Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Дауахана синдромы. Уны нисек еңергә?
Дауаханала ятмаҫмын тип бер кем дә әйтә алмай. Унда эләгеүҙе психологик яҡтан нығынып өлгөрмәгән балалар оло кешегә ҡарағанда күпкә ауырыраҡ кисерә. Сәбәбе – сирләп киткән сабыйға тағы бер “ауырыу”, йәғни дауахана синдромы өҫтәлә. Был синдромды барлыҡҡа килтереүсе төп сәбәптәр – тыуған өйҙән, ата-әсәнән айырылып, ят мөхиткә килеп эләгеүҙән, табиптарҙан, укол һалдырыуҙан, яраны таҙартып, бинт менән бәйләүҙән һәм башҡа күренештәрҙән ҡурҡыу. Бала дауахананан сыҡҡас та оҙаҡ ваҡыт элекке хәленә ҡайта алмай аҙаплана, аҡ халатлы кешеләрҙән, “укол” һүҙенән ҡурҡа. Ошо осорҙа ата-әсәгә мөмкин тиклем иғтибарлы, түҙемле һәм яғымлы булырға кәрәк.
Дауахана синдромы түбәндәге типик реакцияларҙан тора.


Ғәйеп һәм ситкә
этәрелгәнлек тойғоһо


Күп балалар дауаханала үҙен яңғыҙ, бер кемгә лә кәрәкмәгән итеп тоя башлай һәм бында эләгеүҙә үҙен ғәйепләй, йыш илай. Был хәлде ниндәйҙер эш боҙған өсөн яза рәүешендә ҡабул итәләр.
Ата-әсәгә нимә эшләргә? Балағыҙ янында мөмкин тиклем йышыраҡ булырға тырышығыҙ, дәртләндергес йылы һүҙҙәр әйтергә онотмағыҙ. Дауаханала ятыу ни тиклем генә ауыр булмаһын, бының һаулыҡ өсөн мөһим икәнлеген аңлатығыҙ. Баланың яратып уйнаған уйынсығын алып килергә мөмкин. Әгәр ҙә уҡый-яҙа белһә, китап-дәфтәрҙәр, ручка, буяу ҡәләмдәре килтерегеҙ. Дауаханала күңелде иң ныҡ бошорған мәл – кисен табиптар өйҙәренә таралышып, кабинет, коридорҙар тынып ҡалған ваҡыт. Шуға күрә тап ошо сәғәттәрҙә бала менән бәйләнеш булыуы мөһим. Әгәр ҙә бала уҡый-яҙа белә икән, уға конвертта сәләм яҙып ҡалдырырға мөмкин. Әммә уны тәүҙә иҫкәртегеҙ: был сәләм серле һәм уны йоҡлар алдынан ғына уҡырға ярай. Күҙ алдына килтерегеҙ әле: моңһоу оҙон кистәрҙә балағыҙға ата-әсәһенән хат алыу ниндәй ҡыуаныс килтерәсәк. Киләһе көнгә ул да һеҙгә яуап хаты яҙып ҡуйһын.


Шиңә башлау

Баланы бер нәмә лә ҡыҙыҡһындырмай, өйгә ҡайтыу, уйнау теләге лә юҡ.
Ата-әсәгә нимә эшләргә? Аралашырға теләмәү, эмоциялар юҡлығы баланың психологик көрсөк кисереүе тураһында һөйләй. Уға дауаханала бер үҙе генә түгеллеген төшөндөрөргә тырышығыҙ. Үҙегеҙҙең йә берәй туғанығыҙҙың ҡасандыр ошо рәүешле дауаланып ятыуын, табип­тарҙан, уколдан бер ҙә ҡурҡмауын һөйләгеҙ. “Минең балам ҡайһылай көслө, батыр”, – тип дәртләнде­регеҙ. Дауаханаға бәйле берәй ҡыҙыҡлы нәмәне һөйләгеҙ, ундай ваҡиға иҫегеҙгә төшмәһә, уйлап сығарып булһа ла бәйән итегеҙ. Ҡыйынлыҡтар алдында бирешмәгәне өсөн өйҙә серле бүләк көтөүе менән дә баланың рухын күтәрергә мөмкин.


Яңғыҙлыҡ һәм үлем хисе

Бала 5-6 йәшендә кешенең мәңге йәшәмәүен аңлай башлай. Үлем хаҡында дауаханала уйланыу бигерәк тә ҡурҡыныс.
Ата-әсәгә нимә эшләргә? Әгәр бала­ғыҙҙың бындай уй-хистәргә бирелеүен тойомлаһағыҙ, уның менән тормош ҡанун­дары, йәшәйеш тураһында әңгәмәләшеп алырға ла ярай. Кеше мәңге йәшәмәй, әммә беҙгә үлем тураһында уйланырға әле иртә, сөнки тормош саҡ башланып ҡына тора, тип тынысландырырға кәрәк.
Баланы дәртләндереп ебәреү өсөн уның дауаханала ятыуҙан алған тәжрибәһенә туҡталығыҙ, күңелле ваҡиға булмаһа ла, ыңғай яҡтарына иғтибар итегеҙ:
– Хәҙер инде ул ҙурайҙы, ныҡлыҡҡа һынау үтте;
– Табиптарҙан ҡурҡмай, укол һалғанда иламай;
– Класташтары, дуҫтары алдында тәжрибәһе күберәк һ. б.

Бер әсәнең тормош тәжрибәһенән


– Бер мәл улым сирләп китеп, дауаханала ятҡайны. Уҡытыусыһы уның күңелен күтәреүҙең яҡшы бер ысулын тапты. Баҡһаң, малайымдың класташтарына: “Балалар, Илшат ауырып киткән, дауаханала ята. Унда оҙаҡ ҡына буласаҡ. Яңғыҙына атай-әсәйһеҙ, дуҫтарһыҙ бик ҡыйын, күңелһеҙҙер. Әйҙәгеҙ, бөтәбеҙ ҙә һүрәттәр төшөрөп, аҫ­тына йылы һүҙҙәр яҙып, Илшатҡа ебәрәйек”, – тигән ул. Балалар ихласлыҡ менән ауырып киткән класташына арнап һүрәт эшләргә, тиҙерәк һауығыуын теләп сәләмдәр яҙырға керешкән. Хаттарҙы алғас, улымдың ҡыуанысының сиге булманы. Ул шунда уҡ янында ятҡан тиҫтерҙәренә ғорурлыҡ менән дуҫтары тураһында һөйләй башланы, шатлығы менән уртаҡлашты, сөнки бүлмәлә унан башҡа бер баланың да бер юлы 12 класташынан хат алғаны булмаған.

Ғәлиә СӘЛИХОВА,
психолог.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә