Ғәфейә Ғафарова-Бишеваның “Кәмәлек” роман-хроникаһында ваҡиғалар боронғо йылъяҙмаларҙа “Тышҡы башҡорт иле” тип нарыҡланған Волганың һул ярында, Сәҙе, Үҙән, Ырғыҙ, Кәрәлек, Кәмәлек, Һамар йылғалары буйында, Рәсәйҙең хәҙерге Һамар, Һарытау өлкәләрендә бара. “Хәҙер беҙҙең Кәмәлек буйы ауылдарында туған телдә уҡытыу булмағас, йәштәр башҡортса һөйләшә белмәй тиерлек. Был бик үкенесле. Шулай ҙа Кәмәлек буйҙарында ҡасандыр шаулап милли тормош ҡайнағанлығы, йола-традицияларға ярашлы, шаулап-гөрләп туйҙар, “Ухаяҙыр” уйындары, башҡа саралар үткәне, ул төбәктә йәшәгән халҡыбыҙҙың ниндәй һынауҙарға дусар булғаны хаҡында киләсәк быуындар белһен өсөн, исмаһам, ҡағыҙға ғына яҙып ҡалдырайым тип тотондом был эшкә”, – тине автор. Әҫәр быйыл “Ағиҙел” журналында донъя күрәсәк.
Ғәфейә Ғафарова-Бишева Һамар өлкәһендә тыуған, әле Өфөлә йәшәй.
ТОЛОП БӨРКӘНГӘН ИШМЫРҘА
Йәйҙең матур, йылы, сыуаҡ тағы бер таңы атты. Сәлимә түр яҡта йоҡлап ята. Ҡояш нурҙары уның йөҙөнә төшә. Шул нурҙарҙан Сәлимәнең йәш йөрәген ниндәйҙер сихри рәхәтлек солғап ала.
Ҡыҙ баланың булмышын аңлата алмаҫлыҡ йән рәхәте биләп алған һымаҡ. Ҡыҙ уянып китте. Күҙен асып түбәгә ҡараны. Эйе, бөгөн өйҙә йоҡланы Сәлимә. Ә иртәнән һуң ҡайҙа ҡунырҙар икән? Ауылдан алты ҡыҙҙы Пугачев ҡалаһына бер айға эшкә барырға өгөтләп күндерҙеләр. Вагондарға иген тейәргә баралар. Мыңарсы Сәлимә өйҙән бер ҡайҙа ла киткәне юҡ. Бына хәҙер юлға сығасаҡ ҡыҙҙар – Сәлимә, Баҡыйҙың кесе ҡыҙы Ғизелбанат, бер-ике йәшкә өлкәнерәк тағы ике ҡыҙ, Бүләкбикәнең Ғилмивафа тигән ун туғыҙ йәшлек кесе ҡыҙы, Искәндәрҙең ун алты йәшлек һеңлеһе Хәтимә. Уларға ун алтышар йәш.
Сәлимә тороп ултырҙы. Әсәһе кисә Ишембай ауылына йәйәүләп китте. Ике туған һеңлеһе саҡыртҡан. Ҡондоҙло ауылына китеп барыусылар Сәлимәләрҙең өй тураһында атын туҡтатып, әйтеп китте. Сәлимә әсәһе менән теге кешенең һөйләшкәнен генә ишетте. “Ике туған һеңлегеҙ Вәлимә “илтимас” итеп һораны (Кәмәлек, Селекле йылғалары буйында ултырған ауылдарҙа ул һүҙҙе йығыу юҡ) һеҙҙең бөгөн килеп етеүегеҙҙе. Ҡыҙы Мөршиҙә сирләгәнме, мәрткә киткәнме – өсөнсө тәүлек уянмай”, – тигәнен ишетте.
Шунан әсәһе өйгә йүгереп инеп, күлдәген алмаштырып, тегене-быны алды ла: “Ҡыҙым, һине оҙата алмайым инде. Кәрәк-ярағыңды, алмашҡа кейем, бер көнлөк ашарға ал”, – тине лә йәйәүләп утыҙ биш саҡрымлыҡ юлға сығып китте.
* * *
Рәхилә юл буйы, теләк теләп, доғалар ҡылып, төш ауыуға Ишембайға барып етте. Ике туған Вәлимә һеңлеһенең ҡайҙа йәшәгәнен белә ине. Ишекте асып өйгә ингәс, Мөршиҙәне һаҡлап ултырған әбейҙәр менән баш эйеп һаулыҡ һорашты. Нимәлер эшләп торған Вәлимә артына әйләнеп ҡараны ла, ҡысҡырып илап, апаһын килеп ҡосаҡланы. Рәхилә “Сеү!” тигән һайын уның илауы көсәйҙе.
– Ошо әсәйемде әйтәм, тағы артымдан эҙләп сыҡҡан... – Мөршиҙә ятҡан килеш әсәһе илаған яҡҡа башын бороп күҙен асты.
Әсәһе илауҙан тымып, ҡыҙына ҡарап шаҡ ҡатты. Мөршиҙә тороп ултырҙы. Өйҙәрендә һике тулып намаҙлыҡта ултырған әбейҙәрҙе күреп, аптырап ҡалды:
– Нишләп беҙҙә улай кеше күп, ниңә барыһы ла намаҙ уҡый?
– Ҡурҡма, балам, ҡурҡма, беҙ һеҙгә килеп намаҙ уҡырға булдыҡ. Хәҙер ҡайтып китәбеҙ, – тине әбейҙәрҙең иң олоһо.
– Ҡыҙым, һин бик оҙаҡ йоҡланың, өс көн, өс төн... – Янына килеп етә һалған әсәһе шулай тине.
– Ә-ә-ә-әй, мин өс көн йоҡланыммы ни? Мин бит йоҡламаным, мине дүртәү аҡ кейемдә оҙатып йөрөнө. Ни генә күрһәтмәнеләр, әгәр ҡайтып китһәң, береһен дә һис кемгә һөйләмә, тинеләр. Әсәй, мин унда үҙ аяҡтарымда йөрөнөм хатта, аҡһамайым да бит әле. Тик мин ныҡ арыным, шул һынлы ныҡ арыным. Мин бит өс көн, өс төн ултырып та торманым. Мин уларға ла “арыным” тигәс, улар миңә “бына, ошо коридорҙан ғына үтәһең дә, күрәһеңме, остағы яҡтылыҡты” тинеләр. Ә мин күрҙем ул яҡтыны. Шунан улар миңә “унда шул һынлы рәхәт, йылы, матур, тыныс, яҡты, теләһәң, ҡалырһың” тинеләр. Мин шул яҡтылыҡҡа тиҙерәк барып етәйем дә, хәл алырмын, шунда ҡалырмын тигәйнем, унда етеп бара инем инде. Артта коридорҙа ярым ҡараңғы, ә һин, әсәй, ҡысҡырып иланың. Һин миңә шунда барып етергә ирек бирмәнең. Мине эҙләп сыҡҡанһыңдыр тип артыма әйләнеп ҡарағайным, күҙем асылды. Бына мин тағы һеҙҙең менән, – тип шымды Мөршиҙә.
Мәрттән ҡайтҡан кеше һөйләгәндә, уны бүлдерергә ярамай, тиҙәр. Мөршиҙәне һис кем бүлдермәне, ул яйлап ҡына тегендә “һөйләргә ярай” тигәндәрен һөйләне. Бына быныһы барыһын да шаҡ ҡатырҙы.
* * *
Революцияға тиклем Ишембай ауылында булған бер хәл. Ишмырҙа атлы хәлле кеше йәшәгән. Ул, тиренән тегелгән толобон һатам, тигән хәбәр таратҡан. Шунан бер ишле генә ғаиләле кеше, аҡса йыйыштырып, шул толобон алырға килгән. Һатыусы уның аҡсаһын алғанмы-алмағанмы, ә теге кеше аҡсаһын биргәнме-бирмәгәнме, әммә Ишмырҙа: “Бер ауылдағы яҡындарыбыҙҙы барып күреп ҡайтам да толопто өс көндән үҙем килтерәм”, – тигән.
Был кеше көтә-көтә, Ишмырҙа килмәй ҙә килмәй икән. Шунан теге кеше толобо артынан килә.
– Ҡана, тундың хаҡын түлә, мин һиңә ниңә аҡсаһыҙ тун бирәйем, – ти икән Ишмырҙа.
– Мин һиңә аҡса бирҙем бит, ни өсөн тағы бирәйем? – тигән һатып алыусы.
– Юҡ, бирмәнең, – тип һаман ныҡышҡан Ишмырҙа.
Был хәбәр менән ауыл тула. Ишембай халҡы кемеһенең дөрөҫ һөйләгәнен барыбер белмәй. Бер аҙҙан шул имеш-мимеш хәбәр онотола. Ишмырҙаның тунын һатыуға бәйле ваҡиға барған саҡта әле Мөршиҙә тыумаған да була. Әле килеп мәрттән ҡайтҡан ҡыҙ күптән онотолған хәлде халыҡтың иҫенә төшөрә.
Ярым ҡараңғы коридорҙан теге яҡтылыҡҡа китеп барғанда уға әллә нисә ишектән үтергә тура килә. Шунан бер тупһанан үткәс, ишек артында бер нәмә бөркәнгән кешене күреп ҡала. Шул ярым ҡараңғылыҡта ул тегеләй-былай ҡуҙғалып, һелкенеп ҡалҡына ла башҡалар күреп ҡалмаһын тип кире сүгәләй. Мөршиҙә үҙен оҙатып барыусыларҙан бөркәнсекле кешенең кем икәнлеге хаҡында һораша. Тегеләр: “Ул һеҙҙең Ишембай ауылынан тун бөркәнгән Ишмырҙа, коридорҙа мәңге сүгеп ултырасаҡ”, – ти.
Быны ишеткән әбейҙәрҙең сәстәре үрә тора. Кемуҙарҙан тәүбә әйтергә тотоналар. Ишмырҙа ишеләр был фани донъяла аҙ түгелдер. Әҙәм балаһының ҡайһы бер гонаһтарының ғүмере ҡыҫҡа. Ә кемдеңдер был донъяла ҡылған гонаһының “ҡарыуы” ҡайтып өлгөрмәй, теге донъяла ла ҡала, тиҙәр. Уйлап ҡараһаң, Ишмырҙаға Аллаһ Тәғәлә биргән язанан да ауыры бармы икән? Ултырып та түгел, ә сүгәләгән килеш ярым ҡараңғыла толоп бөркәнеп ишек артында мәңге ултырыуҙың сиге ҡайҙа, кем белә?
Ошо хәбәрҙән һуң Мөршиҙә, мин арыным, йоҡом килә, тине. Әбейҙәр бер-бер артлы ҡайтып китә башланы. Әсәһенең сәйе ҡайнағансы, Мөршиҙә лә ятып ҡына торҙо, йоҡлап китә алманы. Вәлимә, ҡыҙы тағы йоҡлап китеп ҡуймаһын тип, ҡысҡырып Рәхилә апаһынан тегене-быны, хәл-әхүәл һорашты.
Мөршиҙә ашъяулыҡ янына килеп ултырҙы ла, битемде йыуып инәйем тип, яйлап баҫып ҡына тышҡа сығып китте. Вәлимә ҡыуанысынан саҡ ҡысҡырып ебәрмәне. Мөршиҙә кире килеп ултырғас, сәй эстеләр.
Рәхилә Мөршиҙәне алдына һалып өшкөргәнсе, ул йоҡлап китте. Шунан уның тын алышын тыңланы. Мөршиҙә балаларса тигеҙ тын алып йоҡлай ине. Рәхилә, тәһәрәтләнеп, намаҙ уҡыны. Уҡып бөткәс, баланың тын алышын тағы тыңланы. Әлхәмдүлилләһи, шөкөр, балабыҙ тын ала, тип тағы шатланды.
* * *
Закир ҡәйнеше менән улы Мәрйәмде барып алып ҡайтҡансы Мәфтуха йүгереп йөрөп ут яҡты, сәй әҙерләне. Бергә сәй эстеләр. Мәрйәм, бер тапҡыр ҙа күрмәгән кешегә былайтып кеше кейәүгә сығамы, тип уңайһыҙланды. Сығып йүгерер ине, барыр ере ҡайҙа, өйө, атай йорто ла бар, унда йәшәргә әмәл юҡ. Ҡайҙа ҡасаһың, Себергәме? Кейәү тейеш кеше лә үҙенән һигеҙ йәшкә олораҡ.
Мәрйәмдең ирекһеҙҙән күҙ йәштәре бәреп сыҡты.
– Илама, туғаным, Ғәбдрәхим – аҡыллы егет. Ул һине бер ҡасан да йәберләмәйәсәк, ә еңгәм – алтын ҡәйнә. Ҡәйнешең Мөхәмәтрәхим ҡыҙҙар кеүек, ана, сәй эсергә лә килмәй оялып ултыра. – Закир шулай тигәс, оялыуҙан ун ике йәшлек малай тышҡа уҡ сығып китте.
– Илама, килен, илама. Әсәйең кеүек була алмаһам да, уның кеүек булырға тырышырмын, – тине ҡәйнәһе.
Закир: “Иртүк эшкә”, – тине лә, ашын ҡайтарып, ашъяулыҡ янынан торҙо. Мәфтуха ҡәйнеше артынан оҙатырға сыҡты. Тышҡа сыҡҡас:
– Ҡәйнеш, был тиклем аҫыл ҡошто, тип ҡуяйым, ҡыҙҙы ҡасан килен итергә уйланың? – тип һораны.
– “Бирәйем тигән ҡолона – сығарып ҡуя юлына, бирмәйем тигән ҡолонан тартып ала ҡулынан” тигәндәре ошолор, еңгә. – Атын бороп маташҡан Закир шулай тине. – Мин киттем, ҡалғанын һуңынан һөйләшербеҙ, бик оҙон тарих. Киленде йәберләмәһен, ҡалғанын Аллаға тапшырҙыҡ...
Ғәбдрәхиме өндәшмәһә лә, йөҙө шат икәнен күрҙе әсә, улы өсөн ҡыуанды. Иртән тороп Мәфтуха сәй ҡуйҙы, төшкөлөккә доға ҡылдырырға аш һалды. Ғәбдрәхиме иртүк тороп мал ҡарарға тышҡа сыҡҡайны.
Мәрйәм айҙан артыҡ инде бындай йылы өйҙә, йомшаҡ урында йоҡлағаны юҡ ине. Ятҡанда төн уртаһы үткәйне инде. Ныҡ арыһа ла, оҙаҡ ҡына йоҡлай алманы, ә иртәнсәк йоҡоһо туйған һымаҡ уянды ла ят кешеләр алдында үҙен нисек тоторға белмәй ҡурҡынды.
Мәрйәм тороп юрғанын бөкләп мендәренең өҫтөнә һалды ла ипләп кенә сығыу юлына атланы. Ғәбдрәхим килеп инде. Ҡыҙ башын эйеп стенаға һырыҡты. Егет уның янынан шым ғына “Хәйерле иртә” тип үтеп китте. Мәрйәм кейенеп тышҡа сыҡты, Мәфтуха ла, әлән-борхан кейенеп, артынан сыҡты: китеп бармаһын тип ҡурҡтымы, әллә ҡайҙа барырға белмәҫ тинеме.
Мәфтуханың ашы төшкә өлгөрҙө. Доға ҡылырға саҡырылған ҡунаҡтар йыйыла башланы. Берәүҙәре, Мәфтуха, улың өйләнгән икән, хәйерле булһын, тине. Күрше Сәғәҙәт еҙнәһе ике ҡыҙҙы һоратып та барып сыҡмағанлыҡтан, көлөмһөрәп түргә уҙҙы, ҡатыны Мәликә: “Вәт бына, өндәшмәҫ Ғәбдрәхим килен алып ҡайтҡан, күрше тороп ишетмәгәнбеҙ”, – тине.
Мулла килгәс, доға ҡылдылар. Һыу юлын күрһәтергә йәш килендәр, үҫеп килгән ҡыҙҙар, бала-саға йыйылды. Мәфтуханың улы ике тапҡыр өйләнәм тип йыйынғас, уларға бүләктәре етеп, хатта артып ҡалды. Килен елкәһенә һыу менән көйәнтәне күтәрткәндә башлатыусы бикәс тейеш кеше: “Бына ошолайтып килен донъяның ҡамытын кейә лә ҡуя, донъя көткәндәге бар ауырлыҡ уның елкәһенә төшә”, – тине. Үҫмер ҡыҙҙар бер-береһенә ҡарашып шырҡылдашып көлөштө.
Ғәбдрәхимдәр яр башында йәшәгәс, тиҙ үк ҡайтып етте. Бүләктәр таратҡас, Мәфтуха килендәрҙе, йәш үҫмер ҡыҙҙарҙы саҡырып индереп “сөьөр” сәйен эсерҙе.
Тормош Мәрйәм өсөн ошолай башланып китте. Тик Мәрйәмдең күңеле Ғәбдрәхимгә ятманы. Ауырға ҡалғанына ла дүртенсе ай, тик ул тойғо килмәне. Яратманы, торғоһо килмәне. Өйҙәге берәүгә лә өндәшмәй Ҡәһәрмәнгә ағаларына барҙы. Мәрйәмдең килгәнен ишетеп, туғандары Байрамбикә, Мөнирә, Мәрйәм йүгерешеп килеп етте. Уларҙың олатайҙары – бер туғандар: Байназар, Ирназар, Аҡназар.
– Вәт, һәйбәт эшләгәнһең, Мәрйәм. Себергә оҙатылғансы, кейәүгә ҡасып киткәнһең, – тиештеләр. – Ә һин ул Ғәбдрәхимде белә инеңме?
– Белә инем шул, белмәһәм, нишләп уға ҡасып сығайым, – тигән булды Мәрйәм, сер бирергә теләмәй.
Өфөнән ике туған Хәлисә апай ҡайтып төшөп, иртәгә кире китергә йыйыныуы хаҡында ла ишетте. Мәрйәм уны барып күрергә булды. Килеп инеү менән, Хәлисә апаһы килеп ҡосаҡлап алды.
– Йә, туғанҡайым, хәл нисек? Мин һине Себерҙәлер тип уйлағайным. Әлдә кейәүгә ҡасып киткәнһең, унда оҙатылғансы...
– Эй, апай, бәлки, Себергә китеү яҡшыраҡ булыр ине, – Мәрйәм күҙ йәшен тыя алманы. – Мин уны яратмайым, йәшәгем килмәй. Дүрт айлыҡ ауырым да бар...
– Әйҙә, туғаным, мин һине Өфөгә алып китәм. Теләһәң, баланы буйыңда ҡалдырырһың, теләмәһәң, төшөртөрбөҙ, – тип тәҡдим итте апаһы.
– Китәм, яратмаған кеше менән йәшәгәнсе, китәм... – Мәрйәм ҡыуанысын йәшермәне.
Уңарсы Хәлисәнең әсәһенең сәйе ҡайнап сыҡты. Табын әҙерләгәнсе, Байрамбикә менән Мөнирә лә килеп инде. Сәй эсеп ултырғанда Хәлисә әсәһенә Мәрйәмде Өфөгә алып китергә йыйыныуы хаҡында белдерҙе. Сәбәптәрен дә әйтте.
Закир кис эштән ҡайтһа, ҡатыны:
– Ғәбдрәхимдеке киленде Хәлисә апаһы Өфөгә алып китеп бара икән, өс айлыҡ ҡына ауыры ла бар, имеш, – тине.
– Кем әйтә?
– Бына күрше апай һөйләне.
– Кит булмаҫты, юҡты.
– Мин дә ышанмағайным. Күрше апай әйтә: Байрамбикә ишеткән икән...
Закир тиҙ генә ике шәшке сәй эсте лә атта Мәрйәмдең ағаларының йортона, Сөләймәндәргә килеп туҡтаны. Мәрйәм Хәлисә апаһынан ҡайтып, төйөнсөгөн төйнәп, Өфөгә китергә теләүе хаҡында ағаһына һөйләп ултыра ине. Ҡайнағаһы килеп ингәс, тынып ҡалды.
– Йә, килен, был ни ҡылығың? Ауыл тулған хәбәр менән... – Закир һаулыҡ та һорашып тормаҫтан ошо һүҙҙәрҙе әйтте.
Мәрйәм өндәшмәне.
– Әйҙә, ҡоҙа, үт, ултыр. – Сөләймән шулай тине лә, ишекте асып ҡатынына өндәште, – Маһибәҙәр, сәй ҡуй.
– Йә, килен, әйт, кемеһе йәберләй: иреңме, ҡәйнәңме? – Закир Сөләймән күрһәткән урынға ултырғас та, шунда уҡ мәсьәләне ҡабырғаһы менән ҡуйҙы.
– Береһе лә йәберләмәй...
– Китәм тип Ғәбдрәхимгә, ҡәйнәңә әйттеңме?
– Юҡ, әйтмәнем...
– Бына, килен, шулай булғас, улар бер ҡасан да был хаҡта белмәйәсәк. Мин дә әйтмәйем, һин дә әйтмә...
Закир мәсьәләне шулай итеп ҡуйҙы: Мәрйәмгә төйөнсөктәрен алып ҡайнағаһының тырантасына менеп ултырыуҙан башҡа сара ҡалманы. Уның күҙенә йәш тулды. Ҡасандыр был йортта атаһы ла, әсәһе лә бар ине, хәҙер юҡтар. Сөләймән атының теҙгененән етәкләп, юлға ыңғайлатҡан Закирҙан:
– Ҡоҙа, ысынмы-бушмы, шундай хәбәр йөрөй: беҙҙең өйҙө тартып алалар, имеш, – тип һораны.
– Ҡоҙа, белмәйем әле, райондан аныҡ ҡына бойороҡ юҡ, – тине Закир.
Мәрйәмдең йөрәге жыу-у-у итеп ҡалды. Барыһын да пыран-заран килтереүҙәре генә етмәгән, өйҙәрен дә тартып алалар. Ул илай башланы. Закир һаубуллашты ла атының ҡабырғаһына дилбегә менән ҡаҡты. Аты, шуны ғына көткән һымаҡ, урам буйлап шәп итеп юрттырҙы, тиҙлеге шәбәйгәндән-шәбәйҙе. Ат шәберәк сапҡан һайын, Мәрйәм дә нығыраҡ иланы.
– Илама, килен, ағайыңдарҙы урамға сығарып ташламайҙар. Кесерәк кенә булһа ла, торорға өй бирәсәктәр, – тине яғымлы итеп Закир. – Мин ҡоҙаға әйтергә ҡыйманым: өйөгөҙҙө правление итергә ҡушылған...
Мәрйәм ҡапыл илауынан туҡтаны.
– Бының өсөн буш өй таба алмайҙармы ни? – Мәрйәмдең эсе өшөп китте. – Ҡайнаға, был ни хәл? Был ниндәй ғәләмәт ул, мин төшөнмәйем, – тине.
– Эй, килен, һин түгел, беҙ ҙә төшөнмәйбеҙ әле. Һеҙҙеке кеүек ҙур ағас йорт береһендә лә юҡ, тик һеҙҙә генә бит...
Әлбиттә, был һүҙҙәрҙе ҡайнағаһы аҡланыу өсөн генә әйткәйне. Шул көндән алып Мәрйәм барыһына ла күнеп, тешен ҡыҫып йәшәп китте. Ярты йылдан ҡыҙы тыуҙы, Мәрзиә тип исем ҡуштылар. Ғәбдрәхимде ике йылдан Ҡондоҙло ауылына уҡытырға ебәрҙеләр. Бөрйән халҡы ишеткәйне Ҡондоҙло ауылының ун алты кешеһен 235 йылға ултыртҡандары хаҡында. Колхоз рәйесенән алып аҡыллы һөйләүсе көтөүсеһенә һәм иҙән йыуыусыларына тиклем ҡулға алғандар.
1933 йылдың авгусында бәләкәй арбаларына һыйырҙарын егеп, Ғәбдрәхимдәр Ҡондоҙлоға килгәндә уларҙы ултыртыуға өс ай үткәйне...