Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күҙ табиптарының күренмәгән хеҙмәте
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының 90 йыллығына арнап баш ҡалабыҙҙа офтальмология буйынса үткәрелгән «Көнсығыш – Көнбайыш-2016» халыҡ-ара конференцияһының йомғаҡлау ултырышында сығыш яһаны. Республика етәксеһе, медицина учреждениеһы хеҙмәткәрҙәрен ошо әһәмиәтле дата менән ҡотлағас, хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары ла тапшырҙы.

Сара башланыр алдынан Рөстәм Хәмитов Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында ҡулланылған офтальмология ҡорамалдары күргәҙмәһе менән танышып өлгөрҙө.
– Һаулыҡ темаһы һәр кеше, дәүләт, йәмғиәт өсөн бик мөһим. Демографик хәл — власть органдары, һаулыҡ һаҡлау тармағы эшенең төп күрһәткесе. Әгәр был йәһәттән күрһәткестәр һәйбәт икән, власть та һәйбәт эшләй тигән һүҙ, – тине Рөстәм Зәки улы. – Шуға күрә бөгөн тыуымды арттырыу, үлем осраҡтарын кәметеү өсөн бөтә көсөбөҙҙө һалырға тырышабыҙ. Бурыс бик мөһим һәм уны тормошҡа ашырыу ярайһы уҡ ҡатмарлы, сөнки халыҡтың менталитетын, табиптар берләшмәһенең эшенә ҡарашын үҙгәртергә кәрәк. Әммә мәсьәләне бергәләп хәл итә алабыҙ. Власть, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары үҙҙәре генә бер ни ҙә эшләй алмай.
Башҡортостан етәксеһе билдәләүенсә, оҙаҡ йылдар эсендә тәүге тапҡыр республикала уртаса ғүмер оҙайлығы 70 йәштән уҙҙы. Был беҙҙең өсөн һәйбәт күрһәткес, шулай ҙа, Рөстәм Хәмитовтың әйтеүенсә, әле башҡараһы эш күп.
Ил буйынса уртаса алғанда, беҙҙә йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән һәм яман шештән үлеү осраҡтары аҙыраҡ икән. Рөстәм Зәки улы ошоға бәйле һуңғы ике йылда юғары технологиялы медицина ярҙамы күләменең 80 процент тәшкил итеүенә, Республика кардиология үҙәге һәм онкология диспансеры үҙ профиле буйынса илдең иң яҡшы ун учреждениеһы иҫәбенә инеүенә иғтибар йүнәлтте.
“Заман технологиялары күҙ ауырыуҙарына дусар булыусылар һанын арттыра” тигән фекер нығынған. Әммә офтальмология ла бер урында тормай: яңынан-яңы дауалау алымдары үҙләштерелә, ҡеүәтле ҡорамалдар уйлап табыла. Был йәһәттән Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының эшмәкәрлеген айырым билдәләп үтергә кәрәк. “Былтыр унда 46 мең кешенең күҙенә операция яһалған. Биш йыл элек кенә беҙ ундай күрһәткес хаҡында хыяллана ла алмай инек”, – тип билдәләне Республика Башлығы.
Офтальмологтар фекеренсә, ниндәй юғары бейеклектәргә өлгәшелеүенә ҡарамаҫтан, камиллыҡтың сиге юҡ. Үҫеш йәһәтенән халыҡ-ара конференциялар ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки уларҙа яңы дауалау саралары үҙләштерелә, алдынғы эш алымдары өйрәнелә. Мәҫәлән, элек тома һуҡыр кешеләргә күреү һәләтен ҡайтарыу мөмкинлеге булмаһа, әле уларҙың күҙе эсенә чиптар ҡуйып, яҡтылыҡты тойорға ярҙам итергә мөмкин.
Һуңғы осорҙағы асыштарҙың береһе яңы тыуған сабыйҙарға ҡағыла. Ошоғаса ретинобластома сире менән тыуған балалар үлемгә дусар тип иҫәпләнһә, хәҙер яңы технологиялар ярҙамында уларҙы ҡотҡарыу мөмкинлеге бермә-бер арта.
Л. НУРЕТДИНОВА.



Дәүләт комитетында –
яңы етәксе


Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указына ярашлы Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп Гүзәл Аҫылова тәғәйенләнде.

Башҡортостан Башлығының икенсе Указы менән Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетына ошоғаса етәкселек иткән Рөстәм Камалетдинов, икенсе эшкә күсеү сәбәпле, вазифаһынан бушатылды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә