Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йәйҙең көнө етеҙ минуттарҙан тора
Йәйҙең көнө етеҙ  минуттарҙан тора Бында иген үҫтерергә була, тип тигеҙ-тигеҙ яландарҙы байҡап һоҡланып торғанда, эргәгә “Субару” килеп туҡтаны. Рулдәге үткер ҡарашлы, киң яурынлы ағайҙы күптән беләм. Ошо ерҙең ысын хужаһы, уның киләсәк яҙмышын ҡайғыртыусы Ҡасим Ишембаев ул. Көйлө генә барған бизнесын онотобораҡ тороп, тыуған Мәҡсүтендә ер эшенә тотоноп китте бер нисә йыл элек.

Әлбиттә, был эштә етеҙлек тә талап ителә. Мәсьәләләрҙе мәлендә хәл итеү, ваҡытында өлгөрөп ҡалыуҙан да күп нәмә тора. Уйҙарымды дәлилләгәндәй, хәбәрселәр менән һөйләшкән арала, Ҡасим ағай ҡый үләндәренә ҡаршы препарат тейәлгән “ЗиЛ” машинаһы арбаһына үрмәләп менеп тә китте. Йәһәт кенә мискәләрҙе байҡап сыҡҡас, баҫыу буйлап килгән “МТЗ”-ға нимәлер ишараланы. Шунан сәғәтенә ҡарап алды ла:
— Бына шулай, ҡустылар, ҡышты туйҙырырлыҡ йәйҙең көнө минуттарҙан тора, — тип һүҙ башланы. – Ә ваҡытты әрәм итмәй, ҡулланып ҡалырға кәрәк. Көн шулай матур икән, эҫетмәҫ борон уҡ был “умыртҡалыҡты” тамамлая­саҡбыҙ.
“Умыртҡалыҡ” тигәне шунан ғибәрәт: Ишембаев крәҫтиән (фермер) хужа­лығының төп таянысы булған 200 гек­тарлыҡ ялан ул. Төп табыш нәҡ ошонан килә. Хужа йәмғеһе меңдән ашыу гектар майҙанда сәсә икән. Бойҙай, мәҫәлән, 400 гектарға яҡын ерҙә, ҡалғаны — һоло, арпа, көнбағыш һәм үлән.
…Ағыулағыс ҡоролма таҡҡан трактор эргәнән ҡуҙғалып киткәс, инде хужаның баяғы текә “тимер ат”ында еләбеҙ. Был сәфәрҙең дә үҙ маҡсаты бар, әлбиттә – егеттәргә өйҙә бешергән төшкө аш артынан бара йүнсел.
Юл ыңғай уңыш алыу серҙәрен белеү маҡсатында Ҡасим ағайҙың ҡылын тартабыҙ.
— Эшләһәң, барыһы ла була. Мәҫә­лән, бөгөн мин иртәнге сәғәт биштә торҙом. Ауыл хужалығы бер көн эсендә табыш килтерә торған тармаҡ түгел. Зыянды ҡаплай-ҡаплай күтәреләһең. Бынан тыш, уңыш алыу бер, уны һата белеү ҙә кәрәк. Башта “тишек-тошоҡто” ямарға ҡалалағы тирмән һәм көнбағыш майы һыҡтырыу цехы ярҙам итте, артабан ер эше аҡлана башланы. Әммә бер урында тапанырға ярамай. Бөгөн дүрт тракторыбыҙ бар, ошо көндәрҙә генә өс комбайнлы булырға торабыҙ, ғөмүмән, техника етерлек. Гектарҙар менән бер рәттән транспорт мәсьәләһен дә даими хәл итеү, техника паркын әленән-әле яңыртыу талап ителә. Тик хужалыҡты әлегә күп тармаҡлы итеп үҫтерергә, мал-фәлән алырға ашыҡ­майым, — ти ул.
Техника – техника менән, әммә эшсе ҡулдарҙың да әһәмиәте ҙур шул. Мә­лен­дә сәсеп, мәлендә урып алыу зарур.
— Механизаторҙар Илнур Байдәү­ләтов, Рәмил Иралин, Иван Мачарин, Валерий Гудков, Филүс Ғәйетов, Рәмил Ямасипов – алыштырғыһыҙ бөркөттәр, — тип маҡтай Ҡасим Ғәбделмәжит улы эшсәндәрен. – Хәйер, маҡтарлыҡ итеп тә эшләмәгәс ни, шундай шарттар булғанда: айына 20 мең һум эш хаҡы түләйбеҙ, төшкө һәм киске аш менән тәьмин итәбеҙ, бесән, иген һәм быҙау сүрәтендә премия бирәбеҙ, — ти Ҡасим Ишембаев.
Әйткәндәй, ҡайһы бер хужалыҡтарҙан айырмалы рәүештә, ҡуртымға ерҙәрен биргән пайсыларҙы ла күҙ уңынан ысҡындырмай йүнсел, хаҡты ваҡытында тейешенсә түләп бара.
…Кисә генә һуйылған һыйыр итенә ҡушып бешерелгән картуф килеп етеүгә баҫыу батырҙары эштәрен ослап та ҡуйғайны инде. Шуны ғына көткәндәй, ҡояш тағы нығыраҡ ҡыҙҙыра башланы. Әммә хәҙер эҫелек ҡурҡыныс түгел: ағыу һауаға парланып осмаясаҡ, маҡсатына ярашлы ҡыйҙарға ҡунып бөттө. Эш сәғәтендә, минутында башҡа­рылғас ни, игендең уңырын ғына көтөргә ҡала.





Автор: Р. ҒӘБДРӘШИТОВ. Район: Стәрлетамаҡ районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә