Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бер мөхәббәт яҙмышы
Бер мөхәббәт яҙмышы Матур тәбиғәтле, тирә-яғын мөһабәт тауҙар уратып алған Үтәгән ауылында хәлле ғаиләлә донъяға килә Бибинур. Һылыу, алсаҡ йөҙлө ҡыҙ 15 йәшендә ошо ауыл егете Әсғәт менән дуҫлаша башлай. Матур парға барыһы ла һоҡлана. Етмәһә, йәштәр икеһе лә колхозда бынамын итеп эшләй. Егет агрономдар курсын тамамлап ҡайта. Кистәрен уйынға сығып, киләсәккә ҙур өмөт бағлап йөрөй улар. Һуңғараҡ Әсғәтте бригадир итеп ҡуялар. Дәртләнеп эшләй, гөрләтеп йәшәй торған ваҡыт та бит!.. Иркенәйә генә башлаған тормошто ҡәһәрле һуғыш боҙа...

Әсғәт, донъя хәлен белеп булмай, өйләнәйек, тип Бибинурға тәҡдим яһай. Ҡыҙ ҡапыл ғына яуап бирә алмай. Әсғәт атаһының хеҙмәт армияһында икәнлеген, өйҙә береһенән-береһе бәләкәй алты ҡустыһы булыуын да онотҡан кеүек, һис нигә ҡарамай, ныҡышыуын дауам итә. “Атайың ҡайтҡансы көтөп тор”, — тип ҡабаландырмаҫҡа тырышҡан әсәһен егет, Амангилде ауыл Советында рәйес булып эшләгән еҙнәһен, апаһын алып килеп, улар ярҙамында күндерә. Ғәзиз кешеһе, аптырап: “Бынан һуң Әхмәте кәләш алам тиер инде”, — тип әйтеүгә, мейес башында уйнап ултырған тағы ла бәләкәйерәк Ҡасим: “Шунан миңә”, — ти. Әсәһе көлөп тә, илап та: “Ярай, шунан һиңә инде...” — тип ҡуя. Ике ҡоҙағый ҡатындар менән генә, имен-аман һуғыш бөтһә, ҡоҙа саҡырышырбыҙ тип, ваҡытлыса ғына туй йолаһын атҡара. Шулай Әсғәт Бибинурҙы кәләш итеп йортона алып ҡайта.
Бында иһә тормош икенсе – өй тулы малайҙар. Килен уларҙан бик уңайһыҙлана ла. Шаян ҡәйнештәре, Бибинур нимәнелер булдыра алмаһа: “Әй, үҙең киленһең, шуны ла эшләй алмайһың”, — тип мәрәкәләп, еңгәләрен оялтырға ла күп һорамай.
Моратына ирешһә лә, Әсғәттең күңеле тыныслыҡ тапмай. Кәләшенә “Мин китеп барһам, сабыр бул”, – тип әйткеләп, көн һайын повестка көтөп йөрөй. Бибинурҙы ЗАГС-ҡа барып, никахты теркәргә, иренең фамилияһына күсергә өгөтләй, әммә кәләштең яҙылыр өсөн йәше тулмаған. Әсғәт, Бибинурҙың йәшен өҫтәп яҙҙырып, маҡсатына өлгәшә.
Бригаданың иң шәп атын егеп, Амангилде ауылындағы ЗАГС-ҡа баралар. Бергә йәшәүҙәренә ике ай ҙа алты көн булғас, Әсғәткә – 19, Бибинурға 17 йәш тигәндә, ғаилә башлығын фронтҡа оҙа­талар. Ғүмеренең ҡыҫҡа булырын һиҙ­гән­дәй, Әсғәт кәләшен тотошлай яңынан кейендерә: резина галошлы быйма, оҙон итәкле матур күлдәк, кофта, яғаһы күпереп торған ҡышҡы пальто, сағыу туҡыма, ҡыҙыл сәскәле шәл һатып алып бирә. Фронтҡа китер алдынан, район үҙәгендә хушлашҡанда, ҡулындағы сәғәтен дә сисеп тоттора. Тут төшөрмәй һаҡлауын үтенә. 1942 йылдың 1 мартында Әсғәт Йәһүҙин менән бергә ауылдаштары Фәтих Ҡужин, Әкрәм Ғәлләмов, Хабрахман Фахрисламов та яуға юллана. Ике йәш йөрәктең йылы хис-тойғоһо хат юлдары аша дауам итә.
Әсғәт киткәс, туғандары өсөн тормош туҡтап ҡалғандай тойола. “Ағай менән еңгәйҙең көлөшә-шаярыша йөрөүе ихата эсендәге бер йәм булған икән. Хәҙер инде күңелһеҙ”, – ти ҡәйнештәре.
Әсғәттең тәүге хаты Магнитогорск ҡалаһынан килә. “Ҡусҡар ауылынан Байғазин Фуат – яҡташым, ҡалған­дары – рустар. Берәй хәл булһа, ул аңлатыр, мине сабырлыҡ менән көт” тиелә унда. Икенсе хатында “Миңә әле генә ҡыйын. Иң мөһиме – һиңә ауыр булмаһын. Иҫемдән бер ҙә сығармайым һине, ҡәҙерлем” тигән юлдар бар. 1942 йылдың 29 апрелендәге хатында ауылдашы Ғәбделхай Фәйезовтан да сәләм тапшыра. Уның менән Тула ҡалаһы эргәһендә осрашҡандар. 6 августа Әсғәт кәләшенә окопта яҙған шиғырын ебәрә:
Серҙәреңде һөйлә йән дуҫыңа,
Еңел булыр, бәғрем, үҙеңә.
Дошмандарҙы еңеп ҡайтырмын,
Күҙ йәштәреңде түкмә йөҙөңә.

Меңдән берәү ҡайтыр,
мин булмамын,
Шулай тоя минең йөрәгем.
Илем өсөн ҡорбан булырмын да,
Ниҙер күреп йәшәр һөйгәнем?
Ике айҙы бергә йәшәп ҡалдыҡ,
Ике көндәй булды ҡыуаныс,
Алдағы көн үтһен шатлыҡ менән,
Булмаһын да инде аяныс.

Оҙата барып, яңғыҙ тороп ҡалдың,
Айырылышыу булды ҡыҙғаныс,
Һинең хатың килгәс, мин бәхетле –
Күңелдәрем тулы ҡыуаныс.

Тәҙрә төбөңә ултырт һин
Аҡ сәскәле гөлдәрҙе.
Онотма, иркәм, хәтерлә
Бергә булған матур көндәрҙе.

Һөйөклө кәләшенә һалдат шиғырлы хаттарын фронтҡа китеп барышлай туҡтаған станцияларҙан ебәрә. Бер хатыма өс яуап яҙһаңсы, тип тә үтенә ул. Бибинур ҙа: “Их, һөйөклөм, һине күрмәй нисек кенә түҙермен?! Хәбәрең дә юҡ...” – тип хистәрен ҡағыҙға күсерә, иренә өсмөйөшлө хаттарҙы көн һайын тиерлек ебәрә, әммә улар тейешле урынға барып етмәй. Хат ауыл яғынан урап килгәнсе, яугирҙәрҙе икенсе ергә күсереп өлгөрәләр... Әсғәткә кәләшенән бер генә хат алырға насип була. Бибинур яратҡан кешеһенең йылы хисле хәбәрҙәрен уҡып, йырҙарын йырлап йөрөй.
Һары һандуғастар һайрашалар,
Матур итеп, алһыу таң атҡас,
Ошо йырҙарымды йырлап йөрө,
Мин сит илгә китеп юғалғас.
Һин аңларһың, бәғрем, һуғыш булғас,
Юғалтыуһыҙ еңеү булмаҫын,
Ҡайталмаһам, миңә рәнйемә,
Күңелдәрең бойоҡ булмаһын.
Оҙатҡан саҡта Бибинур Әсғәттең “Бер-беребеҙҙе шул тиклем яратабыҙ, беҙҙе айыра алырҙай көс булырмы икән?!” тип әйтеп ҡалдырған һүҙҙәрен йөрәгендә ҡәҙерләп һаҡлаһа ла, 1942 йылдың көҙөндә берҙән-бере һәләк була. Ҡәһәрле һуғыш ике йәш йөрәкте мәңгелеккә айыра...
“Ҡара ҡағыҙ” ҡайғыһын ауыр эш кенә бер аҙ баҫҡандай була. Тылдағы ҡатын-ҡыҙ күргән бар михнәттәр Бибинурҙың башынан да үтә. Әсғәте киткәс, ул йәй айҙарында Ҡаҙмаш ауылына ат менән һөт ташый. Ҡышҡа ҡарай колхоз эшенә яраҡлы ҡыҙҙарҙы, йәшерәк ҡатындарҙы Әүжәнгә урман ҡырҡырға ебәрәләр. 1944 – 1945 йылдарҙың йәйендә ҡатын-ҡыҙ Учалы районындағы Миндәктә торф ҡырҡа.
Шулай бер көн Бибинурҙың ағаһы Басир һуғыштан ҡайтып төшә. Эшләгән урынына килеп, әсәһе ҡыҙын ун көнгә һорап алып ҡайта ла Ҡаҙмаш ауылынан Насип исемле иргә ҡатынлыҡҡа бирә. Ҡәйнәһе, был хаҡта ишетеп, бик ҡайғыра.
Йәй көнө Әсғәте бүләк иткән ҡыҙыл шәлде ябындырып, яңы иренең янына ултыртып, Бибинурҙы ауылдан оҙатып ебәрәләр...
Әсғәттән ҡалған фамилиямды үҙгәрттермәһәң генә риза булам, тип шарт ҡуя ҡатын. Насип ризалаша. 1947 йылда, улдары Мөхәмәт тыуғас, Бибинурҙың эш урынынан етди хат килеп төшә, милиция ла оҙаҡ көттөрмәй. Насип менән рәсми никах теркәһәң, язанан ҡотолаһың, тейешле ҡағыҙың булмаған осраҡта төрмәгә ултыртасаҡтар, тиҙәр ҡатынға. “Япһалар – япһындар, Әсғәт менән ЗАГС-ымды боҙмайым”, – тип Бибинур иренән айырылып ҡайтып китә.
1948 йылда Асҡар ауылында суд була. Унда ҡатын, балаһын күтәреп, Ҡырҡты аша йәйәүләп бара. “Өс айға Белоретҡа оҙатырға” тигән ҡарар сығаралар Бибинурға ҡарата. Уның ише ҡатындар байтаҡ була, барыһы ла йәйәү килгән. Балаһы булғас, Бибинурҙы атҡа ултырталар...
Өс айын тултырғас, Мөхәмәте менән ауылға ҡайтып төшәләр. Һуғыштан һуңғы йылдар – кейем-һалымды, өй кәрәк-ярағын ризыҡҡа алмаштырырға мәжбүр саҡтар. Улын әсәһенә ҡалдырып, Бибинур колхоз эшенә сыға. Насип килһә лә, бармай.
Ғүмере буйы яңғыҙ булып, ил күргәнде күреп йәшәй Бибинур. Ауыл Советы биргән ағастан ҙур, матур йорт һалып инә. Ҡартайған көнөнәсә ҡәйнештәре, Әсғәттең башҡа туғандары менән ҡатнашып йәшәй. Ауылда алты апһын берҙәй татыу ғүмер итәләр. Әсғәттең аҡ сәскәле гөл яратыуын иҫтәлек итеп, ғүмере буйы тәҙрә төбөндә аҡ сәскәләр үҫтерә. Бибинур һөйгәненең васыяты һәм төҫө кеүек һаҡлай уларҙы. Әсғәтен ғүмере буйы төңөлмәй көтә. Өйөнөң түрендә уның ҙурайтылған фотоһын тота. Күңелендә иһә 68 йыл буйы бер үкенес йәшәй: ирен яуға оҙатҡанда муҡсайына мейес буйында ятҡан һабынды һалырға онотҡан ул...
Бибинур, оло йәштә булһа ла, дәртен, киң күңеллелеген юғалтмай. Үҙе бөхтә, ҡул эшенә лә оҫта. Әсғәтенең хаттарын бик ҡәҙерләп һаҡлай, уларҙың ҡасан, ҡайҙа, нимә тураһында яҙылғанын яттан белә. Ҡыҙыҡһынған кешегә һис иренмәй уҡып ишеттерә. “Шишмә” станцияһынан яҙған хатына Әсғәте умырзая ҡушып һалған икән. Ошо сәскә лә, фронтҡа китер алдынан бүләк иткән шәленең бер киҫәге лә иҫтәлек итеп һаҡлана. 1992 йылда, Әсғәттең китеүенә 50 йыл тулған көндә, календарь битенә шиғыр яҙып ҡуя:
Күҙ йәшемде түгеп һуғышҡа оҙаттым
Ҡоръятмаҫ юлдарынан.
Илле йыл тулып үтһә лә,
Һис сыҡмай уйҙарымдан.
Иң үкенеслеһе: Бибинурҙың вафатынан һуң бер йыл үткәс хәбәрһеҙ юғалған Әсғәттең ерләнгән урыны асыҡланды. Туғандары шунда уҡ юлға сығып, яугирҙең иҫтәлегенә ҡәберлеккә яратҡан мәтрүшкә сәскәһен ултыртып, кәрәкле мәғлүмәттәр туплап ҡайтты.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872