Тышҡы һәм эске туризмдың бөгөнгөһө, ғөмүмән, был тармаҡтың үҙенсәлектәре һәм үҫеш кимәле хаҡында һуңғы йылдарҙа айырыуса күп яҙалар, йыш һөйләйҙәр. Кемдәр ниндәй генә идеялар тәҡдим итмәй – ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс бизнес-проекттар, йөкмәткеле һәм ылыҡтырғыс маршруттар, барлыҡ уңайлыҡтары булған туристик һәм курорт базаларын төҙөү планы... Ҡыҫҡаһы, ерлек бар. Тәбиғәт шарттары, тауҙар, ҡаялар, йылғалар, күлдәр хаҡында әйтеп тә тораһы түгел. Юҡҡа ғына беҙҙең яҡтарҙы Швейцария менән тиңләмәйҙәр. Тик ни өсөн һуң төбәгебеҙҙә әлеге шул Швейцариялағы ише бюджеттың 15 процентын тап туризм тармағынан алынған табыш тәьмин итмәй? Йә булмаһа, ни өсөн беҙҙә Ҡара диңгеҙ буйындағы ише туристар ағымы күҙәтелмәй? Унда – сервис, тиер ҡайһы берәүҙәр. Унда йылы, мул һыу, тиер икенселәр. Әммә диңгеҙ буйында ғына ял итеп була тимәгән бит әле. Ҡыҫҡаһы, был тармаҡ тураһында эш бүлмәһендә, компьютер артында ғына ултырып фекер йөрөтөп (үҫтереү тураһында әйтеп тораһы ла түгел) булмағанын аңлап, үҙебеҙ ҙә “турист сәкмәнен кейеп ҡарарға” булдыҡ. Маршрутыбыҙ – Ишембай районының Маҡар ауылынан ете саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Ҡуҡрауыҡ шарлауығы.Ауылға төш элгәре килеп еттек. Өфөнән яҡынса өс сәғәтлек юл. Шарлауыҡтың ҡайһы яҡта урынлашҡанын билдәләгән юл күрһәткес күренмәй. Ял осоронда был яҡтарға йөҙләгән туристың килеүен иҫәпкә алғанда, ауыл янындағы тәбиғәт ҡомартҡыларын һынландырып, уларҙың схемаһын һыҙып, мәғлүмәти баннер эшләп ҡуйғанда һәйбәт булмаҫ инеме икән? Ярай әле Маҡар ауыл Советының хакимиәт башлығы Илнур Мөхйәнов яныбыҙҙа. Уның “тимер ат”ында шарлауыҡҡа елдерәбеҙ. Ауылдан сығыу менән асфальт юлды ҡырсынташ алмаштырҙы. Элемтә лә өҙөлдө. Цивилизацияһыҙ донъя ҡыҙыҡ та, мауыҡтырғыс та...
Ғөмүмән, был яҡтарҙа тәбиғәт иҫ киткес матур. Ҡуҡрауыҡ шарлауығы, Кәлимосҡан ҡаяһы, Салауат Юлаев мәмерйәһе, Ҡыҙҙар ташы үҙе генә ни тора. Уйлап ҡараһаң, әллә күпме туристик маршруттар ойошторорға, турбазалар төҙөргә мөмкин. Әммә был яҡтарҙа, Маҡарҙан яҡынса өс саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан “Кук-караук” туристик базаһынан башҡа, бер махсус ял урыны ла юҡ. Тимәк, халыҡ килә, күрә һәм... бөттө. Ә ниңә ошо мөмкинлектән файҙаланып ҡалмаҫҡа? Йыл әйләнәһенә булмаһа, яҙғы, йәйге осорҙа ғына ла әллә күпме аҡса эшләп ҡалырға мөмкин түгелме ни? Нисек тиһегеҙме? Әйтәйек, шул уҡ йомортҡа, һөт, ҡаймаҡ һатып ҡына ла. Экологик таҙа ризыҡтан бер ҡала кешеһе лә баш тартмаҫ ине, моғайын. Ҡыҙыҡ өсөн һынап ҡарайыҡ. Мәҫәлән, май байрамдары осоронда Ҡуҡрауыҡ шарлауығын күрергә тип көн һайын ауыл уртаһынан йөҙләгән машина үткән, тиҙәр. Әгәр һинән шуларҙың унауһы ғына туҡтап, берәр банка ҡаймаҡ (120 һум), литр ярымышар һөт (70 һум), ун дана йомортҡа (60 һум) һатып алһа ла, көнөнә 2500 һум килеп сыға. Икмәген, ҡоротон да тәҡдим итергә мөмкин. Өҫтәүенә, шарлауыҡ эргәһендә ҡапҡылап алыр урын булмауын иҫәпкә алһаң... Хатта һыу тәҡдим итеүсе лә күренмәй бит бында.
– Ҡайҙалыр туристарҙы йәлеп итә алмайҙар, ә бында улар үҙҙәре ағыла. Ниңә мөмкинлектән файҙаланмаҫҡа? Маҡарҙы бына тигән туристик брендҡа әйләндерергә мөмкин дә баһа! Талҡаҫтан, Красноусолдан, Мораҙымдан бер ҙә ҡайтыш булмаҫ ине ул, – тибеҙ Илнур Мөхйәновҡа.
– Туризмда “инвест-привлекательность” тигән төшөнсә бар. Тәү ҡарамаҡҡа ябай кеүек кенә тойолһа ла, асылы күпкә тәрәндәрәк. Күптәр уны тәбиғәт шарттары менән генә сикләй. Әммә был төптө дөрөҫ түгел. Инвестиция ҡеүәһе артһын өсөн тәбиғи ресурстар ғына етмәй, етәкселәр ҙә, эшҡыуарҙар ҙа, иң мөһиме, урындағы халыҡ та эшләргә тейеш был йүнәлештә. Беҙгә килгәндә, ауыл халҡы туризмдың мөмкинлектәрен, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә аңлап бөтмәй. Ғөмүмән, халыҡ әүҙем рәүештә малдарын көтөүгә ҡыуа башламай (урам буйлап мал ирекле йөрөгәндә ниндәй инвестиция йәлеп итеү тураһында һүҙ алып барырға мөмкин), төҙөкләндереү эштәренә дәррәү тотонмай тороп, туризм төбәгенә әйләнеү тураһында һүҙ йөрөтөүе иртәрәк. Әлбиттә, маҡсаттарыбыҙ бар, һәм улар бик күп. Әйтәйек, быйылдан веломаршрут асырға иҫәп тотабыҙ. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы менән берлектә велоуҙыш ойошторорға ла ниәт ҡорҙоҡ. Киләсәктә туристарҙы һыбай йөрөтөргә лә уйлайбыҙ. Әле ауылдағы берәй урында йәрминкә-баҙар булдырыу идеяһы ҡарала. Бында һәр кеше тәғәйен бер ваҡытта үҙенең йорт-хужалығында етештерелгән ризыҡтарҙы сығарып һата аласаҡ.
– Ҡайһылай яҡшы булыр ине ул! Юҡһа, бөгөн әллә нисәмә магазинға инеп, һөт-ҡаймаҡ һорап сыҡтыҡ – булманы. Тәғәйен урынын һәм ваҡытын билдәләһәгеҙ, килгән-киткән кеше ҡайҙа, кемгә мөрәжәғәт итергә икәнен белеп торор ине.
– Шуға тырыштырабыҙ ҙа инде. Туристар килде лә ҡайтты түгел бит. Уларҙан халыҡҡа ла ниндәйҙер файҙа ҡалырға тейеш. Ғөмүмән, ауыл ерендә эшләйем тигәндәргә шөғөл бар инде ул. Бында туризм тармағын ғына күҙ уңында тотмайым. Әйтәйек, быйыл 500 хужалыҡ иҫәпләнгән ауылда мал көтөүсеһе таба алманыҡ. Сиратлап көтөргә булдыҡ. Был да бит – проблема. Унан һуң төҙөкләндереү эштәренә йәлеп итерҙәй эшселәр табыуы ла ҡыйын. Алты мең һумлыҡ хеҙмәт хаҡына берәү ҙә эшләргә риза түгел. Өйҙә тик ятһаң, уныһы ла юҡ бит әле! Туризмды үҫтереү кеүек ҙур-ҙур бурыстар тураһында фекер алышҡанда бындай сағыштырыуҙар урынһыҙҙыр, бәлки. Әммә мәсьәләне хәл итеү тап ошондай сетерекле проблемаларҙы яйға һалыуҙан башлана ла инде. Башта билдәләп үтеүемсә, әгәр урам тулы көтөүһеҙ мал йөрөй, кәртә-ҡуралар емерелеп бөтөп бара икән, ниндәй турист килһен беҙҙең яҡтарға? Сөнки бөгөн бер тәбиғи матурлыҡ менән генә туристарҙы йәлеп итеүе ауыр. Барыһы ла бит уңайлы шарттарҙы ярата.
– Нимәнән башларға һуң был эште?
– Беҙҙең ауыл ысынлап та бик матур һәм уңайлы урында. Стәрлетамаҡ, Ишембай, Салауат ҡалаларынан күп тигәндә бер сәғәтлек юл. Ҡыҫҡаһы, күрһәтерлек тәбиғәтебеҙ бар, юл насар түгел, беҙгә ана шул хеҙмәтләндереү өлкәһен үҫтерергә кәрәк. Туристик маршруттар ойоштороу, тауға үрмәләүселәрҙе йәлеп итеү – ҡулдан килерлек эштәр. Хатта умартасылыҡ буйынса маршрут ойошторғанда ла, ҡайһылай һәйбәт булыр ине! Әммә был осраҡта эшҡыуарҙарҙың да хәлен аңларға кәрәк. Күптәр административ кәртәләрҙән ялҡып бөткән, документтар йыйыуҙан биҙеп тора. Был да бит – үҙенә күрә проблема. Ғөмүмән, туризмды үҫтереү туристарҙың булыу-булмауына ғына бәйле түгел. Бында тотош сылбыр камил эшләргә тейеш.
Был яҡтарға килгәс, Ҡуҡрауыҡ шарлауығынан тыш Кәлимосҡан ҡаяһын, Салауат Юлаев мәмерйәһен, “Кук-караук” туристик базаһын да күрмәй китмәнек. Әйтеп кенә аңлата алмаҫлыҡ саф һауа, хозурлыҡ һәм тынлыҡ. Базаның ниндәйҙер ҡала кешеһенеке булыуы, эшселәрҙең дә әллә нисәмә саҡрымда ятҡан Ишембай, Стәрле ҡалаларынан, яҡын-тирәләге ауылдарҙан йыйылғанлығы ғына күңелде төшөрҙө.
– Ҡайҙа һуң ауыл халҡы? – Илнур Илдар улына был һорауҙы ла бирмәй булдыра алманыҡ.
– Оҙон аҡса эҙләп, Себер китәләр, Мәскәү, Питер юлдарын тапайҙар... Бында эшкә урынлашҡандары оҙаҡҡа сыҙай алманы. Әле бына туристик базаға ашнаҡсы таба алмайҙар...
...Ауылда әлеге лә баяғы һөт-ҡаймаҡ һорап сираттағы магазинға туҡтағанда бер ағай килеп иҫәнләште. Ҡайҙан, ниндәй маҡсат менән йөрөүебеҙҙе ишеткәс: “Эйе, беҙҙең яҡтар Швейцариянан шәберәк ул!” – тип маһайып алды. Әммә ағай был сит илдә туристар өсөн ниндәй шарттар тыуҙырылғанын, урындағы халыҡтың башлыса ошо кәсеп иҫәбенә көн күреүен беләме икән? Швейцария бюджетының 15 проценты туризм тармағынан алынған табышҡа тура килә тигәйнек. Ә беҙҙә был һан әлегә хыялда ғына. Ни өсөн улай тиһегеҙме? Сөнки сит илдә һәр клиент өсөн ысын мәғәнәһендә көрәш бара. Турист улар өсөн алтын йомортҡа һалған тауыҡҡа бәрәбәр. Һәм был дөрөҫ тә. Улар белә: әгәр һин бөгөн клиенттың күңелен күрәһең икән, иртәгә ул ғаиләһен, дуҫын, күршеһен алып киләсәк... Ә беҙҙә нисек? Туристар ҙа килә, ял итер өсөн урындар ҙа күп, маҡтанып, ғорурланып һөйләрлек ҡомартҡыларыбыҙ ҙа бихисап... Ә сервис юҡ. Беҙ хеҙмәтләндерә белмәйбеҙ. Ғөмүмән, туризм мәҙәниәтенә өйрәнмәгәнбеҙ. Иң ҡыҙғанысы – урындағы халыҡ үҙҙәренә ни тиклем файҙа килерен аңлап бөтмәй.
Ауылда ике-өс сәғәт тирәһе булдыҡ. Әммә бер ерҙә лә һөт-ҡаймаҡ тәҡдим иткән, картуф һатып ултырған, икмәк, ҡоротон алып сыҡҡан кешене осратманыҡ. Осратһаҡ, һис шикләнеп тормай, алыр инек бит инде...