Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәртипте һәр кем үҙенән башлаһа ине
Тәртипте һәр кем үҙенән башлаһа ине – Егеттәр, һеҙгә бөгөн Ленин урамындағы 83-сө йорттоң ҡыйығын ябырға тура килер.
– Цюрупа урамындағы 156/2-се йорттоң подъезд алдын иҙмә менән тигеҙләп ҡуйырға кәрәк. Фәлән йортта һыу үлсәгес прибор ватылған…



Өфө ҡалаһының Совет районына ҡараған 17-се торлаҡ-файҙаланыу участкаһында сираттағы эш көнө. Заказдар күп һәм төрлө: берәүҙәр фатирын­дағы кранды йүнәтеүҙе үтенә, икенселәренә өҫтәге ҡаттан һыу үтә, өсөнсөләр йорт алдын ипкә килтереүҙә ярҙам һорай.
– Районда беҙҙең биләмә иң ҙурҙарҙан һанала, 128 йортто хеҙмәтләндерәбеҙ. Улар араһын­да төрлөләре бар, – тип һүҙ башланы участка директоры Рәмил Ғилманов. – 36 йорт 1917 йылға тиклем төҙөлгән, 48-е ағастан һалынған. 46 йорттоң бәҙрәфе тышта, берәүһенә газ яғыулығы үткәрелмәгән.
Әле бында “ураҡ” мәле. Йәйен заявкалар буйынса ғына эшлә­мәй­ҙәр, ә бар көстө һалып ҡышҡылыҡҡа әҙерләнәләр. Көҙөн йылылыҡ бирә башлаған ваҡытта проблемалар тыумаһын өсөн торбаларҙағы атмосфераны тикшерәләр, көйләйҙәр.
Тәртипте һәр кем үҙенән башлаһа инеӘйткәндәй, Өфө урман хужалығы техникумын тамамлағас та хеҙмәт юлын слесарь булып башлаған Рәмил Хәләф улы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн яңы кеше түгел. Тармаҡтың барлыҡ нескәлектәрен, проблемаларын яҡшы аңлай ул. Тырыш егет мастер ҙа, унан баш инженер ҙа булған. Хәҙер 15 йыл участка директоры вазифаһын башҡара. Оҙайлы һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн былтыр Башҡортостан Республикаһының Почет грамо­таһы менән бүләкләнгән.
Мәғлүм булыуынса, быйылғы ҡыш та, яҙ ҙа үҙенең үҙенсәлеге менән аптыратты. Көндәр берсә йылытып, берсә туңдырған ваҡытта, ҡыйыҡтарҙағы япмалар боҙола. Тап шуға ла йәй барышында ҡыйыҡ эштәре шаҡтай көс талап итә. Әле ике бригада ошо кәмселектәрҙе бөтөрөү менән шөғөлләнә. Барыһын да үҙ көстәре менән теүәлләргә тырышалар, подрядсыларҙы ялламай­ҙар. Был, әлбиттә, хеҙмәткәр­ҙәрҙең эш хаҡына ла яҡшы йоғонто яһай.
Эш хаҡы тигәндән, ул бөгөн – тармаҡта киҫкен мәсьәлә.
– Коммуналь хеҙмәттәр өсөн хаҡты тариф комиссияһы йыл һайын арттырһа ла, беҙ һаман 2011 йылғы һандар менән эшләйбеҙ, – тип һүҙен дауам итә Рәмил Хәләф улы. – Ҡиммәт­ләндерә алмайбыҙ, сөнки йорттар­ҙа йәшәүселәр дөйөм йыйылышта хаҡ күләмен үҙҙәре хәл итә. Билдәле, улар арттырырға риза түгел. Был юҫыҡта фасадтарҙы йылытыу, ҡыйыҡты төҙәтеү, пластик тәҙрәләр ҡуйыу һәм башҡа эштәргә тотонолған сығымдарға нигеҙләнгән хаҡ булырға тейеш. Ул сағында эшебеҙ йәнә күпкә сифатлыраҡ, йылдамыраҡ барыр ине.
Тәртипте һәр кем үҙенән башлаһа инеҺәр кем матур йортта, таҙа подъезда, уңайлы, йылы, һыуы даими ағып торған фатирҙа йәшәргә теләһә лә, ошо хеҙмәттәр өсөн ваҡытында иҫәпләшергә онота. Башлыса пенсионерҙар үҙ бурысына яуаплы ҡарай. Дөрөҫ, төрлө ҡатлам кешеләре бар, араларында ауырлыҡ менән түләгән­дәр ҙә юҡ түгел. Әммә шул уҡ ваҡытта хәлле генә йәшәгәндәр­ҙең дә бурысын ҡайтарырға ашыҡмауы таң ҡалдыра. Ҡайһылары иҫәп приборҙарын төрлөсә “сихырлап” ялғанлауға бара. Күптәр фатирын ҡуртымға бирә. Унда ғәмәлдә бер кеше генә теркәлһә лә, ысынбарлыҡта дүртәү, бишәү йәшәй. Тимәк, йылы, һалҡын һыу күберәк сарыф ителә. Икенселәр ҡулланған ресурстарҙы аҙайтып күрһәтә. Шулай итеп, сығым арта, дөйөм йорт ихтыяжына киткән түләүҙә аңлашылмаусанлыҡ тыуа.
Әйткәндәй, былтыр декабрҙә Өфөлә “ТКХ үҙгәрә” тигән Бөтә Рәсәй йыйыны үткәйне. Унда сығыш яһап, Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ министры Михаил Мень ошо хаҡта борсолоуын белдерҙе. “Хәлле йәшәгәндәрҙең дә тейешлеһен түләргә ашыҡмауы ҙур хафаға һала. Әлеге көнгә илдә был йәһәттән 200 миллиард һум бурыс бар. Киләсәктә етди ҡарарҙар ҡабул ителәсәк, аҡса идарасы компанияларҙа аҙашып ҡалмаһын өсөн ҡулланыусылар менән хеҙмәт күрһәтеүселәр араһында тура килешеү төҙөү хаҡында закон ҡабул ителеүе көтөлә”, – тигәйне ул.
Рәмил Хәләф улы билдәлә­үенсә, биләмәлә килемһеҙ йорттарҙың күп булыуы ла бәкәлгә һуға. Мәҫәлән, туғыҙ ҡатлы йорт та, ике ҡатлы иҫкеһе лә бер үк майҙанды биләй тиерлек. Тәүгеһендә халыҡ күп йәшәгәс, табыш та күберәк. Ә иҫкеһенең тарифы бәләкәй, әммә уларҙы ҡарау, эргә-тирәһен йыйыштырыу, ҡышын – ихатаһын, яҙ ҡыйығын ҡарҙан таҙартыу өсөн шул уҡ көс, сығым талап итә.
Кадрҙар… Бөгөн торлаҡ-коммуналь хужалыҡты борсоған төп проблемаларҙың береһе ул. Тармаҡта йәштәр торламай: берәүҙәр китә, икенселәре килә. Әле бында башлыса элекке кешеләр эшләй. Алдындағы бурысты намыҫ менән атҡара улар. Урам һепереүселәр Миләүшә Харрасова, Зөлфиә Ишембәтова, Миңзәлә Сафина, шоферҙар ағалы-ҡустылы Дамир менән Рим Сафиндар, штукатур-маляр Әлфиә Сафарова, слесарь Валера Степанов кеүектәрҙе маҡтап телгә алды директор. Йорт алдарындағы, ихаталарҙағы тәртип, бөхтәлек тә уларҙың тырыш хеҙмәтенә ишаралай.
Биләмәлә уйын майҙансыҡтары булдырыуға ла ҙур иғтибар бирелә. Былтыр депутаттар ярҙамы менән Запотоцкий урамындағы 48-се, Ибраһимов бульварындағы 25-се йорттар алдына ҡуйылған ҡоролмаларҙа балалар рәхәтләнеп уйнай. Йәнә Петропавловск урамындағы 51-се йортта йәшәүселәр үҙҙәре аҡса йыйып, үҙҙәре ҡуйған.
– Тирә-яҡтағы таҙалыҡты, тәртипте яратҡас, һәр беребеҙ уны һаҡлау сараһын да хәстәр­ләһә ине, – тип борсолоп һөйләй Рәмил Хәләф улы. – Күптәр үҙе көн күргән фатирҙы ғына шәхси милке итеп күрә, ҡәҙерләй. Ә бит подъезды, лифтты ла барыбыҙ ҙа һаҡларға тейеш. Ҡайһы бер подъездарҙы төҙөкләндереп, лампочкалар ҡуйып, аҙмы-күпме ваҡыт үтеүгә, ялыуҙар яуа башлауына ғәжәп итәһең. Имеш, лифт эшләмәй, стеналар бысрап бөткән, ҡараңғы. Теге йәки был йортто ситтән килгәндәр бысратып, ватып йөрөмәй бит. Унда йәшәүселәр тәртипте үҙҙәренән башлаһа ине. Йәнә ҡайһы бер йорттарҙағы халыҡтың әҙәплеле­генә һоҡланаһың. Үҙҙәре килешеп, аҡса йыйып, вахтер ҡуялар…
Был көндә 17-се торлаҡ файҙаланыу участкаһы уңғандары эшләгән күп кенә урында булдыҡ. Уларҙың тилберлегенә, үҙ эшен яратып башҡарыуына һоҡландыҡ. Хушлашып, ҡайтыр юлға ыңғай­ланыҡ. Хәҙер инде һәр йорт иха­таһы торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәренең эшһөйәрлеге хаҡында һөйләгән кеүек тойолдо. Аллы-гөллө сәскәләр тирә-йүнгә күркәмлек өҫтәй, хуш еҫ тарата. Балалар майҙансығында ҡыҙҙар, малайҙар рәхәтләнеп уйнай, күңел аса. Тәү ҡарауға көнкүреше­беҙҙәге ошо уңайлыҡтар үҙенән-үҙе барлыҡҡа килгән кеүек тойола. Бәғзеләр быларҙың барыһы ла торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ойошмалары башҡарған өҙлөкһөҙ хеҙмәттең матур күрһәткесе булыуын уйлап та ҡарамай.
Беҙҙең менән йәнәш бер әсә кескәй улы менән китеп бара ине. Малай туңдырманың тышын алды ла асфальтҡа ташланы. Быны күреп ҡалған әсәһе, уны шелтәләп, ҡағыҙҙы сүп һауытына алып барып һалыуын талап итте.
– Ана, апайҙар йыйыштырып йөрөй, башҡаса улай эшләмә! – тигәне ишетелде әсә кешенең.
– Ярай! – тип баш һелкте малай.
Тәртип, таҙалыҡ өсөн һәр бере­беҙ яуаплы булғанын онотмаһаҡ ине.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872