Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Беҙ яуаплылыҡты уртаҡлашырға әҙер
Беҙ яуаплылыҡты  уртаҡлашырға әҙер Өфөләге Конгресс-холда Башҡортостандың III Граждандар форумы асылыуы тураһында гәзиттә хәбәр иткәйнек инде. Граждандар йәмғиәтенең бөгөнгө хәле нисек? Уны үҫтереү юлдары ниндәй сараларға бәйләнгән һәм эштең йоғонтоһо булырмы?


Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Йәмәғәт палаталары, республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Өфөнө үҫтереү йәмә­ғәтселек фонды ойошторған был йыйындың эшендә коммерцияға ҡара­маған 300-ҙән ашыу ойошма, шулай уҡ дәүләт һәм муниципаль органдар вәкил­дәре, ғалимдар, эксперттар ҡатнашты. Көнө буйы дауам иткән форум тәүҙә секцияларҙа эшләне. Рәсми булмаған ойошмаларҙың дәүләт менән хеҙмәт­тәшлеге, Башҡортостанда йәмәғәтселек контроленең йоғонтоһо, социаль хеҙмәттәргә бойондороҡһоҙ баһа, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы дәүләт власы тарафынан һәм муниципаль кимәлдә яҡлау – бына уларҙа ҡаралған мәсьәләләрҙең тулы булмаған исемлеге. Бик күп тәҡдимдәр әйтелде, уларҙың байтағы ошо йыйын ҡабул итәсәк резолюция проектына ла индерелде.
Беҙ яуаплылыҡты  уртаҡлашырға әҙер– Башҡортостандың гражданлыҡ йәмғиәте көс йыя һәм нығына бара, үҙ мөмкинлектәрен киңәйтә, – тине Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов секцияларҙан һуң үткәрелгән пленар ултырышта. – Уны, әлбиттә, һуңғы йылдарҙағы үҙгәреш тип ҡабул итергә кәрәк. Ошондай форумдар ҙа йәмәғәтселек эше менән шөғөл­ләнеүселәр өсөн бик кәрәкле фекер алышыу майҙансығына әйләнде. “Граждандар форумы” тигән атама ла айырым йөкмәткегә эйә – үҙе йәшәгән урында нимәләр булып ятыуына вайымһыҙ ҡарамаған, үҙ төбәгенең тормошонда әүҙем ҡатнашҡан кешеләр бының әһәмиәтен бик яҡшы аңлай.
Ижтимағи ойошмалар менән дәүләт структураларының хеҙмәттәшлегенә республика етәксеһе ыңғай баһа бирҙе. Йәмәғәт палатаһының составы яңырған, башҡарма һәм муниципаль власть органдарында йәмәғәтселек советтары ойоштороу тамамланды, күп кенә башланғыстар ғәмәлгә ашырылған.
Граждандар йәмғиәтенең бурысы – власты тәнҡитләү генә түгел, эшлекле тәҡдимдәр ҙә әҙерләп биреү, уларҙы тормошҡа ашырыу маҡсатында артабан власть органдарына “идаралашсы” ла булыу. Был фекер хатта ошо йыйындағы бер нисә сығышта яңғыраны. Дөрөҫ, беҙ барыбыҙ ҙа һалым түләйбеҙ, һәм ошо аҡсанан йыйылған ҡаҙна дәүләт ойошмаларының эшмәкәрлеген тәьмин итә. Ләкин, беренсенән, был һалымдар барлыҡ проблемаларҙы яйға һалыуҙы (ә бындай мәсьәләләр тәбиғи рәүештә арта бара, яңылары барлыҡҡа килә) финанслай алмай, икенсенән, дәүләт шөғөлләнә алмаған йәки шөғөлләнергә тейеш тә булмаған өлкәләр ҙә бар бит. Мәҫәлән, социаль мәсьәләләрҙең хәл ителешенә йәмәғәтселек контроле. Һуңғыһы бигерәк тә дауаханаларҙың, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ойошма­ларының эшмәкәрлегенә ҡағыла. Хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнеште кәметеүҙә, коллективтарҙа килеп тыуған бәхәстәрҙе көйләүҙә, хәйриә эшмәкәрлегендә һәм ирекмәнлек хәрәкәтендә лә ошондай коммерцияға ҡарамаған ойошмалар йыш ҡына төп ролде уйнай.
Тарихтан ҡараһаҡ, гражданлыҡ йәмғиәте йәки уны төҙөүгә ынтылыш элек-электән булған. Әлеге форумда ла Новгород вечеһынан алып совет осорондағы иптәштәр судына хәтлем булған “баҫҡыстар”ҙы иҫкә алдылар. Башҡорт халҡында ла борон аҡһаҡалдар ҡоро, ырыу ҡоролтайҙары заманына күрә үҙидара органдары булып торған. Дөрөҫ, һуңғыларын Өфөләге был форумда телгә алыусы юҡ ине, ни тиһәң дә, тарихсы ғалимдар түгел, ә нигеҙҙә ҡалала тыуып үҫкән “технарь” йәмәғәтселәр йыйылышы ине бит.
Коммерцияға ҡарамаған ойошма­ларҙың эшмәкәрлеген киңерәк йәйелде­рергә һәм йоғонтолораҡ итергә ҡамасаулаған шарттар ҙа етерлек. Уларҙы үҙ сығышында Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Шамил Ганцев телгә алды. “Коммер­цияға ҡарамаған ойошмаларҙың эш һөҙөмтәһен баһаларлыҡ үлсәм юҡ, йоғонтоло эшләү өсөн дәртләндереү саралары ҡулланылмай, бындай ойошмаларҙың эшмәкәрлеге тураһында халыҡ хәбарҙар түгел, күп кенә министрлыҡтарҙа йәмәғәтселек советтарына етәксе үҙе тәғәйенләнә, йәғни бындай советтар йәмәғәтселек органы булыуҙан туҡтай”, – тине ул.
Шулай ҙа был йүнәлештә үҫеш бар һәм власть органдары уны йылдан-йыл нығыраҡ тоя. Республикабыҙҙа әле биш меңдән ашыу йәмәғәт берекмәһе бар, шуларҙың бер мең ярымы – дини ойошмалар, бер меңе самаһы – профсоюздар. Дөрөҫ, уларҙың әүҙем эш иткәндәре меңдән саҡ ҡына ашыуыраҡ, әммә, республика Башлығы әйткәнсә, был да аҙ көс түгел һәм яҙмыш тарафынан ситкә ырғытылған бәхетһеҙ кешеләр булма­һын өсөн бөтә күңелде биреп, хәстәрлегеңде барыһы ла тойорлоҡ итеп эшләргә кәрәк.
Граждандар йәмғиәте – дәүләт власы һәм эшҡыуарлыҡ яғынан туранан-тура ҡыҫылыуҙан яҡланған ирекле граждандарҙың һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың үҙидара өлкәһе. Дэвид Истондың классик схемаһына ярашлы, ул йәмғиәттең сәйәси системаға талаптар ҡуйыусы йәки яҡлашыусы фильтры булараҡ сығыш яһай.
Коммерцияға ҡарамаған ойошма – төп эшмәкәрлегендә табыш алыу маҡсатын ҡуймаған коллектив. Бындай ирекле берләшмәләр социаль, хәйриә, мәҙәни, мәғариф, сәйәси, ғилми һәм башҡа бурыстарҙы хәл итеү өсөн төҙөлә.



Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә