Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һәйкәлдәр – тереләр өсөн
Һәйкәлдәр – тереләр өсөн Яҙыусының тыуған көнө була, үлгән көнө булмай, тиҙәр. Ошо һүҙҙәрҙең хаҡлығына күренекле башҡорт прозаигы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Фәрит Иҫәнғолов миҫалында инанырға була. Фани донъяла ни бары 55 йыл йәшәп өлгөргән әҙип тауҙай ижад емештәре ҡалдырҙы. Уның балалар өсөн яҙған хикәйә-повес­тарын, өлкәндәрҙең күңел түрен яулаған романдарын кемдәр генә белмәй икән! Әҫәрҙәр йәшәй, тимәк, әҙип үҙе лә тере.


Фәрит Әхмәҙулла улы Иҫәнғолов Ҡырмыҫҡалы районының Ҡарлы­манбаш ауылында тыуып үҫә. Бала сағы күрше Ауырғазы районының Үтәймулла ауылында үтә. Үҫмерлек осоро Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килгәнлектән, Фәрит яуға киткән ир-ат эшенә башкөллө егелә: бабайҙар, ҡатын-ҡыҙ менән иңгә-иң терәп, үгеҙ менән ер ҙә һөрә, ашлығын да сәсә, игенен дә һуға. Тылдағыларҙың фиҙакәр хеҙмәте менән дә яулана бит Бөйөк Еңеү!
Нәҡ ошо Еңеү яҙында урта мәктәпте тамамлаған Фәрит баш ҡалаға юллана. Башҡорт дәүләт педагогия институтында белем алғас, башҡорт теле уҡытыусыһы булараҡ, тыуған районының Бишауыл-Уңғар ауылында эш башлай. Директор урынбаҫары тел һәм әҙәбиәт дәрестәрен дә алып бара, кистәрен иһә әҙәби ижад менән шөғөлләнә.
Мәктәптә уҡыған ваҡытта уҡ матбуғатта тәүге әҫәрҙәре күренгән йәш яҙыусыны 1951 йылда Башҡортостан китап нәшриәтенә эшкә саҡыралар. Өлкән мөхәррир булараҡ бында 1957 йылға тиклем бихисап китапты нәшер итеүҙә ҡатнаша. Үҙе лә әҙәби әҫәрҙәр яҙыуын дауам итә, айырыуса балалар һәм үҫмерҙәргә тәғәйенләнгән повестары һәм хикәйәләре уны һәләтле әҙип итеп таныта.
Артабан Фәрит Иҫәнғолов хеҙмәт юлын “Ағиҙел” журналы редакция­һында дауам итә. 1958 – 1960 йылдарҙа ул Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙа белемен камиллаштыра. Бында үҙләштерелгән төплө ғилем прозаикка күләмле әҫәрҙәр ижад итеүгә көс-дарман бирә. Тиҙҙән уның тәүге романдары донъя күрә башлай. Башҡорт әҙәбиәтендә тәүгеләрҙән булып трилогияға тотонорға йөрьәт итә талантлы яҙыусы: “Арыш башағы”, “Ир-егеткәй менән ат башы” һәм “Һәйкәлдәр – тереләр өсөн” романдары төрки әҙәбиәтендә лә киң танылыу ала. Тәүге романы өсөн Фәрит Иҫәнғоловҡа 1970 йылда Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелә.
“Ағиҙел” журналы редакцияһында баш мөхәррир урынбаҫары вазифаһын башҡарған әҙипте тиҙҙән Башҡортостандың Яҙыусылар союзы идараһына эшкә саҡыралар. Бында ул ғүмеренең һуңғы көндәренәсә әҙәби консультант булып эшләп, бик күп йәш яҙыусыға ярҙам ҡулы һуҙа, уларға әҙәбиәт донъяһында уңышлы эшләүҙең серҙәрен төшөндөрә. Һәр кемгә ҡарата ярҙамсыл, илтифатлы, үтә лә кешелекле һәм кеселекле була Фәрит Әхмәҙулла улы.
Ләкин 1983 йылдың 20 майында ең һыҙғанып эшләп йөрөгән егәрле әҙиптең йөрәге тибеүҙән туҡтай. Өс бала атаһын, күренекле яҙыусыны Башҡортостан йәмәғәтселеге хөрмәтләп һуңғы юлға оҙата.
...Быйыл апрель айында Ғафури районының Яҡтыкүл ауылында тыуып үҫкән һәм шунда ғүмер иткән сәсән Вәлиулла Ҡоломбәтовтың ейәне Ғаяз ағай Әминев: “Фәрит Иҫәнғоловтың һәйкәленә барып, сәскә һалып ҡайтырға ине, ни тиһәң дә, “Арыш башағы” романында олатайым тураһында бик йылы яҙған бит”, – тип уй-ниәтен әйтеп ысҡындырҙы. Әйткән һүҙ – атҡан уҡ. Быны ҡасан башҡарыу отошлораҡ һуң? Интернетта тиҙ генә әҙиптең биографияһы менән танышып сыҡтыҡ. Тыуған көнө үткән инде, мәрхүм булған ваҡыты – алда. Тимәк, 20 майҙа Иҫке Бәпескә барып ҡайтырға була.
Башта Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Илмира Әнүәр ҡыҙы Ғәлиәхмәтова менән һөйләшеп алдыҡ, икенсе көнөнә ауыл хакимиәте башлығы Фидария Мәжит ҡыҙы Абдуллинаға шылтыратып, кемдәр барасағы, сараның нисек үтәсәге хаҡында әйттек. “Килегеҙ, әҙерләнеп торорбоҙ”, – тине ул ихлас күңелдән. Яҙыусыны иҫкә алыу көнө булғас, мулла ла саҡырылһын, Фәрит Иҫәнғоловтың рухына бағышлап аят уҡыр, тигән теләгебеҙҙе лә еткерҙек.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, Журналистар союзы рәйесе урынбаҫары Фәнил Ҡоҙаҡаев, Милли архивтың баш белгесе Таһир Иҫәнғолов, мәғариф ветераны Ғаяз Әминев, уның улы, Өфө ҡалаһының Халыҡ мәшғүллеге үҙәге директоры урынбаҫары Филүс Әминев, ейәне Арыҫлан (“Тамыр” телеканалының алып барыусыһы һәм йырсыһы), шулай уҡ Урал Ҡоломбәтов, Рауил Кейекбаевтан торған делегация менән йома кисендә Ҡырмыҫҡалы тарафтарына юлландыҡ.
Шәриф Бикҡол тыуып үҫкән Ҡар­лыман ауылын үтеп киткәс, Фәрит Иҫәнғоловтың тыуған ауылы Ҡарлы­манбаш эргәһенән Иҫке Бәпескә тип-тигеҙ асфальт юлдан тиҙ үк барып та еттек. “Эх, һәр ерҙә булһын ине шундай юлдар!” – тиештек үҙ-ара. Афарин, район етәкселәре!
Клуб янында байтаҡ кеше йыйылғайны. Күрешеп иҫәнләшкәс, әҙиптең һәйкәле алдында хәтер кисәһен башлап та ебәрҙек. Ҡунаҡтар менән таныштырып сыҡҡас, башта һүҙҙе муллаға бирҙеләр. Ул Әхмәҙулла улы Фәрит рухына бағышлап аяттар уҡыны һәм сауаплы эш менән изге сәфәр ҡылғаныбыҙ өсөн рәхмәт белдерҙе.
Бына Фәрит Иҫәнғоловтың бюсына гөлләмәләр һалынды. Бер минут тын ҡалып, яҙыусыны иҫкә алдыҡ.
Артабан Ҡәҙим Аралбай күре­некле прозаик тураһында иҫтә­лектәре менән уртаҡлашты. Үҙенең һәм башҡа бер нисә йәш яҙыусының тәүге ижади аҙымдары тураһында Фәрит Иҫәнғолов уҙған быуаттың 60-сы йылдарында “Башҡортостан” гәзитендә күләмле мәҡәлә баҫтырған икән. Шәхси архивынан алып килгән тарихи документты – һарғая башлаған шул гәзитте – халыҡ шағиры музейға тапшырҙы.
– Атайым үлгән көндө ныҡ хәтерләйем, – тине үҙ сығышында әҙиптең улы Таһир Иҫәнғолов, хәтер йомғағын һүтеп. – Төшкә тиклем, ғәҙәттәгесә, миндеген алып, мунсаға барып ҡайтты, шунан Яҙыусылар союзына китте. Баҡтиһәң, проза секцияһында “Сыуаҡ көндәр” тип аталған һуңғы романын тикшергәндәр икән. Әҫәрҙе бик маҡтағандар, хатта “Ағиҙел” журналы мөхәррире Әмир Гәрәев, ҡулъяҙманы атайымдан һорап алып, портфеленә тығып та ҡуйған. Бик ҡыуанып: “Романды тиҙ арала мотлаҡ баҫтырып сығарасаҡ­мын”, – тигән ул.
Яҙыусылар союзынан әҫәренең юғары баһаланыуынан ҡанатланып ҡайтып кергән атайымды өйҙә йәнә бер ҡыуаныс көтөп тора ине. Байтаҡ йылдар ситтә йәшәгән бер туған апаһының ҡыҙы ҡунаҡҡа килгәйне. Шатлыҡ өҫтөнә шатлыҡ! Атайым яҡын кешеһе менән сәй табынында рәхәтләнеп һөйләшеп ултырҙы. Аҙаҡтан күмәкләшеп “Мәңгелек саҡырыу” киноһының һуңғы серияһын ҡараныҡ. Фильм бөткәс, төнгө сәғәт 11-ҙә атайым йоҡо бүлмәһенә инеп китте. Әсәйем тағы сәй әҙерләп ултырта башлағас, атайымды саҡырайым әле тип бүлмәһенә керһәм, ни күрәм: ул ҡулында ручка тотҡан килеш карауатта ята. Бүлмәнән атылып сығып, әсәйемә өндәштем, әммә атайымдың тәне һыуына башлағайны инде... Бына шулай, әҙәм балаһы ҡайғыны кисерә ала, ә шатлыҡты ҡайһы бер ҙә күтәрә алмай. Атайым менән дә шулай булды – йөрәк уйнатмай, тигәндәре хаҡ икән.
Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте былтыр атайыма ошо бюсты ҡуйҙы. Уны асыу тантанаһында был изге эш өсөн хакимиәт башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙовҡа ихлас күңелдән рәхмәт әйткәйнем. Бөгөн дә рәхмәт тойғомдо еткерәм һеҙгә, Ҡырмыҫҡалы халҡы!
Элекке китапханасы, Башҡорт­остандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миңниса Камалованың иҫтәлектәрен дә диҡҡәт менән тыңланыҡ.
– Фәрит ағай ауылға ҡайтыу менән иң башта китапханаға, мәктәпкә инеп сығыр, артабан ферма, гараж яғына барып әйләнер ине, – тине ул. – Һәр ҡайҙа ауылдаштары менән ихлас аралаша, уларҙың хәл-әхүәлен белешә торғайны. Бер ваҡиға иҫтә ҡалған. Байтаҡ йылдар элек Шәриф Бикҡол менән Ҡарлыманбаш ауылына ижад кисәһенә ҡайтып төшкәндәр. Ул саҡтағы колхоз рәйесе: “Уттай ҡыҙыу эш мәле, шиғыр ҡайғыһы юҡ әле!” – тип яҙыусыларҙы кире бороп ебәргән. Ни эшләргә хәҙер? Фәрит Әхмәҙулла улы тотҡан да: “Шәриф ағай, ҡайғырма, әйҙә, беҙҙең ауылға! Унда халыҡты тиҙ үк йыялар ул”, – тигән. Кәйефтәре ҡырылған әҙиптәр килеп төштө бер заман. Фәрит ағайҙы ярты һүҙҙән аңлап, тиҙ генә халыҡты клубҡа йыйыу хәстәрен күрә башланыҡ. Осрашыу бик йәнле үтте. Ағайҙарыбыҙ рәхмәт әйтеп, иртәгәһенә һөйөнөп ҡайтып китте. Фронтовик шағир тураһында һәр саҡ хәстәрлек күреп йөрөүе, уның кәйефен күтәреү өсөн барыһын да эшләүе Фәрит ағайҙың оло йөрәкле, кешелекле, мәҙәниәтле кеше икән­леген асыҡ күрһәтте. Беҙ олуғ яҙыу­сыбыҙ менән хаҡлы ғорурланабыҙ.
– Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ, Фәрит Иҫәнғоловтың бай ижадын яҡшы беләм, – тине үҙенең сығышында Ғаяз Әминев. – Уҙған быуаттың 70-се йылдарында донъя күргән “Арыш башағы” романын айырыуса шатланып, ҡат-ҡат уҡып сыҡтым. Сөнки унда мине атай урынына тәрбиәләп үҫтергән олатайым – дин әһеле, сәсән Вәлиулла Фәйзулла улы Ҡоломбәтов – тураһында ла һүҙ бара. Үтәймулла мәсетендә эш башлаған йәш мулла, бәлки, Фәрит ағайҙың атаһын да уҡытҡандыр. Һәр хәлдә, романдың төп геройҙарының береһе булған Вәлиулла образын яҙыусы бик матур асҡан, уның балаларға дин дәрестәрен генә түгел, башҡа фәндәрҙе лә уҡытырға тырышыуы тәрән яҡтыртылған. Был хеҙмәте өсөн беҙҙең ғаилә күренекле яҙыусыға мәңге рәхмәтле. Олата­йымдың тыуыуына тиҙҙән 135 йыл була. Ошо ваҡиға айҡанлы Фәрит Иҫәнғоловҡа рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе әйтергә, уның рухы алдында баш эйергә тип улым, ейәнем, яҡын туғандарым һәм яҙыусылар менән бына Иҫке Бәпескә килеп төштөк тә инде.
Ауыл китапханасыһы Әлфиә Байдәүләтова алып барған хәтер кисәһендә башҡа сығыш яһаусылар ҙа әҙип тураһында байтаҡ йылы һүҙ әйтте. Уның романдары нигеҙендә кино төшөргәндә бигерәк шәп булыр ине, тигән теләк тә белдерҙеләр.
Һуңынан китапханала урынлаш­ҡан кескәй музей менән танышыу, унда Фәрит Иҫәнғоловтың шәхси документтарын, Салауат Юлаев исе­мендәге дәүләт премияһы билдәһен, бихисап китаптарын күреү айырыуса ҡыуаныслы булды. Һүҙ ҙә юҡ, тыуған ерендә әҙиптең иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлайҙар, уҡытыу-тәрбиә эшендә лә музей экспонаттарының әһәмиәте ҙур булыуы бәхәсһеҙ.
“Һәйкәлдәр – тереләр өсөн” тип юҡҡа ғына нарыҡламаған әҙип бер эпик әҫәрен. Ысынлап та, һәйкәлдәр күп нәмә тураһында һөйләй: иң мөһиме – ерҙе, телде, динде һаҡла­ғыҙ, шул осраҡта ғына ил дә, халыҡ та йәшәр, тигәндәй улар. Күренекле яҙыусы Фәрит Иҫәнғоловҡа ҡуйылған бюст та нәҡ ошо нәҙерҙе еткергән кеүек булды был көндә үҙ милләт­тәштәренә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 701

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 829

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 774

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 483

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 106

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 803

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 047

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 180

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 780

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 830

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 619

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 874