Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сиргә яуап бирер ҡеүәт бар
Сиргә яуап бирер ҡеүәт бар Дауалап булмай торған сиргә дусар ителгән, шулай уҡ ауырығанын белмәй йә иһә уға ҡул һелтәп йөрөп, хәлен һуңғы сиккә еткергән кешеләр артыу сәбәпле, “Рәсәйҙә граждандарҙың һаулығын һаҡлау нигеҙҙәре тураһында”ғы 323-сө Федераль законда “паллиатив медицина ярҙамы” тигән төшөнсә барлыҡҡа килгәйне. Уға ярашлы һауыҡтырыу учреждениеларында махсус урындар булдырыла башланы. Паллиатив ярҙам бүлексәһе Ҡандра ауылының 1-се район дауаханаһында ла бар.

– Уны мәжбүри рәүештә астыҡ: сирлеләр йылдан-йыл күбәйә, – ти учреждение мөдире Руслан Төмәнев. – Дауахана эргә-тирәләге барлыҡ ауыл кешеләрен хеҙмәтләндер­гәнлектән, беҙгә күрше-тирә райондар халҡы ла мөрәжәғәт итә. Пациенттарыбыҙ 18 меңгә яҡын, шуларҙың өс меңдән ашыуы – балалар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сабыйҙар араһында ла паллиатив медицина ярҙамына мохтаждар күп. Әлеге бүлексәлә барлығы 15 койка-урын булһа, уларҙың байтағында балалар дауалана.
Сиргә яуап бирер ҡеүәт барТерапия, хирургия, неврология, онкология сирҙәренең ауыр формаһынан яфаланғандар даими дауалауға, ауыртыуҙы баҫыуға мохтаж. Был алым сирлене һуңғы көнөнәсә оҙата барырға тейеш. Паллиатив ярҙам – комплекслы сара: медицина хеҙмәткәрҙәре кешенең тәнен генә түгел, күңелен, аҡылын дауалай, физик, рухи ихтыяжын ҡәнәғәт­ләндерә, ғаиләһенә һәр яҡлы, айырыуса психологик ярҙам күрһәтә. Шунлыҡтан эксперттар төркөмөнә табиптар, шәфҡәт туташтары менән бер рәттән социаль хеҙмәткәрҙәр ҙә инә. Команданы шулай уҡ дин белгестәре, массаж яһаусылар, фармацевтар, диетологтар һәм башҡалар тулыландыра ала. Күп илдәрҙә паллиатив медицина ярҙамын өй шарттарында күрһәтеү киң таралған. Әйтәйек, сирле бала тәрбиәләнгән ғаиләләрҙең 90 проценты ошо алымды һайлай. Был аңлашыла ла: ауырыу йорт мөхитендә үҙен күпкә тыныс, ышаныслы тоя.
Хеҙмәтләндереүҙең сифатын яҡшыртыу маҡсатында Ҡандра дауаханаһы медицина ҡорамалдары менән даими тәьмин ителә. Ошо көндәрҙә, мәҫәлән, стоматология бүлексәһендә яңы аппарат ҡуйыласаҡ. Тиҙҙән шулай уҡ ультратауыш ярҙамында тикшереү ҡорамалын яңыртыу көтөлә. Бынан тыш, халыҡтың сәләмәтлек торошон даими контролдә тотоу маҡсатында ауылға алты ай һайын Октябрьский ҡалаһынан күсермәле медицина комплексы менән йыһазланды­рылған “КамАЗ” саҡыртыла. Нәҡ уның килгән сағына тап булдыҡ. Көндөң тәүге яртыһында электрокардиография, маммография, ультратауыш ярҙамында тикшеренеү үтергә мөмкин, төштән һуң иһә эндокринолог, колопроктолог кеүек белгестәр (халыҡтың күбеһе уларға мохтаж) ҡабул итә.
Дауахананың ике “Ашығыс ярҙам” бригадаһы бар. Уларҙың береһе – реанимобиль. Тиҙ ярҙам күрһәтеү өсөн тейешле барлыҡ ҡорамал менән йыһазландырылған был машина, юл-транспорт хәрәкәтендә фажиғәләр йыш булыуын иҫәпкә алып, “М-5” трассаһына ла беркетелгән.
Поликлиника ла, көндөҙгө стационар ҙа белгестәр менән тулыһынса тиерлек тәьмин ителгән.
– Бында “Ауыл табибы” программа­һының өлөшө баһалап бөткөһөҙ, – ти Руслан Төмәнев. – 2012-2013 йылдарҙа районға юғары медицина белемле йәштәр ташҡын булып ағылды. Һөҙөмтәлә дауаханалар тулыланды, күптәр ошонда ғүмергә төйәкләнде. Хеҙмәтләндереүҙең заманса төҫ алыуы менән бер рәттән белгестәрҙең дә йәшәреүе һаулыҡ һаҡлау мәсьәләһен яңыса хәл итеү мөмкинлеген бирә.



Автор: Туймазы районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә