Матбуғат баҫмалары биттәрендә, телевидение һәм радио тапшырыуҙарында пенсия тураһында барған бәхәстәр бер кемде лә битараф ҡалдырмайҙыр. Ни генә тиһәң дә, ғүмер буйы эшләп, исмаһам, ҡарт көнөңдә мохтажлыҡ кисермәй, рәхәтләнеп ял итеү теләге һәр кемдең күңел төбөндә яталыр. Ләкин һуңғы ваҡыттағы пенсия йәшен арттырыу тураһындағы хәбәрҙәр был теләкте тағы ла төпкәрәк күмеп ҡуймаймы икән? Ғөмүмән, пенсия бит ҡарт кешегә бирелгән хәйер аҡсаһы түгел, үҙебеҙсә әйткәндә, күкрәк көсө менән табылған хәләл мал. Рәсәйҙәге пенсия тураһындағы яңылыҡтарҙан күренеүенсә, социаль түләүҙәрҙән баш тартмайынса, бюджет аҡсаһын тәләфләмәү өсөн ил етәкселеге төрлө алымдар ҡулланырға мәжбүр. Атап әйткәндә, эшләгән пенсионерҙарға түләүҙе индексацияламау тураһында ҡарар ҡабул ителде. Был иһә ошо “ҡатлам”ға ҡараған хаҡлы ялдағылар араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Ә башҡа категория пенсионерҙарына борсолмаҫҡа мөмкин, сөнки уларҙың пенсияһын ике тапҡыр индексациялау күҙ уңында тотола. Тәүгеһе февралдә булды, икенсеһе йәй йә көҙ айҙарында башҡарыласаҡ.
Хәйер, был турала оло ышаныс менән әйтеп тә булмай. Рәсәйҙең элекке финанс министры Алексей Кудриндың һүҙҙәренә ҡарағанда, нефткә хаҡ төшкән саҡта быны хәл итеүе еңел түгел. Әгәр нефть барреленең хаҡы 35 доллар тирәһендә сайҡалһа, быйыл пенсияларҙы индексациялау мөмкинлеге булырмы-юҡмы – билдәһеҙ. Ул шулай уҡ пенсия йәшен күтәреү тураһында һүҙ алып бара.
Ғөмүмән, элекке министр киҫкен саралар күрергә саҡыра, был иһә үҙ сиратында йәмәғәтселек араһында ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙыра. Әлбиттә, ил етәкселәре киҫкен саралар күреүгә ҡаршы, пенсия йәшен арттырыуға халыҡ бар йәһәттән әҙер булырға тейеш, тип иҫәпләй улар. Әлегә был мәсьәлә көн ҡаҙағында тормай. Ләкин күптән түгел Дәүләт Думаһы депутаттары чиновниктарҙың пенсияға сығыу йәшен күтәреү буйынса закон проектын ҡабул итте. Эксперттар әйтеүенсә, был сараның, сәйәси аҙымдан башҡа, иҡтисади йәһәттән әһәмиәте юҡ. Ә тотош Рәсәй халҡының пенсия йәшен күтәреү тураһындағы закон ҡасан булыр, әлегә фараз итергә генә ҡала.
2017 йылдан башлап дәүләт хеҙмәткәрҙәренең пенсияға сығыу йәше ярты йылға оҙайтыла барып, ирҙәргә – 65, ҡатындарға 63 йәш тулғанға тиклем буласаҡ. Был шулай уҡ Федерация Советы ағзаларына, Дәүләт Думаһы, төбәк парламенттары депутаттарына, дәүләт хеҙмәткәрҙәренә ҡағыла. Закон проектына аңлатмала, ошо сара Пенсия фонды сығымдарын быйыл 622 миллион һумға ҡыҫҡартыуға килтерәсәк, тиелә. Пенсия фонды дәүләт хеҙмәткәрҙәренә пенсияның страховка өлөшөн генә түләй, ҡалғанын бюджет ҡаплай.
Әлбиттә, был законға ҡарата фекерҙәр төрлөсә. Берәүҙәр әйтеүенсә, федераль хеҙмәткәрҙәрҙең былай ҙа йәше артҡандан-арта бара һәм уларға үҙ урындарын һаҡлап ҡалыу өсөн бер сәбәп кенә буласаҡ. Икенселәр иһә, дәүләт хеҙмәткәрҙәренең пенсия йәшен күтәреү ҡарттар менән йәштәр араһында социаль ҡаршылыҡты арттырасаҡ, конкурентлыҡҡа килтерәсәк, ти. Өсөнсөләр, әгәр быға тиклем башҡарған эшеңдән китергә тура килһә, 60 йәшлек кешене кем эшкә алырға атлығып торор икән, тип борсолоуын белдерә.
Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эше буйынса дәүләт комитеты рәйесе Николай Никитин әйтеүенсә, тотош халыҡтың пенсия йәшен күтәреү ихтималлығы бар, сөнки илебеҙҙә ғүмер оҙонлоғо ла, эшкә һәләтле кешеләрҙең йәше лә үҫә бара. Ләкин, Рәсәй менән сағыштырғанда, Башҡортостанда ғүмер оҙонлоғоноң түбән булыуы законды ҡабул итеүгә йоғонто яһамай: Дәүләт Думаһы илдәге ғүмер оҙонлоғоноң уртаса кимәленән сығып эш итә. Николай Никитиндың фекеренсә, ауыр хеҙмәт башҡарғандарға пенсия йәшен күтәрмәҫкә кәрәк. Иҫегеҙгә төшөрөп үтәйек: Башҡортостанда ғүмер оҙонлоғо 70 йәш самаһы. Ирҙәр – 63, ҡатындар 75 йыл йәшәй. Рәсәйҙә дөйөм күрһәткес – 72,5 йыл. Был турала Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов та әйтте: “Үлем менән көрәшеү өсөн күп көс һалырға кәрәк. Беҙҙә тыуым кәмей”.
Рәсәйҙә пенсионерҙар халыҡтың 24 процентын тәшкил итә, Башҡортостанда – 22 процент, йәғни эшкә яраҡлы халыҡтың 38 процентын. Статистика буйынса, республикабыҙҙа пенсия йәшенә етеп килгән ҡатын-ҡыҙ һаны өҫтөнлөк итә. Ир-атҡа килгәндә, 60 йәшкә етеп пенсияға сыҡҡандарҙың һаны ҡырҡа кәмегән. Ә инде 85 йәштән өлкәндәрҙе бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Шулай итеп, алдағы йылдарҙа Башҡортостанда пенсионерҙарҙың һаны артыуы көн кеүек асыҡ.
Рәсәй Федерацияһының Һаулыҡ һаҡлау буйынса дәүләт комитетында билдәләүҙәренсә, бөтә халыҡтың пенсия йәшен арттырыу мәсьәләһе әлегә күтәрелмәй, ләкин демографик хәл әлеге кимәлдә ҡала икән, киләсәктә ул ҡалҡып сығасаҡ, шулай уҡ бөгөн пенсия йәшендәгеләрҙең һаны арта, эшкә яраҡлылар кәмей бара. Әгәр эшләгәндәр ҡалмаһа, Пенсия фондын нимә иҫәбенә тулыландырырға һуң?
Йәмәғәт эшмәкәре А. Заһиҙуллиндың фекеренә ҡарағанда, был мәсьәлә нефть хаҡына бәйле. Әгәр нефть барреленең хаҡы 45 – 50 һум булһа, бөтә социаль бурыстарҙы атҡарырға мөмкин. Шулай ҙа бюджет аҡсаһын әрәм-шәрәм итеүҙән һаҡ булырға кәрәк. Мәҫәлән, иҫәпләүҙәр буйынса, дәүләт һатып алыуҙары буйынса ғына ла былтыр 20 – 25 миллиард һум аҡсаны экономиялай ала инек. Бюджетты тулыландырыуҙың тағы бер юлы – коррупция. Был йәһәттән хоҡуҡ һаҡсыларының етди эшләүе талап ителә.
— Халыҡҡа пенсия йәшен арттырыу мәсьәләһе хәл ителгән инде, – ти эксперт Андрей Потылицын. – Пенсия системаһы бөгөн ауыр хәлдә. Бер-ике йылдан социаль түләмдәргә аҡса ҡалмаясаҡ. Фондты тулыландырыу системаһы аныҡ ҡоролмаған. Демографик хәл насар, хаҡлы ялдағылар һаны артҡандан-арта. Ләкин пенсия йәшен күтәреү бер-ике йылға ғына тын алырға форсат бирер. Әле беҙҙә ирҙәрҙең күпселеге пенсия йәшенә етә алмай. Үкенескә ҡаршы, был күрһәткес үҫкәндән-үҫә бара. Әгәр тормош сифатын яҡшыртабыҙ икән, кешеләр оҙағыраҡ йәшәй башлар. Әйтәйек, 65 йәштән пенсияға сыҡҡан Францияла көнкүреш кимәле лә бик юғары.
Пенсия тураһында Өфө эшҡыуарҙары ла фекерен белдерә. Пенсия фондын тулыландырыу өсөн фирмаларҙың һалым түләүен стимуллаштырырға кәрәк, ти улар. Бының өсөн һалым һәм һалымдан тыш “йөк”тө дифференциациялау мотлаҡ. Ул саҡта эшҡыуарҙар “күләгә”гә китмәҫ ине. Юғиһә бәләкәй ойошмаларға күтәргеһеҙ йөк һалынған – улар бюджеттан тыш фондтарға 30 процент самаһы түләй (Дөйөм медицина страховкаһы, Социаль страховка, Пенсия фонды).
Лилиә, банк хеҙмәткәре:– Пенсия йәшен арттырыуға кире ҡараштамын. Өлкәнәйгәс, үҙең өсөн дә йәшәп, донъя күреп ҡалғы килә. Беҙҙең эште, мәҫәлән, өлкән йәштәге кеше башҡара алмаҫ ине. Хәйер, йәштәр саҡ өлгөрә әле.
Альбина, эшҡыуар: – Ил иҡтисады көрсөккә килеп терәлгән саҡта пенсия йәшен арттырыу урынлылыр, бәлки. Ләкин мин һәр кемгә пенсияны үҙенә тупларға кәңәш итер инем, дәүләт пенсияһына ғына өмөтләнеп ятырға ярамай. Бөтә кешегә лә тигеҙ хоҡуҡ бирелгән: эш ас, уңышҡа иреш... Беҙ шундай заманда йәшәйбеҙ.