Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Рухлы автоһәүәҫкәр
Рухлы автоһәүәҫкәр …Иләүҙәге ҡырмыҫҡаларҙы хәтерләткән автомобилдәргә әллә ни иғтибар биреп бармайым. Эргәнән үтәләр икән, үтһендәр әйҙә, һәр кемдең үҙ юлы. Шулай ҙа ҡайһы берҙә тәҙрә-ишектәге яҙыуҙар күҙ һалырға мәжбүр итә.
Реклама текстары менән танышам. “Ҡәҙерлем, улым (йәки ҡыҙым) өсөн рәхмәт”тәрҙе уҡып ҡыуанам – тыуым бар, тимәк! Башҡорт, татар йә башҡа милләт рухындағы яҙыуҙар менән биҙәлгән автомобилдәр әллә ни йыш осрап бармай. Уларҙы күргәндә лә сикһеҙ шатланам, әлбиттә, “бипелдәтмәй” үтеп китә алмайым. Был ҡысҡыртыуҙы, дөрөҫөн әйткәндә, үҙем дә аңлап бөтмәйем: әллә милләттәшем менән иҫәнләшеү ул, әллә ғорурлыҡ билдәһе.



Ғәҙәттә, ундай яҙыулы машина рулендә йәш егеттәрҙе күрәм. Был юлы эргәнән “жыйт” итеп үтеп киткән “Хонда” автомобилен гүзәл зат йүгәнләгәйне. Ә оҫталығы оҙаҡ йылдар водитель булып эшләгән ағайҙарҙыҡынан ҡайтыш түгел. Хәйер, һүҙем ул хаҡтамы ни...
– Рухыбыҙ һәр аҙымыбыҙҙа, һәр тын алышыбыҙҙа сағылырға тейеш, – тип аңлатты Луиза Ишниязова яҙыуҙың сәбәбе ха­ҡында, – Һәммәбеҙҙең ошондай уҡ яҙыулы һәм һүрәтле футболка, сынаяҡтарыбыҙ ҙа бар.
Тик әңгәмәсем һиҙеп тора – был яуап менән генә ҡәнәғәт түгелмен.
– Яҙыу ғына етмәй, үҙ-ара ла туған телебеҙҙә аралашырға тейешбеҙ. Мәҫәлән, беҙ өйҙә балалар менән саф башҡортса һөйләшәбеҙ. Ҡыҙым башҡорт фольклоры түңәрәгенә йөрөй, – тип теҙеп алып китте авто­һәүәҫкәр.
Был ҡыҫҡа ғына әңгәмәлә уның менән башҡорт телен донъяға танытыу юлдарын да барлап сыҡтыҡ, милләттең киләсәген ҡайғыртып һөйләшеп тә алдыҡ, балаларының уҡыу­ҙағы, спорттағы уңыштары менән дә таныштым. Ғөмүмән, халҡы өсөн янып йәшәгән ҡатын икәнен аңланым Луизаның.
Автоһәүәҫкәрлегенә килгәндә, баҡтиһәң, ул рулдә ни бары өс йыл ғына йөрөй икән. Тормош иптәше Азамат Себерҙә эшләгәс, ғаилә автомобилен башлыса ул йүгәнләй. Һигеҙенсегә барасаҡ Алһыу менән башланғыс класты тамамлаған Айратты мәктәпкә йөрөтөргә кәрәк, биш айлыҡ Мөхәмәтте лә педиатр өйгә килеп ҡарамай бит. Бынан тыш, ҡала буйлап сабырға мәжбүр иткән тормош мәшәҡәте лә бөтмәй. Мәшәҡәт тигәндән, Луиза Стәрлетамаҡта ғына йөрөмәй, ҙур иләүҙе хәтерләткән Өфөгә лә сығып китә.
…Милләтебеҙҙе донъя йөҙөн­дә танытыр сара-мөмкин­лектәр бихисап. Тик шуларҙан файҙа­ланабыҙмы – бына ҡайҙа ята төп һорау. Луизанан өлгө алайыҡ, йәмәғәт!





Автор: Рәмил МАНСУРОВ. Район: Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә