшселәрҙең 40-80 проценты административ ялдан файҙаланды йәки тулы булмаған эш аҙнаһына күсерелде. Рәсми теркәлгән эшһеҙлек артты. Ағиҙел, Белорет, Күмертау, Мәләүез ҡалаларында эшһеҙлек кимәле уртаса республика күрһәткесенән ике һәм унан да күберәккә ашты, айырыуса ҡатын-ҡыҙ, йәштәр, инвалидтар өсөн шөғөл табыу ауырлашты. Шулай итеп, республикала хеҙмәт потенциалы йоғонтоло файҙа­ланылманы тип әйтә алабыҙ.
Һуңғы осорҙа мәшғүллек кимәле күҙгә күренеп үҙгәрә. Өр-яңы хеҙмәт төрҙәре, ваҡытлыса эшләү формалары барлыҡҡа килде. Етештереү өлкәһендә эшләүселәр һаны кәмеү менән бер рәттән, хеҙмәтләндереү, баҙар инфраструктураһы тармаҡ­тарында мәшғүл булыусылар артты. Был күренеште яҡшы йә яман тип бер төрлө генә баһалап булмай. Хеҙмәт даирәһендә мәшғүллектең ҙур урын яулауы һәм индустрия өлкәһендә ҡыҫҡарыуы иҡти­садтың яңырыуы тураһында хәбәр итһә, техник тармаҡтарҙа мәшғүллектең кәмеүе перспективалы үҫеш өҫтөнлөктәре менән ярашмай. Мәҫәлән, 1990 йылда республика сәнәғәтендә иҡти­садта мәшғүл булыусы­ларҙың 30 проценты эшләһә, һуңғы йылдарҙа был күрһәткес 18,7 процент тәшкил итте. 15 йыл эсендә машиналар эшләү тармағы эшсе көсөнөң яртыһын юғалтты. Еңел сәнәғәттә мәшғүлдәр өс тапҡырға кәмене, ә аҙыҡ-түлек сәнәғәте ҡатмарлы осор дауамында ла тетрәнеүһеҙ һәм юғалтыуҙарһыҙ көн итте. Төҙөлөштә эшләүселәр һаны һуңғы ваҡытта бер ни тиклем үҫеш кисерһә лә, тармаҡҡа 1990 йылғы кимәлгә тәгәрәргә иртәрәк әле. Өҫтәүенә был өлкәлә эшсе көстәрҙең даими үҙгәреп тороуы күҙәтелә. Йыл һайын уларҙың 35-55 проценты эштән китеп тора һәм йәнә тулылана.
Ауыл хужалығында хеҙмәт ресурстары нисек файҙаланыла? Беҙҙә ауыл халҡының иҡтисадта тотҡан урыны сағыштырмаса юғары. Киҫкен үҙгәрештәр һөҙөмтәһендә уның социаль хәле түбәнәйҙе, әлбиттә. Килеме лә, ҡала кешеләренеке менән сағыштырғанда, 40 процентҡа түбән. Ә фәҡирлек кимәле 1,8 тапҡырға юғарыраҡ. Рефор­маларға тиклемге осорҙа ла ҡайһы бер алыҫ төбәктәрҙә, айырыуса республиканың төньяҡ-көнсығыш һәм көньяҡ-көнсығыш райондарында, хеҙмәт ресурстарын файҙаланыу йәһәтенән тигеҙһеҙлек күҙәтелде. Һуңғы йылдарҙа иҡтисадтағы барлыҡ ыңғай һәм кире үҙгәрештәр ҙә ошо өлкәлә көҙгөләгеләй асыҡ сағылыш тапты. Туҡһанынсы йылдарға тиклем ауыл хужалығы продукцияһының төп өлөшөн ҙур, ҡеүәтле предприятиелар етештерһә, хәҙер уларҙың өлөшө – ни бары 30 процент. Бөгөн шәхси хужалыҡтар етештергән продукция 65 проценттан ашыу тәшкил итә. Реформалар осоронда ауыл хужалығы тармағын­да эшләүселәр ҙә төрлө сәбәптәр арҡаһында кәмене. Агросәнәғәт предприяти­елары­ның эре­ләтелеүе һөҙөмтәһендә бер ойошма иҫәбенә тап килгән эшләүселәр һаны байтаҡҡа ҡыҫҡарҙы.
Баҙар иҡтисадына ҡулай­лашҡан ҙур предприятиеларҙың табышлыраҡ эшләүе күҙәтелә. Әммә әлегә улар күп түгел. Уның ҡарауы, биш меңгә яҡын крәҫтиән (фермер) хужалығында һәм шәхси эшҡыуарҙарҙа 18,8 меңдән ашыу кеше хеҙмәт итә. Бәләкәй эшҡыуарлыҡ та ауыл иҡтисады системаһында ныҡлы урын алды. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, ауыл хужалығы өлкәһендә мәшғүлдәрҙең яртыһын тиерлек шәхси ихатаһына таянып йәшәүселәр биләй. Хеҙмәткә һәләтле йәштәге ауыл халҡының арта барыуын иҫәпкә алғанда, уны етештереү өлкәһенә йәлеп итеү үтә етди проблемаға әүерелә бара.
Ҙур һәм уртаса предприя­тиеларҙа эшләүселәрҙең һаны тиҫтә йыл эсендә байтаҡҡа ҡыҫҡарҙы. Дәүләт милкен хосусилаштырыу, акционерлаштырыу һөҙөм­тәһендә дәүләткә ҡара­маған секторҙа эшләүселәр һаны 64 процентҡа етте. Йыл да бәләкәй предприятиеларҙа эшләүселәр арта бара, һәр бишенсе хеҙмәткәр бөгөн ошонда эш хаҡы ала. Бәләкәй эшҡыуарлыҡ — хужалыҡ итеүҙең баҙар шарттарына тиҙ ҡулайлашыусы, хәрәкәт­сел, һиҙгер формаһы. Уны үҫтереүгә урындарҙа иғтибарҙы арттырыу, шарттар тыуҙырыу, муниципаль бина һәм милекте ҡуртымға биреү, етештереү һәм сауҙа объекттары төҙөүгә ер биләмәләре бүлеү яҡшы һөҙөмтә бирҙе. Өфө, Ағиҙел, Нефтекама ҡалала­рында, Краснокама, Иглин, Шишмә һәм Өфө райондарында эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү­селәр бермә-бер ишәйҙе, мәшғүллекте артты­рыуҙың был ысулы тәьҫирле булды.
Эшһеҙлекте тамырынан бөтөрөү — социаль-иҡтисади сәйәсәттең төп маҡсаты. Көнбайыш иҡтисадсыларының фекеренсә, халыҡтың тулыһынса мәшғүллеге — эшләргә теләүсе һәр кемдең тейешле хеҙмәт хаҡы түләнгән урыны булыуы. Беҙҙеңсә, бында кеше ҙур теләк менән бөтөн көсөн, белемен һалып эшләгән, шәхси мәнфәғәт­тәрен тормошҡа ашыр­ған, юғары хеҙмәт етештереү­сәнлегенә өлгәшкән, фән һәм техника ҡаҙаныштарын ҡуллана алған һәм яҡшы йәшәүҙе тәьмин иткән, лайыҡлы хаҡ түләнгән эш урындары хаҡында һүҙ барырға тейеш.
Эш урындарын камиллаштырмайынса, заман талаптарына ярашлы яңыларын булдырмайынса, социаль үҫешкә һәм тулы мәшғүллеккә өлгәшеү мөмкин түгел. Бары баҙар механизмы ярҙамында ғына эшһеҙлектән арынып булмаясаҡ, был хәлде мотлаҡ дәүләт үҙе көйләргә бурыслы.
Ҡәҙерле дуҫтар, үҙ эшен булдырған кешеләр тураһында беҙгә яҙып ебәрегеҙ. Эш таба алмай интеккән, йә сит тарафтарҙа бәхетен эҙләгән яҡташ­тарыбыҙ уларҙан өлгө алыр, үҙ көсөн һынап ҡарар, бәлки. Тәүәккәлләгән таш яра, тиҙәр. Ә ундай тәүәккәл ир-егеттәребеҙ, гүзәл заттарыбыҙ – беҙҙең арала.

Интернет мәғлүмәттәрен файҙаланып С. НӘЗИРОВ әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 413

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509