Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Юғары белем алыу мөһимме?
Йәш кеше алдында ҡасан да булһа шундай һорау тыуа: ҡайҙа уҡырға барырға, ниндәй һөнәр һайларға? Арабыҙҙа төрлөһө бар: булған белемен дөрөҫ файҙаланыусылар ҙа, белемлегә аяҡ салыусы наҙандар ҙа, һөнәре кәрәк тип табылмаған аҡыллылар ҙа, “бешмәгәндәр” ҙә...
Бер миҫал. Ғаиләлә алты бала үҫкән. Ата-әсә, үҙҙәре юғары белемле булғас, ул-ҡыҙҙарын да уҡытҡан. Хәҙер ейәндәре лә юғары уҡыу йорто дипломына эйә. Мәктәпте тамамлаған бүлә иһә университет йә институтҡа бармауҙы күҙ алдына ла килтерә алмай. Был ҙур ғаиләнең эске ҡағиҙәһе, ҡануны – юғары белемһеҙ һин алға атлай алмайһың. Дөрөҫмө? Юғары белем мөһимме? Түбәндә юғары белемлеләр һәм дипломһыҙҙар бәхәс ҡора.


Зәлиә ШӘРИФЙӘНОВА:
– Юғары белемле булыу бик мөһим. Бөгөн айырыуса көнүҙәк ул мәсьәлә. Карьера баҫҡысынан үрләү өсөн дә, дөйөм үҫеш мән­фәғәтендә лә, абруй яуларға ла диплом кәрәк.
Эйе, урта белем менән генә уңышлы эшҡыуар булып киткәндәр, бынамын тигән итеп донъя көтөүсе дипломһыҙҙар байтаҡ. Әммә ундайҙар хәҙер балаларын уҡытырға тырышып ята. Ниңә етәкселектә беҙҙекеләр әҙ? Күбеһе уҡырға иренгән өсөн!

Ринат БАҺАУЕТДИНОВ:
– Юҡ. Минеңсә, иң дөрөҫ юл – һөнәр алыу. Уның буйынса дипломың юғары уҡыу йортоноҡомо, махсус һөнәрселек училищеһы йә колледждыҡымы, бәлки, йоҡа ғына бер таныҡлыҡтыр ҙа – һис мөһим түгел. Ҡулың эш белһә, башыңда һөнәрең буйынса ғилемең булһа, еткән. Оксфордтың, Мәскәү йә Питерҙың иң алдынғы уҡыу йорттарын тамамлап та, белемеңде ғәмәлдә файҙалана алмаһаң, ни фәтүә?!

Камил ҠАҘАҠБАЕВ:
– Бер кем дә диплом алыу менән яҡшы хаҡ түләнгән урынға барып ултырмай, түҙемлек һәм ныҡышмалылыҡ кәрәк.
“Ҡытайға барып булһа ла белем ал” тигән боронғо бер аҡылыбыҙ бар бит әле. Уны тулыландырып, әйтемдең алдына бөгөн шуны өҫтәргә кәрәк: “әгәр мөмкинлек булһа”. Бер кемгә лә сер түгел, юғары уҡыу йорттарында, хатта урта һөнәри мәғариф учреждениеларында ла бюджет урындары ҡыҫҡара, түләүле йүнәлештәр киңәйә, ә ата-әсәләрҙең балаларын уҡытырға аҡсаһы юҡ. Әлбиттә, биш йыл сыҙарға, экономияларға, кредит алырға була, тик бурыс ҡоллоғона батһаң, сығырға ла түҙемлек кәрәк.

Ләйсән ХӘМИТОВА:
– Юғары белемлеләрҙең ҡайҙарҙа эшләгәндәрен беләһегеҙме? Йәки ниндәй хеҙмәт хаҡына? Мәҫәлән, үҙемдә — педагог дипломы, ә супермаркетта кассир булып ултырам. Ни өсөнмө? Мәктәпкә барып, айына 10 мең һумға нервы ҡаҡшатҡансы, былай яҡшыраҡтыр. Етмәһә, уҡытыуҙан бигерәк, отчет, ҡағыҙ эштәре тәҡәтте ҡорота. Юғары белемле юристарҙы, инженерҙарҙы беләм – күбеһе Себер киңлектәрендә “сыныға”, үҙебеҙҙә эш таба алмағас. Шулай булғас, нимәгә ул биш-алты йыл ваҡытыңды вузда әрәмгә үткәреү?!

Рафаэль НАСИБУЛЛИН:
– Бөгөнгө йәштәр “әрәм” тигән һүҙҙең мәғәнәһен дөрөҫ ҡулланмай. Уларҙың бәғзеләренә әрмегә барыу ҙа — ваҡытыңды бушҡа сарыф итеү, университетта уҡыу йылдары ла — әрәм. Аптырарһың. Әйҙәгеҙ, улайһа, аҡса юҡ, мөмкинлек юҡ, белем һай, тип уҡымағыҙ, тырышмағыҙ. Ғүмерегеҙ генә әрәмгә китмәһен. Бөтәһенә лә юғары белем алырлыҡ зирәклек, аҡыл бирелмәй, тиерһегеҙ. Нисек тә бирелә әле! Ата-әсәләрҙең балаларына ваҡыт бүлә белмәүе аяҡ сала.
Әйткәндәй, Зәлиә телгә алған урта белемле эшҡыуарҙар күптән юғары уҡыу йорттарының дипломдарын һатып алып бөткән бит инде, тимәк, ҡасандыр уҡымаһалар ҙа, вуз кәрәккән…

***
Был темаға оҙон-оҙаҡ бәхәсләшергә була, шулай бит? Белем алыу, һөнәр һайлау һәр кемдең үҙенә бәйле. Өлкәндәрҙең этәргесе лә кәрәк. Иң мөһиме – ваҡытты бушҡа үткәрмәҫкә, үҙеңә файҙа килтерерҙәй шөғөл табырға. Уның өсөн иһә уҡыу шарт.
Ә һеҙ тағы нимә тураһында бәхәс ҡорор инегеҙ? Тәҡдимдәрегеҙҙе alsoukipsak@yandex.ru электрон адресына ебәрегеҙ.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә