Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тарихыбыҙға ҡыҙыҡһыныуҙы көсәйтте
Тарихыбыҙға ҡыҙыҡһыныуҙы көсәйтте Тарих — мөкиббәнлек талап иткән, еңел булмаған фән ул. Ғәҙәттә, тарихсыларҙың күптәренең ғилми тикшеренеү даирәһе ниндәйҙер осор йәки тема менән сикләнгән. Ә бына ошо йәһәттән арабыҙҙан ваҡытһыҙ киткән билдәле ғалим, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Әнүәр Әсфәндиәровтың тарих фәне өлкәһендәге эшмәкәрлеге өйрәнгән темаларының киңлеге менән айырылып тора. Уның хеҙмәттәре Башҡортостан һәм халҡыбыҙ тарихының күп дәүерҙәрен үҙ эсенә ала. Темалары ла төрлө. Ә шулай ҙа ғалимдың тарих фәне өлкәһендәге бөтөн эшмәкәрлеге башҡорттоң үткәнен өйрәнеүгә арналған.


90-сы йылдар башында ғалим Башҡортостан ауылдары тарихын өйрәнеүгә тотоноп, ысын мәғәнәһендә фәндең был өлкәһендә ҡаһарманлыҡ күрһәтте тиһәк, бер ҙә хата булмаҫ. Әгәр ҙә башҡа ерҙәрҙә ундай эш менән институт йәки бер төркөм ғалим шөғөлләнгән булһа, Ә. Әсфәндиәров бер үҙе архивтарҙа ултырып, Башҡорт­остан һәм сит өлкәләрҙәге башҡорт ауылдары тарихын документаль сыға­наҡтар нигеҙендә бәйән иткән ун китап яҙҙы. Был баҫмалар тарихсылар өсөн баһалап бөткөһөҙ белешмә-хеҙмәткә әүерелде.
Һуңғы йылдарҙа республика райондары тарихы буйынса бихисап китап сыҡты. Ошо эштә “Башҡортостан ауылдары тарихы” ҙур ярҙам булып тора. Икенсенән, был хеҙмәт төньяҡ-көнба­йыш башҡорттарына үҙҙәренең ысын тарихына күҙ һалырға, тәрән асылын танырға мөмкинлек бирҙе. Әнүәр Зәкир улының был өлкәләге эшмәкәрлеге тағы бер ҙур башланғысҡа нигеҙ һалды тиһәк, хата булмаҫ. Ул шәжәрәгә ҡыҙыҡһыныу уятты. Ауылдар тарихы менән танышҡандан һуң күптәрҙә үҙҙәренең үткәндәрен, нәҫел-нәсәбен барлау, шәжәрәләрен төҙөү теләге уянды. Артабан башланғыс Башҡортос­тан Хөкүмәте ярҙамы менән юғары кимәлгә күтәрелде. Республиканың һәр районында Шәжәрә байрамдары уҙғарылыуы – быға аныҡ дәлил.
90-сы йылдарҙа ғалим ауылдар тарихын яҙыу менән бер рәттән башҡорт халҡының XVIII – XIX быуаттарҙағы данлы һәм шанлы хәрби үткәнен, ар­ҙаҡ­лы шәхестәренең яҙмышын өйрә­неү­ҙе лә алып барҙы. Ошо эшмәкәр­лектең тос емеше булараҡ, 1996 йылда башҡорт телендә “Олатайҙарҙың бар тарихы...” тигән күләмле китабы – мәҡәләләр йыйынтығы – донъя күрҙе. Был китап ябай тел менән яҙылыуы һәм дә үҙ эсенә утыҙлаған мәҡәләне туплауы менән халыҡ өсөн бик тә ҡыҙыҡлы, уҡымлы тарих әсбабына әүерелде. Ун мең дана тираж менән баҫылыуға ҡарамаҫтан, тиҙ арала таралып бөттө. Ошоно иҫәпкә алып, 2005 йылда “Олатайҙарҙың бар тарихы...” яңынан нәшерләнде. Бынан тыш, 1992 йылда ғалим төрлө авторҙарҙың мәҡә­ләләрен, тарихи документтарҙы туплап, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡат­нашҡан башҡорт яугирҙәренә арналған “Любезные вы мои...” исемле йыйын­тығын сығарғайны. Бер яҡтан, был китаптағы күп кенә документтар, материалдар, һүрәттәр халыҡ өсөн үҙенә күрә бер асышҡа әйләнһә, икенсе яҡтан, ул башҡорт халҡының данлы хәрби тарихын өйрәнеүгә табан ҙур аҙым булды.
2001 йылда Ә. Әсфәндиәров “Баш­ҡортостан ауылдары тарихы” тема­һы­ның дауамы булараҡ Ю.М. Әбсәләмов һәм М.И. Роднов менән берлектә “Көнбайыш башҡорттары 1795-1917 йылдарҙағы халыҡ иҫәбен алыу буйын­са” тигән белешмә-йыйын­тыҡ баҫтырып сығарҙы.
Ғалим үҙенең хеҙмәттәре аша тари­хыбыҙҙың яңы-яңы биттәрен асты. Һуңғы йылдарҙа уның Башҡортостан тарихына бағышланған тағы ла өс китабы донъя күрҙе. 2005 йылда сыҡҡан “Башҡортостанда кантон идаралығы (1798-1865 йылдар)” тигән хеҙмәтендә башҡорт халҡының кантонлыҡ осорон­дағы данлы ла, бер үк ваҡытта ауыр ҙа үткәне бәйән ителә. Икенсе бер китабы әлегә тиклем яҡшылап өйрәнел­мәгән тема – башҡорт тархандары тарихы – буйынса. Был китапта баш­ҡорттоң аҫыл ир-уҙамандары, ил аға­лары булған тархандар хаҡында һүҙ. Тарихта сағыу эҙ ҡалдырған арҙаҡлы тархандар Әлебай Мырҙағолов, Алдар батыр Иҫәкәев, башҡорт мәғдәнсеһе Исмәғил Тасимов тураһында айырым мәҡәләләр бирелгән.
Әнүәр Әсфәндиәров Башҡортос­тандың Рәсәй дәүләтенә үҙ ирке менән ҡушылыуының 450 йыллығына бағыш­лап, “Башҡортостан Рәсәй составына ингәндән һуң (XVI быуаттың икенсе яртыһы – XIX быуаттың тәүге яртыһы)” тип аталған күләмле хеҙмәт тә сығарҙы. Унда Башҡортостан менән Рәсәй араһындағы үҙ-ара мөнәсәбәттәр тарихына бөгөнгө тарих фәне күҙлегенән яңы ҡараш ташлана. Башҡорт халҡы­ның Рәсәй дәүләте составындағы үҙидаралығы, ғаилә мөнәсәбәттәре, демография, батша хөкүмәтенең социаль-иҡтисади сәйәсәте мәсьәләләрен сағылдыра был хеҙмәт. Китап ғалимдың күп йыллыҡ тикшеренеүҙәр емештәрен үҙ эсенә туплаған.
Әнүәр Әсфәндиәров “Башҡорт хал­ҡының хәрби тарихы” исемле энциклопедияны сығарыуҙа ла әүҙем ҡатнаш­ты. Үҙе байтаҡ ҡына мәҡәләләр яҙҙы. Энциклопедияның баш мөхәррире булды.
Абруйлы ғалимдың Башҡортостан фәненә индерелгән өлөшө тос. Тарих өлкәһендәге күп йыллыҡ фиҙакәр эшмәкәрлеге өсөн ул республиканың Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһын, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ваҡы­тында алманы. Әммә Әнүәр Әсфән­диәровтың исеме, хеҙмәттәре киләсәктә лә йәшәйәсәк, рухи донъябыҙҙы балҡы­тасаҡ әле.
Әйткәндәй, Бөтә донъя башҡорт­та­ры ҡоролтайы Башҡарма комитетының тарих комиссияһында Ә. Әсфәндиәров йәшәгән йортҡа таҡтаташ ҡуйыу хаҡын­да фекер әйтелде. Был тәҡдимде замандаштарыбыҙ, һис шикһеҙ, хуплар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872