Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Минең батыр ҡәйнешем
Минең батыр ҡәйнешем Уның тураһында күп тапҡыр яҙғаным булды. Сая рухлы, ҡыйыу егет беҙ Башҡорт дәүләт университетында уҡығанда уҡ үҙен иркен тотошо, яҡты ҡарашы менән тәү күреүҙән үк хәтергә уйылып ҡалғайны. Ул ваҡытта Фәрғәт Чечен Республикаһындағы ҡораллы низағҡа барып эләгер һәм батырҙарса һәләк булыр, ә инде бер-ике йылдан ҡәйнешем буласағын белмәй ҙә инем әле. Бөгөн ҡаһарман егет Фәрғәт Ғәйетҡолов хаҡында әҫәрҙәр ҙә яҙалар. Гөлнур Аҙнабаеваның “Фортуна” хикәйәһе лә уға бағышланғайны.

Минең батыр ҡәйнешемТашкент ҡалаһында тыуып, шунда уҡ спорт мәктәбендә ирекле көрәш менән шөғөлләнгән егеттең әрме сафында ла үҙен таһыллыларҙың береһе итеп күрһәтәсәге көн кеүек асыҡ булған. Тарихсы Зәкирйән Әминев менән әңгәмәлә лә башҡорттарҙың ҡурҡыу белмәҫ, маһир яугир булыуы хаҡында әйткәнен ишеткәс, ирекһеҙҙән Фәрғәт иҫемә төшкәйне. Шулай булмаһа, ул Һамарҙа хәрби күнекмә үткәндән һуң үҙ теләге менән ут эсенә барып керер инеме ни? Ә бит был яуҙа Рәсәйҙең 4103 йәп-йәш егете башын һалды, 1231 кеше хәбәрһеҙ юғалһа, 19 794 һалдат яраланып ҡайтты.
Әҙәм балаһы әллә яҙмышына ни яҙылғанын алдан һиҙенә, әллә Аллаһ Тәғәлә әшкәртеп, күрәсәге хаҡында үҙе лә һиҙмәҫтән һөйләй башлай. Кесе сержант Фәрғәт Ғәйетҡоловтың әрменән килгән хаттарына күҙ һалһаң да, хайран ҡалырлыҡ. Бер нисә генә миҫал килтерәм: “Атай, әсәй, минең өсөн борсолмағыҙ. Һеҙ минең менән ғорурланасаҡһығыҙ әле. Мин бит Салауат Юлаев тоҡомонан!” йәки “Әгәр иҫән-һау ҡайтып етһәм, һеҙгә бер ауырлыҡ төшөрмә­йәсәкмен. Ҡулыма автоматты алып, онталғансы ваҡлар инем. Донъяла иң аяуһыҙы – һуғыш. Өйөбөҙҙө ҡулымдан килгән тиклем матурлап йыһазлар, музей кеүек итер инем...”
“Ысынлап та, бөгөн ата-әсәһе генә түгел, Фәрғәтте күргән, белгән, бөтөнләй белмәгән кешеләр ҙә батырлығы хаҡында ишетеп, сикһеҙ ғорурлана. Улдары батырҙарса һәләк булған ата-әсәләргә бөгөн һәр төрлө ярҙам күрһәтелә. Ә бит ҡан ҡойошло һуғыш мәлендә ул үҙ ғүмерен һаҡлап ҡала алған. Бергә хеҙмәт иткән, яуға ингән дуҫтары ла күрешкәндә был хаҡта телгә алғаны бар. Хәйер, уларҙан да әллә ни күп нәмә ишетермен тимә, ут эсенән сыҡҡандар һүҙгә һаран булыусан шул. Ҡасандыр Ғәйетҡоловтар ғаиләһенә Ташкенттан ҡайтып, аяҡҡа баҫып китеүе еңел булмағандыр, әммә бөгөн йорттары, ысынлап та, музейҙы хәтерләтә. Фәрғәттең исеме менән бәйле һәр нәмә ҡәҙерле экспонат кеүек һаҡлана был өйҙә.
Ә яңыраҡ йортта тағы ла бер ваҡиға булып үтте. Майҙың сыуаҡ, матур көнөндә, әйтерһең, Фәрғәт үҙе ҡайтып төшкәндәй булды. Борсолорға урын юҡ, йылмайығыҙ, мин һеҙҙең менән, тип әйтә кеүек ине был мәлдә егет.
Тантаналы митингты асып, сараға йыйылған халыҡты сәләмләп, Өфө районының Таптыҡ ауыл биләмәһе хакимиәте рәйесе Тимур Кәримов тулҡынланып сығыш яһаны. “Чечен Республикаһындағы ҡораллы низағта ҡатнашҡан һәр егет бөгөн дә төшөндә яуға күтәреләлер, әммә һәләк булғандарын беҙ әленән-әле иҫкә алып, яҡын кешеләренә ярҙам итергә бурыслыбыҙ!” – тине ул. Өфө районы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Рафаэль Манкеев та, уның һүҙҙәренә ҡушылып, үҙ сиратында Бөтә Рәсәй ветерандарының “Боевое братство” йәмәғәт ойошмаһына Фәрғәт Ғәйетҡолов йәшәгән йортта иҫтәлекле таҡтаташ асыуға булышлыҡ иткәндәре өсөн оло рәхмәтен белдерҙе. Ә инде ойошманың Өфө районындағы бүлексәһе рәйесе Олег Глазков һөйләгәндә, күҙҙән йәш эркелде:
– Тыуған илен бөтә йөрәге менән яратҡан ҡаһарман егет Фәрғәт Ғәйетҡоловтың ата-әсәһе алдында баш эйәбеҙ. Беҙҙең ойошма үҙ эшен әүҙемләштереп ебәрер. Бынан һуң һеҙ бер нәмәгә лә мохтажлыҡ кисерергә тейеш түгелһегеҙ, бер кеше лә һеҙгә ауыр һүҙ әйтмәҫ. “Боевое братство” һәләк булған улығыҙ исеменән һеҙҙе ҡурсаларға әҙер! – тип тамамланы ул һүҙен.
Элекке хәрби Хәтиб Богданов Фәрғәт Тәлғәт улының исеме менән бәйле сараға тағы ла бер яугирҙе саҡырған. Ул – Афғанстанда һуғышта ҡатнашҡан Александр Мельников.
– Беҙҙең арала геройҙар күп, уларҙы танып белеп кенә бөтмәйбеҙ. Бына Александр Мельниковты “Хәрби ҡаҙаныштар өсөн” миҙалы бөгөн эҙләп тапты. Ғәйетҡоловтар өсөн тантаналы был көндә Фәрғәттең атаһы Тәлғәт ағай Александрға ошо награданы таҡһа, һеҙ, моғайын, ҡаршы булмаҫһығыҙ? – тине ул, сарала ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп. Барыһы ла был һүҙҙәрҙе алҡыштарға күмде.
Әрме сафына алынғансы Фәрғәт Ғәйетҡолов “Автомобилист” агрофирмаһында эшләп киткән. Хеҙмәттәше Миңлегөл Ирғәлина егеттең уңғанлығы, тырышлығы хаҡында һөйләп үтте.
Артабан һүҙ батыр егеттең туғандарына бирелде. Әминә менән Тәлғәт Ғәйетҡоловтар сарала ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәтен еткерҙе. Бер туған апаһы Резеда үҙен ҡустыһы ҡайтҡандай хис итеүен йәшермәне. Ағаһы Муса Фәрғәт йөҙөндә туғанын ғына түгел, ә яҡын дуҫын юғалтыуын да әйтте. Көйөргәҙе районының Таймаҫ ауылынан килгән 86 йәшлек Мөслимә өләсәһе лә батыр ейәне хөрмәтенә йорттарында хәтер ташы асыуға бик шат булыуын белдерҙе.
Ә иҫтәлекле таҡтаташтан беҙгә тереләрҙән терерәк булып 21617 506-сы хәрби часының кесе сержанты, бүлексә командиры, разведчик, снайпер, “Батырлыҡ” ордены кавалеры Фәрғәт Ғәйетҡолов баға. 1996 йыл, 14 август. Грозный ҡалаһы... “Мин бит Салауат Юлаев тоҡомонан!” тип әйтә кеүек ине боронғо замандағыса бөгөн дә яу ҡырында батырлыҡҡа урын тапҡан башҡорт егете.



Автор: Лариса АБДУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 1

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте

Комментарий өҫтәргә