Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Арғы яҡта ут емелдәй – усаҡ микән, үрт микән?
Арғы яҡта ут емелдәй –  усаҡ микән, үрт микән? Дуҫлыҡ урынын донъяла уҫаллыҡ алды
Һәммәбеҙ ҙә ниңә бер юлы сәйәсмән булып киттек һуң әле? Тормош ҡотолғоһоҙ алып килә торған ҡайғыларҙы таратырға тырышып, кес кенә ҡыуаныстарҙы ла ҙурҙай ҡабул итеп, асыҡ сырай, көр күңел менән йәшәүгә беҙгә нимә ҡамасаулай? Көнитмешебеҙҙә, ысындан да, тарлыҡ, дошман булмағанда ла, кәм тигәндә һөймәлекһеҙ кешеләр эҙләү кәйефе тамырлана бара. Һәм был, минең ҡарашҡа, тормош-көнкүрештең ҡатмарлана барыуы менән генә аңлатылмай. Халыҡтар бер үк нәмә тураһында төрлөсә уйлай башлаған икән, тимәк, дәүләт сәйәсәтендә, маҡсаттарҙа һәм уй-хыялдарҙа уртаҡлыҡ юғала тигән һүҙ.


Хәҙер, төрлө маҡсаттар менән, йәмәғәтселек фекерен һорашыу киң таралған. Шуның һөҙөмтәләренә нигеҙләнеп, рейтинг тигән сама ла әҙерләнә. Ғәм фекерен белергә теләүселәр йыш ҡына дәүләттәр араһындағы иҡтисади үҫеш айырмалары, көнкүрештәге хәлдәр, теге йәки был сәйәси ағымға ҡарата мөнәсәбәт, алдағы көндәргә фаразлауҙар тураһында һораша. Етди даирәләрҙә, әлбиттә, бындай ғәмәлдәргә бигүк иғтибар итеп бармайҙар. Социологик тикшеренеүҙәр һәм рейтингтар, башлыса, психологик йоғонтоға ғына эйә. Ләкин, шуға ҡарамаҫтан, фекер һорашыу, төрлө тарихи ваҡиғаларҙы сағыштырыу, ошоға таянып, ябай кешене ышандырырлыҡ һығымталар яһау хәҙерге мәғлүмәти-пропаганда һуғышында киң урын яулай бара. Дәүләттәр араһындағы мөнәсәбәттәр тарихындағы хәҙер инде онотола барған бәғзе ваҡиғаларҙы, хәрби һәм сәйәси ҡаршылыҡтарҙы хәтерҙә ҡабаттан яңыртыу тәү ҡарамаҡҡа публицистик алым ғына булып күренеүе ихтимал. Ысынында иһә иҫкегә әйләнеп ҡайтыу – идеологиялар араһындағы көрәшкә яңы һулыш биреү тип тә баһалана.
Әүәлгесә, Ер йөҙөндәге кәйеф Америка Ҡушма Штаттары менән Рәсәй Федерацияһы араһындағы мөнәсәбәт­тәрҙең кимәленә, йылыныуы һәм һалҡынайыуына туранан-тура бәйләнгән. Рәсәйҙе иҡтисады, халыҡ-ара йоғонтоһона ҡарап тупланған һигеҙ дәүләт квазиберләшмәһенә берсә индереп, икенсе ҡарауға унан ҡыуыу дөйөм донъя хәлдәренә һиҙелерлек йоғонто яһамаһа ла, АҠШ менән Рәсәйҙең бер-береһенә ҡарашының аҙ ғына үҙгәреүе лә тотош планетар кәйефте үҙгәртеп тора. Был кешелектең өр-яңы тарихындағы яҙмыштан ҡотолоп булмай, тип баһаларлыҡ факт. Шуға күрә лә сәйәси күҙәтеүселәрҙең Рәсәй-Америка мөнәсәбәттәрен ретроспектив ҡараштан сығып та, бөгөнгө ысынбарлыҡҡа таянып та, киләсәкте күҙаллап баһаларға тырышыуы тәбиғиҙер.
Америка Ҡушма Штаттарының дәүләтселек тарихы, ойошоп йәшәүсе кешелек тарихы менән сағыштырғанда, тынды бер тартыр ваҡыт ҡына. Һәммәбеҙгә мәғлүм булыуынса, Төньяҡ Американы колонизациялау европалылар тарафынан XVI быуатта башланған һәм ерле халыҡты урынынан ҡыуыу, эҙәрлекләү, ҡырыу, плантацияларҙа эшләү өсөн Африканан ҡолдар ташыу, мөстәҡиллек өсөн Англия, Франция менән көрәш һөҙөмтәһендә 1776 йылда АҠШ тигән бойондороҡһоҙ дәүләт хасил булған. Хәйер, беҙ был хаҡта нәфис әҙәбиәттән уҡып беләбеҙ. Бары шуны ғына өҫтәргә кәрәктер: Төньяҡ Америкаға башлыса Европанан, инглиз, ирланд, голланд, алман, француз, испан, итальян һәм башҡа ҡәүемдәрҙең иң тәүәккәл, йүнсел, ҡыйыу, баймабаш, хатта теҙгенһеҙ холоҡло вәкилдәре күсенгән. Алыҫ юл, ҡырыҫ тәбиғәт, сая ҡаршылыҡ күрһәткән индеецтар менән көрәш иҫәпһеҙ-һанһыҙ ҡорбандар талап иткән. Был – кешелек тарихында Рәсәйҙең Себер, Алыҫ Көнсығыш, Урта Азияға ынтылыуы менән бер ни тиклем дәрәжәлә сағыштырырлыҡ ҡына күренеш. Америкаға әйләнеп ҡайтҡанда, ул ҡитғаны үҙләштереү, дәүләт төҙөү эпопеяһы ошонда батыр яугирҙәр, ныҡышмалы мосафирҙар, юҡтан бар яһарлыҡ эшҡыуарҙар, илдәре өсөн йәндәрен фиҙа ҡылырлыҡ патриоттар, милли һәм шәхси мәнфәғәттәрен һәммә нәмәнән өҫтөн ҡуйған үҙенә күрә бер феномен – американдарҙы — бар иткән. Бар донъя хәҙер Америка Ҡушма Штаттарына һоҡланып та, көнләшеп тә, ләғнәтләп тә ҡарай, ләкин шуныһы: был супердәүләт, бөгөн тотош Ер шарының елек майын һурып йәшәһә лә, нигеҙен хеҙмәт, талант, тормошто ойоштора белеүе менән һалған. Фәйләсүф Джордж Сантаяна әйтмешләй американ, ғүмер баҡый инде ҡуҙғалды тигән поезға ултырып өлгөрә һәм унан туҡтар-туҡтамаҫтан һикереп төшә. Әйткәндәй, һис ҡасан да платформала тороп та ҡалмай, аяғын да һындырмай”.
Ләкин беҙ төп фекерҙән ситләшә төштөк, ахыры. Мәсьәлә АҠШ-ты һәм американдарҙы маҡтауҙа ла түгел. Заман ысынбарлығы шунда: хәҙер дәүләттәр араһындағы мөнәсәбәт­тәрҙең ни рәүешле булыуы һәм, ғөмүмән, тотош донъялағы тормош-көнкүреш Ҡушма Штаттар менән Рәсәй Федерацияһы араһында кәңәш-төңәш самаһына, аңлаша алыу кимәленә, хеҙмәттәшлек мөмкин­легенә туранан-тура бәйләнгән. Беҙҙә иһә бик күп йылдар, Америка йөҙөндә уҙаҡташты түгел, бәлки көндәште күреү идеологияһы йәшәп килә. Ул Рәсәй кешеләренең аңына шул ҡәҙәре лә һеңдерелгән ки, күптәр океан аръяғындағы дәүләткә бар яман­лыҡтар сыға торған урын, донъялағы һәммә бәлә-ҡазаларҙың башы тип ҡарарға күнеккән. Шуға күрә лә Америкаға ҡарата “ҡаршы ағасҡа ҡаты сөй” кеүегерәк принциптан айырыла алмайбыҙ. Эмигрант рус әҙибе Сергей Довлатов: “Американдар – һәтәүерәк, туң күңелле, йөрәкһеҙҙәр”, – тип яҙған һәм артабан: “Улар менән дуҫ булып йәшәү мөмкин түгел. Хәмерҙе лә уймаҡ һымаҡ ҡына һауыттан эсәләр… Бөтөн донъя проблемалары американдарҙы тулҡын­ландырмай. Уларҙың төп ҡағиҙәһе – “мәсьәләгә ябай ҡара!” һәм “донъя ҡайғыһы – төштән кире”, — тип тамамлаған.
Яҡташ яҙыусыбыҙ әйткәнде американдарҙың ҡанына һеңгән тотош менталь үҙенсәлеге тип ҡабул итеү ярамайҙыр. Гуманистик ҡараш өҫтөнлөк иткәндә, йәмғиәт һәм уның сәйәси лидерҙары тиҫкәрелекте эҙләү түгел, бәлки мөмкин тиклем яҡынайыу, бер-береңде аңлау әмәлдәрен табырға тырышыу менән мәшғүл булырға тейеш.
СССР менән АҠШ-тың нацистик Германияға ҡаршы бергәләп көрә­шеүе зарураттан тыуған хеҙмәттәш­лек булһа ла, был классик миҫал фундаменталь ҡапма-ҡаршылыҡ­тарҙың да уртаҡ тел һәм дөйөм маҡ­сат юлында кәртә түгеллеген иҫбат­лағайны. Донъя йөгөн парлашып тартыр өсөн Рәсәйгә лә, Америкаға ла, мин-минлекте кәметеп, лидерлыҡ яуаплылығын тойоп, глобаль мәсьә­ләләрҙә бер табандан торорға кәрәк. Халыҡ-ара хәлдең уғата көсөргә­нешле булыуы бөйөк ике дәүләт етәкселәренең: “Мин — минмен, ә һин кемһең?” тигәнерәк ҡарашынан килә. Был юҫыҡта француз сәйәсмәне, әҙибе һәм руханийы Жан Рецтың: “Иң ныҡышмалыһы – сәбәпһеҙ дошманлашыу”, – тигән фекеренә ҡушылмау ҙа мөмкин түгел. Халҡыбыҙ йырлағанса: “Ағиҙелкәйҙәрҙе кисәйек, кисә алмаһаҡ, пар ат мисәйек”. Бергә булһаҡ, ауырлыҡтар ҙа ауыр тойолмаҫ, уртаҡ бишегебеҙ Ер шарын бүлгеләү хәжәте лә булмаҫ.
Бөгөн иһә Рәсәй менән АҠШ араһындағы мөнәсәбәттәр “һалҡын һуғыш” осорондағы, шул иҫәптән 1962 йылдағы Кариб көрсөгө мәлендәге менән сағыштырғанда ла киҫкенерәк. 1961 йылда Совет һәм НАТО ғәскәрҙәре Берлинда бер-береһенә ҡаршы ут асырға әҙер торғанда ла, йәнә бер йылдан Кубала ракеталар урынлаштырыу сәбәпле ядро һуғышы ҡубыу янағанда ла ике держава етәкселәре, тешен ҡыҫып булһа ла, ҡораллы бәрелештән тайшаныу әмәлен тапҡан. Ошоға оҡшаш хәлдәр артабан да күп мәртәбәләр сығып торҙо. Йә бер, йә икенсе ил етәкселәре көсөргәнеште һүрелтмәү өсөн өҙлөкһөҙ “тырышлыҡтар” һала.
Иҡтисади мөмкинлектәребеҙҙе сағыштырыу уңайһыҙ. Илебеҙҙең Ҡораллы Көстәрен американдар телевидениела йә пропагандистик материалдарҙа ғына хәтәр тип уйлай, шуға күрә Рәсәйҙе үҙенең потенциаль көндәше тип иҫәпләмәй. Көнбайышта илебеҙҙе, ғөмүмән, “һүнә барыусы” тип атайҙар һәм, ошо ҡараштан сығып, дәүләт булараҡ Рәсәйҙең ахыр сиккә етеп көсһөҙләнеүен көтөүгә өҫтөнлөк бирәләр. Әлеге доктринаны иҫәпкә алғанда, иҡтисадтың аҡтыҡҡы елек майын һурып ҡоралланыу, һуғышсан һүҙ менән мауығыу һөждә түгелдер беҙгә. Һәр хәлдә, күпселек етди аналитиктарҙың һығымтаһы шулай: Рәсәйгә ҡаршы бер генә ил дә ҡылыс күтәрергә йыйынмай. Үҙ өйөнә үрт һалырға теләүсе иҫәрҙәр донъяла бик аҙҙыр. Тирә-яҡтан дошман эҙләү, бар ғәмде үҙенә ҡаршы ҡуйыу сәйәсәтенән тиҙерәк арынһа ине кешелек.
…Алыҫтан елп-елп итеп күренгән ут төрлөсә кисерештәр уята. Уларҙа аңлашылмаған хәүеф тә, романтик күренештәр ҙә, кемделер йәлләү ҙә, ниҙер көтөү ҙә бар. Емелдәгән һәр нәмә кемдер һалған үрт кенә була күрмәһен. Уттың усаҡтағыһы ғына йылы ла, тәғәм дә бирә.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 23

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 19

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 20

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 21

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 22

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 28

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 26

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 25

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 24

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 37

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 22