Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Артисҡа ла ял кәрәк
Артисҡа ла ял кәрәк Ошо көндәрҙә Башҡортостандың Театр эшмәкәрҙәре союзы тарафынан тәүге тапҡыр республика “Театрҙар һабантуйы-2016” сараһы уҙғарылды. Ул Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылы эргәһендә барҙы.

Ләмәҙ йылғаһы буйындағы яланда республикабыҙҙың барлыҡ театрҙары вәкилдәре йыйылды. Көн оҙоно һуҙыл­ған һабантуйға иһә абруйлы ҡунаҡ­тар – Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтул­лина, мәҙә­ниәт министры урынбаҫары Шамил Абдра­ҡов, Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Әхтәм Абушахманов, Түбәнге Ләмәҙ ауыл билә­мәһе хакимиәте рәйесе Рәил Мир­хәйҙәров һәм байрамдың ойоштороу комитеты рәйесе Хөр­мәтулла Үтәшев мәртәбә өҫтәне. Танылған актерҙар­ҙың тоҡта һике­реүе, саңғыла йөрөүе, милли көрәштә, ат сабышында һәм башҡа ярыштарҙа ҡатнашыуы сағыу бер тамаша булды. Был йәһәттән Мәжит Ғафури исемен­дәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, Мос­тай Кәрим исе­мендәге Милли йәштәр театры, Рус дәүләт академия драма театры, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, ҡурсаҡ театры, “Нур” театры, Салауат, Стәрлетамаҡ баш­ҡорт драма театрҙары, Туймазы татар драма театры артистары үҙ-ара көс һынашты.
Артисҡа ла ял кәрәкУҙғарылған бәйгеләрҙә иң әүҙеме Башҡорт дәүләт академия драма театры актерҙары булды. Еңеүҙәрҙең күпселеге уларҙың ҡаҙнаһына төштө. Мәҫәлән, Урал Әминев тоҡта һике­реүҙә иң етеҙе ине. Руслан Хайсаров тоҡ менән һуғышыуҙа алдынғылыҡты бирмәне.
Ә бер яҡ ситтәге ағас төбөндә ятҡан һарыҡ опера һәм балет театры артисы Денис Хисаметдиновҡа эләк­те. Абсолют еңеүсе тип танылыусыға “Танып” ял йортона юллама ла бирелде. Ярыштың был төрөнән ҡыҙҙар ҙа ситтә ҡалманы. Бында беренселекте ҡурсаҡ театрынан Дилә Муллабаева исемле башҡорт һылыуы алды.
Әйткәндәй, ярыш алдынан көрәш буйынса чемпиондар Рәмил Ғәлимов менән Юнир Шәрипов оҫталыҡ дәрестәре бирҙе. Еңеүселәргә бүләктәр, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән ҡайһы берәү­ҙәргә рәхмәт хаты ла тапшырылды.
Байрамда шулай уҡ барыһын да һурпа һәм былау менән һыйланылар. Ураҙа тотҡан Сәғиҙулла Баййегет кенә табындан ситтә торҙо... Төшкө аш ваҡытында актерҙар өсөн иң күңелһеҙ ваҡиға тураһында ла һүҙ сыҡты. Баҡтиһәң, ул ролһеҙ тороп ҡалыу икән, ә бындай өлөш йәше утыҙҙан артҡандарға йыш төшә икән... Ләкин байрам кәйефен ул көндө бер ни ҙә боҙа алманы. Йөҙҙәрҙә сағылған тәьҫораттарҙан күренеүенсә, актерҙар киләһе йылда ла ошондай һабантуйҙың ҡабатланыуын теләй ине.



Автор: Денис ҒИЛМАНОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә