Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Офоҡтар ҙа хәҙер алдаша...
Офоҡтар ҙа хәҙер алдаша... Һуңғы йылдарҙа тәбиғәт һауа торошо менән ғәжәпләндереп тора. Ғинуар айында йоҡа ғына кейенеп йөрөһәк, февраль уртаһында ямғыр тамсыланы. Ҡыш үтте тигәндә иһә Башҡортостандың ҡайһы бер төбәктәрен төн эсендә ҡар күмгәйне. Хәҙер иһә яҙ үҙ йырын көйләй. Ә йәйҙән ниндәй мөғжизәләр көтөргә?.. Ни генә тиһәң дә, баҫыу йәки баҡса эштәре менән шөғөлләнгән ауыл кешеһенең тормошо тәбиғәт күренештәренә тығыҙ бәйле.


Элегерәк булһа, халыҡ һынамыштарына таянып, киләһе көндө генә түгел, айҙарҙы, миҙгелдәрҙе лә фаразлар ине ололар. Эйе, бөгөн дә быларҙың әһәмиәте үҙ көсөн һаҡлай. Юҡҡа ғына “яҙғы бер көн йылды туйҙырыр” тиелмәгән бит. Ошо юҫыҡта һынамыштарға күҙ-ҡолаҡ булып тороусылар ҙа юҡ түгел. Әммә киләһе көндө йылыға юраған ябай ғына “айҙың кәртәләнеүе”, “офоҡтарҙың ҡыҙарып көндө оҙатыуы” бөгөн юш килмәүе бар. Шулай итеп, иртәгәнең аяҙ булырына ышанғанда ла ямғыр яуыуы ихтимал. Офоҡтар ҙа бөгөн алдаша.
Ә бына йәй был йәһәттән нисек килер икән, ҡышҡа ҡарапмы? “Ҡышҡы йылы – йәйге һалҡын”, – тиҙәр бит халыҡта. Нисек тә был һынамыштар йылдар буйы дәлилләнгән. Тап килмәгән осраҡтары иһә элек тә булғандыр, бәлки. Ләкин тәбиғәт ниндәй “бүләктәрен” әҙерләр яҡын киләсәккә, һауа торошо көйләнерме?
Был хаҡта Әбйәлил яҡтарынан Дамир Буранғоловтың үҙ фараздары бар. Баҡтиһәң, ул инде нисәнсе йыл ҡасандыр атаһы һөйләгән һынамыштар буйынса күҙәтеүҙәр алып бара икән. Яҙ менән йәйҙең нисек килерен дә теркәгән. “Ғөмүмән, 14 март – “сынай көнө” генә лә киләһе йәй, уңыш тураһында һәйбәт мәғлүмәт бирҙе. Бының өсөн ошо көндә соланға төнгөлөккә биҙрә менән һыу ултыртып ҡуйҙым. Әгәр өҫтө туңмаһа, яҙ иртә килә. Быйыл иһә ул көн йылы булманы, һыу өҫтө ялтырағайны таңға ҡарай, шулай көндәрҙең һыуытасағын алдан белдек. Йәнә болоттарға күҙ һалдыҡ. Ҡуйы булһалар, уңыш та ҡуйырып уңа. Тик күҙәтеүҙәр киләһе уңыштың наҡыҫлығын раҫланы. Болоттарҙың юҡлығы йәйге ҡоролоҡ хаҡында һөйләр ине. Шуға ла быйылғы йәй йылы, яуым-төшөм самалыраҡ булыр”, – тип фаразлай Дамир.
– Көндәлек һынамыштарҙы, телевизорҙан һауа торошон күҙәтеп барыу зыян итмәҫ. Ғөмүмән, яҙға алдан уҡ ныҡ иғтибар итергә кәрәк, уның йырҙарында күп нәмә сағыла. Мәҫәлән, яланғас ағаста тауыш сығарған кәкүк һалҡындар етеүен белдерә. Шул уҡ ҡайынлыҡта япраҡтарҙың күп булыуында йылдың ауыр килеүе сағыла. Ер ҙә күк күкрәүенә уяна, – тине ул.
“Башгидрометүҙәк” мәғлүмәттәренә күҙ һалғанда, июнь менән июлдең эҫе булыуы көтөлә, августа иһә ямғыр ҡоясаҡ. Йәйҙең тәүге ике айы ҡыуандырыр, тип хәбәр итәләр – уртаса плюс 16-20 градус булыр. Синоптиктар фаразлауынса, яуым-төшөмдөң дә көслө булыуы көтөлмәй. Августың ямғырҙары ғәҙәттәгенән мулыраҡ көтөлә икән. Был йәһәттән “Гисметео” үҙәге июнь, июль айҙарында плюс 25-30 градус, бары авгусҡа ҡарай температураның бер аҙ төшөүен белдерә. Мәғлүмәттәрендә ямғырҙарҙың йыш булыуы ла сағыла.
Халыҡта “Ҡышҡы йылы – йәйге һалҡын” тиһәләр ҙә, синоптиктар башҡаса фаразлай. Улай тиһәң, һынамыштар буйынса метеорологтар ҙа йәйҙең йылы булырын хәбәр итә. Әммә ҡыштың йылы тороуы барыһына ла билдәле. Бәлки, бының үҙ серҙәре барҙыр? Шулай ҙа күҙ күрер, яҡшыға өмөт итәйек.


Автор: Денис ҒИЛМАНОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә