Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Камзул, елән, ситек кейеп, урам буйлап тыпыр-тыпыр бейеп!
Камзул, елән, ситек кейеп, урам буйлап тыпыр-тыпыр бейеп! Өфөлә “Евразия йөрәге” тип аталған халыҡ-ара сәнғәт фестивале уҙҙы. Биш көн дауамында, йәғни 25 – 29 майҙа, илдең иң ҙур мәҙәни майҙансыҡтарының береһенә әйләнгән Башҡортостандың баш ҡалаһы меңәрләгән кешене берләштерҙе. Ойоштороусылар билдәләүенсә, ошо көндәрҙә Өфө амфитеатрына килеүселәр һаны 100 меңдән ашҡан. Ғәйәт ҙур йыйын тамашасыларҙы төрлө стилдәрҙең, йүнәлештәрҙең күплеге, мәҙәни программаның төрлөлөгө менән хайран итте. Ошо фестиваль сиктәрендә шулай уҡ тәүге тапҡыр милли кейемдәр парады ойошторолдо. Сағыу кейемдәрҙә өфөләр һәм ҡунаҡтар Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрынан алып Салауат Юлаев исемендәге майҙанға тиклем сафта үтте.
Иң алда – дүрт һыбайлы. Улар бөтәһе лә реконструкцияланған боронғо хәрби башҡорт кейемдә­рендә, һәр береһендә ҡылыс йә ян менән уҡ-һаҙаҡ, ҡалҡан бар.
Был сағыу тамашаға теләге булған һәр кем ҡушыла алды, тик бер генә шарт: өҫтөңдә боронғо башҡорт халыҡ кейеме, йә башҡорт халҡына хас биҙәктәр менән байытылған милли стилдәге заманса кейем, йә шулай уҡ милли атрибут – мәҫәлән, күкрәксә, селтәр һәм башҡа биҙәүес булырға тейеш.
Быға ҡарамаҫтан, марш-парадта ҡатнашырға теләүселәр күп булып сыҡты. Сафта китеп барғанда Башҡортостанда йәшәгән төрлө милләт – башҡорт, урыҫ, татар, сыуаш, мари, удмурт, украин һәм башҡаларҙың костюмдарын күреү насип булды. Шулай уҡ ҡатнашыу­сылар араһында сит ил вәкилдәре – Ҡытай, Һиндостан, Вьетнамдан студенттарҙың булыуы күңелде күтәрҙе.
Камзул, елән, ситек кейеп, урам буйлап тыпыр-тыпыр бейеп!Күпселек ҡатнашыусылар баштан аяҡ милли кейемдә булһа, бүрек кенә кейеп, түшелдерек йә башҡа биҙәнеү әйберҙәре таҡҡандар ҙа күренә ине.
Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Азат Ибраһимов әйтеүенсә, был сараға Белорет, Баймаҡ һәм Мәсетле районынан ике йөҙләгән ҡатнашыусы килгән. Уларҙы айырыу ҡыйын түгел ине: боронғо башҡорт ҡатынына хас булған балитәкле күлдәк, ҡашмау, камзул, ситек кейгән, һаҡал, сулпылар таҡҡан инәйҙәрҙе әллә ҡайҙан күрәһең. Шулай уҡ парадта ижад вәкилдәренең күп булыуы ла ҡыуандырҙы.
Тамашасылар интерактив программаға әүҙем йәлеп ителде. Марш-парадтан һуң Салауат Юлаев һәйкәле янында “Йәйләү” тарихи реконструкцияһы, этнографик һәм сәхнә кейемдәре дефилеһы, милли кейем һәм биҙәүес әйберҙәр күргәҙ­мә-йәрминкәһе дауам итте. Башҡорт эстрада йондоҙҙары иһә йырлап халыҡтың күңелен асты. Тағы “Баш­ҡортса кейен!” флешмобы, “Башҡорт милли кейемен беләһең­ме?” тигән уйын-викторина үткәрел­де, “Мин – башҡорт кейемендә!” тип аталған селфи-шоуға йомғаҡ яһалды.
Республика кимәлендәге сараның төп маҡсаты – башҡорт милли кейемен популярлаштырыу, традицион милли кейемде өйрәнеүгә, һаҡлауға ҡыҙыҡһыныу уятыу, уны көндәлек тормошта ла ҡулланыуға булышлыҡ итеү.





Автор: Шәфҡәт ҒӘБИТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә