Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сирлеләр арта, табиптар кәмей
Бынан ары медицина хеҙмәткәрҙәренең эшен теләге булған һәр кем баһалай ала — бының өсөн дауалау-профилактика сайтындағы электрон анкетаны тултырыу ҙа етә. Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе Эльвира Айытҡолова билдәләүенсә, һорау алыу күптәрҙең һаулыҡ һаҡлау тармағы менән ҡәнәғәт булмауын күрһәткән.


— Халыҡтың күпселеге һуңғы ваҡытта медицинаның сикле булыуына зарлана. Дауаханаларҙа сират ҙур. Белгестәр етешмәй. Башлыса нәҡ ошо сәбәптәр күптәрҙе түләүле медицина өлкәһен һайларға мәжбүр итә лә инде, — тине ул.
Ысынлап та, һуңғы ваҡытта айырым белгестәргә яҙылыуы бик ауыр. Яҙылған хәлдә лә, сиратты ай-ай ярым көтөргә тура килә. Сәбәбе билдәле — кадрҙарға ҡытлыҡ.
— Әгәр республика ҡалаларында 10 мең кешегә 44 табип тура килһә, райондарҙа был күрһәткес 20-нән дә артмай, — тип билдәләне Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бакиров. — Дөйөм алғанда, бөгөн тармаҡта 14 мең табип һәм 41 меңдән ашыу медицина хеҙмәткәре иҫәпләнә.
Кадрҙарға ҡытлыҡ тигәндәй, мәҫәлән, республиканың онкология хеҙмәтенә бөгөндән 90 табип кәрәк. Ә бит һуңғы йылдарҙа яман шештең аҙыуын иҫәпкә алғанда, был йүнәлеш буйынса һәр белгестең алтынға бәрәбәр булыуын һөйләп тораһы ла түгел. Иң мөһиме — сирҙе алдан иҫкәртеү тип ҡабатларға яратһаҡ та, теләк булып та, күренергә табип юҡлығы мәсьәләне ҡатмарлаштыра ғына. Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, нәҡ ошо сәбәпле Башҡортостанда ғына йыл һайын алты меңгә яҡын кеше вафат була.
Әлбиттә, республика Хөкүмәте поликлиникаларҙы, дауаханаларҙы белгестәр менән тәьмин итеү сараларының төрлө юлдарын эҙләй. Мәҫәлән, шул уҡ “Ауыл табибы” программаһы сиктәрендә һуңғы өс йылда ғына меңдән ашыу белгес эшкә урынлашты. Дөрөҫ, уларҙың барыһы ла ауылда төпләнеп ҡалмаған. Әйтәйек, һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, әлеге программа сиктәрендә 85 кеше биш йыллыҡ срогын эшләп бөтөрмәгән — улар менән килешеү өҙөлгән. Яҡын арала “Ауыл фельдшеры” тигән программа ла үҙ көсөнә инәсәк. Проект сиктәрендә 70 белгес яңы эш урыны менән тәьмин ителәсәк тип күҙаллана.
Ғөмүмән, ауыл ерендә табипҡа эләгеүе күпкә ауырыраҡ. Шуға бында үлем күрһәткесе лә юғары. Әлеге һорау алыуҙы ла белгестәр медицина ярҙамының территориаль асыҡлығын баһалау маҡсатында ойоштора. Киләсәктә һауыҡтырыу-профилактика учреждениелары араһында килешеү төҙөргә лә уйлайҙар. Документ ғәмәлгә инһә, башҡа республика, өлкәләргә сиктәш урынлашҡан ауыл халҡы, үҙҙәре шул төбәктә йәшәмәгән осраҡта ла, күршеләрҙең дауаханаһында дауаланыу хоҡуғын аласаҡ. Был тәү сиратта медицинаның асыҡлығын тәьмин итәсәк, кешеләргә проблемаларын урында һәм ваҡытында хәл итеү мөмкинлеген бирәсәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә