Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ашығыс ярҙам саралары күрелә
Республикала үлем сәбәптәре араһында ҡан әйләнеше сирҙәре төп урынды биләй. Төбәктәге үлем осраҡтарының 40 проценты, Рәсәйҙә иһә – 48,5, Волга буйы федераль округында 47,4 проценты тап ошо ауырыуҙарға тура килә. Күптән түгел Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа уҙғарылған парламент тыңлауҙарында Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бакиров ошо турала һөйләне.

– Биш йыл эсендә ҡан әйләнеше системаһы сирҙәренән үлем кимәле 21 процентҡа түбәнәйҙе. Был йәһәттән республика Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында – дүртенсе, илдә иһә 22-се урынды биләй, – тине министр.
Икенсе урында – яман шеш сире. Үлем осраҡтарының 12 проценты уға тура килә. Беҙҙә был күрһәткес Рәсәй һәм Волга буйы федераль округы менән сағыштырғанда бер аҙ кәмерәк. Башҡортостанда 100 мең кешегә яман шештән вафат булған 162 кеше тура килә, Рәсәйҙә – 303, Волга буйы федераль округында – 197. Йыл һайын республикала алты меңгә яҡын кеше яман шештән үлә.
Үлем сәбәптәре араһында өсөнсө урынды тышҡы факторҙар биләй. Республикала улар 10,7, Рәсәйҙә – 8,6, Волга буйы федераль округында 9,9 процент тәшкил итә.
– Тышҡы сәбәптәр арҡаһында вафат булғандарҙың 74 проценттан ашыуы – эшкә һәләтле йәштә, йәғни улар халыҡтың иҡтисади яҡтан әүҙем өлөшөн тәшкил итә. Юл-транспорт фажиғәләре буйынса беҙҙә күрһәткестәр Рәсәйҙәге менән сағыштырғанда юғарыраҡ, шул уҡ ваҡытта алкоголдән ағыуланып үлеү осраҡтары кәмерәк, – ти Әнүәр Бакиров. – 2015 йылда 599 кеше – юлда, тағы ла 130-ға яҡыны медицина ойошмаларында вафат булды.
Министр әйтеүенсә, тышҡы сәбәптәргә бәйле үлем осраҡтарын кәметеү йәһәтенән байтаҡ саралар күрелә, автопарктар яңыртыла, белгестәр йәлеп ителә. Республикала берҙәм диспетчер хеҙмәте концепцияһы тормошҡа ашырыла. Ашығыс һәм кисектергеһеҙ ярҙам эшен автоматлаштырыу ошо өлкәләге проблемаларҙы хәл итеүгә булышлыҡ итәсәк.


Енәйәтселәр фашланды
Былтыр Ставрополь ҡалаһы полицияһына бер ир мөрәжәғәт итә. Ул билдәһеҙ кешеләрҙең гараж һатып алыуға һылтанып 325 мең аҡсаһын урлауҙарына зарлана.

Тәртип һаҡсылары алдаҡсыларҙың Башҡортостанда йәшәгәнен асыҡлай. Ентекләп тикшереү мәғлүмәттәренән күренеүенсә, Ставрополгә Өфөлә йәшәгән ир менән ҡатын шылтыратҡан. Полиция уларҙың эҙенә тиҙ төшә. Был енәйәттә бәлиғ булмаған ҡыҙ менән уның танышы, 28 йәшлек егет, ғәйепләнә. Әле егет элегерәк ҡылған енәйәте өсөн иркенән мәхрүм ителгән.
Билдәләнеүенсә, былтыр егет менән ҡыҙ “Авито” сайтында Ставрополдә гараж һатыу тураһындағы иғланды күрә һәм һатыусы менән таныша. Бер нисә тапҡыр шылтыратышҡандан һуң, улар һатыусыны үҙенең смартфонына банктың онлайн-хеҙмәтен тоташтырырға күндерә. Йәнәһе, аҡсаны күсереү өсөн шулай уңайлыраҡ. Һатыусы быны эшләү менән, алдаҡсылар банк вклады астырып, иҫәпкә 300 мең һум аҡса күсертә. Шул уҡ ваҡытта телефон аша уның шәхси мәғлүмәттәрен асыҡлай. Гараж хужаһы барлыҡ мәғлүмәтте әйтеп биреү менән енәйәтселәр иҫәптә ятҡан бөтә аҡсаны (йәмғеһе 325 мең һумды) үҙләштерә.
Әле Рәсәй Енәйәт кодексының “Мутлыҡ ҡылыу” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.


Полиция уғрыларҙы эҙләй

Баш ҡаланың Совет районында пенсионер ҡатын алдаҡсыларҙың сираттағы ҡорбаны булған.
Ул 11 меңдән ашыу аҡсаһынан
ҡолаҡ ҡаҡҡан.

84 йәшлек әбейҙең фатирына шаҡыйҙар – ишек төбөндә дүрт ҡатын пәйҙә була. Улар арзан хаҡҡа урын кәрәк-ярағы тәҡдим итә, фатирға индереүҙе һорай. Юғалып ҡалған хужабикә саҡырылмаған ҡунаҡтарҙы индерә, икәүһе менән бергә аш бүлмәһенә үтә. Ҡалғандары шкафтарҙы асып, әбейҙең һаҡламдағы аҡсаһын таба. Оҙаҡ уйлап тормай, улар фатирҙан сығып китә. Аҡсаһы юғалғанын хужабикә һуңыраҡ ҡына белеп ҡала. Бәхеткә күрә, күршеләре шикле ханымдарға иғтибар итә, барыһын да фотоға төшөрә.
Әле ошо ваҡиғаға бәйле Рәсәй Енәйәт кодексының “Уғрылыҡ” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ҡатындар арзан тауар һатыу сәбәбе менән фатирҙар буйлап йөрөй һәм ишекте өлкән йәштәге кеше асҡан осраҡта, торлаҡҡа инеп, урлаша.






Автор: А. ХӘЛИЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Республикала сабыйҙар үлеменең тарихи минимумы теркәлгән

Республикала сабыйҙар үлеменең тарихи минимумы теркәлгән 30.06.2025 // Йәмғиәт

2024 йылда сабыйҙар үлеме күрһәткесе 3,5 промилле тәшкил иткән Был республиканың статистика...

Тотош уҡырға 7

Республикала ишле ғаиләләргә вуздар ҡарамағындағы колледждарҙа балаларҙы уҡытыу хаҡы компенсациялана

Республикала ишле ғаиләләргә вуздар ҡарамағындағы колледждарҙа балаларҙы уҡытыу хаҡы компенсациялана 30.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары республиканың күп балалы ғаиләләренә дәүләт...

Тотош уҡырға 6

«Башҡортостан» ҡунаҡханаһына биш йондоҙ бирелде

«Башҡортостан» ҡунаҡханаһына биш йондоҙ бирелде 30.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә урынлашҡан «Башҡортостан» ҡунаҡхана комплексы рәсми рәүештә биш йондоҙло тип...

Тотош уҡырға 5

Республикала ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғыр яуыуы фаразлана

Республикала ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғыр яуыуы фаразлана 30.06.2025 // Йәмғиәт

Аҙна башында йылы һәм ямғырлы һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 6

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 29

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 24

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 24

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 27

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 32

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 31

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана