Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халҡыңды һөйөргә ваҡыт та, аҡса ла кәрәкмәй
Халҡыңды һөйөргә ваҡыт та, аҡса ла кәрәкмәй Фәнил ФӘЙЗУЛЛИН – философия фәндәре докторы, Өфө дәүләт авиация техник университетының философия кафедраһы мөдире. Илебеҙҙә дөйөм танылған ғилми мәктәпкә нигеҙ һалыусы, социаль философия һәм социология өлкәһендәге күренекле ғалимдарҙың береһе тип беләбеҙ уны. Фәнил Сәйет улының 500-ҙән ашыу ғилми хеҙмәте, шул иҫәптән 48 монографияһы, техник вуздар өсөн философия дәреслектәре баҫылып сыҡҡан, уның етәкселегендә 50-нән ашыу методик ҡулланма әҙерләнгән. Милләттәр һәм милләт-ара мөнәсәбәттәр үҫешендәге социаль мәсьәләләрҙе тикшереү һәм хәл итеүҙә академик Ф.С. Фәйзуллиндың өлөшө ғәйәт ҙур.
Фәнил Сәйет улы – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының иң үткер һүҙле әүҙем ағзаһы ла. Шундай итәғәтле, инсафлы кеше, уның менән аралашыуҙан ҙур кинәнес табаһың. Фәнил ағай Фәйзуллин — бөгөн беҙҙең әңгәмәсебеҙ.


— “Ҡаһым түрә” риүәйәтендә ошондай һүҙҙәр бар: “Александр батша башҡорттарға: “Бик күп батырлыҡтар күрһәттегеҙ. Йә, һеҙгә ни кәрәк?” – тигән, ти. Ҡаһым түрә уға шулай тип яуап биргән: “Беҙ ярҙамға ғына килдек, бер нәмә лә һорамайбыҙ!” Фәнил ағай, ошо һүҙҙәр башҡорт халҡының асылын күрһәтәме?
— Боронғо замандарҙа халҡыбыҙ байтаҡ күркәм сифатҡа эйә булған, тип ышаныслы әйтә алабыҙ. Күптән түгел генә фольклор материалдарын социаль тикшереүҙең һөҙөмтәләренә иғтибар иттем. Нимәһе ҡыҙыҡ: башҡорттар милли сығышын билдәләгәндә, башҡа милләт­тәрҙән айырмалы, беренсе урынға үҙҙә­ренең тарихи территорияһын ҡуя икән. Бының ниңә шулай икәнен аңлатыуы ауыр түгел, сөнки башҡорттар төрлө ырыуҙар ҡушылыуынан барлыҡҡа килгән. Ырыу системаһында бер-береңә ярҙам итеү, ойошҡанлыҡ, берҙәм һәм татыу булыу, үҙ шәхестәреңде хөрмәтләү һәм данлау кеүек сифаттар ҡәүемдең көсөн, нигеҙен тәшкил иткән факторҙар булған. Мил­ләттең төп тотҡаһы булып тел, рух һәм тыуған еребеҙ торған. Башҡорттар борон-борондан ошо ерҙә йәшәй һәм уларҙа теге йәки был ырыуҙың тарихын, көн иткән ерҙәрен аныҡ, документаль дәлилләү өсөн яҙма рәүештә теркәп ҡуйыу традицияһы формалашҡан. Был традиция, башҡорттар Рус дәүләтенә ҡушылып, батшанан үҙ ерҙәренә аҫабалыҡ хоҡуғына грамоталар алғас, тағы ла үҫә төшә.
Рәсәй дәүләтенә Башҡорт иле үҙ ирке менән, килешеү төҙөп, төптән уйлап, үҙенең талаптарын ҡуйып ҡушылған һәм шул ваҡыттан бирле тоғро ил һаҡсыһы булған. Ниндәй генә һуғыштар тоҡан­маһын, Рәсәйҙе һаҡларға иң тәүгеләрҙән булып башҡорттар күтәрелгән. Был илде генә түгел, үҙ ереңде һаҡлау, яҡлау өсөн дә башҡарылған изге бурыс булған беҙҙең халыҡ өсөн. Башҡорттар үҙенең Уралын яратыусы, илгә дошман килгәндә оҫта яугир, тоғро дуҫ була белеүсе халыҡ икәнен раҫлаған. Тарих мәғлүмәттәренән беле­үебеҙсә, иң күп ихтилалдар башҡорттар тарафынан күтәрелгән. Сәбәбе — Рәсәй менән төҙөгән килешеүҙең батшалар тарафынан теүәл үтәлмәүе һәм мәкерле рәүештә боҙолоуы.
– Үткәндәр менән ғорурланырға ныҡлы нигеҙебеҙ бармы?
— Халыҡтың бөйөклөгө уның һаны түгел, ә башҡарған эштәре менән билдә­ләнә. Күпмелер ваҡыт элек бөтә донъя конгресында итальяндар менән немец­тарға ҡаршы сығыш яһарға тура килде. Улар үҙҙәренең телмәрендә: “Беҙ һеҙгә мәҙәнилек алып киләбеҙ”, – тип урынһыҙ маһайғайны. Мин уларға: “Һеҙ нимәнелер бутайһығыҙ, ахырыһы, – тип яуапланым. – Заманында, һеҙҙең ата-бабағыҙ ярым ҡырағай булған ваҡытта, Көнсығыш илдәрендә юғары цивилизация хакимлыҡ иткән, астрономия, математика, медицина фәндәре ныҡ үҫешкән”.
Тарихи Башҡортостан ерендә урын­лашҡан Арҡайымды ғына алайыҡ. Ул Троянан мең йылға олораҡ, шул ваҡытта уҡ унда металлургия оҫтаханалары гөрләп эшләгән. Тимәк, Европа халҡы һунарҙа таяҡ тотоп йөрөгән осорҙа, бында металл ҡоралдар ҡулланылған. Рәсәйҙә быуаттар төпкөлөнән алып тау сәнәғәтенең үҙәге булып Урал торған. Ун һигеҙенсе быуат башында ғәйнә башҡорто Тасим Маметов улдары менән мәғдән сәнәғәтен үҫте­реүселәр араһында иң уңышлы эшләгән таусылар рәтендә һаналған. Ә уның улы Исмәғил – илебеҙ тарихына үҙенең исемен алтын хәрефтәр менән яҙған башҡорт­тар­ҙың береһе. Белеүебеҙсә, Тасимовтың мөрәжәғәте һәм юлланмалары буйынса Санкт-Петербургта Тау эше буйынса мас­терҙар һәм белгестәр әҙерләү училищеһы асыла, оҙаҡламай ул институт статусын ала. Ундай миҫалдарҙы күп килтерергә була.
Беҙ – Рәсәйҙең федератив ҡоролошона нигеҙ һалған халыҡ. Бынан тыш, Татарстан автономиялы округ статусы алырға тор­ғанда, изге күңелле халҡыбыҙ, Миңзәләне биреп, уларҙың биләмәһен ҙурайтҡан. Һөҙөмтәлә күршеләргә республика статусы бирелгән. Барыбыҙға ла ошо тарихи ысынбарлыҡты белергә һәм уны башҡа халыҡтарға танытырға кәрәк. “Урал батыр” эпосын ғына алып ҡарайыҡ, ул бит бөтә донъя рухи мираҫ шедевры, халҡыбыҙҙың быуындан быуынға тапшырыла килгән бай хазинаһы, һоҡланғыс ауыҙ-тел ижады өлгөһө. Унда – халҡыбыҙҙың асылы, тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, йәшәү мәғәнәһе, изгелек һәм яуызлыҡ, яҡшы менән яман, тыуым, үлем һәм үлемһеҙлек кеүек мәңгелек төшөнсәләр...
“Урал батыр”ҙың йөҙәр, меңәр йылдар дауам иткән төп рухы – ул халҡын берләш­тереү, кешеләрҙе изге эштәр өсөн туплау. Һуңғы йылдарҙа тамырҙарыбыҙҙы өйрә­неү­гә, шәжәрәбеҙҙе барлауға ҙур иғтибар бирелә, ә төптән уйлап ҡараһаң, һәр бере­беҙҙең шәжәрәһе “Урал батыр”ҙан башлана.
Эйе, үткәндәр менән ғорурланырға ныҡлы нигеҙебеҙ бар, тип әйтер инем. Арҙаҡлы шәхестәребеҙҙе, атҡарған эштә­ребеҙҙе, яулаған уңыштарыбыҙҙы һанап бөтөрлөк түгел. Башҡорт – бал, ҡурай, фольклор, милли кейем генә түгел, ифрат бай тарихлы бөйөк халыҡ. Шул уҡ ваҡытта баҫалҡы халыҡ. Башҡаларға үҙебеҙҙең ҡаҙаныштарыбыҙҙы, уңыштарыбыҙҙы бөтә ил күләмендә күрһәтә белмәйбеҙ, шау-шыу ҡуптармайбыҙ, шағир әйтмешләй, үҙ арбабыҙҙа үҙ йырыбыҙҙы йырлап китеп тик барабыҙ. Хәйер, бөгөн ҡайһы республика, округтарҙа кем нимә менән шөғөл­ләнә, нисек йәшәй – бер кемгә лә мәғлүм түгел. Рәсәй телевидениеһы ул темаларҙы яҡтыртмай тиерлек, Яҙыусылар союзы юҡҡа сыҡты, элекке съездар онотолдо, һәр кем үҙ ҡаҙанында ҡайнай, халыҡтар бер-береһе менән аралашмай. Мостайы­быҙҙың юбилейына килгән Рәсүл Ғам­затов, Ҡайсын Кулиев, Сыңғыҙ Айытматов замандарын һағынып ҡына иҫкә алырға ҡалды.
— Йәмғиәттәге үҙгәрештәр беҙҙең менталитетҡа тәьҫир итәме?
— Төрлө система-ҡоролошта йәшәй, төрлө ыҙа-михнәттәр күрә торғас, башҡорт бөгөн үҙенең асылынан тайпылды. Артҡа боролоп, беҙ шундай халыҡ, беҙ бындай халыҡ тип һоҡланған гүзәл сифаттарыбыҙ юғалыуға табан йүнәлде. Хәлде яҡшыртыу, асы­лыбыҙға ҡайтыу йәһәтенән бер нә­мә лә эшләргә ты­рыш­майбыҙ тиерлек. Халҡы­быҙ­ҙың бер өлөшө йәшәү көсөн юғал­тып, капитализм ҡа­нун­дарына яраҡлаша алмай, эшһеҙлек­тән ҡото­лоу юлын тапмай, эскелеккә һалыш­ты.
Кемдер матди байлыҡҡа ғына ынтылды, намыҫ һәм әхлаҡ ҡанундарын ситкә ташлап, рухи байлы­ғыбыҙҙы юғалтты. Элекке дуҫлыҡты, аралашыуҙы, бер-беребеҙгә ярҙам ҡулын һуҙыуҙы оноттоҡ. Мәҙәниәт йорттары, ха­лыҡҡа хеҙмәт итеүҙе, кешеләргә йылылыҡ, яҡтылыҡ таратыуҙы туҡтатып, аҡса һуғыу юлына баҫты. Милли мәғарифтың көрсөккә төртөлә барыуы, бөтмәҫ-төкәнмәҫ реформалар бөгөн етди проблемаларға әйләнде. Әгәр ҙә беҙ әхлаҡ ҡағиҙәләрен тотмаһаҡ, белем алыуға битараф ҡалһаҡ, ғаилә ҡороп, күп һәм мәҙәниәтле, башҡорт телле балалар үҫтереп йәшәмәһәк, халҡыбыҙҙың киләсәге булмаясаҡ.
Халҡыбыҙ менталитетына хас булмаған сифаттарҙан ҡотолорға кәрәк. Беҙҙә борон-борондан ихласлыҡ, инсафлыҡ хөрмәт ителгән. Ер байлыҡтарыбыҙҙы ла һаҡлау, милли эшҡыуарлыҡҡа нығыраҡ иғтибар биреү, иҡтисадты үҫтереү, ауылдарҙы аяҡ­ҡа баҫтырыу, эшһеҙлекте кәметеү һымаҡ кисектергеһеҙ эштәребеҙ тора алдыбыҙҙа. Ихтисадты күтәрмәйенсә, халыҡ мандый алмаясаҡ.
Иҡтисади көрсөктән бигерәк рухи көрсөк ҡурҡыныс! Шуны иҫтән сығармаҫҡа кәрәк. Аңыбыҙҙы уятайыҡ, рухыбыҙҙы күтәрәйек, белемебеҙҙе арттырайыҡ. Традиция­ларыбыҙҙы, матур ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе олатай-оләсәйҙәребеҙҙән генә түгел, мәктәптәрҙә лә өйрәнәйек. Элек юғары уҡыу йорттарында халҡыбыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен, әҙәбиәтен, географияһын өйрәнә торғайныҡ, бөгөн ул белем биреү системаһы ла юҡҡа сыҡты. Интернет аша алынған мәғлүмәт белем алыуҙы аңлат­май. Республикала милли кадрҙар әҙерләнмәүе лә хафаға һала. Чечня, Дағстан һәм Яҡут республикаларында был проблема юҡ, сөнки мәсьәлә нигеҙле, тейешенсә юғарылыҡта ҡуйылған.
– “Тел бөтһә, халыҡ та юҡҡа сыҡты” тигән һүҙ хаҡмы, һеҙҙеңсә?
– Тел – ул тылсымлы ҡорал. Тел бөтһә, халыҡ та юҡҡа сыҡты тигән һүҙ. Ә беҙ яйлап шуға барабыҙ һымаҡ. Сабый саҡтан ғаиләлә туған телгә һөйөү уянырға һәм тәрбиәләнергә тейеш. Мәктәптәргә һәм төрлө уҡыу йорттарына ғына телде өйрәнеүҙе тапшырып ҡуйыу дөрөҫ түгел. Һуңғы йылдарҙа мәғариф өлкәһендә күҙәтелгән реформалар проблемалар тыуҙырмай ҡалманы.
Телде юғалтмаҫ өсөн үҙебеҙгә күберәк башҡортса аралашырға, яҙыусы, шағир­ҙарыбыҙҙың әҫәрҙәрен уҡырға кәрәк. Мифтахетдин Аҡмулланың “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!” тигән ораны бөтә­беҙгә лә таныш. Хәҙер уҡыусылар интернеттан әҙер мәғлүмәттәрҙе файҙа­лана, китап уҡыу хаҡында уйлап та ҡарамай. Рухи аҙыҡ ҡалдырыусы, халыҡ күңеленә нур сәсеүсе сәсәндәребеҙ, яҙыусылар­быҙ, шағирҙарыбыҙ ижады онотолорға тейешме ни? Улар мираҫында күпме аҡыл тупланған, уға халыҡтың күп быуатлы тарихы, яҙмышы һыйған. Лев Толстой юҡҡа ғына, башҡорттарҙан Геродот, йәғни боронғолоҡ һәм мәңгелек еҫе аңҡый, тип әйтмәгәндер. Ҡабат-ҡабат уҡырға кәрәк аҡыллы китаптарҙы.
Беҙҙең башҡорт телевидениеһы каналдары белем арттырыуҙа, рухи аҙыҡ табыуҙа өлгө булырлыҡ төрлө проекттар менән ҡыуандыра. Балалар өсөн туған телебеҙҙә шундай фәһемле, файҙалы, күңелле тапшырыуҙар күрһәтелә. Рәсәй каналдарында ундай тапшырыуҙар бөтөнләй юҡҡа сыҡты тип әйтһәк, һис хата булмаҫ, бөгөнгө быуын балаларына улар тарафынан сит ҡитға кинотаҫмалары, йәнһүрәттәре генә тәҡдим ителә. Сәхнә әҫәрҙәре лә киләсәк быуынды тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерергә, мәҙәнилеккә өйрәтергә тейеш. Гәзит-журналдарыбыҙҙа ла халыҡты уйландырырлыҡ тәрән йөкмәткеле мәҡәләләр күрге килә. Был йәһәттән “Ватандаш” журналы күптәргә өлгө булырлыҡ.
Барлыҡ милләттәрҙең зыялыларын туған теленең киләсәге борсой. Сит ерҙәргә аҡса артынан китеп, үҙ теленән яҙғандар бихисап. Себерҙә Башҡортос­тандан килгән 40 меңдән ашыу башҡорт йәшәй һәм эшләй. Улар – юғары белемле кадрҙар, Себерҙе үҙләштереүгә һәм үҫтереүгә тос өлөш индереүселәр.
