Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Йәштәр эштән ҡурҡмаһын”
“Йәштәр эштән ҡурҡмаһын” Һуңғы йылдарҙа хеҙмәт баҙарында техник профессияларҙың, етештереүгә бәйле эшсе һөнәрҙәрҙең баһаһы арта бара. Ысынлап та, иҡтисадсылар, филологтар һәм юристар аҙым һайын, әммә илдең ҡеүәтен үҫтереү, уның иҡтисадын донъя кимәлендәге бейеклеккә күтәреү өсөн сәнәғәт-етештереү белгестәре лә кәрәк.


Әле генә мәктәп тамам­лаған үҫмер нимә хаҡында хыяллана? Тәүге сиратта – уңышлы булырға. Тимәк, уны эш хаҡы һәйбәт түлән­гән, үҫеш мөмкинлеге бир­гән, социаль йәһәттән яҡ­лаулы, абруйлы һөнәр ҡы­ҙыҡһындыра. Уҡырға ингән ваҡытта техник йүнәлешле факультеттарға конкурстың ҙурлығы ла ошо ынтылышты иҫбатлай кеүек. Былтыр иһә Рәсәй Премьер-министры Дмитрий Медведев эшсе һәм инженер профессияларына иғтибарҙы арттырыу йәһәтенән төрлө саралар планын раҫланы. Уға ярашлы, 2020 йылға тиклем квалификациялы эшсәндәрҙең кәмендә өстән бер өлөшөн юғары квалификациялылар тәшкил итергә тейеш.
Уңған милләттәштә­ре­беҙҙең береһе, өс тиҫтә йылдан ашыу нефть эшкәр­теү сәнәғәтендә эшләгән юғары квалификациялы инженер-химик Фәүриә Ғәббәс ҡыҙы Хөсәйенова был са­ра­ларҙың әһәмиәтен юғары баһалай, сөнки ошо йылдар эсендә үҙе тиҫтәләгән йәш белгескә һөнәр үҙенсә­лек­тәрен төшөндөргән, уларға ҙур хеҙмәт юлына сығырға ярҙам иткән. Хәйер, бары­һын да баштан һөйләйек.
…1975 йылдың 1 сен­тябрендә Күгәр­сен райо­нының Йомағужа мәктәбенә әле генә юғары уҡыу йортон тамамлаған йәш уҡытыусы эшкә килә. Һомғол буйлы, зәңгәр күҙле, итәғәтле белгес күптәрҙең күңеленә шунда уҡ ята. Рәмзиә Тимур ҡыҙы Яппарова тиҙ арала төплө белемле педагог икәнлеген дә иҫбат­лай: тәү ҡарамаҡҡа ҡат­марлы тойолған химия дәрестәренә балалар ихлас йөрөй башлай, төрлө тәж­рибәләр үткәрелә, өҫтәмә дәрестәр ойоштора. Һиге­ҙенсе класта уҡыған Фәү­риәнең фәнгә булған ҡы­ҙыҡ­һыныуын, һәләтен тойоп, Рәмзиә Тимур ҡыҙы тәүге уҡыу йылында уҡ ҡанатлан­дырып ебәрә – һин мотлаҡ химик булырға тейешһең, юғары уҡыу йортона бөгөндән әҙерлән... Уҡытыусыһының ышанысына үҙенең ныҡыш­мал­лығын, маҡсатлылығын да ҡушып, уҡыу алдынғыһы Фәүриә хыялына табан аныҡ аҙымдар менән атлай, яҡын киләсәктә юғары уҡыу йорто студенты булырына, аҙаҡ иһә баш ҡаланың ҙур заводтарының береһендә тынғыһыҙ ҙа, ҡыҙыҡлы ла хеҙмәт юлы башларына һис тә шикләнмәй.
Мәктәпте тамамлаған­дан һуң Фәүриә Ғәббәс ҡыҙы, хыялына тоғро ҡа­лып, Башҡорт дәүләт университетының химия факультетына уҡырға инә. “Сәнәғәт химияһы” специальносы буйынса диплом алған йәш белгес 1983 йылда хеҙмәт юлын Өфө нефть эшкәртеү заводында (әлеге көндә – “Башнефть” асыҡ акционерҙар нефть компа­нияһы филиалы) башлай һәм бөгөнгәсә шунда эшләй.
Инженер-химиктың эше күп яҡлы һәм ҡатмарлы. Дөйөмләштереп әйткәндә, был сәнәғәттә ҡулланылған сеймал­дың, шыйыҡ­салар­ҙың, матдәләрҙең, газ­дар­ҙың, парҙарҙың химик сос­тавын асыҡлау, етеште­релгән тауарҙарҙың сифатын билдәләү һәм контрол­дә тотоу, тауарҙың техник паспортын төҙөү һәм башҡа үҙенсәлектәр тигәнде аңла­та. Юҡҡамы ни лаборато­рияларҙы “завод­тың күҙе һәм ҡолағы” тип йөрөтәләр!
– Һөнәремде яратам. Алты меңләп кеше эшләгән ҙур коллективҡа тиҙ генә инеп киттем, предприятие икенсе йортома әүерелде. Эшемде һәр ваҡыт еренә еткереп башҡарҙым, йәмә­ғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаштым, – ти Фәүриә Ғәббәс ҡыҙы. – Тәүге көн­дәрҙән үк мине урындағы комсомол ойошмаһы секретары итеп һайланылар. Эшселәрҙең етештереү һәләтен күтәреү, ялдарҙы күңелле һәм файҙалы итеп үткәреү йәһәтенән төрлө саралар ойошторҙоҡ, ҡай­ҙарға ғына барманыҡ.
Әңгәмәсем бигерәк тә Германияның Галле округына йәштәр фестиваленә барғандарын, аҙаҡ иһә ҡунаҡтарҙы Башҡортостан ерендә ҡабул иткәндәрен, тынғыһыҙ ҙа, яуаплы ла көндәрҙе һағынып һөйләй.
Лаборатория цехында Фәүриә Хөсә­йенованың башланғысы менән тәүге­ләрҙән булып ойошторола башлаған “Һөнәре буйынса иң яҡшы” бәйгеһен уның һөнәри ҡаҙаныштарының береһе тип атарға булалыр. Ҡыҙыҡлы һәм һө­ҙөмтәле конкурс артабан заводта, унан һуң төрлө предприятиелар араһында уҙғарыла башлай, Фәүриә Хөсәйе­нова унда ҡатнашыу өсөн бихисап йәш белгесте әҙер­ләй, жюри ағзаһы булараҡ, башҡаларҙың эшен дә баһалай. Һуңғы уңышы – 2015 йылда ул әҙерләгән ике белгес завод-ара конкурста 1-се һәм 3-сө урын­дарҙы яулаған. Әйткәндәй, ҡыҙҙар шулай уҡ Башҡорт дәүләт университетының химия факультетын тамам­лаған. Бәйге һөҙөмтәһе буйынса йәш белгестәр инженер вазифаһына тәғә­йен­ләнгән.
– Лаборатория белгес­тәре әҙерләү йәһәтенән БДУ-ла иң көслө, төплө мәктәп урынлашҡан тип иҫәпләйем, – ти әңгәмәсем. – Бөгөнгө инженер-лаборант заман талаптарына яуап бирергә тейеш, ә улар ифрат юғары. Беренсенән, техник яңылыҡтар күп. Анализ яһағанда хаталанырға хаҡыбыҙ юҡ, сөнки күпселек осраҡта уның һөҙөмтәһе шунда уҡ селтәр буйлап юғары етәкселеккә китә, теләгән ваҡытта ошо һөҙөмтәләргә күҙ һалып, теләһә ниндәй продукция буйынса тулы мәғлүмәт алырға мөмкин.
Өлкән быуын вәкилдәре йәштәрҙе еңел-елпелектә, яуаплылыҡта ғәйеп­ләргә ярата тигәндән, Фәүриә Ғәббәс ҡыҙы был фекер менән килешеп бөтмәүен белдерҙе.
– Балаларға белем эстәү мөһимлеген бәләкәйҙән үк һеңдерергә кәрәк, – ти ул. – Хатта был хаҡта “мотивация” тигән модалы һүҙ ҙә бар. Хәҙер бигерәк тә эшсе, техник һөнәрҙәр юғары баһалана, йылдан-йыл уларҙың бәҫе арта. Йәштәр эштән ҡурҡмаһын ине – бөгөнгө сәнәғәт предприятиелары, етештереү этаптары тулыһынса тиерлек автомат­лашты­рылған, ҡул эшен еңеләйтеү йәһә­тенән мөмкинлектәр йылдан-йыл камиллаша, техник яңылыҡтар ҡулланыла. Беҙҙең заводты ғына ала­йыҡ. Эшләйем, булдырам тигән йәштәр өсөн квалификацияны камиллаштырыу, белемде тәрәнәйтеү йәһәтенән төрлө семи­нарҙар, фәнни конференциялар, бәйгеләр уҙғарыла. Йәмәғәт тормошо ҡайнап тора. Йыр-моңға, спортҡа һәләте бар икән, ундай белгестәрҙең баһаһы тағы ла юғарыраҡ. Әйткәндәй, күптән түгел беҙҙең завод­тың йәш белгестәре Рәсәй кимәлендәге һөнәри кон­курсҡа барғайны. Шунда илебеҙҙең бер төбәгенән килгән иретеп йәбеште­реүсе егет һәләте, оҫта­лығы менән жюри ағзала­рын шул тиклем таң ҡал­дырған, уға хатта конкурс­тан тыш бер миллион һум аҡса бүләк иткәндәр. Һығымта – үҙ эшеңдең оҫтаһы булыу мөһим. Был йәһәттән мин завод коллективын тик ыңғай яҡтан телгә алғым килә. Ҙур предприятиела йәш белгестең ҡанатын нығытырлыҡ үҙ традициялары, тәртиптәре бар, шул уҡ ваҡытта коллектив хәүефле шарттарҙа эшләгәс, бындағы һәр кем һаулыҡтың, ғүмерҙең ҡәҙе­рен белә, үҙ-ара ярҙам­сыллыҡ көслө.
Теүәл фәндәргә һәләт, маҡсатҡа ынтылыш, яуап­лылыҡ кеүек юғары баһа­лана торған сифаттарын Фәүриә Ғәббәс ҡыҙы атаһы менән әсәһенән күскән тип иҫәпләй. Венера менән Ғәббәс Хөсәйе­новтар – һуғыш балалары, уларҙың иңенә төшкән һынау-ауыр­лыҡтарҙы һанап бөтөү мөм­кин түгел. Шулай ҙа икеһе лә заманға ярашлы белем алып, абруйлы урындарҙа эшләгән, дүрт балаһын тәрбиәләп үҫтереү, юғары уҡыу йорттарында уҡытыу өсөн бар көсөн, тырыш­лығын һалған.
– Атайым 47 йәшендә генә вафат булғас, әсәйемә беҙҙе аяҡҡа баҫтырыу ике­ләтә ауырға төшһә лә, уның төшөнкөлөккә бирелеп ултырғанын иҫләмәйем. Донъяһын да көттө, бухгалтер булараҡ, эшен дә теүәл алып барҙы, беҙҙе лә эшкә өйрәтеп үҫтерҙе, – ти Фәүриә ханым әсәһе тураһында. Әйткәндәй, замандашыбыҙҙың улы Айнур ҙа әсәһенең юлын дауам итә: Өфө нефть техник университетын тамамлап, ошо уҡ заводта эш баш­лаған. Бер ҙә юғары вазифанан түгел – һәләтен, тырышлығын, яуаплы­лы­ғын күрһәтеп, юғары үрҙәр­ҙе яулайһы алда әле.
...Башҡорт күңеле йыр-моңға бай, быны иҫбатлап тороу кәрәкмәй. Өс тиҫтә йылдан ашыу сәнәғәт өлкә­һендә уңышлы эшләгән Фәүриә Ғәббәс ҡыҙы буш ваҡытында театрҙарға, концерттарға йөрөй, туған­дары-яҡындары йыйылған­да үҙе лә моңло итеп йырлап ебәреүе ихтимал. Күңеле бөтөн, булмышы бәхетле замандашыбыҙҙың ҡасандыр хыял иткән бейек­лектәре ысынбарлыҡ бөгөн. Уны ул үҙ ҡулдары менән булдырған.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872