Йәнтимерҙең аяҡтары үҙәгенә үтеп һыҙлай башланы. Аяҡтар… аяҡ шәрәмәттәре… Көн боҙолор булһа, шулай интектерә улар егетте. Бынан алдағы көндәрҙә лә һыҙланылар, ләкин түҙерлек ине. Ә бөгөн айырыуса ауырта. Ахыры, ул такси саҡыртып, дауаханаға барырға булды.– Алло! Һаумыһығыҙ! Был диспетчермы?
Телефондан моңло йыр ишеткәндәй булып, һиҫкәнеп китте ҡыҙ, бер аҙға өнһөҙ ҡалды, ләкин үҙен тиҙ генә ҡулға алды.
– Һаумыһығыҙ. Һеҙҙе диспетчер тыңлай.
– Миңә тиҙ генә такси ебәрә алырһығыҙмы?
Егеттең тауышы шундай яғымлы! Ҡыҙҙың йөрәге беренсе һүҙҙәрҙән үк ярһып тибергә тотондо. Күкрәгенә һыймай осорға талпынған ҡошмо ни! Шундай ҙа бәрхәт кеүек тауышты Аҡсәскәнең ошоғаса ишеткәне булманы, уның нисек тә егет менән оҙағыраҡ һөйләшкеһе килде.
– Тиҙ генә булмаҫ, ун-ун биш минут көтә алырһығыҙмы?
– Улай ғына көтөргә була. Рәхмәт.
– Адресығыҙҙы әйтегеҙ.
Егет адресын әйтеп һаубуллашты ла телефонын һүндерҙе.
Ошо минуттан алып Аҡсәскә билдәһеҙ егеттең шылтыратыуын көтә башланы. Тағы такси саҡыртырмы? Ҡасан шылтыратыр икән? Бер тапҡыр күрмәйенсә лә, тауышын ғына ишетеп ғашиҡ булып буламы икән ни?
Һәм бына, ниһайәт, ул көткән тауыш! Егеттең тауышын мең төрлөһө араһынан да айыра ҡыҙ.
Ул тағы такси саҡыртты. Аҡсәскә үҙенең әҙәпһеҙ ҡыланғанын белһә лә:
– Һеҙҙең һөйгәнегеҙ бик бәхетлелер, – тине.
– Ниңә улай тиһегеҙ?
– Һөйгәнегеҙ янына таксиҙа бараһығыҙҙыр…
Егет яғымлы тауышы менән көлөп ебәрҙе:
– Яңылышаһығыҙ, һылыуҡай, мин дауаханаға йөрөйөм. Минең өсөн тигән ҡыҙ әле тыумаған, – тип шаяртты.
Һүҙҙән һүҙ ялғанды, таныштылар. Һәм көн дә телефон аша аралаша башланылар.
Йәнтимер үҙен йәлләгәндәрен яратмай, бер кемгә лә һыҙланыуҙарын һөйләмәй. Зарланыу менән ауыртыныуының баҫылмаясағын белә ул. Хәйер, һөйләр кешеһе лә юҡ. Телефон аша танышҡан билдәһеҙ ҡыҙға эс серҙәрен сисә алмай бит инде. Йәнтимерҙе үҫтергән, тәрбиәләгән, өйөнә уҡытыусылар саҡырып уҡытҡан, аҙаҡ ярым-ярты аяҡтарына протез ҡуйҙырып атларға өйрәткән әсәкәйе ике йыл элек мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо.
Өҙгөләнеп иланы егет. Тәүҙә әсәһен юҡһынып көндәр буйы фотоһына ҡарап ултырҙы. Шулай ҙа үҙен тиҙ ҡулға алды.
– Былай ярамай! Яҡынымдың йәнен рәнйетмәҫкә, эш менән булырға, йәшәргә кәрәк!
Йәнтимер бала саҡтан яратҡан һөнәренә тотондо. Ул әсәһе иҫән саҡта уның портретын төшөрөп бөтмәгәйне, берсә ҙурайтылған фотоһына ҡарап, берсә күҙ алдына килтереп, бер аҙна тигәндә яҙып бөттө. Үҙ эшенән ҡәнәғәт булып, бүлмәнең иң түренә элеп ҡуйҙы. Бер нисә көн ял иткәс, ҡулдары һыҙлаһа ла, үҙенең автопортретына тотондо. Хәл белергә ингән күршеләре портреттарҙы күреп таң ҡалды һәм уның һәләтен таныштарына һөйләне. Эштәре яйға һалынды, бик күп кешегә портреттар яҙҙы, пейзаждары ла бик матур килеп сыҡты. Йәнтимерҙең картиналарын һатып алыусылар күбәйгәндән-күбәйҙе.
Протездары менән йөрөй башлағанда ла егеткә еңел булманы, ләкин ул тешен ҡыҫып түҙҙе. Тәүҙә ныҡ һылтыҡлаһа, хәҙер уның шулай икәнлеген табиптар һәм күршеләренән башҡа бер кем дә белмәй. Тик бына ҡулдары… Протез бармаҡтар ҡуйҙырыуҙың бер файҙаһы ла булмаясаҡ, сөнки Йәнтимерҙең ҡул суҡтары – усы ла, бармаҡтары ла – юҡ. Ҡылҡәләмде ана шул тупыс ҡулдары менән ҡыҫып тота. Тәүҙә бик уңайһыҙ булды, хәҙер өйрәнде.
* * *
Мәргән мәктәпте тамамлағас, ташсы һөнәрен үҙләштереп ҡалала эшкә урынлаша. Бер бригадала эшләгән штукатур-маляр ҡыҙ – Гөлзәмиәгә ғашиҡ була, ҡыҙ ҙа уға битараф түгел икән. Оҙаҡламай улар сәстәрен-сәскә бәйләй, ләкин Мәргән сәскәнән-сәскәгә ҡунған күбәләк булып сыға. Ауырлы ҡатынын ташлап, икенсе сибәркәй менән сығып китә.
Ваҡыты еткәс, Гөлзәмиә бала табыу йортона килә. Улы тыуа. Ләкин баланың тубыҡтан өҫтә ике аяҡ шәрәмәте һәм ике ҡулының да ҡул суҡтары булмай.
Гөлзәмиә һушына килгәс, күҙҙәрен түшәмгә төбәп байтаҡ ята, унан бәпесе тураһында һораша. Белгәс, ҡабаттан һуштан яҙа, ә аҙаҡ балаһынан баш тарта.
Аяҡ-ҡулдары булмаған кескәй генә йомғаҡ, гонаһһыҙ сабый, ата-әсәһе иҫән була тороп, тормош тигән оло диңгеҙҙә япа-яңғыҙ ҡала. Шулай ҙа мәрхәмәтле, оло йөрәкле кешеләр бар бит ул донъяла! Сабыйҙы дауаханала шәфҡәт туташы булып эшләгән Сафия үҙенә уллыҡҡа ала. Бөтә ғүмерен уға бағышлай. Йәнтимер үҙенең ташландыҡ бала икәнен белмәй, әсә һөйөүен, наҙын татып үҫә.
* * *
Аҡсәскә менән телефон аша танышыу Йәнтимергә күңел йыуанысы булһа ла, хафаландырҙы. Ҡыҙ бик үткер, ахыры, осрашайыҡ, ти. Егеттең дә Аҡсәскәне бик күргеһе килә, ләкин өмөттәренең селпәрәмә килеүенән ҡурҡа, сөнки бер нисә ҡыҙ Йәнтимерҙең сибәрлегенә ғашиҡ булып та, тупыс ҡулдарын күреү менән ҡоттары осоп, шунда уҡ уны ташлап китте. “Ә аяҡтарымды күрһәләр, бөтөнләй һуштан яҙып йығылырҙар ине”, – тип уйланы егет.
Аҡсәскә бик ныҡышмал ҡыҙ булып сыҡты, Йәнтимер янына килде. Инде лә, әйтерһең дә, егеттең күлдәй саф һәм тәрән зәңгәр күҙҙәренә сумды! Ҡыҙ Йәнтимергә ғашиҡ булды. Егет тә унан ҡарашын ала алманы.
– Һаумы, Йәнтимер! Мин килдем, – тине ҡыҙ ҡыйыу итеп.
– Һаумы, Аҡсәскә! Һине шулай күҙ алдыма килтергәйнем.
Йәнтимер:
– Ултырайыҡ, Аҡсәскә, – тине һәм тупыс ҡулдарын тубығына һалды. Ҡыҙ һирпелеп ҡарағас:
– Ҡурҡмайһыңмы? Аптыраныңмы? – тип һораны шым ғына.
– Юҡ! Аптырамайым! Ҡурҡмайым да! Мин бит һинең тауышыңды ишетеү менән ғашиҡ булдым, ә хәҙер үҙеңде күргәс, хыялымдағы егет икәнеңде аңланым.
Егеттең күңелендә ҡойон уйнаны, берсә йөрәге йондоҙло күккә атылды, берсә күбәләкле, сәскәле ергә төштө, илағыһы килде. Сибәр, бөтә ағзалары теүәл ҡыҙҙың үҙенә ғашиҡ булдым тип әйткәненә ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәй, бер килке тын ғына ултырҙы ла еңелсә дерелдәгән ҡулдары менән ҡыҙҙың яурынынан ҡосаҡланы. Ә уныһы егеттең күкрәгенә башын һалып, ниңәлер түгелеп илап ебәрҙе. Улар ҡушылып үҫкән ҡайындар һымаҡ бер-береһенә һырылды.
Беренсе осрашыуҙа уҡ ҡыҙҙы өркөтөп ҡуймайым тип, аяҡтары тураһында әйтмәне егет. Бәлки, ҡыҙҙың ваҡытлыса мауығыуылыр, тип уйланы Йәнтимер. Ләкин яңылышты, Аҡсәскә уны ташламаны.
Аҡсәскәнең саф хистәрен, үҙенең дә ҡыҙҙы өҙөлөп яратыуын, унан башҡа йәшәүҙең мәғәнәһе булмауын төшөнгән Йәнтимер, ниһайәт, яҙмышын ыңғай яҡҡа хәл итергә йөрьәт итте.
– Аҡсәскәм! Йәнем! Һинең ҡулыңды һорарға барам. Атай-әсәйеңә әйт, һылыуым.
* * *
Гөлзәмиә бала табыу йортонда улын ҡалдырып киткәс, ул турала уйламаҫҡа тырышты, төҙөлөшкә эшкә урынлашты. Баш баҫып эшләне, йыл артынан йыл үтте. Мәргән ташлап киткәс, ир-егеттәргә ышанманы, өйләнешергә тәҡдим яһаусыларҙы ла кире ҡаҡты.
Бер кем дә уның бала табыу йортонда сабыйын ҡалдырғанын белмәне, был турала әхирәтенә лә һөйләмәне.
Бер көн әхирәте Һәҙиә:
– Гөлзәмиә, егеттәрҙе яратмайһың, уларға ышанмайһың, былай яңғыҙ йәшәргә ярамай, ҡартайғас ни эшләрһең? Әхирәт, күршемдең ҡатыны мәрхүм булғайны, һине димләйем әле уға.
– Иртә уңмаған – кис уңмай, кис уңмаған – һис уңмай, тиҙәр бит әле. Әллә инде, мин – уны, ул мине оҡшатырбыҙмы икән?
– Оҡшатырһығыҙ, ул яҡшы ир булды. Һин дә эшкә уңғанһың, сибәрһең дә. Тик уның бәләкәй ҡыҙы бар, уға шул баланы үҙенекеләй күргән әсәй кәрәк.
Яңғыҙлыҡтан ялҡҡан, йомғаҡтай ғына балаһын ташлап киткәндән һуң үҙен ғәйепле һанаған Гөлзәмиә уйланы-уйланы ла әхирәте димләгән Аҡманға тормошҡа сығырға риза булды.
Һәүетемсә генә йәшәп киттеләр. Ҡыҙҙы үҙ балаһы кеүек иркәләтеп кенә ҡараны, иренә лә яраны. Ләкин Гөлзәмиәгә башҡа бала табырға яҙманы.
* * *
Аҡсәскәләрҙең йортона яҡынлашҡан һайын Йәнтимерҙең йөрәге ярһыу аттай типте.
Улар килеп ингәндә бүлмәгә тәмле аш еҫе таралып, бик матур итеп өҫтәл әҙерләнгәйне. Аҡсәскә менән Йәнтимерҙе Аҡман ҡолас йәйеп ҡаршы алды. Ҡыҙы атаһына иркәләнеп һыйынды ла:
– Атай! Таныш бул, был – Йәнтимер, – тине. Йәнтимер уңайһыҙланып ҡына, һылтыҡлай биреп, Аҡманға табан атланы. Ул буласаҡ ҡайныһын уң ҡулы менән ҡосаҡланы, ә һул ҡулы менән күкрәгенә Аҡсәскәнең әсәһенә сәскә гөлләмәһе ҡыҫып тотҡайны.
Шул минутта аш-һыу бүлмәһенән биттәре алһыуланған бик сибәр ханым йылмайып килеп сыҡты.
Йәнтимер ике тупыс ҡулына тотҡан матур сәскә гөлләмәһен йылмайып әсәгә һондо. Гөлзәмиәнең сәскәгә үрелгән ҡулдары һауала аҫылынып ҡалды, йөрәге туҡтағандай булды, алһыу йөҙө ап-аҡ ҡарҙай ише, ә күҙҙәре ҙур асылғайны. Уның ҡаршыһында йәп-йәш Мәргән тора кеүек, ләкин…
Ҡатын, берсә һыу һөлөгөндәй сибәр егеттең йөҙөнә, берсә уның тупыс ҡулдарына ҡараны. Үҙенең бәғер итен танып, күкрәгенән иңрәү-һыҡтау сыҡты. Барыһын да аптыратып, Йәнтимерҙе күкрәгенә ҡыҫып, иланы ла иланы.
Унан, тубыҡланып, улының протез аяҡтарын һыйпаны ла:
– Ғәфү ит, балам! Кисерә алһаң, кисер мине, – тип һуштан яҙҙы.
Йәнтимер һис ни аңламай, гөлләмәһен ҡосаҡлаған килеш, һынташ кеүек ҡатып ҡалды.