Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Хикәйә

Эштән тағы кәйефе ҡырылып ҡайтты Фәнирҙең. Инде нисә йыл бер тәгәрмәс төбөнән китә алмай. Тишелгән-йыртылған урынын йәбештерә лә шарт-шорт машинаға кейҙерә. Шунан икенсеһен, өсөнсөһөн тикшереп, мисәт урынына ҡул бирешә лә бүтәненә тотона.
Көнө буйы баш күтәреп ҡарар әмәл юҡ, бер-бер артлы теҙелгән машиналарҙы, арыным, бүтән көндә килерһегеҙ, тип кире бороп ебәреп тә булмай. Ни тиһәң дә, һәр клиент оло бүләк кеүек бында. Һиңә генә күҙ терәп килгәндәр, етмәһә. Эш хаҡы ла уларҙың һанынан ғибәрәт бит. Ләкин ғәҙеллек юҡ, Фәнир бер үҙе эшләй, ҡалғандар уның арҡаһында рәхәтләнеп йәшәй. Хатта ки, уның арҡаһында ғына ҡалала берҙән-бер автосервис һаман ябылмай ҡалған да кеүек. Ана, былтыр ярҙамсың булыр, тип эргәһенә Сәмит исемле малайҙы ла алғайнылар. Ике аҙна ғына эшләп ҡалды, бер бай клиент тегенең унда-бында шәп йүгереп йөрөгәнен күреп, үҙенә шәхси машина ҡараусы итеп алды ла китте.
Фәнир тағы яңғыҙы ҡалды. Яңғыҙы тип, ул тиклем үк бер үҙе лә түгел: сервис нәсәлниге, уның урынбаҫары, урынбаҫарының ярҙамсыһы, ярҙамсының уң ҡулы бар. Улар һәр береһе үҙен хужа итеп тоя. Тойоу ғынамы, һәр кемеһе икенсе ҡатта айырым бүлмә биләй. Барыһының да тәҙрәһе гаражға сыға. Береһен-береһе уҙышып килгән-киткән машиналарҙы һанап ҡына ултыра. Әле бөгөн Фәнир ике көнгә ял һорағайны, күмәкләшеп икенсе ҡаттан саҡ йығылып төшмәнеләр:
– Ике көн түгел, сервис ике сәғәткә лә туҡтарға тейеш түгел. Һин нимә, беҙҙе тереләй күмергә уйлайһыңмы?
– Үҙегеҙ генә эшләп тороғоҙ, күмәкһегеҙ бит! – тип ҡараны Фәнир. Ләкин тыңлағылары ла килмәй: береһенең тимергә аллергия, икенсеһенең күҙе насар күрә, өсөнсөһө оло башын кесерәйткеһе килмәй…
– Һин улай китә башлаһаң, эш хаҡы булмай был айға, – тип ебәргән булды бер хужа.
– Батырға ла ял кәрәк, – Фәнир был һүҙҙәрҙе уйламайыраҡ ысҡындырҙы.
– Кем батыр әле бында?! Әгәр мин сервис асырға кәрәк, тип Ғүмәргә әйтмәһәм, был урын күптән күмәртәләп һатыу баҙарына әйләнгән булыр ине…– Мәүдил күкрәк кирҙе.
– Кәрәклеге тураһында мин үҙем дә уйлап йөрөй торғайным, ә бына ысынлап асыу, документтар йыйыу, хеҙмәткәрҙәр йәлеп итеү – тап миндәй батырҙың эше. – Баш хужа Ғүмәр алғараҡ сыҡты.
– Эй-эй, һеҙ бигерәк киттегеҙ. Минең еҙнә налоговыйҙа эшләмәгән булһа, астың, тей, ҡалала берҙән-бер сервисты! Уның эшмәкәрлеген күҙ алдынан сығармай күҙәтеп ултырыу ғына ла батырлыҡ һаналмаймы? – Урынбаҫар ярҙамсыһы, мыйыҡ осонан ғына йылмайып, үҙенең кемлеген хәтергә төшөрҙө.
– Финансты дөрөҫ бүлмәһәң, берегеҙ ҙә бында тормаҫ инегеҙ әле. Эш хаҡы тотҡарланғаны бармы? Кем арҡаһында елле машиналарҙа елдерәһегеҙ? Фатирҙарығыҙ ҙа бына тигән ерҙә урынлашҡан!? Ә быға тиклем ҡайҙа көн иттегеҙ? Мин ысын батыр бында, – тип сығыр-сыҡмаҫ тауышын күтәреп маташты урынбаҫарҙың уң ҡулы Зөбәйер.
Хужалар шулай һүҙ көрәштергәнлектән файҙаланып, Фәнир һиҙҙермәй генә ҡайтыу яғына ыңғайланы. Ғәҙәтенсә, өйөнә етмәй бер туҡталыш алдан сыҡты ла оло юлға ҡарай атланы. Үҙе генә белгән ерҙән биш аҙым һулға, унан ике метр алға һанап, оҙон тимер таҫмаға йәбештерелгән ҡаҙаҡтарын беләгенә уратып йыйҙы ла, уны тоҡҡа тығып, өйөнә табан тәпәйләне…
Теүәл бер аҙнанан Фәнирҙең биш балалы ғаиләһе көн иткән бәләкәй генә өй эргәһенә тәҙрәләре томаланған ҙур ғына сит ил машинаһы килеп туҡтаны. Унан автосервис хужаһы Ғүмәр, урынбаҫары Мәүдил килеп төштө. Иң аҙаҡтан ике ҡулына моҡсайҙар күтәреп, урынбаҫарҙың уң ҡулы Зөбәйер күренде. Бергәләшеп ҡала ситендәге ташландыҡ йорттарға ҡара күҙлек аша ҡарап торҙолар ҙа Фәнирҙең өйөнә инделәр.
– Ней ғәжәптәндер, һин киткәс, сервисыбыҙға машиналар килмәҫ булды ла ҡуйҙы, Фәнир Фыуатович, – тип һүҙ башланы хужалар. – Һинһеҙ эш бармай, тормош туҡтап ҡалды тигән һүҙ бит. Эштәр элеккеләй гөрләп дауам итһә, көҙгә ҡаланан ике бүлмәле фатир ҙа алып бирешербеҙ, эш хаҡын өс тапҡыр арттырабыҙ… Әлбиттә, батырға ла ял кәрәк, тип дөрөҫ әйттең теге ваҡыт. Рәхәтләнеп ял ит тә кире сыҡ эшкә, батыр Фәнир абзый…
Алып килгән күстәнәстәрен балаларға таратып биреп, өй хужаһы менән мисәт урынына ҡул бирешкәс, еңел һулап, ауыр машиналары менән урамда туҙан уйнатып кире ҡайтып китте хужалар.
Ә Фәнир, эңер төшкәс, һарайҙан теге ауыр тоҡто күтәреп алып сыҡты ла оло юл яғына атланы. Ул тиклем үк күҙгә ташланмаған боролошҡа еткәс, оҙон таҫмаға теҙелгән ҡаҙаҡтарҙы йәйеп, уларҙы тупраҡ менән һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә күмде.
– Эшкә, тигәс, эшкә булһын әйҙә. Клиенттар иртә таңдан сиратҡа теҙелһен! – тип ауыҙы эсенән генә һөйләнеп, ул-был яҡҡа ҡаранды ла ялп-йолп атлап ҡайтып та китте…




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә