Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һыуҙан ҡала, тиҙәр, тик үҙебеҙгә һыуһыҙ ҡалмаҫҡа ине
 Һыуҙан ҡала, тиҙәр, тик үҙебеҙгә һыуһыҙ ҡалмаҫҡа ине Хәҙер ауыл кешеһе лә ҡала халҡынан кәм йәшәмәй. Ҡасандыр утын яғып йылытылған йорттарға “зәңгәр яғыулыҡ” индерелгән, көйәнтә күтәреп һыу ташыйһы түгел — крандан йылы һыуы ла, һалҡыны ла ағып тора, күптәр хатта йыуыныу менән бәҙрәф өсөн дә айырым бүлмәләр хәстәрләй. Миәкә халҡы ла бындай уңайлы шарттарға күптән күнеккән. Районда “зәңгәр яғыулыҡ”тың ҡасан үткәрелә башлағанын күптәр хатта аныҡ ҡына хәтерләмәй ҙә. Хәйер, быныһы мөһим дә түгел. Иң мөһиме — халыҡ уңайлы шарттарҙа йәшәй.


Тик был юлы беҙҙе йәшәйештән дә бигерәк ана шул ҡоролмаларҙы хеҙмәтләндереү шарттары ҡыҙыҡ­һындырҙы. Сөнки шарттар булдырыу — бер, ә ошо уңайлыҡтарҙы йылдар дауамында юғары сифатта һаҡлау — бөтөнләй икенсе мәсьәлә. Йәшерен-бытырын түгел, ҡайһы бер райондарҙа нәҡ ошондай яуапһыҙлыҡ арҡаһында күпме ҡоролмалар эштән сыға, халыҡ интегә.
— Райондың 42 ауылын хеҙмәтлән­дерәбеҙ. Системаның тотороҡло эшләүен тәьмин итеү — төп маҡса­тыбыҙ. Бынан тыш, квартал һайын һыуҙың сифатын тикшереп торабыҙ, — тип ҡаршы алды беҙҙе “Айсу­шишмә” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең директоры Рәшит Муллабаев.
Районда Рәшит Рәвил улының ойошмаһын белмәгән кеше һирәктер. Һыуҙың сифатын да, уның халыҡҡа өҙлөкһөҙ барып етеүен дә ошо предприятие тәьмин итә. Әлбиттә, хәл итәһе мәсьәләләре күп эшҡыуарҙың. Әйтәйек, бөгөнгә һыу торбаларының 80-90 проценты иҫкергән.
— Былтыр ике миллион һумға һыу үткәргес селтәрҙәрен яңырттыҡ, һигеҙ һурҙырғыс башня ултырттыҡ. Был йәһәттән “Берҙәм Рәсәй” партияһының башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Реаль эштәр” проектының да өлөшө ҙур булды — 700 мең һумлыҡ ярҙам күрһәтелде. Быйыл да әлеге проекттан файҙаланып тормошҡа ашырырға теләгән пландарыбыҙ күп. Әлегә янғын һүндереү гидрантын ҡуйыу мәсьәләһе өйрәнелә, — ти Рәшит Рәвил улы.
“Айсушишмә” йәмғиәтенең ойошторолоуына ете йылдан ашыу. Ҡасандыр техник хеҙмәтләндереүҙән инеш алған ойошма бөгөн һыу торбалары, канализация, йылылыҡ селтәрҙәре үткәреү, уларҙы яңыртыу менән шөғөлләнә. Халыҡты техника менән тәьмин итеү, юл япмаларын ипкә килтереү ҙә — уларҙың бурысы. Былтыр, мәҫәлән, тендерҙа еңеп, тиҫтәләгән мал зыяраты ла төҙөп ҡуйғандар.
— Техникаға ҡытлыҡ юҡ. Төрлө транспорттарыбыҙ ҙа бар. Шуға күрә кәрәк саҡта юл хеҙмәттәренә лә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡтарға ла ярҙам итеп ебәрәбеҙ. Ғөмүмән, һыуҙы йортҡа индерҙең дә оноттоң түгел бит. Ҡоролмаларҙы яйлап, көйләп тормаһаң, уларҙың эшлектән сығы­уына күп тә кәрәкмәй. Егеттәрҙе был йәһәттән һәр ваҡыт эшкә яуаплы ҡарарға саҡырам. Ни тиһәң дә, кеше өсөн иң ҙур байлыҡтарҙың береһе, йәшәү сығанағы булған һыу менән эш итәбеҙ, — ти Рәшит Муллабаев.
Ғөмүмән, эшҡыуар һыуҙың әҙәм балаһы өсөн ни тиклем мөһим булыуы хаҡында сәғәттәр буйы һөйләргә әҙер. Кемдеңдер һыуҙы исрафлауы, шул уҡ ваҡытта ҡайҙалыр бер тамсыға зар-интизар булып йәшәүселәр барлығы хаҡында бер нисә тапҡыр әйтеп алды ул.
— Миҫал артынан йыраҡ йөрөйһө түгел. Йәнәби ауыл Советына ҡараған Сатайҙы ғына алып ҡарайыҡ. Бында нефтселәрҙең “әүҙем” эшмәкәрлеге арҡаһында һыуҙың сифаты ныҡ төштө. Һыу бар, әлбиттә, әммә эсерлек түгел, — ти директор.
Рәшит Рәвил улының фекеренсә, ауыл кешеһе өсөн иң мөһиме — юл һәм һыу. Юл бар, һыу өҙлөкһөҙ ағып тора икән, тимәк, ауыл йәшәйәсәк, ти ул. Тик бының өсөн эшләргә лә эшләргә һәм, әлбиттә, тәбиғәткә һаҡсыл булырға кәрәк. Бигерәк тә һуңғы йылдарҙа экологияның насарайыуы, һауа торошоноң тотороҡ­һоҙлоғо йылғаларҙағы һыу күләменә лә, эсәр һыуҙың сифатына ла ныҡ йоғонто яһаны.
— Беҙҙең яҡтарға ҡоролоҡ бәләһе янамай-янауын, әммә һыуҙың сифаты тураһында уйланырға урын бар. Һыуҙан ҡала, тиҙәр, тик үҙебеҙ һыуһыҙ ҡалып ҡуймайыҡ, — ти эшҡыуар.
Әйткәндәй, “Айсушишмә” йәмғиәте эш менән генә сикләнмәй. Коллектив спортҡа битараф түгел. Район, республика кимәлендә үткәрелгән яраштарҙа һис һынатмайҙар. Төрлө өмәләрҙән, хәйриә акцияларынан да ситтә ҡалмайҙар. Һүҙ ыңғайында эшҡыуар хеҙмәткәрҙәре Айҙар Лот­фрах­мановтың, Виктор Захаровтың, Владимир Яковлевтың, Илья Егоров­тың, Таһир Халиковтың исемдәрен билдәләп үтте.
— Шулай ҙа уңыш серен нимәлә күрәһегеҙ? — тип һорайбыҙ унан хушлашыр алдынан.
— Берҙәмлектә һәм татыулыҡта. Эшләгән коллективың берҙәм, һине ярты һүҙҙән аңлап торалар икән, маҡсатҡа ынтылыуы күпкә еңелерәк. Йәнә беҙ бит халыҡ менән эшләйбеҙ. Бында ла кешелекле һәм кеселекле була белеү шарт, — тине директор. — Шулай ҙа бер серемде әйтмәй булдыра алмайым: ул – ғүмер буйы янымда — эштә лә, өйҙә лә — минең өсөн янып-көйгән ҡатыным Ләйсән Рифҡәт ҡыҙы. Тылым ышаныслы, шуға эшем дә көйлө.



Автор: Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА. Район: Миәкә районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә