Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бер күл тарихы
Уҙған быуаттың 70-се йылдарында һунар итергә яратҡан, хәҙер инде мәрхүм Йосоп ағай менән бергә бүре балаларын эҙләп йөрөйбөҙ. Һөрөлгән ерҙәрҙе, бураҙна буйҙарын, юлдың саңлы урындарын ҡарайбыҙ. Иртәнге ысыҡта ла йөрөп әйләнәбеҙ. Йәнәһе, ата бүренең һунарға ҡайһы яҡҡа барғанын самалап, көсөктәре ниндәй урындараҡ ятҡанын тоҫмаллап, радиусты кәметкәндән-кәметә барып, ояның ҡайҙалығын билдәләйбеҙ. Шулай тикшереп йөрөй торғас, бер көн Самаҙы йылғаһының башына барып сыҡтыҡ. Быға тиклем Шайтан күлен күргән булмағас, ағайҙан: “Уның ҡайҙалығын беләһеңме?” – тип һорап ҡуйҙым.


”Аһ, яҡында ғына ул, әйҙә, күрһәтәм”, – тип юлдашым урман эсенә алып инеп китте. Күп тә бармай, һулға, тау битләүе кеүек ергә күтәрелдек. Тигеҙ урында күп булһа 4х4 метр майҙанлыҡ күл ишаратына юлыҡтыҡ. Бәлки, ул элегерәк ҙурыраҡ та булғандыр, әммә әле тирә-яғын һалабаш ҡабыҡтары баҫҡайны. Кемдәрҙер шулай ҡый-һайын ҡалдыра барһа, күл түгел диңгеҙең дә һайығып, кесерәйеп ҡалыр.
“Ниңә Шайтан күле тип атағандар икән, башҡа исем бөткәнме ни?” – тип һорауыма Йосоп ағай: “Был хаҡта Хөббулла ағай (Самаҙының иң оҫта ҡарһүҙ һөйләүсеһе) белә”, – тине. Шуның менән күл тарихы онотолоп торҙо.
...Ҡыш етеп, төндәр оҙонайғас, ир-ат клубта “кәзә” һуға башлағас, әлеге Хөббулла ағайҙан лаҡап һөйләүен үтендек. Ул исем өсөн генә инәлтеп алғандай итте лә китаптан уҡыған кеүек теҙеп алып китте. Ҡайһы берҙәр: “Бының алдауы бөтмәҫ”, – тип бильярд төртөргә китһә, башҡалар, шул иҫәптән мин дә, ағайҙың ауыҙына текәлдек.
Бик борон әллә Самаҙы, әллә Мөхәмәтйән кешеһе Нурымбәт Самаҙы йылғаһы башында бесән сабып күбәләй ҙә, уларҙы кәбән урынына тарттырыу ниәтендә, арбаға ҡатыны менән сабыйын ултыртып, сәңгелдәк-ғәләмәтен тейәп, юлға сыға. Килеп еткәс, атын күләгәле урынға туғара, сәңгелдәкте ағас ботағына элә. Ҡатыны балаһын имеҙеп йоҡлатҡансы, арҡандарҙы таға һалып, эшкә керешә.
Сәүек эттәре арба аҫтындағы һалҡынға инеп ята. Бала сәңгелдәктә иҙрәп йоҡоға китә. Ҡатын иһә, иренә ярҙамлашырға теләп, кәбән ултыраһы урынға ыңғайлай. Күбәләрҙе яртылаш тарттырып бөтөүгә эт өргән тауыш ишетелә.
“Бала уяндымы икән әллә?” – тип ҡатын шул яҡҡа кире бара. Юҡ, сабый йоҡлай. Эт тауышы Самаҙы юлы яғындағы бер үҙәктә ишетелә икән. Ире эргәһенә бара ла: ”Э-й! Йөрөйҙөр шунда этлегенә барып. Ҡуян алмаҫ, артынан ҡалмаҫ”, – тип эшкә тотона. Эттең дә тауышы тына. Күпмелер ваҡыттан иһә бала илаған тауышты ишетеп килһәләр, сәңгелдәк буш...
Ата-әсә Самаҙы яғына йүгерә. Юлда эттәре ҡанға туҙып үлеп ята... Шул саҡ урман эсенән сабый илаған тауыш ишетелә. Ҡабаланып барһалар, бала түңәрәк күл ситендә ултыра, уртала билдән һыу эсендә шайтан тора, имеш. Мөгөҙө ҡанһыраған. Ир менән ҡатынды күреү менән тиҙ генә һыуға сума. Бесәнселәр иһә, атын йәһәтләп егеп, ҡайтыу яғына һыпырта. Юл буйындағы ҡан таптары ҡайҙан хасил булды икән тип ғәжәпләнә.
Ә хәлдең әтнәкеһе былайыраҡ икән. Шайтан килеп, сәңгелдәктәге баланы алырға итһә, уның үксәһенә эт тешен батыра. Тегеһе, асыуы килеп, хайуанды ҡыуа башлай. Баҫтырыша торғас, шайтан этте ҡойроғонан тотоп ала, үҙе башы менән ҡатыға бәрелә. Асыуынан хайуанды ағасҡа ҡуша һуға ла арба яғына атлай. Башы түҙҙермәй ауырта үҙенең, баҡһаң, һыңар мөгөҙө һынған икән. Юлдағы ҡан шунан хасил була ла инде.
Ҡатындың сәңгелдәк янына тәүге килеүе тегеләрҙең ҡыуышып йөрөгән мәленә тура килә. Унан шайтан баланы килеп алып, күл ситенә ултыртып, үҙе мөгөҙөн йыуып торған була.
Бына шул замандан алып Самаҙы башы яғына китеп барғанда һулда ҡалған үҙәк Этүлгән тип атала башлай. Кисеүҙән һулда – Нурымбәт тип нарыҡланған урманлы үҙәк. Уның эсендә Шайтан күле урынлашҡан.
Шуны иҫегеҙгә төшөрәйем: Ҡөрьәндән бер-ике сүрә ятлаһағыҙ, ҙур сауап булыр. Ул саҡта шайтан да осрамаҫ.








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостанда республика дауаханаларының баш табиптары менән телекүперҙәр асыла

Башҡортостанда республика дауаханаларының баш табиптары менән телекүперҙәр асыла 03.07.2025 // Йәмғиәт

Ике аҙна һайын медицина округтарының үҙәк дауаханалары һәм республика дауаханалары табиптары тура...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә түләүле парковкалар буйынса кол-үҙәккә көнөнә 100-гә яҡын шылтыратыу ҡабул ителә
Республика райондарының береһендә медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам саралары бойомға ашырыла

Республика райондарының береһендә медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам саралары бойомға ашырыла 02.07.2025 // Йәмғиәт

Мәләүез районында йәш табиптарға торлаҡты ҡуртымға алыу хаҡы ай һайын 10 мең һум күләмендә...

Тотош уҡырға 11

Радий Хәбиров Башҡортостанда ҡалырға хәл иткән йәш ғалимдарға шәхсән ярҙам итергә вәғәҙәләне

Радий Хәбиров Башҡортостанда ҡалырға хәл иткән йәш ғалимдарға шәхсән ярҙам итергә вәғәҙәләне 02.07.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан бер ҡасан да ошондай күп талантлы, сағыу йәш ғалимдарҙы ҡабул иткәне юҡ ине,...

Тотош уҡырға 17

Республикала ғаилә ҙур суммала лотерея отҡан

Республикала ғаилә ҙур суммала лотерея отҡан 02.07.2025 // Йәмғиәт

Республикала ғаилә ҙур суммала лотерея отҡан...

Тотош уҡырға 13

Мәскәүҙә һабантуй ойошторола

Мәскәүҙә һабантуй ойошторола 02.07.2025 // Йәмғиәт

Мәскәүҙә һабантуй ойошторола...

Тотош уҡырға 13

Шишмә районының берҙән-бер ветераны 100 йәшен билдәләне

Шишмә районының берҙән-бер ветераны 100 йәшен билдәләне 02.07.2025 // Йәмғиәт

Шишмә районында берҙән-бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Солтан Хәйҙәров 100 йәшлек юбилейын...

Тотош уҡырға 11

Республиканың автомобиль юлдарын үҫтереүгә 120 миллиард һумдан ашыу йүнәлтелә

Республиканың автомобиль юлдарын үҫтереүгә 120 миллиард һумдан ашыу йүнәлтелә 01.07.2025 // Йәмғиәт

Алдағы биш йыллыҡта Башҡортостанда автомобиль юлдарын үҫтереүгә һәм транспорт хеҙмәттәре сифатын...

Тотош уҡырға 15

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлы өс төнгә ябыла
Июлдең беренсе декадаһында аномаль һауа торошо көтөлә
2026 йылда яңы йыл каникулдары 12 көн була

2026 йылда яңы йыл каникулдары 12 көн була 01.07.2025 // Йәмғиәт

2026 йылда яңы йыл каникулдары 12 көн була...

Тотош уҡырға 14

Рәсәйҙә яңы һөнәри байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы һөнәри байрам булдырылды 01.07.2025 // Йәмғиәт

Адвокатура көнө 31 майҙа билдәләнә....

Тотош уҡырға 15