Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күлдең ғәйебе юҡ...
Күлдең ғәйебе юҡ... Әле донъя матбуғаты Карелияла булған ҡот осҡос ваҡиға тураһында хәбәр итә: Рәсәйҙең төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан һәм мәғлүмәт киңлегендә әллә ни күҙгә салынып та бармаған был төбәктәге бер күлдә 14 бала батып үлгән... Бер юлы ун дүрт бала! Фажиғә сәбәптәре асыҡланып, ғәйеплеләр исемлеге барлана. Ә беҙҙең республикала ошондай балалар лагерҙарында тәртип нисек, кескәй ял итеүселәрҙең хәүефһеҙлеге күҙәтеләме?


Хәбәр ителеүенсә, 19 июндә Карелияның Кудама ҡасабаһы эргәһендәге Сямозеро күлендә ике кәмә һәм бер рафт (тын тултырмалы бәләкәй туристик кәмә) менән йөҙөргә сыҡҡан төркөм ҡаты дауылға осрай. Һөҙөмтәлә кәмәләр түңкәрелә һәм 14 бала һыуға бата. Ҡалғандарын ҡотҡаралар. Улар менән бергә булған дүрт оло кеше лә иҫән ҡала. Карелияла һәм Мәскәүҙә 20 июнде матәм көнө тип иғлан иттеләр. Ни өсөн Мәскәү икәне аңлашыла – 2002 – 2004 йылғы был үҫмерҙәр баш ҡала­быҙҙан ял итергә килгән. “Парк-отель Сямозеро” балалар һауыҡ­тырыу лагерының етәксеһе Елена Решетова, уның урынба­ҫары һәм өс инструктор ҡулға алынған, уларға ҡарата енәйәт эше ҡуҙға­тылған. Рәсәйҙең ғәҙәт­тән тыш хәлдәр буйынса министры Владимир Пучков был лагерҙы ябыу­ҙарын талап итте. Ундай лагерҙар Рәсәйҙә берәү генә булһа икән...
Ни өсөн лагерь хеҙмәткәрҙәре араһында һауа шарттарын иҫәпкә алыусы булмаған? Хатта күлгә түгел, урманға йөрөргә генә сыҡ­ҡанда ла көндөң ниндәй икәнлеген белеп торорға тейештәр бит... Ҡайһы бер сығанаҡтар белдере­үенсә, балалар оҙаҡламай ел-дауыл буласағы тураһында әйтеп тә ҡараған, ләкин инструкторҙар уларҙы тыңлап тормаған. Беҙҙә эшҡыуарҙарҙың табышты тәүге планға ҡуйыуы (был сәйәхәт түләүле хеҙмәткә инә) билдәле, тик ни өсөн бында бала хоҡуҡтары күҙәтелмәгән һәм ошоно талап итеүсе лә табылмаған? Хатта мәғлүмәттәр ҙә аныҡ түгел: йәк­шәмбе кис Президент ҡарамағын­дағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Павел Астахов һәләк булған 15-се баланың кәүҙәһе табылыуы тураһында хәбәр итһә, ике-өс сәғәт үтеүгә – дүшәмбегә ҡаршы төндә үткәрелгән кәңәшмәлә Карелия етәксеһе Александр Худилайнен: “Ун өс баланың һәләк булыуы асыҡланды, тағы берәүһенең кәүҙәһе әлегә табылманы”, – тип белдерҙе. Кемгә ышанырға? Ата-әсә өсөн һәр сабыйҙың ғүмере ҡәҙерле.
Мәскәүҙән килгән күрһәтмәләргә ярашлы, бөтә ил буйлап балалар лагерҙарын тикшереү башлана. Был сараны йән-фарман үткә­рерҙәр һәм юғарыға тейешенсә рапорт бирерҙәр, моғайын. Ләкин был осраҡта башҡа йүнәлештәр күҙ уңынан ысҡынмаҫмы? Әйтә­йек, янғын хәүефһеҙлеге, газ үт­кәр­гестәр, электр линиялары торо­шо... Әллә был юҫыҡта ла ғәҙәттән тыш ваҡиға булғанын көтөрҙәрме?
Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.

Рөстәм ХӘМИТОВ, Башҡортостан Реcпубликаһы Башлығы:

– Был фажиғәнең сәбәбе – ололарҙың үҙ вазифаларын башҡарыуға ҡарата енәйәтсел битарафлығы. Мин республика Хөкүмәтенә беҙҙәге балалар лагерҙарын тикшереп сығырға ҡуштым.

Константин Толкачев, Башҡортос­тан­дың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе:

– Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай исеменән Сямозеролағы һәләкәттә туған­дарын һәм яҡындарын юғалтҡан­дарҙың тәрән ҡайғыһын уртаҡлашам. Сәләмәт­легенә зыян килгәндәрҙең барыһына ла тиҙ арала һауығыуҙарын теләйбеҙ.

Венера ВӘЛИЕВА, Башҡортостан­дың мәғариф министры урынбаҫары:

– Балаларҙың ял лагерҙарын тейе­шенсә ойоштороуға әҙерлек беҙҙә йыл әйләнәһенә бара. “Роспотребнадзор”, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вәкилдәре килеп тикшереү үткәргәс һәм рөхсәт биргәс кенә балалар ҡабул ителә. Бының алдынан, тәбиғи, барлыҡ хәүеф шарттары бөтөрөлә, лагерь майҙаны бөжәктәргә һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы санитар эшкәртеү­гә дусар ителә, һыу инеү урындары таҙартыла һәм зарарһыҙландырыла һ.б. Ғәҙәттән тыш хәл тыуа ҡалһа, балаларҙы эвакуациялау юлдары ла билдәләнгән. Ата-әсәләрҙән баланың мотлаҡ медицина белешмәһе булыуын талап итәбеҙ.
Төп иғтибар, әлбиттә – кадрҙарға. Улар махсус әҙерлек үтһә генә эшкә алына. Карелиялағы фажиғәнән һуң республика мәғариф министры район­дар­ҙағы мәғариф бүлектәре етәкселәре менән видеокәңәшмә уҙғарҙы. Лагерҙар­ҙы тағы бер тапҡыр тикшереп сыға­саҡтар. Был сара балаларҙың ялына ҡамасауламаҫлыҡ итеп үткәрелергә тейеш.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә