Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Себешеңде көҙ һанарһыңмы?
Себешеңде көҙ һанарһыңмы? Бөгөн күптәр шәхси хужалығында мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрарға тырыша. Ауыл ерендә генә түгел, ҡалала үҙ йортонда йәшәгән ғаиләләр ҙә ҡош-ҡорт көтөүҙең отошло яғын яҡшы аңлай. Уларға мәғлүмәти йәһәттән ярҙам күрһәтеү маҡсатында Хәйбулла районының Һамар ауылынан тәжрибәле белгес Вәсил ҺӨЙӨНДӨКОВтың яҙмаһын тәҡдим итәбеҙ.


Күркә донъяның бик күп ҡитғаһында үҫтерелә. Уның тыуған яғы булып Америка иҫәпләнә. Шулай уҡ Канада, Германия, Төркиә, Израиль, Дания, Бельгия, Испания һәм Көнбайыштың башҡа илдәрендә лә үрсетелә. Йөндәре төрлө төҫтә (аҡ, ҡыҙыл, ҡара) күркәләр осрай. Беҙҙең яҡтарҙа күберәк бронза төҫөндәге киң күкрәкле күркәләр үҫтерелә. Уларҙың ите сифатлы булыуы, бик тиҙ үҫеүе һәм төрлө климат шарттарына яраҡлашыуы менән айырыла.
Күркә себешен иртә яҙҙан һатып алыу яҡшы, сөнки улар ныҡ була һәм тиҙерәк үҫә. Ә инде һуңыраҡ сыҡҡандары (йәй башында) үҫеш яғынан артта ҡалып, күберәк юғалтыуға дусар була.
Күркә себештәре аҙыҡ алмаштырыуҙы ауыр кисерә, шуға күрә аҙыҡты яйлап ҡына төрләндерергә кәрәк. Биш көндән башлап сүпрәле ҡатнашма бирегеҙ. Улар ҡуҙғалаҡ, кесерткән, кәбеҫтә, ҡыяр, ҡабаҡты яратып ашай. Бөртөклө аҙыҡты туҡлыҡлы матдәләре бар икәнен белеп кенә бирергә кәрәк. Мәҫәлән, кукуруз юғары калориялы, унда каротин байтаҡ. Ә инде бойҙайҙа аҡһым һәм витаминдар күберәк. Һоло аҡһымға бик бай булмаһа ла, составында А, С, Е витаминдары бихисап, шуға күрә бик ҡиммәтле һанала. Бүрттерелгәне айырыуса файҙалы.
Һуңғы йылдарҙа беҙҙең районда ла күркә үрсетеүселәр күбәйә бара. Күркә ите аҙыҡты төрләндереп кенә ҡалмай, еңел үҙләштереүсән булыуы менән отош­ло һәм ашҡаҙан юлы ауырыуҙары менән сирләгән кешеләр өсөн бигерәк тә файҙалы.
Өйрәк бәпкәләре башҡа себештәргә ҡарағанда сыҙамлыраҡ була. Әммә иҫән-һау үҫеп етһен өсөн уларға ла ҙур иғтибар талап ителә. Өйрәк үҫтерергә теләгәндәрҙең йорттары янында һыу ятҡылығы йәки һәр саҡ һыу тулы ҙур һауыт булһын, сөнки ул ҡошҡа ризыҡ эшкәртеү өсөн кәрәк. Әлбиттә, уларҙы һыуһыҙ ҙа үҫтереп була, әммә бының өҫтәмә мәшәҡәттәре етерлек.
Бер көнлөк өйрәк бәпкәләрен алып ҡайтҡас, ашатығыҙ, эсерегеҙ. Юғиһә йыш ҡына улар үҙҙәре башлап ризыҡҡа тотона алмай һәм астан үлергә мөмкин. Шуға ла ундайҙарға пипетканан йәки ҡалаҡтан эсерәләр, ҡатырға киҫәгенә ҡаты итеп бешерелгән йомортҡа ваҡлап һалалар.
Тәүге көндәрҙә өйрәк бәпкәләрен көнөнә биш-алты тапҡыр ашаталар. Ваҡланған йомортҡа, үлән, ҡатнаш аҙыҡ, ашамлыҡ ҡалдыҡтары ярай. Алдынан һыу менән ваҡ таш өҙөлмәһен. Үҫә төшкәс, улар төрлө үләндәрҙе, ваҡланған икмәкте яратып ашай. Яйлап көнөнә өс тапҡыр ғына ем ҡуйыуға күсергә мөмкин. Өс аҙналыҡ өйрәк бәпкәләре теләһә ниндәй ризыҡты ла яратып ашай һәм, бик тиҙ үҫеп, ике айҙа 1,8-2,2 килограмға етә.
Беренсе аҙнала өйрәктәрҙе 34-36 градус йылыла тотоғоҙ. Бәпкәләр үҫә төшкәс, йылыны 28-30 градусҡа тиклем кәметергә тәҡдим ителә. Йөндәре сыланмаҫҡа тейеш, шуға ла һыуҙы эсерлек итеп кенә ҡуйығыҙ. Өс аҙнанан һуң, түш йөнө үҫкәс, уларҙы һыуға төшөрөргә ярай. Һыуҙа йөҙгән өйрәк тиҙерәк үҫә, мәшәҡәте лә әҙерәк, хәҙер көнөнә ике тапҡыр ғына ашатыуға күсергә мөмкин.
Ҡаҙ аҫрарға уйлаһағыҙ, тәүге йылдарҙа өс-биш ҡаҙҙан башлағыҙ. Аҙаҡ үрсетеп, 10-15 башҡа еткерергә була. Ике-өс инә ҡаҙға бер ата ҡаҙ тәҡдим ителә. Уларға ҡышҡылыҡҡа ҡоро, ел үтә өрмәгән ҡура һәм ҡалын һалам түшәк булырға тейеш.
Инә ҡаҙ йомортҡа һалыуын туҡтата икән, тимәк, ул себештәр сығарырға әҙерләнә башланы тигән һүҙ. Баҫтырырға ултыртҡанда һәр ояға 11-13 йомортҡа һалына. Баҫырға ултырыу мәле башлыса апрель айына тура килә. Инә ҡаҙҙы ярым ҡараңғы, таҙа, еҫһеҙ тыныс кәртә мөйөшөнә йә иһә бүлмәгә урынлаштырырға кәрәк. Йылылыҡ яҡынса 12 градус булырға тейеш. Ғәҙәттә, ҡаҙ йомортҡа һалған ояһына ғына ултыра – шуны иҫтә тотоғоҙ.
Себештәр 27-28-се көнгә сыға башлай. Уларға тәүге өс көндә ваҡ итеп туралған тауыҡ йомортҡаһы, һөт эремсегенә ҡушып буталған тары ярмаһы бирергә. Бер ай тулғансы көнөнә дүрт-биш тапҡыр ашатыу мөһим. Был осорҙа бәпкәләрҙе төрләндереп, еңел аҙыҡтар менән туҡландырырға. Бүрттерелгән ярма, бойҙай көрпәһенә ҡушып ваҡланған кесерткән, юл япрағы, ҡуҙғалаҡ бутап ашатыу бик тә файҙалы. Мөмкинлектәре булғандарға бешкән картуф, сөгөлдөр, кишер биреү ҙә әһәмиәтле. Ә инде таҙа һыу, аҡ балсыҡ, ҡом, ваҡ күмер һәр ваҡыт уларҙың алдында булһын.
Октябрь-ноябрь айҙарында ҡаҙҙарҙы һимертеү өсөн ашатыуҙы яҡшыртырға кәрәк. Төнгөлөккә лә ҡоро ем ҡалдырыу мөһим. Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ҡаҙ иртә таңдан ашарға ярата.
Бына шулай күпләп төрлө ҡош-ҡорт үҫтереп табыш алһағыҙ, көҙгөһөн иһә гөрләтеп өмәләр үткәрерһегеҙ.





Автор: Вәсил ҺӨЙӨНДӨКОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде 30.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә 29.01.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар 28.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар...

Тотош уҡырға 1

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат 28.01.2026 // Йәмғиәт

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат...

Тотош уҡырға 1

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған 27.01.2026 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы районында ике пар игеҙәк тыуыуы теркәлгән....

Тотош уҡырға 1

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә 27.01.2026 // Йәмғиәт

Был байрамда республика халҡын 21 февралдән 23-нә тиклем өс көнлөк ял көтә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй 27.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй...

Тотош уҡырға 1

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар 27.01.2026 // Йәмғиәт

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала 27.01.2026 // Йәмғиәт

Енәйәт ҡылыуға әҙерлек тураһында белгән, әммә ошо турала хоҡуҡ һаҡлау органдарына ваҡытында хәбәр ......

Тотош уҡырға 1

Республикала көндәр йылыта

Комментарий өҫтәргә