Ҡырыҫ Себерҙә эшләүселәрҙең байтағы бөгөн тыуған яҡтарына кире ҡайтырға те­ләй. Был тәбиғи теләккә дәүләт програм­маһы менән булышлыҡ итеү шарт. Документта айырым льготалар ҙа ҡаралырға тейеш. Себер башҡорттары бына ошондай программаны көтә, тип әйтелде 4-се Ҡо­ролтайҙа сығыш яһаусы төбәк башҡорттар ойошмаһы делегаты тарафынан.
— Бөгөн алдыбыҙға ҡуйған маҡ­сатыбыҙ ниндәй булырға тейеш?
— Донъя бик тиҙ үҙгәрә. Ошо мәлдә иң мөһиме – глобалләшеү шарттарында башҡорттарҙың мәҙәни үҙенсәлеген яҡлау, телебеҙҙе һаҡлау, бөтөн халыҡтың һәм арҙаҡлы эшмәкәрҙәребеҙҙең тарихын боҙоп күрһәтеүгә ҡаршы көрәшеү, йәш­тәрҙә рухи-әхлаҡи сифаттар, илһөйәрлек тәрбиәләү, уларҙы иҡтисадҡа йәлеп итеү, халҡыбыҙҙы тергеҙеү, берләштереү, киләсәккә яңы бурыстар ҡуйыу.
Һуңғы Ҡоролтайҙа “2025 йылға тиклем Рәсәйҙең дәүләт милли стратегияһы”н ғәмәлгә ашырыу, 2016 – 2020 йылдарға иҫәпләнгән “Рәсәй милләте берҙәмлеген нығытыу һәм Башҡортостан халыҡта­рының этномәҙәни үҫеше” дәүләт програм­маһының үтәлеше лә ҡаралды. “Был стратегияла башҡорт халҡының мәнфәғәттәре күҙ уңында тотоламы?” тигән һорауға яуап эҙләнде, ошо турала халыҡҡа еткерергә, һәр төбәк был эштә үҙ өлөшөн индерергә, милли үҙаңды иң актуаль проблема итеп ҡуйырға тигән оран яңғыраны. Бөгөнгө башҡорт халҡының статусы, йәшәйеше, көнкүреше, проблемалары Рәсәй Феде­рацияһы кимәлендә хәл ителергә тейешлеге тураһында һүҙ барҙы.
Беҙҙең башҡараһы эштәр күп әле. Төрлө яҡлап үҫергә кәрәк. Яңы эш урындары асыу, белем, медицина, фән өлкә­һендә үҫешкә өлгәшеү. Шулай уҡ ҡала һәм ауылдарҙа йәшәү сифатын бөтә яҡлап күтәрергә тырышырға кәрәк. Йәштәрҙе республикабыҙ өсөн кәрәкле кешеләр итеп тәрбиәләү мөһим. Йәштәр дөрөҫ юлда булһын өсөн уңайлы шарттар булдырырға, ваҡыттарын һәм көстәрен кәрәкле эшкә йүнәлтергә тейешбеҙ.
Милли эшҡыуарлыҡты үҫтереү кәрәк. Шул уҡ Яҡутстанда йәштәрҙе сит илдәргә, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларына юлланма менән уҡытырға ебәреү юлға һалынған, һәм белем алғандан һуң улар мотлаҡ үҙ республикаһына алдан билдә­ләнгән эш урындарына ҡайтырға тейеш. Беҙҙең республикала ла шундай сәйәсәт алып барырға кәрәк. Әммә иң ҙур пред­приятиеларҙың әлеге хужалары урындағы халыҡ өсөн шарттар тыуҙырырмы, яңы эш урындары булдырырмы икән?
Күп һөйләүҙән арынып, ғәмәли эштәргә күсеү кәрәк. Үҙен башҡорт тип белгән ке­ше үҙенә “Мин башҡорттар өсөн нимә эш­ләнем?” тигән һорау ҡуйһын ине. Туған тел­гә, тыуған илгә һөйөү хисен арттырыу ҙур көс талап итмәй. Бының өсөн ҡулдан килгәнсә бер-беребеҙгә ярҙам итергә тырышайыҡ, кәңәшләшәйек, ихтирамлы булайыҡ. Быларҙың барыһы ла беҙҙең берләшеүҙе аңлатасаҡ. Ә берҙәм булған­ды бер көс тә еңә алмағанын беҙ күптән беләбеҙ.
— Фәнил ағай, әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Изге теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын!
Нурия РАФИҠОВА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872