Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ил киләсәге – һайлаусылар ҡулында
Ил киләсәге –  һайлаусылар ҡулында Быйыл көҙ илебеҙ Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының түбәнге палатаһы булған Дәүләт Думаһының яңы составы өсөн тауыш бирәсәк. Бынан тыш, республикабыҙҙа урындағы үҙидараның вәкәләтле органдарына һайлау үтәсәк. Алда торған һайлауҙар, уларҙың үҙенсәлектәре тураһында Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Арыҫлан улы ВӘЛИЕВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Хәйҙәр Арыҫлан улы, һайлау ҡасан башлана, һәм ни өсөн тауыш биреү көнө тип сентябрҙең икенсе түгел, ә өсөнсө йәкшәмбеһе тәғәйенләнгән?
– 2016 йыл – етенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау йылы. Тауыш биреү көнөн Рәсәй Президенты сараға тиклем 110 тәүлектән дә алға сыҡмай, 90 көндән дә һуңға ҡалмай тәғәйенләй. Был осор 30 май – 19 июнь арауығына тура килә. Тимәк, нәҡ ошо мәлдән рәсми рәүештә һайлау кампанияһы башланды тигән һүҙ.
Тәүге алты саҡырылыштағы Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау даими рәүештә декабрҙең тәүге йәкшәмбеһендә үткәрелә торғайны. Ләкин 2015 йылдың йәйендә ҡабул ителгән Федераль законға ярашлы етенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау быйыл сентябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһенә тәғәйенләнде. Шулай итеп, берҙәм тауыш биреү көнө – 18 сентябрь.
Әйткәндәй, был 2016 йылғы һайлауҙың берҙән-бер үҙенсәлеге түгел, һанай китһәң, улар етерлек...
– Белеүебеҙсә, Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау яңы схема буйынса уҙғарыла. Был схемаға нимәләр хас?
– 1993 – 2003 йылдарҙа дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын ҡатнаш һайлау системаһы нигеҙендә һайланылар: 225 депутат – партиялар исемлеге, тағы ла 225-е бер мандатлы һайлау округтары буйынса үтте. Ә инде 450 депутатты тотош пропорциональ система буйынса һайлау тәү тапҡыр — 2007 йылда, артабан 2011 йылда үткәрелде. Быйыл Дәүләт Думаһына һайлау йәнә ҡатнаш система буйынса уҙғарыла. Хәҙер беҙҙең граждандар алдында, партиялар өсөн тауыш биреүҙән тыш, үҙе ҡараған бер мандатлы һайлау округынан күңеленә ятышлы “халыҡ вәкилен” һайлау бурысы тора.
Әлеге шарт — быйылғы һайлауҙың йәнә бер үҙенсәлеге.
– Башҡортостандан Дәүләт Дума­һының яңы составында нисә бер мандатлы депутат буласаҡ?
– Дәүләт Думаһына беҙҙең респуб­ликанан бер мандатлы алты депутат үтәсәк, Башҡортостан биләмәһендә халыҡ һаны буйынса тигеҙ бүлеп ойошторолған һайлау округтары һаны ла ошоға тигеҙ. Улар – Өфө (494948 һайлаусы), Благовещен (537971), Белорет (531670), Нефтекама (495684), Салауат (491497) һәм Стәрлетамаҡ (522221) бер мандатлы һайлау округтары. Рәсәй Федерацияһы төбәктәре менән сағыштырһаҡ, һайлау округтарының һаны буйынса респуб­ликабыҙ алдынғы һигеҙ төбәк иҫәбенә инә. Татарстанда улар – алты, Ростов һәм Свердловск өлкәләрендә – ете, Краснодар крайында һәм Санкт-Петербург ҡалаһында – һигеҙ, Мәскәү өлкәһендә – 11, илебеҙҙең баш ҡалаһында иһә – 15.
Әйткәндәй, бөгөн беҙҙең республиканан партиялар исемлеге буйынса үткән 16 Дәүләт Думаһы депутаты бар. Шуларҙың 12-һе — “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһынан, икәүһе – КПРФ ағзаһы, ЛДПР-ҙан һәм “Ғәҙел Рәсәй” сәйәси фирҡәһенән – берәр депутат.
Дәүләт Думаһында Башҡортостандан нисә вәкил буласағын инде партиялар исемлеге өсөн тауыш биреү билдәләйәсәк.
– Дәүләт Думаһы депутаты булып кем һайлана ала?
– Бер мандатлы һайлау округтарынан фирҡәләр тәҡдиме буйынса ла, үҙ-үҙеңде күрһәтеү юлы менән дә кандидат булып теркәлергә мөмкин. Ә федераль округтан исемлектәге кандидаттарҙы партиялар ғына күрһәтә ала. Әйтергә кәрәк: партия исемлегенә ошо фирҡәлә ағза булмаған граждандарҙың да индерелеүе ихтимал. Был законға ҡаршы килмәй. Тик бындай кешеләрҙең һаны федераль исемлеккә индерелгәндәрҙең яртыһынан күберәк булмаҫҡа тейеш.
Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәйем: тауыш биреү көнөнә ҡарата 21 йәше тулған Рәсәй гражданы Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайлана ала.
– Ниндәй партиялар һайлауҙа ҡатнашыу хоҡуғына эйә?
– 2016 йылдың 12 апреленә ҡарата алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, Рәсәйҙә 77 сәйәси партия теркәлгән, шуларҙың 75-е һайлауҙа ҡатнашырға хоҡуҡлы. Араларында ҡултамғалар йыймайынса, партия исемлектәре, шулай уҡ бер мандатлы һайлау округтары буйынса кандидаттар күрһәтеү хоҡуғына эйә булған 14 фирҡә бар. Ундайҙарға парламенттағы дүрт партия, “Хаҡ эш”, “Гражданлыҡ Платформаһы”, “Рәсәй пенсионерҙа­рының ғәҙеллек өсөн партияһы”, “Рәсәйҙең Республика партияһы – халыҡ азатлығы партияһы”, “Гражданлыҡ көсө”, “Яблоко”, “Рәсәй патриоттары”, “Рәсәй коммунистары”, “Родина” һәм “Рәсәйҙең “Йәшелдәр” экологик партияһы” инә.
Үҙ кандидаттарын күрһәтеүсе башҡа партияларға иһә һайлаусыларҙан кәмендә 200 мең ҡултамға йыйырға тура килә. Сәйәси партия тарафынан бер мандатлы һайлау округы буйынса тәҡдим ителгән кандидатты хуплап, шулай уҡ үҙ-үҙен күрһәткән кешеләргә ошо биләмәлә теркәлгән һайлаусыларҙың дөйөм һанының кәмендә 3 проценты күләмендә имза йыйыу талап ителә.
Алдағы Дума кампанияһының тағы ла бер үҙенсәлеге бына ошо.
– Һайлауҙа ҡатнашыусыларҙы тағы ла ниндәй яңылыҡтар көтә?
– Үҙгәрештәр күп түгел, әммә улар ярайһы уҡ мөһим. Һайлауҙың асыҡлығын тәьмин итеүҙә һайланма вазифаларға кандидаттарҙың иҫәбе, банк вклады һәм ҡиммәтле ҡағыҙҙары тураһындағы мәғлүмәттәрҙе тикшереү мөмкинлеген биргән төҙәтмәләр ҙур әһәмиәткә эйә.
Бындай төҙәтмәләр һайлау комиссияһы эшмәкәрлегендә асыҡлыҡ гарантияларын камиллаштырыуға йүнәлтелә. Партия­ларҙың һәм кандидаттарҙың күҙәтеүсе­ләре тауыш биреү бинаһында фотоға һәм видеоға төшөрөү хоҡуғын алды. Тик башта был хаҡта участка комиссияһының рәйесен, уның урынбаҫарын йәки секретарын иҫкәртергә тейеш. Законда шулай уҡ участка һайлау комиссияһы ағзаларын эшенән ситләштереү йәки күҙәтеүселәрҙе, башҡаларҙы тауыш биреү бинаһынан сығарыу шарттары һәм нигеҙҙәре аныҡлана. Шул уҡ ваҡытта законды боҙоу осраҡтарының суд тәртибендә билдәләнеүе шарт.
Һайлау барышын күҙәтеүселәр һанын кәметеү ҙә яңы индерелгән төҙәтмәләргә нигеҙләнә. Мәҫәлән, хәҙер бер кандидаттың йәки партияның мәнфәғәтен ике генә күҙәтеүсе яҡларға хоҡуҡлы, улар тауыш биреү бинаһында һайлауҙы сиратлап күҙәтә ала. Шул уҡ ваҡытта бер үк кеше күҙәтеүсе булараҡ бер генә комиссияға тәғәйенләнә. Күҙәтеүселәр исемлеге участка комиссияларына тауыш биреүгә тиклем өс көндән дә һуңға ҡалмайынса тапшырылырға тейеш.
Был үҙгәрештәр теркәлгән кандидаттар менән һайлау берләшмәләренең берлектәге агитация сараларында ҡатнашыуын күҙаллай. Дәүләт һәм муниципаль телерадиотапшырыуҙар ойошмалары эфирындағы дебаттар тураһында һүҙ бара. Хәҙер бындай сараларҙа ҡатнашыу партиялар һәм теркәлгән кандидаттар өсөн мотлаҡ. Һайлау участкаларында эшләү өсөн журналистар ҙа аккредитация үтергә тейеш. Йәнә бер үҙгәреш: бынан ары күмәк сараларҙың барыһы ла яңы ҡағиҙәләргә ярашлы үткәреләсәк. Хәҙер автоуҙыштар — демонстрацияларға, ә палатка ҡаласыҡтары, агитация клубтары ойоштороу һәм бүтән “тиҙ ҡорола-һүтелә торған” ҡоролмаларҙы ҡуйыу пикетҡа тиңләштерелде.
– Республикала тағы ла ниндәй һайлау кампаниялары үтәсәк?
– Дәүләт Думаһы менән бер рәттән Башҡортостанда урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына һайлау уҙғарыла. Атап әйткәндә, һигеҙ ҡала округы (Ағиҙел, Күмертау, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Өфө, йәғни Межгорье ҡала округынан тыш, барыһында ла), 54 муниципаль район, 10 ҡала биләмәһе (Баймаҡ, Бәләбәй, Благовещен, Дәүләкән, Дүртөйлө, Ишембай, Мәләүез, Туймазы, Учалы, Яңауыл), 12 районда (Асҡын, Белорет, Бишбүләк, Бөрө, Благовар, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Ҡалтасы, Кушнаренко, Мәләүез, Нуриман, Салауат) урынлашҡан 41 ауыл биләмәһе Советына депутаттар һайланасаҡ. Шулай уҡ 2-се Инорс бер мандатлы һайлау округы һәм 19-сы Нарыш бер мандатлы һайлау округы буйынса Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын өҫтәмә һайлау күҙаллана.
– Тимәк, һайлау комиссияларына айырым схемалар буйынса үтәсәк төрлө кимәлдәге һайлауҙарҙы әҙерләргә тура киләсәк. Ә улар бындай ҡатмарлы шарттарҙа эшләргә әҙерме һуң?
– Әлбиттә, һайлау комиссияларына еңел булмаясаҡ. Думаның алты округында территориаль комиссияларға округ комиссияларының да бурысы йөкмәтелә.
Былтыр йыл аҙағында республикала 64 территориаль комиссияның яңы составы төҙөлдө, уларҙың рәйестәре тәғәйенләнде. Апрелдә иһә ҡалған биш комиссияның яңы составы билдәләнде. Әйткәндәй, 2013 йылда участка комис­сиялары биш йылға ойошторолғайны, уларҙың составы аныҡланғайны. Ләкин тормош дауам итә, һайлау комиссияла­рына яңы кешеләр килә, ҡайһы бер урындарҙа комиссияларҙың рәйестәре һәм секретарҙары алмаштырылды. Ләкин һайлау комиссияларының нигеҙен байтаҡ кампанияларҙы уңышлы үткәргән тәжрибәле кешеләр тәшкил итә. Улар, үҙ эшенең ысын оҫталары булғанға күрә, ауырлыҡтар алдында баҙап ҡалмай.
— Һайлауға әҙерлек ниндәй йүнәлештәрҙә бара?
— Әле һайлауға әҙерлек һәм уны үткә­реү саралары Үҙәк һайлау комиссияһы, территориаль комиссиялар тарафынан дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары менән тығыҙ бәйләнештә тормошҡа ашырыла. Бындай сараларға тәү сиратта технологик ҡорамалдарҙы, тауыш биреү биналарын әҙерләү, һайлаусылар базаһы менән эшләү инә.
Киләһе һайлауҙың киҫкен конкурентлыҡ шарттарында үтеүен әле үк билдәләргә мөмкин. Сәйәси көстәрҙең әүҙемлеге һайлау комиссияларына айырыуса ҙур яуаплылыҡ йөкмәтә. Һайлауҙың асыҡлығы һәм ғәҙеллеге уларҙың аҡыллы ғәмәлдәренә һәм ҡарарҙарына бәйле. Шуға күрә бөгөн Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы эшмәкәрлегендә һайлауҙы ойоштороусыларҙы уҡытыу, һайлау процесында ҡатнашыусыларҙың хоҡуҡи мәҙәниәтен үҫтереү өҫтөнлөклө йүнәлеш булып тора. Беҙҙең комиссия муниципаль берәмектәрҙә һайлауҙы ойоштороусылар менән күсмә семи­нарҙар, сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләре етәкселәре, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән кәңәшмәләр һәм консультациялар үткәрә. Терри­ториаль һәм участка һайлау комис­сиялары ағзалары өсөн видеокон­ференциялар, селектор кәңәшмәләре ойошторола.
Комиссия йәш һайлаусылар менән эшләүгә ҙур иғтибар бирә, ошо йәһәттән территориаль комиссияларға мәғлүмәти, ойоштороу-техник һәм методик ярҙам күрһәтә. Йәштәр араһында аңлатыу эше алып барабыҙ, юғары уҡыу йорттары студенттары, өлкән класс уҡыусылары менән осрашыуҙарҙы даими үткәрәбеҙ.
Инвалидтарҙың ойошмалары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Мәҫәлән, йыл һайын һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән кешеләр араһында һайлау хоҡуғы һәм һайлау процесы буйынса республика конкурсын ойошторабыҙ. Һайлау комиссиялары башланғысы буйынса һәм урындағы үҙидара органдарының әүҙем ярҙамы менән һайлау участкалары инвалидтар өсөн махсус ҡулайламалар (пандустар, рельстар, баҫмасыҡтар) менән йыһазландырыла. Ҡаршылыҡһыҙ мөхит булдырыу менән бер рәттән мәғлүмәт-аңлатыу эшенә лә даими иғтибар бирелә. Инвалидтарҙың дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы бүлексәләре менән берлектә кәңәшмәләр, осрашыуҙар, консультациялар, уҡыуҙар ойошторола, шулай уҡ матбуғат баҫмалары, радио, телевидение, “ҡыҙыу элемтә”ләр, интернет-сайттар, башҡа ресурстар аша мәғлүмәт таратыла.
– Рәсәй Федерацияһы Үҙәк һайлау комиссияһының яңы етәкселеге һайлауҙы мөмкин тиклем ғәҙел һәм асыҡ үткәреү бурысын ҡуйҙы. Был бурысты нисек тормошҡа ашырырға ниәтләйһегеҙ?
– Һайлауҙы ғәҙел һәм асыҡ итеп үткәреүҙең бер генә юлы бар. Ул – ҡануниәтте ҡәтғи һәм тайпылышһыҙ үтәү. Һәр һайлауҙа комиссияларҙың тырыш­лығы ошо бурысты үтәүгә йүнәлтелә. Бөгөн һайлау системаһының үҫеше асыҡлыҡ һәм ҙур конкурентлыҡ шартта­рында һайлауҙы үткәреү өсөн өр-яңы тәүшарттар булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Минеңсә, ҡануниәттәге һуңғы үҙгәреш­тәрҙең күбеһе граждандар тарафынан ирекле ихтыяр белдереүҙе тәьмин итеүҙең төп принциптарын һаҡлауға йүнәлтелә.
Һайлауҙы ойоштороусылар бөгөн башҡарған ҙур һәм көсөргәнешле әҙерлек эше иң элек граждандарҙың, республика халҡының мәнфәғәтен ҡайғырта. Шуны айырып әйтергә кәрәк: һайлауҙың ғәҙеллеге һәм асыҡлығы күп йәһәттән һайлаусыларҙың позицияһына бәйле. Граждандар тауыш биреүҙә әүҙемерәк ҡатнашҡан һайын етешһеҙлектәргә урын кәмей. Шуға күрә әҙерлек этабында һайлау комиссиялары халыҡтың һайлауға ҡыҙыҡһыныуын һәм ышанысын арттырыу йәһәтенән күп көс һалырға тейеш. Закон биргән мөмкинлектәрҙән файҙаланып, комиссияларға тауыш биреүҙә һәм тауыштарҙы иҫәпләүҙә асыҡлыҡты тәьмин итеү эшен камиллаштырырға кәрәк.
Асыҡ һәм ғәҙел һайлау — халыҡ мәнфәғәтендә, шуға күрә уны ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы үткәреү өсөн һай­лауҙы ойоштороусылар ҙа, депутатлыҡҡа дәғүә итеүселәр ҙә, сәйәси партиялар ҙа, күҙәтеүселәр ҙә, журналистар ҙа, киң йәмәғәтселек вәкилдәре лә тырышлығын йәлләмәһен ине. Дөйөм һәм берҙәм эш кенә ғәҙел һөҙөмтә бирә.
– Ҙур рәхмәт Һеҙгә, Хәйҙәр Арыҫлан улы!

Әңгәмәне Р. ЛОҠМАНОВ
алып барҙы.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872