Өләсәйем әйтмешләй, ғүмер тигәндәре аҡҡан һыу һымаҡ икән ул. Бына инде, ете йәшем тулып, мәктәпкә барыр ваҡытым да еткән дәбаһа. Бик үк барғы килеп тормай ҙа бит, әлеге өләсәйем: “Уҡымаған кеше наҙан була, ә наҙан кеше аңра һарыҡтан да насарыраҡ”, – тип аңыма һеңдерә. “Беләге йыуан берҙе йығыр, белеме бар меңде йығыр”, – тип тә өҫтәп ебәрә. Бер ҙә генә һарыҡ булғым килеп тормай әле. Шул хәлгә ҡалмаҫ өсөн уҡымайса булмаҫтыр, белем шундай ҙур көс икән, мәктәп тигәндәренә барырға тура килер инде, моғайын. Хәйер, ниңә әле алдан уҡ башты ташҡа бәрергә? Иҙел күрмәйсә, итек сисмәйҙәр тигәндәй, бара-тора күҙ күрер әле: нисек була икән ул мәктәп тормошо? Ә әлегә әсәйем менән өләсәйем мине тырышып мәктәпкә әҙерләй. Шығырлап торған аҡ күлдәк, килешле генә мәктәп формаһы, күҙ яуын алып торған сандали түҙемһеҙләнеп хужаһын көтә-көтә көтөк булғандыр инде. Шуларҙы кейеп ебәрһәм ни, тәтәй малай булам да ҡуям. Дәфтәр, ҡәләм кеүек кәрәк нәмәләрем дә булды. Бына тик портфеленә генә аҡса еткереп булманы. Һы, уныһына ғына ҡайғырып булмай инде. Баш һау булһа, портфеле табылыр. Әлегә, ана, өләсәйем тегеп биргән муҡса ла ярап торор.
Шулай итеп, 1 сентябрь ҙә килеп етте. Әле өләсәйем менән етәкләшеп мәктәпкә китеп барыуыбыҙ. Уҡыусы һынлы уҡыусы кешегә былай етәкләшеп йөрөү килешмәҫ, туҡтатырға тура килер. Шулай ҙа әлегә уйҙарымды өләсәйемә белгертмәй торам: кем белә донъя хәлен. Өләсәйем әйтмешләй, иртәнге уй кискә ярамай.
Мәктәп алды гөрләп тора. Малайҙар ҙа, ҡыҙҙар ҙа күп, олоһо ла, кесеһе лә бар. Минең кеүек әсәһен йәки өләсәһен етәкләп килеүселәр ҙә күренгеләй.
Төркөм-төркөм булып теҙелергә ҡуштылар. Төркөм класс тип йөрөтөлә икән. Беҙ уҡыясағы беренсе класс була. Егерме ете малай һәм ҡыҙҙы уҡытыусыбыҙ Нәғимә апай уҡыу бүлмәһенә алып керҙе. Парта тип аталған өҫтәл-ултырғыстарға икешәрләп ултыралар икән. Ала кәзәнең һаҡалы үҙенән алда йөрөй тигәндәй, бында ла яҙмыш тигәне шаяртмайынса ҡалманы: миңә пар етмәне лә ҡуйҙы. Ике урынлыҡ партаға үҙем генә ҡунаҡланым. Ғәрлек килде-килеүен, ауыҙым бәлшәйҙе, тик әҙәм көлдөрөп илап тормам инде. Хәйер, ниңә әле балтаһы һыуға төшкән кешеләй ҡыланырға, дауыл ҡупмаған, донъя емерелмәгән дәбаһа, тип йыуатам үҙемде күңелемдән. Икешәрләп ҡыҫылышҡансы, бер партала үҙем баш, үҙем түш булып йәйелеп ултырыу бәхете кемгә тәтей әле. Ана, башҡалар минән көнләшһен. Үҙемде үҙем шулай йыуатҡас, күңелем күтәрелеп, кәйефтәр ҙә шәбәйеп киткән һымаҡ. Башым шәп эшләй шул үҙемдең. Төрлө хәл-ваҡиғаларҙы имен-аман йырып сығырға тиһәң, уға ғына ҡуш. Һин булмаһаң, башым, ниҙәр генә ҡылыр инем, оҙон ғүмерле бул инде, тип теләйем аҙым һайын.
Уф! Ҡыңғырау шылтыраны, ниһайәт, дәрес тигәндәре бөттө. 45 минут ваҡыт көндән дә оҙонораҡ тойолдо. Ай-һай, тағы бер нисә дәрес бар әле. Нисек кенә түҙмәк инде? Тәртип бигерәк ҡаты ла. Тура ғына ултырырға, алан-йолан ҡаранмаҫҡа, һөйләшмәҫкә… Шулай буламы икән? Ҡайҙа ғына ҡалды икән һис ҡайғыһыҙ, бер мәшәҡәтһеҙ, ирекле, ғәмһеҙ саҡтарым?
Мәктәптән күршем Сәғит менән ҡайттым. Егет кешеләрҙең ни һөйләшер һүҙҙәре етерлек. Бөгөн төп мәсьәлә мәктәп, уҡыу хаҡында булды. Алған тәьҫораттарыбыҙ икебеҙҙең дә бер иш икән дә. Ир-ат әйтһә, бер әйтер, бер әйтһә лә хаҡ әйтер: уҡыу икебеҙгә лә оҡшаманы.
– Булмаҫ, – тип һуҙҙы күршем, – түҙеп булмаҫ, уҡыуҙы ташларға тура килер.
– Нисек инде ташларға? Улай ярамай ҙа, – тим, аптырауға төшөп.
– Ярамайға ҡарамай ғына ташлайым да вәссәләм… Әйҙә, икәүләп уҡымайбыҙ ҙа ҡуябыҙ.
– Ҡуй, булмаҫтайҙы һөйләмә.
– Һис тә булмаҫтай түгел. Мин уның, – кеше ишетмәһен тигәндәй, ян-яғына ҡарана Сәғит, – серен беләм.
“Сер” һүҙенән минең дә ҡолаҡтар ҡарпая:
– Ниндәй сер ул?
– Кешегә һөйләмәҫ булһаң, әйтәм үҙеңә.
– Сер тотмаҫ егет түгелмен. Бына ишет: әйткәнеңде алдым, күңелемә һалдым, ауыҙымды йомдом.
– Улайһа, тыңла, – тағы етдиләнеп, тирә-яғына серле генә ҡараш ташлай күршем, шунан ҡолаҡҡа бышылдап тиерлек дауам итә, – давай, өйләнәбеҙ. Өйләнгән кеше мәктәпкә йөрөмәй. Ана, атай менән әсәй уҡымай бит.
– Улар бит атай-әсәй, ә беҙ…
– Беҙ кемдән кәм? – тип бүлдерә Сәғит. – Һин теләһә нимә эшлә, ә мин, өйләнәм тигәс, өйләнәм.
– Кемгә?
Шул һорауҙы ғына көткәндәй, Сәғиттең йөҙө балҡып китте, күҙҙәре осҡонланды. Баяғынан да серлерәк итеп:
– Йәмиләгә, – тине.
– Ә ул риза булмаһа?
– Риза. Бая сәсенән тартҡайным, әйләнеп ҡараны, тимәк, риза. – Бик ышаныслы һымаҡ тойолдо Сәғиттең һөйләгәне.
Бына бит кешенең барыһы ла алдан әҙер, ныҡлы уйланылған, кире ҡаҡҡыһыҙ дәлилләнгән. Ә мин ни эшләргә тейеш һуң? Өйләнерлек кешем юҡ. Уйҙарымды һиҙгәндәй, ҡулдарын яурыныма һала Сәғит күршем:
– Борсолма, Кәрим дуҫ. Һиңә лә кәләш табабыҙ. Нимә-нимә, ә ҡыҙҙар быуа быуырлыҡ ул. Ана, бая һиңә Сәлимә тишерҙәй итеп, йоторҙай булып ҡарап ултырҙы. Бик шәп кәләш булмаҡсы.
Ысындырмы-юҡтырмы, Сәлимәнең ҡараштарын үҙем күрмәнем. Ә бына Сәғит күршем дөрөҫ һөйләй түгелме һуң? Тәүәккәлләйбеҙ ҙә ҡуябыҙмы әллә? Әйткән һүҙ – атҡан уҡ. Шулай итеп, был көндө өйләнергә лә, иртәгәнән мәктәпкә йөрөмәҫкә һүҙ ҡуйышып, оло ҡара мәсьәләне хәл итеп, өйҙәребеҙгә таралыштыҡ.
Иртәнге уй кискә ярамай, тиҙәр. Кискеһе лә иртәнгә ярамай икән. Кисә ҡорған планыбыҙ буйынса өйләнеү мәсьәләһе иртәгәһен дә, унан һуң да байтаҡ йылдарға кисектереп торолдо. Яйлап-яйлап мәктәпкә лә өйрәнелде, уның үҙенә генә хас тәртиптәренә лә күнегелде. Мәктәп йылдары бала саҡ осороноң матур миҙгелдәре булып, күңелем китабына юйылмаҫ хәрефтәр менән яҙып ҡуйылды…
Ҙурайҙым инде. Матур малай ҙа минән алыҫайғандан-алыҫая барып, күңелем түрендә һағынып иҫләрлек образ булып һынлана. Ҡул болғай ул миңә, үҙенә саҡыра: “Әйҙә, дуҫҡай, кил тиҙерәк. Ҡапҡа бағанаһы ла һине көтә. Ҡунаҡлайыҡ үҙенә, унан бөтә донъя күренә. “Булмаҫ шул, бик теләһәм дә, бара алмам. Йылғалар кирегә аҡмаған һымаҡ, кеше ғүмерҙәре лә алға, тик алға тәгәрләй. Бына мин дә хәҙер пионер инде. Уҡыуым да шәп кенә, аҡылым да бар һымаҡ. Ен-пәрей, шайтан кеүек төрлө хөрәфәттәргә лә бик үк ышанмайым. Улар әкиәттәрҙә генә була тип өйрәтәләр беҙҙе.
Тик өләсәйем генә енде ауыҙынан төшөрмәй. Ултырғанда аяғымды үҙем дә һиҙмәҫтән һелкетә башлаһам, тик ултыр, ен саҡыраһың, тип шелтәләй. Берәйһен маҡтарға булһа ла, ен кеүек эшләй, тип ебәрә. Кемделер, нимәнелер өнәмәһә, енем һөймәй шуны, тип тураһын бәрә. Бер көндө шофер Мөбәрәк бабай хаҡында: “Машина ене ҡағылған уға”, – тип тә ысҡындырғайны әле. Яҡшымы был, түгелме? Хәйер, өләсәйем әйткәс, насар булмаҫ. Ул бушты һөйләмәй. Мөбәрәк бабайҙың машинаны яҡшы белгәненә, ҡәҙерләп-ҡарап йөрөткәненә күрә шулай ти бит инде өләсәйем.
Ярай, машинаһы машина инде, бына миңә лә, ышанаһығыҙмы-юҡмы, ен ҡағылды бер мәлдә. Хафаланырлыҡ түгел: бары тик радио ене. Эйе-эйе, өйөбөҙҙөң түр яҡ стенаһында элеүле торған дүрткел ҡумтаны әйтеүем. “Өфө һөйләй, хәйерле иртә, иптәштәр!” – тип башлай ул, иртәләребеҙҙе йәмләп. Яңылыҡтарын да еткерә, һауа торошон да ҡалдырмай, йырҙарын да яңғырата. Ял көндәрендә радиопостановкаларҙы көтөп алабыҙ. Радионан даими һөйләүсе ағай-апайҙарҙы тауыштарынан уҡ танып торам: Ғәлимнур Бикбулатов һөйләй… Бөгөн Марат Рафиҡов икән… Фәрит Бикбулатов йырсы ла үҙе… Лира Фәйзуллина шиғырҙарҙы ҡайһылай матур уҡый… Эх, шулар кеүек булаһы ине, һине лә тауышыңдан танып, барса халыҡ һоҡланып тыңлаһасы…
Мин үҙем дә шиғыр уҡырға яратам. Мәктәптә үткәрелгән шиғыр һөйләүселәр конкурсында еңеүсе булып, китап менән дә бүләкләндем. Оҡшағандыр инде һөйләүем, оҡшамаһа бүләкләмәҫтәр ине. Минән бер класс түбән Әлфинә лә оҫта һөйләй. Тауышы матур, йыр кеүек ағыла. Ғүмер буйы тыңлаһаң да тыңлап туймаҫһың үҙен...
Эй, онотолоп киткәнмен дә: һүҙем бит үҙем тураһында ине. Эйе-эйе, радио тип башлағайным. Шулай башҡа елле генә уй төшмәһенме бер заман. Туҡта әле, мин әйтәм, тауышымды үҙем дә тыңлап ҡарайым әле. Магнитофондар әле беҙҙең яҡтарға килеп етмәгән. Тегене-быны һә тигәнсә уйлап сығара торған башҡа күп кәрәкме ни, таптым бит тауыш сығарыу әмәлен. Ана, тимер биҙрәләр кем менән уртаҡ? Береһен алдыма ҡуям да тотонам һөйләргә. Зәһәр шәп! Яңғырап тора тауышым. Ҡойоп ҡуйған радио инде үҙе. Китә гәзиттән хәбәрҙәр. Шиғырҙар, хикәйәләр ҙә уҡыла. Ысынлап та, радио ене ҡағылды миңә. Ҡамасаулаусы юҡ: әсәй менән өләсәй көнө буйы сөгөлдөр баҫыуында. Йорт-ҡаралтыға, ихаталағы ҡош-ҡортҡа үҙем хужа. Хәйер, “радио” тыңлаусылар ҙа күберәк шулар. Ана, әтәс тә үҙ алдына мығырлана-мығырлана алдыма килеп баҫа ла, туп-тура ҡарап, башын ҡыйшайта-ҡыйшайта мине тыңлап тора. “Атаҡ-атаҡ, быға ни булған?” – тип аптырай һымаҡ. “Яраған, яраған”, – тип хуплаған да кеүек. Тауыҡтарҙың ғына мине тыңларға түҙемлеге етмәй. Бер аҙ торалар ҙа ерҙә тибенеп, сүп-сар эҙләргә тотоналар.
Һәр нәмәнең сиге булған кеүек, был мауығыуым да оҙаҡҡа барманы. Тормош яңынан-яңы шөғөлөн алдыма ҡуя торҙо. Береһенән ялҡыуыма икенсеһе әҙер торҙо. Әммә радионан һис кенә лә айырылманым, һәр саҡ ул өйөбөҙҙә һөйләп торҙо. Ә инде “биҙрә радио”ла алған күнекмәләр эҙһеҙ генә үтмәне: артабанғы яҙмышыма улар ойотҡоһон һалмайынса ҡалманы...
Үтер йылдар, бихисап конкурстарҙа шиғырҙар уҡырмын, сәхнәләрҙән тороп төрлө саралар алып барырмын, спектаклдәрҙә образдар һынландырырмын, уҡыусыларға сәнғәтле һөйләү серҙәрен төшөндөрөрмөн. Ҡул сабып алҡышлауҙар ләззәтен дә күп тапҡырҙар кисерермен. Рәхмәт, тип әйтермен шул саҡта хәҙер инде йыраҡта ҡалған радио ене ҡағылған малайға…
…Ерле юҡтан ғына күңелем ҡырылды бер көндө. Әҙәбиәт дәресе бара ине. Колхоздар төҙөү, кулактарҙың мәкерле эштәре, ярлы халыҡтың зар-интизар булып, интегеп йәшәүе хаҡында поэманы тикшерәбеҙ. Уҡытыусыбыҙ Дәүләтбикә апай һорауҙар бирә, фекерҙәребеҙҙе белдерергә ҡуша. Әлеге лә баяғы тик тора белмәгән телем уйымдағын этеп сығарырға әҙер генә:
– Кулактар – байҙар, ә бай булыу насармы ни?
Уҡытыусының йөҙө бурҙаттай ҡыҙарҙы, күҙҙәре тишерҙәй булып миңә аҡайҙы. Ярһыуынан саҡ тыйылып:
– Пионер башың менән кулак һүҙен һөйләмә, – тип ыҫылданы.
Уйламай һөйләгән ауырымай үлгән тигәндәре ошолор инде. Ниңә генә әйттем һуң, шым ултырһам була ла бит. Ә шулай ҙа баш китерлек ни ҡылдым, хатам ниҙә һуң? Өйҙә лә ошо һорауҙар тынғылыҡ бирмәй. Өләсәйемдән башҡа ғына уларҙың осона сығып булмаҫтыр. Өндәшәйем әле үҙенә:
– Өләсәй, кулак бик алама кеше буламы ни ул?
Бындай һоруҙы ҡапылғара көтмәгән өләсәйем шикләнгәндәй итеп:
– Ниңә кәрәк булды әле, улым? – тине, баштан-аяҡ мине күҙҙән үткәреп.
– Юҡ, былай ғына.
– Улайһа, ярай, – тип тынысланғандай итә өләсәйем. Шунан ашыҡмай ғына һүҙ йомғағын яйлап ҡына тағата. – Кулак тиһәләр, башым бер иле күтәрелеп, үҫеп киткәндәй булам. Кулак булыу һәр кемдең ҡулынан килмәй. Тынғыһыҙ, тырыш кешеләр генә өлгәшә был исемгә.
– Байҙар ҡоротҡос булған, зыян иткән, тип һөйләйҙәр беҙгә.
– Һис кенә лә улай түгел, улым, – тип дауам итә өләсәйем, башымдан һыйпап. – Ана, Шәйхелислам ҡартатайыңдың бер кемгә лә зыяны теймәне, киреһенсә, бар ауыл уның ярҙамын тойоп, кәңәшен алып йәшәне. Донъялар боларып киткәс кенә ҡараштар үҙгәрҙе.
– Олатайым да кулак булғанмы?
– Уныһын тәғәйен генә әйтә алмайым. Әммә шундай мөһөр таҡтылар ҙа, барлыҡ хәләл көсө менән йыйған мөлкәтен тартып алып, колхозға бирҙеләр.
Ҡыҙыҡһыныуым көсәйә, тағы ла күберәк белгем, хәҡиҡәткә төшөнгөм килә:
– Ул колхозға кермәнеме?
– Кермәне. Мал духтыры булырға ла тәҡдим иттеләр үҙенә. Риза булманы. “Бөртөкләп йыйған мөлкәтемде, йыйын ялҡау, әтрәгәләм менән уртаҡлашаһым юҡ”, – тип аяҡ терәп ҡаршы төштө. Әйткән һүҙенән ҡайтыу уның холҡонда түгел ине. Ныҡлы, йүнсел кеше булды олатайың. Кемдәргәлер был оҡшап та етмәгәндер. Көнсөлдәр, ошаҡсылар ҡорбаны булды мәрхүмең… Хатта һуңғы өйөбөҙҙө лә тартып алып, медпункт иттеләр. Землянка ҡаҙып керергә мәжбүр булдыҡ. Бер ҡаныҡҡас ҡаныҡтылар ҙа ҡаныҡтылар. Ахыр сиктә хөкөм итеп, төрмәгә оҙаттылар… Алыҫ Бәләбәй тарафтарында ятып ҡалды башҡынайы…
Әгәр ҙә ғүмер йылдары дауам итеп, бөгөнгө заман үҙгәрештәрен күрергә насип булһа, ҡайһылай шатланыр ине өләсәйем. Ҡараштар, фекерҙәр үҙгәреүенә ҡыуаныр ине. Милек хужаһы булып, эшҡыуарлыҡҡа юлдар асылыуын шаһит ҡылып: “Ана, күрҙеңме, ҡартатайың дөрөҫ юлда булған. Хаҡлыҡ һис ҡасан юғалмай, Хоҙай Тәғәлә бар бит ул”, – тип күп йылдар элек булған һөйләшеүебеҙгә һығымта яһап ҡуйыр ине…
Хоҙай тигәндән, өләсәйем бер ҡасан да Уны ауыҙынан төшөрмәй. “Аллаға шөкөр”, “Хоҙай Үҙе ярлыҡаһын”, “Хоҙайым, ярҙамыңдан ташлама”, “Бары тик Хоҙайға билдәле” тип аҙым һайын ҡабатларға ярата. Миңә лә: “Бисмилла итеп йөрө, ашағас, Аллаһы әкбәр әйтергә онотма, – тип өйрәтә.
– Мин бит пионер, беҙгә улай әйтергә ярамай, – тип ҡаршы төшәм.
– Тыштан пионер булһаң да, күңелең менән Аллаһы Тәғәләгә таян. Шул сағында һәр ҡылған ғәмәлең уң булыр. Хоҙайға һүҙ тейҙергәндәрҙең бығаса һис кенә лә йәлсегәндәре юҡ әле. Онотма быны, балам.
…Хәтер ептәре һүтелә. Уйҙарым, күл өҫтөндәге тулҡындай, үткәндәрҙең әле бер мәленә, әле икенсе миҙгеленә уҡтала. Минең ихтыярыма ла буйһонмай улар. Артабан уйҙар ташҡыны ҡайҙа барып төртөлөр ҙә ниҙәр аҡтарып сығарыр, уныһын әлегә әйтә алмайым…